Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Хуш еҫле икмәге!
Хуш еҫле икмәге! Үтә йәш күренгән Зарина Әминеваның эшҡыуар икәнлегенә шунда уҡ ышанып та булмай. Әммә яҡындан аралашҡас, был гүзәл заттың бик тәүәккәл икәнлеген абайланым. Эшҡыуарлыҡта төп сифаттарҙың береһе был.
Себер тарафтарында тыуып-үҫкән ҡыҙҙы әсәһе, бер аҙ үҫә төшкәс, тыуған яҡтарына алып ҡайта. “Үҙ башҡортоңа тормошҡа сығырһың, эшеңде асырһың”, – тип аңлата ул был аҙымын ҡыҙына. Тәүҙәрәк Зарина әсәһенең был һүҙҙәренә төшөнмәй, аҙаҡ, шахтерҙар династияһын дауам иткән аҫыл Әминевтәр затына кейәүгә сыҡҡас, ҡәҙерле кешеһенең әйткәне ни тиклем дөрөҫ булыуын аңлай.

Декрет ялында ултырған йәш әсә үҙенең шәхси эшен асыу тураһындағы теләген йәмәғәте Фаил Әмир улына аңғартҡас, ул ҡатынының хыялына ҡаршы килмәй. 2012 йылда кредитҡа икмәк-ҡалас һәм тәм-том бешереү өсөн махсус мейес һатып ала һәм халыҡҡа тәүге әпәкәйҙәрен һәм тәмле-тәмле бәлештәрен тәҡдим итә. Һатып алыусылар хуш еҫле һәм тәмле икмәкте шунда уҡ яратып һатып ала, көндән-көн бәлештәргә ихтыяж күбәйә. 2013 йылда район хакимиәте тарафынан йәш эшҡыуарҙар өсөн бүленгән 300 мең һумлыҡ субсидияға эйә булған Зарина Әүхәҙи ҡыҙы Бүребайҙа ҡуртымға бина ала һәм цехын киңәйтә. Бөгөн йәш эшҡыуар тиҫтәнән ашыу кешегә эш урыны булдырған. Ул бешергән йылы икмәк Аҡъяр, Бүребай, Садовый ауылдары магазиндарында, мәктәп, балалар баҡсаларына таратыла.
Күптән түгел йүнсел Аҡъярҙа үҙ магазинын асҡан. Төрлө аҙыҡ-түлек менән тулы кәштәләрҙә икмәк-ҡалас һәм тәм-томдоң урын алыуы һатып алыусылар өсөн ҡыуаныслы, сөнки һәр саҡ тәмле, яңы бешкән ризыҡ иғтибар үҙәгендә.
“Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләгән ире Фаил менән Азамат исемле баһадир, Әминә исемле һылыуҡай үҫтерә Зарина Әминева. Киләсәккә пландары ҙур уның: икмәк етештереүҙе артабан киңәйтеү, уны райондың башҡа ауылдарына таратыу, ассортиментты төрләндереү һәм магазиндың эшен яйға һалыу. Ун айы саҡ тулған Әминәне өләсәләренә ҡалдырып йөрөргә тура килһә лә, ул үҙ эшенән бик ҡәнәғәт. Утыҙы ла тулмаған был һөйкөмлө йүнселдең йәштәргә әйтер һүҙе лә юҡ түгел. “Үҙ эшегеҙгә тотоноуҙан ҡурҡмағыҙ, башта килеп сыҡмаһа, ташлап ҡуймағыҙ, йәнә бер йүнен табып кире башлағыҙ. Артабан мотлаҡ эшегеҙ яйға һалынасаҡ, үҙегеҙгә тәүәккәл, йылдам булыу ҙа ҡамасауламаҫ”, – ти ул.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә