Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Килһендәр, өйрәнһендәр...
Килһендәр, өйрәнһендәр... Сибайҙа “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” бизнес үҙәге уңышлы эшләп килә. Бында республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгенең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән йүнселдәре өсөн консультация үҙәге булдырылған. Улар һалым түләү, бухгалтер иҫәбе, кредит юллау, предприятиены хоҡуҡи яҡлау һәм үҫтереү, бизнесты планлаштырыу буйынса төрлө мәғлүмәт ала. Йыл һайын бизнес-үҙәккә мөрәжәғәт иткәндәрҙең һаны арта. Улар араһында башҡорттарҙың аҙ булыуы, милләттәштәребеҙҙең эшҡыуарлыҡҡа аҡрын килеүе сер түгел. Сәбәптәре ниҙә? Ошоларҙы асыҡлау маҡсатында үҙәк директоры Айнур ИШМӨХӘМӘТОВҠА мөрәжәғәт иттек.
– Айнур Ғүмәр улы, һеҙ етәкләгән үҙәк эшҡыуарҙарға ниндәй ярҙам күрһәтә?
– Бөгөн Сибай ҡалаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса төрлө программа эшләй. Йыл һайын муниципаль программалар буйынса күрһәтелгән ярҙамдың Сибай халҡы тарафынан тулыһынса үҙләштерелеүен иҫәпкә алып, республика һәм федераль программаларҙа ҡатнашыу өсөн эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеген арттырыуҙы күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ.
Республика программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырылған микрофинанслау ҙа үҙ эшен асыу­сыларға этәргес ролен үтәй. Беҙҙең үҙәктә бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн микрофинанс ойошмаһы бүлеге бар. Улар эшҡыуарҙарға 8,25 проценттан алып 12,5 процентҡа тиклем өҫтәмә менән микрозайм бирә. Үткән йылда 15 кеше 21 миллион 300 мең һумлыҡ микрозайм алды. Шулай уҡ бизнес-инкубаторҙа 18 эшҡыуар офис өсөн беҙҙең бүлмәләрҙе файҙаланды. Улар үҙҙәренең шәхси эшендә 73 кешегә эш урыны булдырҙы.
– Йыл буйына һеҙҙең үҙәккә нисә кеше мөрәжәғәт итте? Улар араһында үҙ эшен асҡандар бармы?
– Быйыл бизнес-инкубаторға төрлө һорау менән 660 кеше мөрәжәғәт итте. Уларҙың барыһы ла үҙенә кәрәкле яуап алды. Һөҙөмтәлә 24 кеше үҙ эшен асһа, 44 эшҡыуарға төрлө программалар буйынса финанс ярҙамы алыу өсөн документтар әҙерләнде. Шуларҙың һигеҙе Башҡортостандағы инвестиция инициативаһы үҙәге аша ике процентлыҡ займ алды. Белеүегеҙсә, коммерция банктары уларға 20-25 процентлыҡ кредит тәҡдим итә.
– Белеүебеҙсә, тап һеҙҙең башланғыс һәм ярҙам менән йәш эшҡыуарҙар төрлө форумдарҙа ҡатнаша...
– Ысынлап та, беҙҙең эшҡыуарҙар төрлө иҡтисади форумдарҙа ҡатнаша ала. Мәҫәлән, үткән йыл аҙағында Гөлназ Азатова менән Зөфәр Таҡалов Мәскәүҙә үткән ҙур форумда ҡатнашыу бәхетенә өлгәште. Улар өсөн самолетҡа билет хаҡы республика ҡаҙнаһынан түләнде, шулай уҡ Курск ҡалаһында үткән кәңәшмәнән беҙҙең эшҡыуарҙар дәртләнеп һәм сәмләнеп ҡайтты. Әйтергә кәрәк, 2013 – 2016 йылдарҙа 115 ойошма һәм эшҡыуар бизнес-инкубаторҙың резиденттары булды. Шуларҙың 78-е уңышлы эшләп йөрөй, йәғни 66 процент эшҡыуар үҙ эшен юлға һалды тип һанала.
– Үҙ эшен асҡандар араһында милләт­тәштәребеҙҙең аҙ булыуы борсоуға һала. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән уларҙың аҡрын “ҡыбырлауының” төп сәбәптәрен нимәлә күрәһегеҙ?
– Беренсенән, ойоштороу кимәленең түбән булыуынан: кемдер шикләнә, үҙенә ышанмай. Икенсенән, үҙаллылыҡтың булмауынан. Беҙҙең халыҡ әле һаман быға өйрәнеп китә алмай. Быны быуындан быуынға күсеп килгән коллективизм бәләһе тип һанарға кәрәктер. Беҙҙә дөйөм мөхиттән айырылып, социаль баҫҡыс буйынса күтәрелә башлағандарға шикләнеп ҡарау ҙа ошонан киләлер, минеңсә. Мәҫәлән, ышаныс тойғоһоноң булмауы, көнләшеү, коррупцион фекер йөрөтөү, йәғни ришүәтһеҙ бер нимәгә өлгәшә алмаясаҡһың кеүек хата фекерҙең йәшәүе лә үҙ эҙемтәләрен бирмәй ҡалмай.
Йыш ҡына, халҡыбыҙҙың йәшәйеш кимәлен күтәреү өсөн илдең социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу кәрәк, тибеҙ. Эйе, бөгөн ошо юҫыҡта байтаҡ эш башҡарыла һәм иң мөһиме – бөгөнгө иҡтисадты үҫтереүҙә эшҡыуарлыҡ ҙур роль уйнай. Шуға күрә, халҡыбыҙҙың йәшәү кимәлен яҡшыртабыҙ, тип әйтәбеҙ икән, башҡорттарҙың эшҡыуарлыҡ рухын күтәреү мотлаҡ. Ә бының өсөн халыҡтың психологияһын һәм фекерләүен үҙгәртергә тейешбеҙ. Уларға мин әйтер инем: “Эшҡыуарлыҡҡа ҡыйыу килегеҙ, йылдамыраҡ булығыҙ, үҙ көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ”.
– Айнур Ғүмәр улы, яңы эш башларға теләгәндәрҙең барыһының да иҡтисади йәки финанс белеме юҡ. Был осраҡта уларға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Иң мөһиме – теләктәре булһын! Бизнес-инкубатор эшҡыуарҙарҙың финанс белеменә ҙур иғтибар бүлә. Был тәңгәлдә төрлө тренинг һәм семинарҙар, кәңәшмәләр, курстар үткәрәбеҙ. Унда эште планлаштырыу, һалым һәм пенсия фондына түләүҙәр кеүек төрлө һорауҙар ҡарала, кәңәштәр бирелә. Һуңғы ике айҙа ғына беҙгә федераль кимәлдәге ете бизнес-тренер килеп, эшҡыуарҙар өсөн бушлай дәрестәр үткәреп китте. Башҡа ҡалаларҙа уларҙың курстары 5 – 30 мең һум тора. Беҙҙә 280 кеше уларҙан кәңәш алды.
Үҙенең продукцияһын йәки хеҙмәтен башҡаларға күрһәтергә, реклама яһарға теләгән эшҡыуарҙар өсөн беҙҙең бизнес-үҙәк төрлө күргәҙмәләр ойошторорға ярҙам итә, шулай уҡ контракттар төҙөргә булышабыҙ. Бөгөн бизнесты асыу һәм үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, тик уны файҙалана белергә генә кәрәк.
К. ИШБУЛДИНА әңгәмәләште.


Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә