Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бюджет-2017: Өмөттәр һәм ниәттәр...
Бюджет-2017: Өмөттәр һәм ниәттәр... Һәр йыл аҙағында Рәсәйҙә федераль кимәлдә лә, ил субъект­тарында ла дәүләт ҡаҙнаһын тултырыу һәм тотоноуҙы хәстәрләү башлана. Финанс сәйәсәтен алданыраҡ күҙаллау маҡсатында ул киләһе йылға ғына түгел, ә яҡындағы өс йылға ла планлаштырыла. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа Башҡортостанда ошо эш нисек бара?
Бюджет мәсьәләһе – тотош дәүләт кимәлендәге иң мөһим эштәрҙең береһе, сөнки социаль бурыстарҙың үтәлеше лә, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү ҙә, ғөмүмән, бөтә халыҡ хужалығының тотороҡло эшмә­кәрлеге ошо дәүләт янсығын нисек тултыра алыуыбыҙға бәйле. Барлыҡ йәмғиәттән йыйылған аҡса халыҡ байлығы булып тора, һәр тине иҫәпле һәм һәр тәңкә өсөн яуап биреү мотлаҡ. Шуға нигеҙләнеп, дәүләт ҡаҙнаһы аныҡ закон нигеҙендә үтәлә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа, мәҫә­лән, был ҡанун алдан ентекле әҙерләнә, барлыҡ дәүләт институттарында “йөрөп” сыға. Шунан иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр Финанс министрлығында туплана. Хөкүмәт кимәлендә һәр статьяһы нигеҙләнгәс, уны депутаттар хөкөмөнә сығаралар. Ҡорол­тайҙың һәр комитеты уны айырым тикше­рә, һәм был юлы бөтә иҫкәрмәләр, тәҡдим­дәр парламенттың бюджет буйынса комитетына йыйыла. Дәүләт Йыйылышы Президиумы проекттың әҙерлегенә ышан­ғас ҡына, ул парламенттың сираттағы сессия­һы­ның көн тәртибенә тәҡдим ителә. Унда ла әле был документ беренсе, икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙы эҙмә-эҙлекле үтергә тейеш – бюджет процесы тураһындағы айырым ҡанунда барыһы ла тәфсирләп яҙылған, һәм уны үтәмәү хоҡуҡ боҙоу тип иҫәпләнә. Күренеүенсә, дәүләттең финанс нигеҙен ҡороуға мөнәсәбәт бик етди.
– Былтырғы йыл беҙҙең бюджет систе­маһына ҙур һынау булды. Министрлыҡтар, ведомстволар һәм муниципалитеттарҙың эшен ҙур предприятиелар, һалым органдары һәм башҡа федераль берәмектәр менән тығыҙ бәйләнештә ойоштороу хәлде контролдә тоторға ғына түгел, ә килемде 13 процентҡа арттырыу мөмкинлеген дә бирҙе, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, 2015 йыл йомғаҡтары тураһында сығыш яһап. – Артабанғы йылдарҙа беҙ ҡаҙна сығымдарының артыуына килемде лә шуға ярашлы үҫтереү иҫәбенә өлгәшергә тейешбеҙ. Яңы банк кредиттарын иҡтисадтың заманса тармаҡ­тарын финанслауға йүнәлтергә бурыс­лыбыҙ. Министрлыҡтарға, дәүләт ойошмаларына, муниципалитеттарға яңы килем сығанаҡтары эҙләргә, федераль программалар исемлегенә инергә һәм ҙур сара­ларға грант алыуға өлгәшергә кәрәк.
Башҡортостан иҡтисадының артабанғы үҫеше республика Башлығының ошо һүҙҙәренең бойомға ашыуын күрһәтте: быйылғы тәүге ун айҙа бөтә кимәлдәге бюджеттарға йыйылған һалым һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,2 процент­ҡа күберәк булды. Был “артыҡ” һандар айырым алғанда ғына ла өс миллиард һумға яҡын сумманы тәшкил итә. Рес­публиканың консолидацияланған ҡаҙна­һына ингән аҡса ла шул уҡ арауыҡ менән сағыштырғанда 4,6 процентҡа күберәк. Дәүләт һәм муниципаль милектәге мөлкәтте файҙаланыуҙан ҡаҙнаға 17 миллиард һумдан ашыу килем инде, уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштыр­ғанда был 1,3 тапҡырға күберәк.
Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай 2017 йылға һәм 2018-2019 йылдарҙың планлы осорона ҡарата республика бюджеты тураһындағы законды ҡабул итте. Ул парламентта беренсе уҡыуҙа ҡаралғайны инде, артабан байтаҡ ҡына үҙгәреш индерелде. Дәүләт Йыйы­лышының Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты рәйесе Рузалиә Хисмәтуллинаның бюджет тураһындағы законды аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул иткән ултырыштағы сығышынан күренеүенсә, 2017 йылға ҡаҙнаның килем өлөшө – 128,2 миллиард һум, ә сығымдары 137,7 миллиард һум күләмендә билдәләнә. 2018 йылда шуға ярашлы күрһәткестәр – 130,9 миллиард һәм 139,9 миллиард, 2019 йылда 134,6 миллиард һәм 143,1 миллиард һум тип планлаштырыла.
Министр аңлатыуынса, төҙәтмәләрҙең төп өлөшө беҙҙең республика бюджетына дәүләт ҡаҙнаһы тураһындағы федераль закон проектына ярашлы күсереләсәк аҡса күләменә бәйле. Алдағы йылдарҙан айырмалы рәүештә, тәғәйен маҡсатҡа тип күрһәтелмәгән дотацияның ни саҡлы булыры билдәһеҙ, сөнки федераль кимәлдә уны билдәләү рәүеше үҙгәрҙе: ҡайһы төбәк ҡаҙнаһына аҡсалата ярҙамдың күпме тейәсәге декабрҙә генә асыҡланасаҡ. Ә Башҡортостан бюджеты проектында ул әлегә минималь күләмдә – 6,1 миллиард һум тип ҡаралған.
Һалымға һәм уға бәйле булмаған килемдәргә бәйле төҙәтмәләр үҙҙәре айырым төркөмдө тәшкил итә. Был тәңгәлдә нефть продукттарына акцизды арттырыу һәм уларҙы Башҡортостан эсендә бүлгеләү буйынса нормативты күтәреү күҙ уңында тотола. Шулай уҡ көслө иҫерткес эсем­лектәрҙән килгән акцизды бүлгеләү схе­маһы ла үҙгәртелә. Һөҙөмтәлә 2017 йылда һалым һәм уға бәйле булмаған килем 111,8 миллиард һум тәшкил итәсәк. Артабан уны йыл һайын өс процентҡа үҫтерә барыу планлаштырыла. Өҫтәмә килем Юл фонды күләмен дә арттырырға тейешле – ул йылына 13 миллиард һум самаһы буласаҡ.
Ҡаҙна, әлбиттә, үҙенән-үҙе генә тулмай. Был мөһим эш, йәнә килеп, кадрҙарға бәйле. Быйыл йәй Өфөлә илебеҙ төбәк­тәренең финанс органдары етәксе­ләре Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһенә йыйылды. Ошо ваҡиға үҙе үк респуб­ликабыҙ баш ҡалаһының һәм уның финанс белгес­тәренең абруйы тураһында һөйләй.
– Башҡортостандың бюджет ҡеүәтен арттырыу өҫтөндә федераль әһәмиәтле территориаль берәмектәрҙән алып урын­дағы үҙидараға тиклем барлыҡ власть органдары ла ныҡышмалы эш алып бара, – ти республиканың финанс министры Рида Собханғолова. – Ҡаҙнаға бурыс­тарҙың ваҡытында түләнеүе даими контролдә тотола. Һалым түләргә тейешле объекттарҙы легалләштереү буйынса ведомство-ара комиссия әленән-әле яңы килем сығанаҡтарын асыҡлай. Былтырғы йомғаҡтар буйынса, был эшмәкәрлек ҡаҙна килемен өс миллиард һумға арттырырға мөмкинлек бирҙе. Алдағы өс йылға өҫтәмә килемде йылына 4,6 миллиард һумға үҫтерә барыу планлаштырыла.
Һалым тураһындағы ҡануниәт тә камиллаштырыла. Мәҫәлән, иҡтисади йоғон­тоһон күрһәтә алмаған йәки бик аҙ булған һалым ташламалары юҡҡа сығарыла, улар өмөтлө инвесторҙарға бирелә, мөлкәткә һалымды уның кадастр хаҡына ҡарап түләтеү индерелде (элек инвентарь исемлегендәге хаҡы буйынса ғына баһалана ине), сит ил граждандарына беҙҙең республикала эшләү өсөн патент һатып алыу бурысы ҡуйылды.
Һөҙөмтәлә М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультеты нигеҙендә ойошторолған Һалым сәйәсәте үҙәге йоғонтоло һалым сәйәсәте үткәргән 12 алдынғы төбәк араһында Башҡортостанға дүртенсе урынды бирҙе. Тәүге урындарҙа – Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы.
Белгестәр аңлатыуынса, Башҡортос­тандағы ҡаҙна туплау һәм тотоноу эшмәкәрлегенең алдағы өс йылға төп бурысы – республика һәм урындағы ҡаҙна­ларҙың тотороҡло, балансланған булыуын тәьмин итеү. Бының өсөн социаль-иҡти­сади үҫеш прогнозының база варианты ҡулланыласаҡ. Килем структураһы үҙгә­решһеҙ ҡала. Уның 90 процентын биреүсе сығанаҡтары элеккесә һаҡлана: ойошмалар табышына, физик берә­мектәрҙең килеменә, мөлкәткә һалым һәм акциздар. Республикабыҙҙың Финанс министрлы­ғының матбуғат үҙәге хәбәр итеүенсә, ҡаҙнаның социаль йүнәлешле булыуы һаҡланып ҡала: сығымдарҙың 75,4 проценты шул маҡсатта тотоноласаҡ.
Башҡортостандың адреслы инвестиция программаһы сығымдары ла алдағы йылдар кимәлендә – алты миллиард һум – буласаҡ. Был программа буйынса туплан­ған аҡсаны ҡайҙа йүнәлтергә уйлайҙар? Уның 95 проценты социаль объекттар төҙөүгә һәм булғандарын яңыртыуға тәғәйенләнә. Шулар араһында мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, спорт ҡоролмалары, коммуналь хужалыҡ биналары бар. Башҡортостан Республика­һының 100 йыллығына арналған объект­тарҙы финанслау ҙа ошо программа сиктәрендә ҡаралған.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән 19.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 3

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 4

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 3

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә