Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан — үҙе бер ҙур бренд
Башҡортостан — үҙе бер ҙур бренд
Нимә ул бренд? Ҡымыҙ, бал, ҡурай, тиер күптәребеҙ. Әммә бөгөн беҙгә “башҡорт балы”, “Бөрйән бал ҡорто”, “башҡорт ҡымыҙы”, “башҡорт аты” кеүек традицион башҡорт брендтарын республиканан ситтә рәсми рәүештә файҙаланырға мөмкинме? Дебет шәл бәйләү оҫталығын башҡорт халҡының борондан килгән ҡомартҡыһы, заманса әйткәндә, башҡорт бренды тип күрһәтә алабыҙмы?..
Башҡортостанда, тотош илдәге һымаҡ, “бренд” төшөнсәһе менән профессиональ кимәлдә, 2010 йылда Рәсәй Граждандар кодексының тауарҙың сығышына ҡағылышлы федераль закондарға төҙәтмәләр һәм өҫтәмәләр индерелеп, был өлкәлә тейешле хоҡуҡи нигеҙ булдырылғас ныҡлап шөғөлләнә башланылар.

2010 йылдың 1 апрелендә Рәсәй Дәүләт Думаһының Тәбиғи монополиялар, дәүләт корпорациялары һәм дәүләт ­ коммерция ойошмалары эшмәкәрлеген закондар сығарыу аша тәьмин итеү комис­сияһы ағзаһы Владимир Мединский Өфөлә республика парламенты депутаттары, етәкселәр, эшҡы­уар­ҙар менән кәңәшмә үткәргәйне. Закондар әҙерләүҙә әүҙем ҡат­нашҡан, Башҡортостандың сәнәғәт өлкә­һендәге мөмкинлектәрен яҡшы белеүен күрһәткән белгес феке­ренсә, төбәктең электән киң билдәле традицион брендтарын рекламалауҙы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреп, бер үк ваҡытта Башҡортостандың үҙен тотошлай бер ҙур бренд сифатында күрһәтә башлау мөһим. Төп маҡсат – республиканы эре һәм оҙайлы инвестициялар урынлаштырыу өсөн уңайлы төбәккә әйләндереү, инновациялар үҫешенә булышлыҡ итеү.
Башҡортостан бренды аныҡ тауар брендтарынан башлана. Милек мәсьәлә­ләренә бәйле хәлдәр ҡатмарлашып китһә лә, республи­кабыҙҙың төп бренды булып башҡорт нефте ҡала, был брендты киләсәктә лә һаҡлау мөһим. Күптәр өсөн ул – беҙҙәге юғары сифатлы бензин. Хәҙер яғыулыҡты бөтә ерҙә лә Төмән нефтенән ҡыуалар, әммә ҡулла­ныусы беҙҙең бензинды алырға тырыша. Мединский раҫ­лауынса, оҡшаш хәлде Европала ла күҙәтергә мөмкин: унда халыҡ “Бритиш петролеум” компанияһы бензинына, һыналған инглиз брендына өҫтөнлөк бирә. Шуның һымаҡ, тауар бренды беҙҙә лә төбәк брендын күтәрә, халыҡ Башҡорт­останға ихтирам менән ҡарай. Һөҙөмтәлә республиканың иҡтисади рейтингы арта.
Башҡортостан брендтарын иҫкә алғанда, әлбиттә, башҡорт балын иң тәүҙә әйтеп үтергә кәрәктер. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һуңғы осорҙағы сығыш­тарының береһендә 2021 йылдың йәйендә “Апимондия-2021” халыҡ-ара умартасылыҡ конгресы уҙғарыласағы, уны ҡабул итеүгә дәғүәселәр исемлегенә Башҡортостандың да инеүе, беҙҙә умартасылыҡ тармағын заманса технологияларға нигеҙләнеп үҫтереү мохтажлығы тураһында әйтеп үтте. Башҡортостан бөгөнгө көндә бал етештереү буйынса илдә лидер булып тора, әммә Рәсәй донъя кимәлендә Ҡытай һәм АҠШ кеүек илдәрҙән ныҡ ҡалыша. Улар, индустриаль технологиялар ярҙамында продукцияны күберәк етештереп, донъя баҙарына хужа булып тора. Бал продукцияһының төп ҡулланыусылары – эре кондитер, косметика, фармакология концерндары. Ҡулланыу баҙарының төп өлөшө АҠШ-та һәм Европа Союзы илдәрендә тупланғас, унда Рәсәйҙең мөмкинлектәре ныҡ сикләнгән. Тимәк, эске баҙарға иғтибарҙы арттырыу, уны яҡлау беренсе планға сыға.
Брендтарҙы эске баҙарҙа һаҡлауға йүнәлтелгән, Рәсәй Граждандар кодексына индерелгән төҙәтмәләр һәм өҫтәмәләр иң тәүҙә етештереүсе хоҡуҡтарын күҙ уңында тота. Мәҫәлән, Кодекстың 1516-сы, 1518-се статьялары тауарҙы теркәү ҡағиҙәләрен билдәләһә, 1519-сы статья брендты яҡлауға йүнәлтелгән, ә 1537-се статья контрафакт тауар етештереү өсөн яуаплылыҡ саралары тураһында киҫәтә.
Тауар бренды оҙаҡ йылдар дауамында күп белгестәр тарафынан булдырыла, уны рекламалау өсөн бик ҙур аҡса һалына, һөҙөмтәлә брендтың хаҡы астрономик суммаға барып етеүе ихтимал. Мәҫәлән, “Форбс”тың ­ быйылғы рейтингына ярашлы, бренд хаҡы 154 миллиард долларға еткән “Аррle” компьютер компанияһы донъя лидеры булып тора. Ошо бер һан да бренд хаҡтарының ни хәтлем юғары баһаланыуын бик асыҡ күрһәтә. Әлбиттә, компьютер, авиация техникаһы, автомобиль етеште­реүсе донъя гиганттарының брендтарын үҙләштереү һис мөмкин түгел, ә бына кейем-һалым өлкәһе лидеры “Адидас” (бренд хаҡы – 8 миллиард доллар) тауар маркаһын контрафакт етештереүселәр бик киң ҡуллана.
Контрафакт күләме һуңғы йылдарҙа арта бара. Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойош­маһы (ОЭСР) мәғлүмәттә­ренә ярашлы, донъяла контрафакт йылына 460 миллиард доллар тәшкил итеп, уның 63 проценты Ҡытайға тура килә. Айырым эксперттар фекеренсә, Ҡытай байтаҡҡа күберәк ялған тауар эшләп сығара. Уның ҙур өлөшө Рәсәйҙә реализациялана. Сәбәбе – таможня хеҙмәте һәм башҡа дәүләт структураларындағы коррупцияла. Контрафакт өсөн, нигеҙҙә, АҠШ, Европа союзы илдәренең иң ҡиммәтле брендтары ҡулланыла.
Рәсәй Федерацияһында етеш­терелгән контрафакттың ҙур өлөшөн спиртлы эсемлектәр, тәмәке, аҙыҡ-түлек тәшкил итә. Байтаҡ тауар Белоруссиянан һәм Ҡаҙағстандан килеп эләгә. Контрафакт араһында Башҡортостан брендтарының ҡулланылғаны ла осрай. Мәҫәлән, башҡорт балы тип күрһәтелгән ялған тауар тураһында йыш ишетергә мөмкин.
Брендтарҙы үҫтереү һәм һаҡлау бик сетерекле хәлгә әйләнеп китеүе лә ихтимал. Мәҫәлән, 90-сы йылдар башында башҡорт мамыҡ (дебет) шәлен пропагандалау эше йәнләнә, был темаға матбуғатта, телевидениела, радиола байтаҡ сығыштар донъя күрә. Күрше Ырымбур өлкәһе ошо эштә әүәлдән өлгөрөрәк булып, ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшә. Ырымбурҙа 1939 йылда уҡ Париж коммунаһы исемендәге промартель асыла. Хрущев заманында артель ябылғас, ул 1960 йылда фабрика итеп үҙгәртелә. Үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, русса “Оренбургская фабрика пуховых платков” исемен йөрөткән предприятие 1993 йылда “Фабрика оренбургских пуховых платков”, аҙаҡ “Ореншаль” асыҡ акционерҙар йәмғиәте булып китә, мамыҡ шәлгә патент ала. Атамаларҙағы сәйер үҙгәрештәрҙән күренеүенсә, Ырымбур хәҙер мамыҡ шәлгә лә, “шәл” һүҙенә лә хоҡуҡи нигеҙҙә дәғүә итә ала.
Был осраҡта “Башҡорт мамыҡ (дебет) шәле” брендын үҫтереү маҡсатҡа ярашлы булыр ине, сөнки башҡорт ерлегендә тауарҙың оҙайлы тарихы бар. Мәҫәлән, башҡорттарҙы өйрәнгән этнограф, академик Петр Рычков 1765 йылда мамыҡ кәзәләрен тәүге тапҡыр күреп, сикһеҙ ғәжәпләнеп, “Опыт о козьей шерсти” хеҙмәтен яҙа. 1927 – 1930 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының БАССР-ға экспедицияһын ойошторған, уға тиклем 1906, 1907 йылдарҙа Башҡортостанға Рус музейының Этнография бүлеге өсөн экспонаттар йыйырға килгән, 1910 йылда Рәсәй география йәмғиәте Картография комиссияһы составында эшләгәндә башҡорттарҙың этнографияһын өйрәнеүен дауам иткән Сергей Руденко ла “башҡорттар кәзә мамығынан бәйләнгән шәлдәр һата” тип яҙа. Рычков та, Руденко ла был шөғөлдөң башҡорттарҙа таралыуын ғына теркәй, урындағы рустарҙа уның булыуын күрһәтмәй. ХХ быуаттың икенсе яртыһында, 1955 – 1969 йылдарҙа ғына Ырымбур өлкәһендә экспедицияла булған Ленинград этнографы София Авижанская иһә “шәл бәйләү оҫталығына башҡорттар урындағы рус казактарынан өйрәнгән” тип раҫлай башлай. Әммә шундай урынлы һорау тыуа: Уралға мамыҡ шәл бәйләү, мамыҡ кәзәләре үҫтереү оҫталығы ҡайҙан килгән? Быға тәбиғәт үҙе оҙаҡламай ғәҙел яуап бирә. Артелдәр ойошторола башлағас, айырым энтузиастар беҙҙәге уникаль дебет кәзәләрен Рәсәйҙең үҙәк өлкәләренә алып китеп, үрсетеп ҡарай. Әммә был инициатива уңышһыҙ тамамлана: кәзә мамығының сифаты кәмей башлай. Хайуандар сит төбәктә деградацияланып, ике-өс быуын үтеү менән ҡиммәтле үҙенсә­лектәрен тулыһынса юғалта.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары дебет шәл­дәрҙе әле лә элеккесә ысулдар ҡулланып бәйләй. Был эштә уларға рус казактары ҡатындарынан өйрәнәһе түгел, әлбиттә. Әммә, өс быуат самаһы йәнәшә йәшәгәс, рустарҙан өйрәнгән алымдар ҙа ҡулланыла. Мәҫәлән, нескә биҙәкле йоҡа шәлдәрҙе бәйләгәндә (русса – “паутинка”) Европа илдәренән, айырыуса хәҙерге Бельгия, Нидерланд оҫтаханаларынан бөтә донъяға таралған селтәр бәйләү алымдарын совет йылдарында мәрйә һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бергәләп өйрәнә. Тарихҡа күҙ һалып баһалағанда иһә, беҙ дебет шәл бәйләү оҫталығын башҡорт халҡының борондан килгән ҡомартҡыһы, заманса әйткәндә, башҡорт бренды тип күрһәтә алабыҙ. Ә инде ул хәҙер Ырымбур брендына әйләнеп, ундағы фабрика был өлкәлә ифрат бай традициялар, технологиялар туплаған, ошо эштә тиҫтәләгән хеҙмәт династиялары үҫеп сыҡҡан, продукцияһы Париж, Лондон, Берлин, Стокгольм, Вена, Брюссель кеүек “донъя оҫтаханаларында” иң юғары танылыу, приздар яулаған икән, ул оло тәжрибәгә лә ихтирам кәрәктер. Үҙебеҙҙә башҡорт тарихи брендын тергеҙеп, заманса технологиялар кимәленә еткерергә теләһәк, быны донъялағы берҙән-бер шундай продукция етештергән предприятие – Ырымбурҙағы фабрика ярҙамынан тыш башҡарып сығыу, моғайын, мөмкин түгелдер. Әммә был боронғо, затлы кәсеп бөгөнгө Башҡортостан Республика­һының да таныулы билдәһе – бренды булыуға лайыҡлы.
Башҡортостандың данын күтәреү эшенә ҙур өлөш индергән шәхестәр заманында рус зыялылары араһында ла күп була. Һамар ҡалаһында йәшәгән земство врачы Нестор Васильевич Постников төбәк буйлап күп юлдар үтә. Табип башҡорттарҙың оло йәшкә тиклем хәрәкәтсән, көр күңелле булыуына, рустар араһында киң таралған ҡайһы бер ауырыуҙарҙың башҡорттарҙа һирәк осрауына иғтибар итә. Постников бының сәбәптәрен халыҡтың йәшәү һәм иң тәүҙә туҡланыу рәүешендә күрә. Ул заманда башҡорт рационы нигеҙен ит, ярмалар, йәйен ҡымыҙ, ҡышын ҡатыҡ тәшкил итә. Һимеҙ ит һурпаһына ҡорот һалалар, икмәк урынына йышыраҡ көлдә бешкән көлсә ҡулланалар. Башҡорттарҙың сәләмәтлек сығанағын табип шулай уҡ йыл әйләнәһенә, көндәр буйына һыбай йөрөүҙә күрә.
1858 йылда Н.В. Постников ҡаланан ситтә, аҙаҡ “Постников овраг” тип аталған ерҙә дауахана аса. Унда килгән халыҡ башҡортса туҡланып, көндәрен һыбайлы сәйәхәттәрҙә үткәрә. Кешеләр йәй буйына шаҡтай нығынып өлгөрә. Был эштәре өсөн Постниковҡа медицина фәндәре докторы исеме, дворян титулы, изге Анна һәм изге Владимир ордендары бирелә. Уның дауаханаһы оҙаҡ йылдар дауамында эшләй.
Постниковтың “йәйләүендә” Лев Толстой ҙа булып китә, әммә ундағы халыҡты – Петербургтан килгән публиканы өнәп бөтмәй һәм ысын башҡорт йәйләүҙәренә өҫтөнлөк бирә. Ҡымыҙ эсеп, һимеҙ ит ашап, һыбай йөрөп, бик һәйбәт ял итеп ала, әммә төп дауалау факторы тип ихлас, киң күңелле башҡорттарҙың үҙҙәре менән аралашыуҙы күрһәтә.
Постниковтың эҙләнеүҙәрен дауам итеүселәр табиптар араһында бөгөн дә бар. Ю. Гагарин исемендәге Космонавтарҙы әҙерләү үҙәге хеҙмәткәре, врач Евгений Александрович Кобзев Башҡортостандағы минераль һыу сығанаҡтарын, дауаха­наларҙы, шулай уҡ башҡорт балы, ҡымыҙ кеүек һауыҡтырыу факторҙарын тәрәндән өйрәнеп, төбәктә һөҙөмтәле реабилитация үҙәктәре ойоштороу мөмкинлегенә иғтибар итә. Космос медицинаһы белгестәренә билдәле булыуынса, космонавтар орбитала оҙаҡ ваҡыт булһа, организмдары бик етди үҙгәреш кисерә: һөйәктәр минералдарҙы күпләп юғалта, капиллярҙар һәм эске ағзаларҙың туҡымалары йоҡара һәм үҙ структураһын үҙгәртә башлай... Ергә төшкән космонавт өсөн ҡапыл ҡуҙғалыу, әҙ генә көсәнеү ҙә ҙур хеүеф менән янай. Евгений Кобзев фекеренсә, Башҡортостандағы минераль сығанаҡтар һәм башҡа факторҙар реабилитация нигеҙе була ала. Шул факторҙар иҫәбенә бал менән ҡымыҙҙы, юғары сифатлы итте лә индерергә мөмкин. Йәғни Лев Николаевич Толстой, Антон Павлович Чехов кеүек бөйөк шәхестәр заманында иғтибар иткән мөһим факторҙар бөгөн дә бик күптәрҙе ҡыҙыҡтыра. Әммә ул факторҙар, заманса бренд кимәленә етеп, ҡулланыусыларҙы йәлеп итә башлаһын өсөн тейешле инфраструктура булдырыу мөһим. ХIХ быуатта ла бит “сәйер граф” Толстой ғына ябай башҡорт йәйләүендә ял итеүгә өҫтөнлөк биргән, ә күпселек клиенттар Постниковтың ярайһы уҡ яҡшы йыһазландырылған дауаханаһын һайлаған. Ул бөгөн дә шулай буласаҡ, сөнки илдә, хатта бөгөнгө ауыр иҡтисади хәлгә лә ҡарамаҫтан, ял индустрияһы көслө үҫеш кисерә.
Әммә Башҡортостан Республикаһының төп брендтары, әлбиттә, эре сәнәғәт предприятиелары менән бәйле. Өфөләге заводтарҙың бик алдынғы, юғары технологиялы продукция сығарғанын күп халыҡ элек бөтөнләй белмәне лә. Мәҫәлән, халыҡ телендә “40-сы завод” тип кенә иҫкә алынған Өфө приборҙар етештереү берекмәһе элекке Советтар Союзында эшләнгән барлыҡ самолеттар, вертолеттар, йыһан аппараттары өсөн автопилоттар, борт компьютерҙары, навигация комплекстары һәм башҡа күп төрлө ҡорамал етештерҙе. “Гидравлика” заводы һәм Өфө агрегат етештереү берекмәһе лә авиация сәнәғәтенә эшләне. Өфө автомобиль моторҙары заводы (ӨАМЗ) “Москвич” машиналары өсөн двигателдәр сығарҙы.
Республикалағы “Автоприбор”, “Автонормаль” заводтары, исемдәренән үк күренеүенсә, шулай уҡ автопром тармағына ҡараны. Үҙ продукциялары менән заманында Советтар Союзындағы барлыҡ авиация һәм автомобиль заводтарын тәьмин итһәләр ҙә, уларҙы юғары кимәлдәге бренд эйәләре тип күрһәтеп булмай, сөнки ҡулланыу баҙарына сығарылған әҙер продукция ғына бренд була ала. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың да Башҡорт­остан сәнәғәтенең ошо үҙенсәлегенә күп тапҡыр күрһәтеп, үҙебеҙҙә авиация һәм автомобиль заводтары төҙөү мәсьәләһен күтәргәне булды. Миҫал өсөн күрше Татарстан һәм Һамар өлкәһендәге авиация, автомобиль заводтарын алырға мөмкин. Улар, әҙер продукция етештереп, тауар баҙарында ирекле маневр мөмкинлегенә эйә, ә Башҡортостан заводтарына иһә күршеләрҙән заказ көтөп ултырырға ғына ҡала. Әҙер продукция етештергән Ҡазан менән Һамар һәр йәһәттән көслө үҫеш кисерһә, Өфө һуңғы йылдарҙа уларҙан шаҡтай ҡалыша. Был хәлдән ҡотолоу өсөн беҙгә әҙер продукция етештереүсе заводтар төҙөп, юғары брендтар кимәленә сығыу талап ителә. Төбәктәр араһында конкуренция, инвестициялар, тауар баҙары өсөн көрәш көсәйгән заманда башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Был көрәштә брендтар ҙа ҡатнаша. Көслөләр алға сыға, көсһөҙөрәктәр көрәштән төшөп ҡала. Башҡортостан үҙе лә, бер ҙур бренд булараҡ, был көрәштән ситләшә алмаясаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 703