Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бразилияны ла уҙырбыҙ әле
Бразилияны ла уҙырбыҙ әле Төрлө ҡатмарлыҡтар тыуып тороуға ҡарамаҫтан, сусҡасылыҡтың ил аҙыҡ-түлек базаһын яҡшыртыуҙағы әһәмиәте малсылыҡтың башҡа төрҙәренән ҡайтыш түгел. Айырыуса һуңғы йылдарҙа был тармаҡта күрһәткестәр күҙгә күренеп үҫә.


Былтыр һуңғы ике тиҫтә йылда бул­маған уңыш күҙәтелде – 3, 098 миллион тонна сусҡа ите етештерелде. Дөйөм халыҡ ҡулланған иттең 49 проценты – тауыҡ, 16-һы һыйыр итенә тап килһә, сусҡаның 33 процент биләүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Әлбиттә, күберәк тә булыр ине. Ни тиһәң дә, уҙған быуат аҙа­ғындағы ҡыйралыштарҙан һуң яңы аяҡҡа баҫып киләбеҙ әле. Шулай ҙа сусҡа үрсетеү 1998 йылдан ике тапҡырға артып, быйыл уның 21,5 миллион башҡа етеүе – ҙур күрһәткес. Әйткәндәй, был юҫыҡта беҙ Канаданы (11,89 миллион баш), Японияны (9,77 миллион), Мексиканы (9 миллион) ҡыуып етеп, донъяла дүртенсе урынды биләйбеҙ. Ә бына өсөнсө урынға күтәрелеү еңелдән булмаҫ, моғайын. Сусҡасылыҡ тармағына етди иғтибар биргән Бразилияла 36,6 миллион баш аҫрала.
Шулай ҙа белгестәр был күрһәткескә лә етәсәгебеҙгә, совет осорондағы кеүек йылына биш миллионға тиклем ит етештерә алыуыбыҙға шикләнмәй. Быға кәштәләрҙе үҙебеҙ әҙерләгән продукция менән тултырыу сәйәсәте, ситтән кил­те­релгән туң иттең беҙҙә яңы һуйылғанынан ҡиммәт булыуы тулы мөмкинлек бирә. Быйыл ашлыҡтың уңыуы ла ыңғай йоғонто яһамаҡсы. Мәҫәлән, 2014 йылда сусҡа импорты 40 процентҡа ҡыҫҡарһа, былтыр 34 процент тәшкил итте. Быйыл иһә, колбаса өсөн шпикты иҫәпкә алып, ни бары 100 мең тонна тирәһе индерелеүе көтөлә. Уны һигеҙ йыл әүәл генә тулы­һын­са ситтән һатып ала инек. Хәҙер үҙебеҙ экспортҡа оҙатҡан ит өс тапҡыр самаһы артҡан.
Быйылғы һөҙөмтәләр ҙә ҡыуандыра: уңыштың алдағы йылдарҙан ике-өс тапҡырға юғарыраҡ булыуы күҙәтелә.
Сусҡасылыҡ тармағына ил етәкселеге тарафынан етди иғтибар бирелә. Яңы проекттарға һалынған инвестициялар күләме 2000 йылдан ярты триллиондан ашып китте, һәм был тиҙ арала донъя күләменә сығырға ярҙам итте. Һөҙөмтәлә Рәсәйҙә хатта Германия, Дания, Франция етештереүселәре көнләшерҙәй сусҡасы­лыҡ комплекстары барлыҡҡа килде.
Бынан тыш, Силәбе, Ростов өлкәлә­рендә Европала иң ҙурҙарҙан һаналған комплекстар эшләй башланы. Йәнә Белгород һәм Курск өлкәләрендә тулыһынса автоматлаштырылған 23 комплекс төҙөү планы күптәрҙә һоҡланыу уята. Улар өсөн шәхси инвестор 20 миллиард һум аҡса һалырға йыйына. Хужалыҡ 2,5 миллион баш тоҡомло сусҡа үҫтереү менән шөғөл­ләнәсәк. Был илде йәнә йылына өҫтәмә 300 мең тонна ит менән тәьмин итеүгә мөмкинлек бирәсәк.
Тағы илдең көньяғында яңы комплекс төҙөү хаҡында һүҙ алып барыла. Проект донъяла иң ҙуры булмаҡсы. Заманса автоматлаштырылған фермаларҙа хатта музыка уйнап торор тип көтөлә. Махсус техника билдәле расписание буйынса малға аҙыҡты, һыуҙы үҙе тарата, аҫтын таҙартасаҡ.
Бөгөн фермаларҙы йылытыу, яҡтыртыу өсөн шаҡтай сығым китә. Ә бына заман биналарына электр энергияһына түләү кәрәкмәй. Хужалыҡтар үҙҙәрен биояғыу­лыҡ ярҙамында эшләгән генераторҙар менән тәьмин итә. Хәҙер тармаҡта бындай ғәжәп предприятиелар һаны 40 проценттан артҡан.
Киләсәктә нимә күҙаллана һуң? Бел­гестәр раҫлауынса, Рәсәй халҡына йылына 2,94 миллион тонна сусҡа ите кәрәк. Быйыл үҙебеҙҙе тулыһынса тәьмин итәсәкбеҙ, хатта артып та ҡаласаҡ әле. Шул уҡ ваҡытта тәжрибә күрһәтеүенсә, илдә һуңғы осорҙа ит етештереү йыл һайын уртаса 100 мең тоннаға арта бара. Тап шуға ла тиҙҙән Рәсәйҙең экспортҡа ит оҙатыу буйынса донъяла иң алдынғы ил иҫәбенә инәсәгенә шик юҡ, сөнки бының өсөн тулы мөмкинлек бар. Дүрт-биш йылдан беҙ башҡа илдәргә миллион тоннаға ҡәҙәр ит һата алыуыбыҙ ихтимал. Әйткәндәй, былтыр Евросоюздың 27 иле ситкә ике миллион тоннаға яҡын сусҡа итен сығарған.
Был йәһәттән республикала хәлдәр нисек тора һуң? Ошо көндәрҙә Ауыл хужалығы министрлығы “Сусҡа ите етеш­тереү, эшкәртеү һәм сауҙаға сығарыу” тигән темаға ойошторған конференцияла һүҙ тармаҡтағы хәл-ваҡиғалар хаҡында барҙы.
– Сусҡасылыҡ – бөгөн республиканың малсылыҡ тармағында өҫтөнлөклө йүнә­лештәрҙең береһе, – тине үҙенең сығы­шында ауыл хужалығы министры урын­баҫары Юрий Лысов. – Бөгөн барлыҡ төр хужалыҡтарҙа 480 мең баш ҡаты морон аҫралһа, уның 85 проценты – ауыл хужалығы предприятиеларына, 2,7-һе – фермерҙар иҫәбенә, 13-ө шәхси ихата­ларға тура килә. Медицина нормаһы буйынса, бер кеше йылына 14 килограмм сусҡа ите менән туҡланырға тейеш булһа, былтыр беҙҙә йән башына 11 килограмм тура килгән (74,8 процент).
Республикала төп өлөш башлыса “Башҡорт ит комбинаты”, “Рощинский”, “Максимовский” йәмғиәттәренә тура килә. Күптән түгел файҙаланыуға тапшырылған “Өфө селекция-гибрид үҙәге”ндә 21 мең баш мал аҫрала. Ул республика һәм күрше өлкәләр хужалыҡтарын яҡшы тоҡомло бәрәстәр менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Рәсәй төбәктәре араһында сусҡа үрсетеү буйынса Башҡортостан 13-сө урынды биләй. Шулай ҙа күпселек вағы­раҡ хужалыҡтар өсөн малды үҫтереү түгел, ә уны тейешле хаҡҡа һатып фай­ҙаһын күреү төп проблема булып ҡала. “Етештереүсе – ваҡлап һатыусы – ҡулла­ныусы” тигән бәйләнеште нығытыу зарур. Ул саҡта көс түгеп үҫтергән малдарҙы берәүҙәрҙән арзанға алып, икенселәргә ҡыйбатҡа һатыуҙы кәсеп итеп алған әҙәм­дәргә юл ҡуйылмаҫ ине, тиелде сарала. Тап шуға ла ошо юҫыҡта эште еңеләйтеү маҡсатынан бурыстар ҡуйылды, бәләкәй етештереүселәргә малды махсус урын­дарҙа һуйыуҙа, продукцияһын уңайлы ҡаптарға төрөп, уны сауҙа үҙәктәренә даими сығарыуҙа ярҙам итеү кәрәклеге билдәләнде.
Республикала сусҡасылыҡ менән шөғөлләнгән ваҡ хужалыҡтар күп түгел. Ишембай районында Айҙар Тимерәшев етәкселегендәге “Уңыш” йәмғиәте яҡшы ғына эшләп килә.
– 600 баш самаһы сусҡа аҫрайбыҙ, – ти ул. – Малға етерлек игенде, бесәнде үҙебеҙ үҫтерәбеҙ, бер ниндәй ҙә химик матдәләр ҡулланмайбыҙ. Шуға ла беҙҙең тауарҙы баҙарҙа сират тороп алалар. “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре, етди тикшереү үткәреп, тауарҙы сифатлы тип баһаланы.
Хужалыҡта мал үҫтереп кенә ҡалмай­ҙар, махсус цехта сусҡа итен ыҫлайҙар, тоҙлайҙар. Әлбиттә, сусҡа итенә мосол­мандарҙа мөнәсәбәт башҡасараҡ. Был хаҡта Айҙар Тимерәшев былай ти:
– Сусҡа майының кеше өсөн файҙаһы фән тарафынан дәлилләнгән. Унда орга­низмға бик кәрәкле аминокислота бар. Сало менән туҡланған кешеләр йөрәк сиренән яфаланмай. Брежнев заманында Кремлдәге һәр кеше көнөнә 50 грамм сусҡа майы ашаған ...
Ил етәкселеге, артабан да тармаҡты үҫтереү өсөн дәүләт ярҙам итәсәк, тип ышандыра.



Раян ШАҺИМӨХӘМӘТОВ, республика ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары:

– Республикаға сиктәш төбәктәрҙә сусҡа тағунының асыҡланыуы беҙҙән уяулыҡ һәм афәткә ҡаршы етди көрәш саралары талап итә. Башҡортостан биләмәһенә сирҙе индермәү өсөн Илеш һәм Бүздәк райондарындағы трасса­ларҙа автотранспорт өсөн махсус йыуыу пункттары асылды. Бының буйынса Эске эштәр министрлығы ҙур эш алып бара. Ветеринария хеҙмәте контроле аҫтында сусҡа ите, ҡатнаш аҙыҡ һәм малсылыҡ ҡалдыҡтарын ташыған автотранспортты йыуалар һәм дезинфек­циялайҙар. “Роспотребнадзор” хеҙмәт­кәр­ҙәре лә уяу тора. Ашханаларҙағы ҡалдыҡ-боҫтоҡтарҙы хайуандарға ашатыу ҡәтғи тыйыла, уларҙы юҡ итеү са­ра­һы күрелә. Сусҡа аҫраған һәр төр ху­жалыҡтар етди күҙәтеү аҫтында, бәғзеләре кәметелеп, улар урынына баш­ҡа төр мал-тыуар аҫрала. Баҙарҙа сусҡа ите, сало һатыусылар ныҡлы тикшерелә.
Бөгөн республикала сусҡа тотҡан һәр кеше менән эш алып барыла, иха­таларҙа нисә баш мал булыуы иҫәптә. Эйәләренә уларҙы урам буйҙарында, көтөүлектә йөрөтөү ҡәтғи тыйылған. Һәр малдың электрон биркаһы бар.
Мәғлүм булыуынса, республикала һуңғы йылдарҙа ҡабан сусҡалары ла шаҡтай үрсене. Улар ҙа үҙ нәүбәтендә был ҡурҡыныс сирҙе таратыу хәүефе менән янай. Тап шуға ла ҡыр хайуан­дарының һанын кәметеү юҫығында маҡсатлы эш алып барыла. Йыл да һу­нарсылар алған меңдән ашыу хайуан­дың ҡанын лабораторияла тикшерәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, сусҡа тағунына бәйле хәл ныҡлы күҙәтеү аҫтында.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 7

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә