Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Күләгә”гә ҡояш төшмәксе
“Күләгә”гә ҡояш төшмәксе Кемдәр һуң улар, үҙҙәренә үҙҙәре эш табыусылар? Ре­пе­титор, парикмахер, ди­зай­нер, водитель, өйҙә те­­­геү­­селәр, бәйләүселәр... Һа­най кит­һәң, бик күп... Хәйер, һүҙ ул хаҡта түгел. Дәү­ләт Ду­маһы депутаттары эш­ҡы­уарлыҡтың бын­дай тө­рө менән шө­ғөл­лән­­гән­дәрҙе “кү­ләгә”нән сы­ғар­­маҡ­сы. Һәр кем, бигерәк тә эш­ҡы­уарҙар социаль фонд­тарға күпмелер күләмдә һалым һәм иғәнә түләргә тейеш ти­гән фекерҙә улар. Ә бит төп­тән уйлап ҡа­ра­һаң, дө­рөҫлөк тә бар кеүек: юҡһа бөгөн һин эргәңдә генә йө­рөүсе, тик дөйөм “ҡаҙна”ға бер тинлек тә өлөш индер­мәүсе өсөн дә тир түгәһең килеп сыға түгелме ни?..
Дәүләт Думаһы алдында иң ҙур мәсьәләләрҙең береһе тора: Рәсәй Федерацияһы иҡтисадын сеймал буйһоноуынан арындырыу һәм иҡтисади үҫеш өсөн закондар ҡабул итеү. Эшлекле йәмғиәт иң беренселәрҙән булып үҙенә эшләгән, йәғни үҙен үҙе эш менән тәьмин иткән граждандар тураһында закон ҡабул ителерен көтә. Шунһыҙ эшҡыуарлыҡтың был төрөн “күләгә”нән сығарып булмаясаҡ. Аңлатып китеү кәрәктер, үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүселәр ярҙамға кеше йәлеп итмәй, дәүләт менән уларҙы паспорттан башҡа бер нәмә лә бәйләмәй. Йәғни социаль фондтарға бер ниндәй ҙә һалым һәм иғәнә түләмәйҙәр. Илдә ундайҙар һанын 20 миллиондан ашыу тип иҫәпләйҙәр. Башлыса кемдәр һуң ул үҙҙәренә үҙҙәре эш табыусылар? Репетитор, парикмахер, дизайнер, водитель, өйҙә тегеүселәр, бәйләүселәр... Һанай китһәң, бик күп.
2013 йылда уҡ вице-премьер Ольга Голодец илдә 38 миллион кешенең ҡайҙа, нимә менән шөғөлләнеүе һәм нисек эшләүе билдәһеҙ булыуы тураһында белдергәйне.
“2013 йылғы ваҡиғаны иҫкә төшөрәйек. Страховка иғәнәһен күтәргәс тә, үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүсе ярты миллиондан ашыу кеше баҙарҙан китте: шәхси эшҡыуар булараҡ иҫәптән сыҡ­тылар, ләкин шөғөлдәрен дауам иттеләр. Бына шул кеше­ләрҙе, иң бәләкәй микробизнесты, “кү­ләгә”нән сығарып, ки­ренән дәү­ләткә ышандырырға, йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағза­лары итеп тойҙорторға кәрәк. Улар пенсия системаһында ҡатнашырға тейеш. Кредит алырға, үҙҙәренең эшен киңәй­тергә һәм күп нәмә башҡарырға хоҡуҡлы”, – ти эшҡы­уарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса президент эргәһендәге уполномоченный Борис Титов (“Российская газета”, 2016 йыл, 11 октябрь).
Ләкин уға тиклем үк, быйыл февралдә “Крестьянская Русь” (5-се һан) ҡапыл страховка иғә­нәһен күтәреү һөҙөмтәһендә 700 меңгә яҡын шәхси эшҡыуарҙың “күләгә”гә китеүе һәм уларҙы яҡын арала “кире ҡайтарыу” бик ҡыйын буласағы тураһында яҙып сыҡты. “Бөгөн Рәсәйҙә эшҡыуар­лыҡҡа дөйөм һалым йөгө 40 проценттан аша”, – тип яҙа баҫма. “Төрлө кимәлдәге чиновник һәм депутаттар әрәмтамаҡлыҡҡа һа­лым индереү йәки рәсми эшлә­мәгәндәргә медицина хеҙмәтен түләүле итеү тураһында һөйләй. Шунда уҡ һорау тыуа: эш таба алмаған ысын эшһеҙҙәр менән ни хәл итергә? – ти Борис Титов. – Ундай кешеләр ҙә күп бит, ә көрсөк ваҡытында уларҙың һаны тағы артты...”
Белгестәр фекеренсә, “ҡамсы” ысулы, йәғни микробизнесты көс­ләп “күләгә”нән сығарыу һис яҡ­шы­ға түгел. Миҫалға “Платон”ды алайыҡ. Алыҫҡа йөк ташыусы­лар­ға (дальнобойщик) өҫтәмә һалым һалғайнылар. Һөҙөмтәлә рәсми рәүештә теркәлгәндәр ҡаза күрҙе, магазиндарҙа тауарға хаҡ артты.
Әйтергә кәрәк, патент ысулын күптәр өмөтләнеп ҡабул итте. Ул нимәнән ғибәрәтме? Мәшғүл ке­ше бер тапҡыр патентҡа аҡса түләй ҙә ваҡыты үткәнсе эшләй. Ошо осор эсендә “күләгә”нән сығып ала тигән һүҙ.
“Беҙ үҙ-үҙенә эш табыусыларға ошоларҙы тәҡдим итәбеҙ: “бер тәҙрә” принцибы менән иҫәпкә ҡуйыу, бер тапҡыр түләү шарты менән осһоҙ патент, ошо патент­тың ваҡыты үтеү менән автоматик рәүештә иҫәптән сығыу, контроль органдары тарафынан тик­ше­реүҙе, физик (йәғни эшҡыуар­ҙар­ға һымаҡ) кешеләргә ҡуллан­ған административ яуаплылыҡты тыйыу. Беҙҙең иҫәп буйынса, ошо­лар ғына үтәлгән хәлдә лә, 5 миллион кешене “күләгә”нән сығарыр ине”, – тип яҙа Титов алда телгә алған баҫмала.
Ниһайәт, тип әйтәйемме, Президент мәшғүлдәр институты булдырыуҙы хуплағас, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Владимир Путин ундай ҡатлам кешеләрен ике йылға теләһә ниндәй йыйым­дарҙан һәм һалымдарҙан азат итеүҙе тәҡдим итте. Үҙ сиратында Финанс министрлығы 2019 йылға тиклем НДФЛ-дан (физик берә­мектәр килеменә һалым) азат итеүҙе хуплау яғында.
Тағы шуныһы, беҙҙең закон­дарҙа “үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүсе граждан” тигән аңлатма ла, һүҙ ҙә юҡ. Тимәк, “шәхси эшҡыуар” тигәндән һуң һыҙыҡ аша алдағы һүҙҙәрҙе яҙыр өсөн дә әллә нисәмә ҡанунға өҫтәмә индерергә кәрәк.
“Иң мөһиме, – ти Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡы­уар­ҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченный, – төп принциптарҙы һаҡлау: теркәлеү ябайлығы һәм уңайлығы, патент­тың осһоҙлоғо, бер тапҡыр түләү. Тик шул саҡта ғына был ҙур баҙарҙы “күләгә”нән сығарып буласаҡ”.
Йыл башында уҡ Рәсәй Феде­рацияһы Президенты Хөкүмәткә үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеү­селәргә еңел һәм тиҙ арала шәхси эшҡыуар булып теркәлеү өсөн мөмкинлек булдырырға йөкмәтте. Был иһә патент һатып алыу ысулы ине. Шул хаҡҡа һалым да, страховка иғәнәһе лә инә. Маҡсаты – әлеге 20 миллион кешене “күләгә”нән сығарыу, ләкин шуныһын да иҫкә төшөрөү кәрәк, “күләгә” иҡтисадын тулы­һынса мәшғүлдәр генә тәшкил итмәй. Тағы ла төрлө ваҡ компа­нияларҙа, ойошмаларҙа “һороға” эшләүселәр йәки эш хаҡын “конвертта” алыусылар бар.
“Хеҙмәт министрлығы мәғлү­мәт­тәре буйынса, рәсми булмаған мәшғүллектән Пенсия фонды йыл һайын 500 миллиард һумға яҡын страховка иғәнәһен юғалта. Са­ғыштырыу өсөн: ай һайын беҙҙең пенсионерҙар нәҡ ошо саҡлы аҡса ала. Әгәр ҙә ул аҡса дәү­ләт­тә булһа, быйыл ҡаҙна дефициты 25 процентҡа аҙыраҡ булыр ине”, — тип яҙа “Комсомольская правда” (2016 йыл, 30 сентябрь).
Ябай ғына итеп әйткәндә, бөгөн рәсми теркәлеп эшләгән эшҡыуарҙар ҙа, уларҙа рәсми рәүештә хеҙмәт хаҡы алыусылар ҙа, бюджет өлкәһендәгеләр ҙә әлеге “күләгәлә” йөрөгәндәр, “эш юҡ” тип аҡланып ятҡандар өсөн дә ҡартлыҡтарына пенсия туплай, төрлө социаль өлкәләргә иғәнә­ләр, һалымдар түләй. Совет осоронда илен һаҡлап һуғыш яланында ятып ҡалғандар өсөн дә эшләргә кәрәк, “за того парня” тигән әйтем бар ине. Бөгөн иһә эргәңдә генә йөрөүсе, тик дөйөм “ҡаҙна”ға бер тинлек тә өлөш индермәүсе өсөн тир түгергә тейешһең. Былай ғына...


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 7

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә