Региональ кеше капиталы айырым төбәктең иҡтисади, социаль, мәҙәни үҙенсәлектәренә бәйле үҫеш ала. Милли кеше капиталы төшөнсәһе менән бер аҙ ҡатмарлыраҡ. Милли субъекттары булмаған АҠШ-та ул – дөйөм ил күрһәткесе генә, ә Бөйөк Британия составындағы Шотландия, Уэльс һәм Төньяҡ Ирландия өсөн үҙ милләттәренең мөһим ҡиммәттәре иҫәпләнә. Башҡорт халҡының милли кеше капиталына республиканың милли йөҙө атрибуттары булған мәҙәниәт ойошмалары, милли мәктәптәре, матбуғат баҫмалары коллективтары, барлыҡ милли креатив ресурстары инә. Ҡайһы бер илдәрҙә айырым шәхестәр ҙә милли кеше капиталы категорияһына ҡарай. Мәҫәлән, Финляндияла ҙур “Калевала” эпосын яттан белеп, уны тулыһынса йырлап башҡарған Юсси Хуовиннен шул кимәлдә баһалана, ә Ҡырғыҙстанда “Манас” эпосын көйләп һөйләүселәргә сағыштырмаса юғары эш хаҡы түләнә...Башҡортостан Республикаһында кеше капиталын системалы өйрәнеү 2009 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Үҫеш Программаһының (ПРООН) Рәсәй Федерацияһындағы Даими вәкиллеге рәйесе Фроде Маурингтың Өфөгә визитынан башланды. Тәүге аҙым Башҡортостанда ПРООН методикалары буйынса тикшеренеүҙәр үткәреп, кеше потенциалы үҫеше индексын билдәләү булды. Тикшеренеүҙәр “Рәсәй Федерацияһының 2020 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫешенең оҙайлы концепцияһы”н ҡабул итеү процесында ойошторолдо.
Ҡыҫҡаса “Стратегия-2020”, “Проект-2020” тип йөрөтөлгән концепция төп маҡсат итеп сеймал экспортына нигеҙләнгән иҡтисад моделенән китеп, яңы – инновациялы иҡтисадҡа күсеүҙе ҡуйҙы. Әммә иҡтисади көрсөктөң яңы тулҡыны стратегик проекттың үтәлешен тотҡарлай башлағас, уны иҫкә алыуҙан туҡтап, РФ Президенты эргәһендәге Иҡтисади совет рәйесе урынбаҫары А. Кудрин тәҡдим иткән “консерватив иҡтисади сәйәсәт” вариантына яҡынлашҡан белгестәрҙең позициялары нығына төштө. Кудрин төп аргумент сифатында үҙе Рәсәй финанс министры булған, халыҡ телендә “туҡ йылдар” тип иҫәпләнгән 2000 – 2010 йылдарҙағы уңыштарын килтерә һәм Көнбайыш илдәренең Рәсәйгә ҡаршы санкцияларын туҡтатыуҙы, алдынғы технологияларға һәм инвестицияларға юл асыуҙы көнүҙәк мәсьәлә тип иҫәпләй.
Кеше капиталы тураһында һүҙ башлағанда, ул күптәргә ниндәй генә ҡаршылыҡлы шәхес күренмәһен, Алексей Кудринды иҫкә алыу мөһим, сөнки элекке финанс министры илдәге иҡтисади сәйәсәтте билдәләүсе етәкселәр араһында ошо төшөнсәнең асылын пропагандалау эшенә күп көс һалды. Аҙ һүҙле, киң массалар, ҙур аудитория менән аралашыуҙан ситләшкән финансист, шуға ҡарамаҫтан, үҙе етәкләгән Дөйөм граждандар форумы (ОГФ) йыйылыштарында һәм күренекле сәйәсмәндәр, ғалимдар, бизнесмендар менән дискуссияларҙа “кеше капиталы” төшөнсәһен даими пропагандалап килә. А. Кудрин фекеренсә, кеше капиталын инвестициялау – иң отошло бизнес. Рәсәй халҡы “кеше капиталы”, “кешеләр етештереү” (һуңғыһы – инглиз теленән калька) төшөнсәләрен ҡабул итеүгә әлегә әҙер түгел, сөнки беҙҙә кеше капиталының, кеше потенциалының иҡтисад үҫешендә төп факторға әйләнеүен күрһәтеү тәжрибәһе етешмәй.
Кеше капиталы теорияһы авторҙары тип АҠШ экономистары, Нобель премияһы лауреаттары Теодор Шульц менән Гэри Беккер иҫәпләнә. Ғалимдар был өлкәләге төп хеҙмәттәрен 1960 – 1970 йылдарҙа ижад итә. Улар кеше капиталын формалаштырыусы (инглиз теленән калькала – “кешеләрҙе етештереүсе”) төп йәмғиәт институты тип мәғариф системаһын күрһәтә. Мәғариф өлкәһе кеше капиталының нигеҙен булдыра – уға белем һәм тәрбиә бирә. Был эште мәғариф системаһы ғаилә институты менән берлектә башҡара. Ғаилә һәм йәмғиәт шәхестең һаулығына, физик үҫешенә, асыла башлаған һәләттәренә, таланттарына иғтибарлы булырға тейеш. Йәш саҡта, мәктәп йылдарында шәхес “дөйөм кеше капиталы” нигеҙе булараҡ формалаша. Ғәмәлдә, был процесс балалар баҡсаһында уҡ башланып, мәктәптән һуң да дауам итә.
Артабан шәхес “махсус кеше капиталы” формалашыуы осорон кисерә: колледж, институт, университеттарҙа, башҡа төр уҡыу йорттарында белем ала. Кеше капиталының үҫеше айырым шәхестең ғүмере буйы дауам итә. Уның айырым элементтары арта бара (тәжрибә, квалификация) йәки кәмей (физик мөмкинлектәр, һаулыҡ). Белем дә иҫкереүсән була, сөнки эш урындарында техника яңырып тора, яңы профессиялар барлыҡҡа килә, ҡайһы берҙәренең кәрәге ҡалмай.
Т. Шульц менән Г. Беккер индивидуаль, корпоратив һәм милли кеше капиталын айырып күрһәтә. Ҡайһы бер социологтар региональ кеше капиталына иғтибар итә. Индивидуаль кеше капиталының элементтарын алдараҡ ҡарап үттек. Корпоратив кеше капиталы сәнәғәт предприятиеларында, ойошма, учреждение коллективтарында билдәле бер төр продукт етештереү процесында формалаша. Региональ кеше капиталы айырым төбәктең иҡтисади, социаль, мәҙәни үҙенсәлектәренә бәйле үҫеш ала. Милли кеше капиталы төшөнсәһе менән бер аҙ ҡатмарлыраҡ. Милли субъекттары булмаған АҠШ-та ул – дөйөм ил күрһәткесе генә, ә Бөйөк Британия составындағы Шотландия, Уэльс һәм Төньяҡ Ирландия өсөн үҙ милләттәренең мөһим ҡиммәттәре иҫәпләнә. Башҡорт халҡының милли кеше капиталына республиканың милли йөҙө атрибуттары булған мәҙәниәт ойошмалары, милли мәктәптәре, матбуғат баҫмалары коллективтары, барлыҡ милли креатив ресурстары инә. Ҡайһы бер илдәрҙә айырым шәхестәр ҙә милли кеше капиталы категорияһына ҡарай. Мәҫәлән, Финляндияла ҙур “Калевала” эпосын яттан белеп, уны тулыһынса йырлап башҡарған Юсси Хуовиннен шул кимәлдә баһалана, ә Ҡырғыҙстанда “Манас” эпосын көйләп һөйләүселәргә сағыштырмаса юғары эш хаҡы түләнә. Беҙҙә лә бөтә башҡорт халҡының абруйын яулаған ундай оло шәхестәр бихисап.
Креатив сифаттары буйынса кеше капиталы ыңғай (позитив), кире (негатив) һәм һүлпән (пассив) тигән төрҙәргә бүленә.
Ыңғай (ижади, креатив) кеше капиталы йәмғиәт үҫешендә алға хәрәкәт иттереүсе локомотив ролен башҡара. Кеше капиталына һалынған инвестициялар иң тәүҙә ошо ҡатламға йүнәлтелергә тейеш. Әммә йәмғиәттә креатив ҡатлам кире, емерткес ҡатламға буйһондоролоп, йыш ҡына уның мәнфәғәтенә хеҙмәт итә. Мәҫәлән, совет осоронда интеллигенцияның ҙур өлөшө, етәкселектәге номенклатура ҡатламына буйһоноп, ирекһеҙҙән илде тарҡатыуҙа ҡатнашты, тигән фекер йәшәй.
Негатив кеше капиталы, нигеҙҙә, йәмғиәт үҫешен тотҡарлаусы элементтарҙан ғибәрәт. Инвестицияларҙы был ҡатлам мәнфәғәттәрендә файҙаланыу ғәмәлдә йәмғиәтте тарҡатыуға тиң. Бында һүҙ, әлбиттә, иң тәүҙә мафиоз, коррупцияланған ҡатлам тураһында бара.
Күпселекте тәшкил иткән һүлпән кеше капиталы лидерға мохтаж. Әммә, тарихтан күренеүенсә, ул лидерҙың реакцион көстәр вәкиле булыуы ла мөмкин. Маҡсат – пассив капиталды креатив көстәргә яҡынайтыу, ижади эшмәкәрлеккә йүнәлтеү.
Кеше капиталының сифаты кеше потенциалы үҫеше индексы (ИРЧП) аша билдәләнә. Был дөйөм индекс белем, йәшәү кимәле, ғүмер оҙонлоғо күрһәткестәрен ҡушып иҫәпләнә. ИРЧП күрһәткесе буйынса, мәҫәлән, Советтар Союзы 1991 йылда донъяла 23-сө урында булһа, Рәсәй Федерацияһы 2016 йылда 50-се урынға төштө.
2016 йылдың 1 ноябрендә Рәсәй Федерацияһында ИРЧП – 0,798 (донъяла 50-се урын), Башҡортостанда – 0,862 (Рәсәйҙә 20-се урын), Татарстанда – 0,892 (Рәсәйҙә 4-се урын).
Илдәрҙең һәм төбәктәрҙең конкуренция һәләтлеге 12 төп күрһәткес ярҙамында билдәләнә. Глобаль (донъя) конкуренция һәләтлеге буйынса Рәсәй Федерацияһы 2016 йылда 43-сө урынды биләй. Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан 2,94 индексы менән 11-се урында килә, Татарстан 4,11 индексы менән, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ғына ҡалышып, 3-сө урынға сыҡты (индекс 12 күрһәткес буйынса иҫәпләнеп, Мәскәүҙең индексы 5 тип баһаланып, ошо индексҡа ҡарата билдәләнә). Төбәктәр конкуренцияһы, мәҫәлән, инновациялар өсөн көрәштә асыҡ күренә. Көслөрәк конкурент күршеләренең иҡтисадына, хеҙмәт резервтарына, тәбиғи ресурстарына, мәҙәниәтенә йоғонто яһай башлай. Мәҫәлән, Башҡортостанда йәштәрҙең күпләп күрше Силәбе өлкәһенә, Татарстанға китеүе, Силәбе бизнес структураларының республикабыҙҙың Урал аръяғы райондарында ерҙәр, төрлө объекттар һатып алыуы, Өфө ҡалаһында Мәскәү капиталының байтаҡ объекттарға хужа булыуы киң билдәле. Татарстандың Өфөлә, көнбайыш райондарҙа мәҙәни йоғонтоһо көсәйә. Был процесс та республиканың үҫеш перспективаларын билдәләгәндә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел.
Рәсәй Фәндәр Академияһы Төбәктәр иҡтисады проблемалары институтының 2020 йылға тиклем иҫәпләүҙәренә ҡарағанда, инвесторҙары, техник-иҡтисади параметрҙары, проект документацияһы әҙерләнгән 1500 инвестиция проекты, мәҫәлән, лидер төбәктәргә 7 миллион самаһы белгес йәлеп итәсәк. Шул осорға төбәктәргә миграция ла арта төшәсәк. 2020 йылға Рәсәй Федерацияһында халыҡ һаны 138 миллионға, хеҙмәт ресурстары (эшкә һәләтле халыҡ) 77,5 миллионға тиклем кәмеп, ресурстар дефициты 14 миллион кешегә етәсәк. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә профессиональ-техник белем биреү системаһы тамам тарҡатылыуын, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары структураһы деформацияһын иҫәпкә алыу кәрәк. Ауыр социаль-иҡтисади шарттарҙа инженер-техник кадрҙарҙың ҙур өлөшө, үҙ потенциалын Рәсәй Федерацияһында реализациялай алмай, сит илдәргә китә.
Беҙҙә инженер-техник кадрҙарҙың үҙенсәлекле менталитеты менән етдиерәк иҫәпләшеү талап ителә. Йәштәребеҙҙе атайҙары, әсәйҙәре, хатта өлкәнерәк быуын эшләгән предприятиеларға ҡайтарыу, юғары технологияларға йәлеп итеү мөһим. Етештереү өлкәләрен тарҡатыу, кадрҙарҙы эшһеҙ ҡалдырыу тиҫтәләрсә йылдар дауамында тупланған ҡиммәтле техник потенциалды юғалтыуға килтерә. Бөгөн, заводтар эшләүҙән туҡтағас, практик белемде хеҙмәт урынында быуындан быуынға тапшырыу юҡ. Эшҡыуарлыҡҡа, сауҙа бизнесына беҙҙең халыҡ ынтылыусан түгел, һәм быны тәбиғи күренеш тип ҡабул итеү кәрәк. Уйлап ҡараһаң, Европа халҡының да күпселеге шундай. Мәҫәлән, немец ғүмере буйына станокта тимер эшкәртергә әҙер, беҙҙең халыҡ та менталитеты буйынса уға яҡын. Тимәк, кешеләребеҙгә әүәлгесә тыныс эшләү, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алыу мөмкинлеге биреү мөһим. Рәсәй, бөгөнгө ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, бөйөк сәнәғәт державаһы булып ҡала, Башҡортостан – уның мөһим бер өлөшө, һәм улар нәҡ ошо сифатта үҫешергә тейеш.
Рәсәй Федерацияһының иҡтисад өлкәһендә артта ҡалыуын кеше капиталын тулыраҡ файҙалана алмауында ла бик асыҡ күрһәтергә мөмкин. Эре сәнәғәт державалары араһында Рәсәй әҙер продукциялағы реализацияланған кеше потенциалы күрһәткесе буйынса һуңғы урындарҙы биләй. Был күрһәткес беҙҙә ни бары 6% тәшкил итә. Донъя лидерҙарының береһе Көньяҡ Кореяла ул 88% (ҡалған 11% – техниканы эксплуатациялау, 1% материалдар хаҡына китә), Японияла 81% һәм АҠШ-та 70% тәшкил итә. Реализацияланған кеше потенциалынан алынған йыллыҡ килем буйынса донъя лидеры – Америка Ҡушма Штаттары (йылына 75 триллион доллар), донъяла икенсе урында – Япония (50 триллион доллар). Был хәтлем һоҡланғыс күрһәткестәргә, әлбиттә, үҫешкән индустриаль йәмғиәт, ҡеүәтле кеше капиталы, иң юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге, заманса технологиялар, оҫта етәкселек һәм тейешле матди стимулдар аша ғына өлгәшергә мөмкин.
Инновациялар һәм информация технологиялары үҫеше милли ассоциацияһы (НАИРИТ) белгестәре Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы Эксперт советы һәм РФ Хөкүмәте эргәһендәге Аналитик үҙәктең Эксперт советы өсөн әҙерләгән докладта кеше капиталын реализациялауҙа төп тотҡарлыҡ эш хаҡына бәйле тип күрһәтә. Эксперттар раҫлауынса, мәҫәлән, бер үк эш өсөн, АҠШ менән сағыштырғанда, Рәсәй предприятиеларында түләү уртаса 9,6 тапҡырға кәмерәк. Хөкүмәт был осраҡта беҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге түбәнерәк булыуға һылтана, әммә, дөйөм алғанда, иҡтисади сәйәсәт өсөн, шул иҫәптән инновациялар үҫешенә бәйле хеҙмәт етештереүсәнлеге өсөн хөкүмәт яуаплы. Иҡтисадсылар раҫлауынса, беҙҙә уртаса эш хаҡын кисектермәйенсә 2,6 тапҡыр күтәреү резервтары бар, һәм, инфляцияны ла иҫәпкә алып, уны эшләргә мөмкин. Был хеҙмәт хаҡы реформаһының тәүге этабын тәшкил итәсәк. Икенсе этапта, сәнәғәт предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫә башлағас, эш хаҡын тағы ла 3,6 тапҡырға күтәреү мөмкин. Эксперттар фекеренсә, илдә резервтар булды, әммә улар инновацияларға, эш хаҡын күтәреүгә түгел, ә сит илдәргә йүнәлтелде. Мәскәү дәүләт университеты профессоры, иҡтисадсы М. Мусин иҫәпләп күрһәтеүенсә, илдән йыл һайын кәмендә 1 триллион нефть доллары ситкә сығарыла. Рәсми сығанаҡтар унан кәмерәк, әммә шулай уҡ ифрат ҙур суммаларҙы күрһәтә. Моғайын, хәҙер уларҙы ил өсөн мәңгелеккә юғалтылған тип иҫәпләргә кәрәктер.
Аналитиктар бөгөнгө Рәсәй иҡтисадын “күсмә осор иҡтисады” тип баһалай һәм был төшөнсәне йәмғиәт формацияһындағы тәрән үҙгәрештәргә бәйләп күрһәтә. Күпселек факторҙар самаһыҙ оҙаҡҡа һуҙылған был осорҙоң ахыры етеүенә ишаралай. Мәҫәлән, сеймал экспортына нигеҙләнгән иҡтисад моделенең артабан эшләй алмағанын күрәбеҙ. Алмашҡа инновацияларға, кеше капиталына нигеҙләнгән иҡтисад моделе килә. Яңы иҡтисадҡа күскәндә илебеҙ йәнә ауыр, оҙайлы юл, күп һынауҙар үтәсәк. Әммә уға альтернатива юҡ.