Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бюджет нисек үтәлгән?
Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылдың 1 мартына Башҡортостан Республикаһының йыйылма бюджеты килемдәр буйынса 18 659,4 миллион һумға йәки 2011 йыл кимәленә ҡарата 119,9 процентҡа үтәлгән, шул иҫәптән һалым һәм һалым булмаған килемдәр 13 203,9 миллион һум тәшкил иткән, 2011 йылдағы керемдәр менән сағыштырғанда 1 640,5 миллион һумға, йәки 14,2 процентҡа, артҡан. Килемдәрҙең төп сығанаҡтары түбәндәгеләр: физик шәхестәрҙең килеменә һалым — 5 018,4 миллион һум (һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең дөйөм күләменең 38,0 проценты), ойошмалар табышына һалым — 2 201,7 миллион һум (16,7 %), акциздар — 1 895,8 миллион һум (14,4 %), дөйөм килемгә һалым — 736,5 миллион һум (5,6 %), мөлкәткә һалым — 580,8 миллион һум (4,4 %). Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, ойошмалар табышына һалым — 1 048,6 миллион һумға, йәки 90,9 процентҡа, акциздар — 792,9 миллион һумға, йәки 71,9 процентҡа, физик шәхестәр килеменә һалым — 804,6 миллион һумға, йәки 19,1 процентҡа, дөйөм килемгә һалым 104,4 миллион һумға, йәки 16,5 процентҡа артҡан, мөлкәткә һалым кереме 303,7 миллион һумға, йәки 34,3 процентҡа, кәмегән.
Дәүләт һәм муниципаль милектәге мөлкәтте файҙаланыуҙан алынған килем 2 242,9 миллион һум (һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең дөйөм күләменең 17 проценты) тәшкил иткән, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 23 процентҡа артҡан.
Кире ҡайтарылмай торған керемдәр, уҙған йыл менән сағыштырғанда 1 451,6 миллион һумға, йәки 36,3 процентҡа, артып, 5 455,5 миллион һум, йәки килемдәрҙең дөйөм күләменең 29,2 процентын, тәшкил итә.
2012 йылдың ғинуар — февралендә Башҡортостан Республикаһының йыйылма бюджеты сығымдары 17 296,7 миллион һум күләмендә финансланған. Сығымдарҙың тармаҡ структураһында бюджеттың социаль өлөшө иң ҙур удель ауырлыҡты биләй — бөтә сығымдарҙың 84,2 проценты, йәки 14 565,7 миллион һум. Башҡортостан Республикаһы бюджеты сығымдарының иҡтисади структураһында бюджет, автоном учреждениеларға һәм башҡа ойошмаларға субсидиялар сығымдарҙың дөйөм күләменең 59 процентын, эшләмәгән халыҡтың медицина страховкаһына һәм Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкаһының федераль һәм территориаль фонды бюджетының башҡа бюджет-ара трансферттарына — 2 244 миллион һум, йәки 13 процент, халыҡҡа социаль трансферттар (пособиелар, пенсияларға өҫтәмәләр, башҡа социаль түләүҙәр, стипендиялар) 1 945,2 миллион һум, йәки 11,2 процент, тәшкил итте. Капитал һалыуҙарҙы һәм юл хужалығын финанслауға 966 миллион һум, йәки сығымдарҙың дөйөм күләменең 5,6 проценты бүленгән. Сығымдарҙың үрҙә күрһәтелгән йүнәлештәренә Башҡортостан Республикаһы йыйылма бюджетының барлыҡ сығымдарының 88,8 проценты тура килә.
Быйыл ғинуар — февралдә Башҡортостан Республикаһы бюджеты килемдәр буйынса — 15 128 миллион һумға (былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 125,9 процент), сығымдар буйынса 14 904,6 миллион һумға үтәлгән.
Быйыл 1 мартҡа ҡарата урындағы (муниципаль райондар, ҡала округтары, ауыл һәм ҡала биләмәләре) бюджеттар∂ың килеме 8 396,6 миллион һумға, йәки былтырғыға ҡарата 124,5 процентҡа, үтәлгән. Һалым һәм һалым булмаған килемдәр, былтыр ошо уҡ осорға ҡарата 4 процентҡа артып, 3 729,3 миллион һум булған, шул иѕәптән муниципаль райондар бюджеттарына — 1 605,7 миллион һум, ҡала округтары бюджеттарына 2 123,6 миллион һум индерелгән, был йыллыҡ планға ҡарата 15,2 һәм 16,3 процент тәшкил итә (башҡарыуҙың иҫәпләү нормаһы — 16,7 процент). 1 мартҡа урындағы бюджеттарҙың сығымдары 7 257,4 миллион һум булған, был былтырғы ошо уҡ осорҙағыға ҡарағанда 27,5 процентҡа юғарыраҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостан Башлығы «ИнвестБот» веб-ҡушымтаһы менән таныштырҙы

Башҡортостан Башлығы «ИнвестБот» веб-ҡушымтаһы менән таныштырҙы 06.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы «ИнвестБот» веб-ҡушымтаһы менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 2

2027 йылда Рәсәйҙә әсәлек капиталы арта

2027 йылда Рәсәйҙә әсәлек капиталы арта 01.10.2026 // Иҡтисад

Беренсе балаға түләү 778,5 мең һумға тиклем арттырыла....

Тотош уҡырға 2

Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһының яңы ҡағиҙәләре көсөнә инде

Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһының яңы ҡағиҙәләре көсөнә инде 01.10.2026 // Иҡтисад

Хәҙер торлаҡ кредиты ставкаһы һәм максималь сумма балалар һанына һәм йәшәү урынына (илдең баш ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ауыр транспорт өсөн Тере Танып йылғаһы аша күпер асылды

Башҡортостанда ауыр транспорт өсөн Тере Танып йылғаһы аша күпер асылды 29.09.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ауыр транспорт өсөн Тере Танып йылғаһы аша күпер асылды...

Тотош уҡырға 4

Бөрө ҡалаһында йылытыу миҙгеле башланды

Бөрө ҡалаһында йылытыу миҙгеле башланды 29.09.2026 // Иҡтисад

Бөрө ҡалаһында йылытыу миҙгеле башланды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда йылытыу миҙгелен башлау көнө билдәле

Башҡортостанда йылытыу миҙгелен башлау көнө билдәле 28.09.2026 // Иҡтисад

Октябрҙән төбәктә көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә....

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше мөлкәт һалымын түләргә тейеш
Республикала ужым культураларын сәсеү буйынса план үтәлгән тиерлек

Республикала ужым культураларын сәсеү буйынса план үтәлгән тиерлек 16.09.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙары ужым культуралары сәсә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы ......

Тотош уҡырға 5

Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 7

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 9


Комментарий өҫтәргә