Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Иртән эшкә кил, кис аҡса алырһың
Иртән эшкә кил, кис аҡса алырһың Хәҙерге хеҙмәт баҙарында бер үҙенсәлек барлыҡҡа килде: бер көнлөк түләүле хеҙмәт күрһәтеүселәр арта бара. Иртән кискә саҡлы эшкә йөрөргә һәм хеҙмәт хаҡы биргәнде ай буйы көтөргә түҙемлеге етмәгәндәр күбәйә. Хәйер, төп ғиллә бында түҙемлектә генә түгелдер...


Аяуһыҙ статистика рәсәйҙәрҙең эш хаҡы түбәнәйеүен раҫлай. “Йылдың уҙған айҙарында бер эшләүсенең хеҙмәт хаҡы уртаса биш процентҡа кәмене”, тип хәбәр итә Росстат. Эш эҙләп табырға ярҙам итеүсе ойошмаларҙың раҫлауынса, ҡатмарлы иҡтисади хәл күп кешене хеҙмәт хаҡына аҙмы-күпме булһа ла өҫтәмә эҙләргә мәжбүр итә, һәм ойошмалар өсөн дә отошло – был хәл уларға аҡсаны экономиялау форсаты бирә бит.
Бер тапҡыр башҡарылыусы эш миҙгелгә лә бәйле: йәй көндәре, мәҫәлән, заказдар ҙа, уларҙы башҡарырға әҙер булыусылар ҙа бермә-бер арта. Кемдер сираттағы ялында кәсеп итеп ҡалырға тырыша, ә ҡайһылыр бер ойошма шулай уҡ отпускыға киткән хеҙмәткәрҙәре урынына ашығыс эште ышанып тапшырырлыҡ белгестәр эҙләй. Ҙур тәжрибәле белгестәр, ғәҙәттә, үҙ ойошмаһындағы эште тиҙ арала үтәргә һәм сит коллективҡа ла ярҙам итергә һәләтле.
– Бер ҡат башҡарылыусы эштең төп өҫтөнлөгө шунда: аҡсаны көнөндә-сәғәтендә бирәләр, – ти Өфө учреждениеларының бере­һендә эшләүсе Гүзәл. – Мәҫәлән, бер ойошманан икенсеһенә документтар алып барып биргән өсөн 300 һум түләйҙәр, ә инде был ҡағыҙҙарҙы билдәле ваҡытҡа һәм тейешле белгестең ҡулдарына тапшырыу шарты булғанда был хаҡ 700 һумға етә. Ниндәйҙер сараға саҡырыуҙарҙы ике-өс тиҫтә ойошмаға таратып сыҡҡан өсөн ике йәки ике мең ярым һум да һорай алаһығыҙ.
Ә ундай эште ҡайҙан табырға? Ҡағиҙә булараҡ, интернетта. Ундай иғландар хәҙер эш табырға булыш­лыҡ итеүсе махсус порталдарҙа ғына түгел, ә ойошмаларҙың сайттарында, хатта социаль селтәрҙә лә тулып ята. Белорет, Сибай йәки башҡа алыҫ тарафтарға такси кәрәк булһа, мәҫәлән, “Бәйләнештә” сайтында был хеҙмәтләндереү төрөн биш минут эсендә таба алғандарын әллә нисә тапҡыр күргәнем булды. Эшкә саҡырған иғландар Өфө урамдарындағы һәр бағанала тиерлек йәбештерелгән. Ҡайҙа курьер кәрәк, кемдер йортта ултырып эшләүҙе тәҡдим итә...
Superjob тикшеренеү үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, хәҙер Рәсәйҙәге һәр бишенсе компания­ның йортта эшләүсе хеҙмәткәрҙәре бар, улары, әлбиттә, штаттағы хеҙмәткәрҙәр иҫәпләнә. Бындай­ҙарға декретта ултырғанда һөнәри оҫталығын юғалтыуҙан ҡурҡҡан йәш әсәләр, үҙ янсығынан ҡәнәғәт булмаған пенсионерҙар, көндөҙгө бүлектәрҙә уҡыусы студенттар инә. Йортта эшләүселәр менән бер тапҡыр эш башҡарыусылар ара­һында айырма бар: тәүгеләре етәкселек телефон йә электрон почта ҡушҡан йомоштарҙы үҙе теләгән ваҡытта түгел, ә тап билдәләнгән ваҡытҡа үтәргә тейеш, йәғни графигын бик ирекле тип булмай. Уның ҡарауы, башҡа ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү форсаты барыбер һаҡлана.
Һәр шөғөлдөң үҙенсәлеге була. Мөһим документтар алып барыуҙы ышанып тапшырғанда, компания­ның был йомошсоноң кем икәнле­ген тикшереүе лә бик ихтимал. “Ҡасан һәм ниндәй ойошманың шундай эштәрен үтәнегеҙ?” тип һорайҙар, шунан ошо предприя­тиеға шылтыратып тикшерәләр, уның ҡарауы, артабан ҡағыҙ-фәлән ташыуҙы фәҡәт һиңә генә ышанып бирәсәктәр, сөнки яуаплылыҡ тойғоһо бар икәнеңде хәҙер беләләр бит инде”, – ти бындай өҫтәмә хеҙмәт хаҡы сығанаҡтарын даими табып тороусы кешеләр. Бер юлы ошо предприятие үҙе лә һынау үтә: аҡсаны шунда уҡ ҡулға тотторорҙармы, әллә иртәгә килергә ҡушырҙармы... Ундай һәлкәү хужаларҙың интернет киңлегендә яманатын таратыу ҙа оҙаҡ түгел юғиһә...
Ҡулы оҫта булғандарға бер тапҡыр башҡарылыусы ошондай хеҙмәтте табыуы анһатыраҡ. “Бер сәғәтлек ир” тигән иғландарҙы йыш күргәнегеҙ барҙыр: йә ваннаға яңы кран ҡуйырға, йә булмаһа бүлмә-ара ишекте беркетергә кәрәк. Әйткәндәй, бындай оҫталарҙың эше өсөн арыу ғына түләйҙәр. Ҡатын-ҡыҙ тәҙрә йыуыу йәки фатирҙың эсен йыйыштырыу кеүек йомоштарға ылыға. Һуңғыларына, ғәҙәттә, фатирын ҡуртымға биреү­селәр саҡыра: арендасылар йыш ҡына үҙҙәренән һуң был торлаҡтың таҙа ҡалыу-ҡалмауына иҫе китеп бармай, бигерәк тә сит яҡтарҙан ниндәй ҙә булһа предприятиеға командировкаға килеүселәргә хас был, ләкин яңы ҡуртымсыларға бысраҡ фатирҙы күрһәтеп булмай бит инде.
Аҡсаны көнөндә үк алыу мөмкин­леген, ирекле эш графигының өҫтөнлөктәрен күреп, бындай шөғөлдө төп хеҙмәт урыны итеп һайлаусылар ҙа юҡ түгел. Күптәр көн һайын иртәнге “пик” сәғәт­тәрендә эшкә йөрөүҙән ялҡа, ирекле эштә түрәнең контроле лә юҡ... Әммә белгестәр бер ҡат башҡа­рылыусы эш менән мауығыу­сыларҙы иҫкәртергә лә онотмай: күпселек заказдар бер ҡайҙа ла теркәлмәй, аҡса фәҡәт вәғәҙә нигеҙендә генә түләнә, был эш хеҙмәт кенәгәһенә яҙылмай һәм стажға ла инмәй. Пенсия фондына һеҙҙең файҙаға иғәнәләр ҙә күсерелмәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә