Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Киләсәктең өлөшөнә ҡул һуҙмайыҡ!
Киләсәктең өлөшөнә ҡул һуҙмайыҡ! Һунарсы булған ырыуым, һу­нар­сы – ата-бабам. “Стәрлетамаҡ урман хужалығы” дәүләт автономия учреждениеһы директоры урынбаҫары Илгиз Фәнир улы Ғәбиҙуллин менән аралашҡандан һуң, ирекһеҙҙән ошо әйтем иҫкә төштө. Юҡ, бында кейек аулауҙы күҙ уңында тотмайым. Нәҡ һунарсы олатаһы унда урманға ҡарата һөйөү, тирә-яҡҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй.


Ҡәҙерле кешеһенең “Тәбиғәтте ҡурсаларға кәрәк, улым” тигән һүҙҙәрен Илгиз бына инде 15 йыллыҡ хеҙмәт дәүерендә доғалай ҡабатлап йөрөй. Илназ улы менән “ағастар батшалығына” бергәләп сәйәхәт ҡылғанда, әлеге хәҡиҡәт йәнә яңғырай. Ошо урында халҡыбыҙҙың йәнә бер мәҡәле тел осонда тора: ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр...
2001 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, Илгиз тыуған яғы Ишембай районына һөнәре буйынса эшкә ҡайта. Бер аҙ Маҡар урмансылығын ҡурса­лағандан һуң, Стәрлетамаҡҡа күсә. Тиҫтә ярым йыл тәшкил иткән хеҙмәт юлын бер тында барлап сығырға була. Тик, миңә ҡалһа, был тәү ҡарашҡа ғына шулай. Илгиз Фәнир улының мәңгелек байлығыбыҙҙы һаҡлауға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уның иңендә үҫенте ултыртыуҙан алып шул ағас урман булып шаулап үҫеп киткәнгә ҡәҙәр бурыс ята. Янғындан, ҡоротҡостарҙан һаҡ­лау, ағас материалдарына мохтаждарға диләнкә бүлеү – былар барыһы ла урмансы Ғәбиҙуллиндың көндәлек эше. Хәйер, бер шаҡтай ҙур һәм мәшәҡәтле бурысын атаманым: ҡағыҙ тултырыу. Килешеү һәм протоколдар төҙөүҙән азатмы һуң замана белгесе?!
Әлбиттә, урмансы ғүмере саҡрымдарға һуҙылған урман буйлап гиҙеүҙән генә тормай, шул донъяһында атлаған сағында уның уйлаған уйҙары ла бермә-бер ҡиммәт:
– Үкенескә ҡаршы, йәмғиәтебеҙҙең үҫе­шеүенә ҡарамаҫтан, беҙҙә урманға ҡараш тейешле кимәлдә түгел, – тип фекерен белдерә әңгәмәсем. – Урман ресурсыбыҙ шул тиклем бай, ә ағастар һаман ҡурсалауға мохтаж, сөнки урман хужалығын алып барыу буйынса ҡануниәт тә, ойоштороу эштәре лә аҡһай.
Шул уҡ ваҡытта урмандан файҙала­ныу­сыларға ла әйтер һүҙе бар урмансының: “ҡарағай сире” (халыҡ һуңғы йылдарҙа төҙө­лөштә әлеге ағастан ғына материалдарға ҡыҙыға), мәңгелек байлығыбыҙға ҡарата янғын һағы, йыйыштырыу буйынса яуап­һыҙлыҡ йөрәген әрнетә.
– Уйлай китһәк, урман – киләсәккә беҙҙән ҡаласаҡ мираҫ, ә шул мираҫты тапшыра алабыҙмы – быныһы инде икенсе мәсьәлә. Һаҡһыҙ мөнәсәбәтебеҙ арҡаһында киләсәк­тең өлөшөнә үреләбеҙ һымаҡ. Беҙҙең һөнәр эйәләре генә түгел, бөтә йәмғиәт ошо хаҡта уйланырға тейеш, – ти Илгиз Ғәбиҙуллин.
Ағас яҙмышы тураһында урмансынан да аҡыллыраҡ итеп кем әйтер?!





Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә