Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ваҡыт менән уҙышалар “Ҡарлуғас”та
Ваҡыт менән уҙышалар “Ҡарлуғас”та Ул йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге колхоздың даны юғары, ә унда эшләү бик тә абруйлы ине. Бәлки, шуғалыр, Ғәфүр Әлмөхәмәтов һәм уның күп кенә һабаҡташтары ауыл һөнәрҙәрен һайлай. Ғәфүр мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына уҡырға инә. Белгес, диплом алып, туған колхозына эшкә ҡайта.


Тәүҙә уны колхоздың комсомол ойошмаһы секретары итеп һай­лайҙар, унан ферма мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай сәмләнеп эшләп йөрөгәндә, илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар колхоздың таралыуына килтерә. Әммә тәүге хеҙмәт йылдары егет өсөн ысын-ысындан сынығыу мәктәбе була. Шуға ла ул юғалып ҡалмай – үҙенең фермер хужалығын ойоштора. Бер нисә хеҙмәттәше менән 32 гектар пай ерендә эш баш­лайҙар.
Фермерлыҡ һәләттәрен күрһәт­кәс, элекке хужалыҡтың Ҡаран бригадаһындағы 800 гектар ерҙе лә уларға тапшыралар. Шулай “Ҡарлуғас” крәҫтиән (фермер) хужалығы барлыҡҡа килә. Йәш фермер бер нисә малсылыҡ һәм склад биналарын һатып ала.
Әлбиттә, тәүге мәлдә еңел булмай. Хаҡтар һәм һалымдар сәйә­сәтенең тотороҡһоҙлоғо, фермер­ҙарға ҡарата кире мөнәсәбәт өҫтәмә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Әммә Ғәфүр Мираҫғәли улы ауырлыҡтарға бирешә торғандар­ҙан түгел. Бөгөн инде уның тураһында заман һынауын үткән фермер тиергә була.
Беҙ хужалыҡта бөртөклөләр урағын тамамлаған көндәрҙә булдыҡ. Йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫ­тан, көҙгө бойҙай баҫыу­ҙары 25-әр центнер уңыш биргән. Арпа, һоло һ.б. баҫыуҙар ҙа өмөттө аҡлаған. Быға бөтә төр агротехник сараларҙы йылдың үҙенсәлек­тәренән сығып башҡарыу һөҙөмтә­һендә өлгәшкәндәр. Алдағы сәсеүгә орлоҡ һалынған. Баҫыуҙарҙың уңышы ҡышҡылыҡҡа малдарҙы етерлек аҙыҡ менән дә тәьмин итә. Мал аҙығы әҙерләү бөгөн дә дауам итә, сөнки киләсәктә хужалыҡ көтөүен ишәйтеү бурысы ҡуйылған. Әйткәндәй, хужалыҡ ит малсы­лығына йүнәлеш тота. Үткән йылда фермер хужалығы малсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса 3 миллион 600 мең һумлыҡ грант алыуға ирешкән. Был аҡсаға 120 баш һыйыр малына иҫәпләнгән бинаны реконструкциялайҙар. Яңыртылған бинала эштәр тулыһынса механи­калаштырыласаҡ. Яҡын киләсәктә хужалыҡ көтөүен 25 баш мал иҫәбенә тулыландырыу көтөлә. Артабан мал һанын 120 башҡа еткерәсәктәр.
Быйылғы йыл ауыл эшсәндәре өсөн ҡатмарлы булды. Бындай шарттарҙа ерҙә эшләү оҫталығы айырыуса әһәмиәткә эйә. Фермер­ҙың уңыштары быға ыңғай миҫал булып тора. Игенселектә лә, малсы­лыҡта ла ҡәнәғәтләнерлек улар. Ғәфүр Мираҫғәли улы киләсәктә малсылыҡ тармағын тағы ла үҫтереү, көтөүҙе юғары продуктлы тоҡомло малдар иҫәбенә арттырыу юлдарын барлай.
Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бөгөн­дән етди әҙерлек бара. Һыйыр аҙбарын реконструкциялап бөткәс, быҙауҙар өсөн бинаны ремонтлауға тотонасаҡтар. Киләсәккә ҡоролған уй-ниәттәрҙең ғәмәлгә ашырына, ғөмүмән, фермер хужалығының киләсәгенә ышаныс ҙур. Сөнки хужалыҡҡа Ғәфүр Мираҫғәли улының тәжрибәһен өйрәнергә теләгән йәштәр килә. Илфат (фотола) атаһы менән бында агроном булып эшләй. Ул бер үк ваҡытта атаһы тамамлаған Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем ала. Һәр эште төплө уйлап һәм фәнни нигеҙҙә башҡарырға күнеккән егет – атаһының кәңәш­сеһе һәм ныҡлы таянысы.
Йәнә бер ғаилә династияһын телгә алайыҡ. Булдыҡлы механизатор Ғәбиҙулла Фәтҡуллиндың улы Алмас та атаһының һөнәрен һайлап, уның менән иңгә-иң тороп эшләй.
“Ҡарлуғас” крәҫтиән (фермер) хужалығының Мәләүез индустриаль колледжы менән хеҙмәттәшлек итеүе айырыуса маҡтауға лайыҡ. Хужалыҡ етәксеһе колледж уҡыусыларына яҙғы-көҙгө баҫыу эштәрендә көстәренән килгән эштә ҡатнашыу мөмкинлеге бирә, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ла түләй. Улар араһынан Илмир Толомғужин менән Виктор Яковлев кеүек егеттәрҙең тырышлығына, эшкә һәләтенә хатта өлкән механиза­торҙар ҙа һоҡлана.
Әле Илмир ашлыҡ таҙартыу ҡоролмаһында оператор булып эшләй, ә Виктор һалам преслай.
– Ерҙә эшләргә теләгән йәштәргә уңайлы шарттар тыуҙырырға, уларҙың дәрт-һәләтен үҫтерергә кәрәк. Шуға был уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлекте тағы ла нығытырға иҫәпләйбеҙ, – ти Ғәфүр Әлмө­хәмәтов.
Ә йәштәргә бында баҫыуҙа ла, фермала ла өйрәнерлек тәжрибә, үрнәк алырлыҡ хеҙмәт алдын­ғылары бар. Әйтәйек, малсылыҡта Рәмзил Ишбулатов эшкә яуаплы­лығы, намыҫлы хеҙмәте менән өлгө булып тора.
Бөгөн инде хужалыҡ баҫыуҙары бушап ҡалған. Игенселәр киләһе йыл уңышы тураһында ҡайғырта. Тиҙҙән 110 гектар майҙандағы ба­ҫыуҙа көҙгө бойҙай сәсеүгә төшә­сәктәр. Бына шулай ваҡыт менән уҙышып эшләйҙәр “Ҡарлуғас”та.





Автор: Г. ӘМИНЕВА. Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә