– Йортһоҙҙар мәсьәләһен нисек хәл итергә уйлайһың? – тип һорайҙар икән бер хакимдан.
– Бик анһат ҡына: һәр кем үҙенә йорт төҙөй башлай, – ти ул.
– Ә эшһеҙлек мәсьәләһен?
– Ул мәсьәлә ҡайҙан килеп тыуһын, һәр кем төҙөлөштә бит.
– Ҡыҙыҡ... Һуғыш та юҡтыр, бәлки?
– Ә кемгә һуғышырға? Барыһы ла йорт өсөн кирбес ташый ҙабаһа...Көләмәс итеп кенә яҙылған был һүҙҙәргә күпме тормош дөрөҫлөгө һалынған... Эшһеҙлек мәсьәләһе һәр саҡ донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә булды һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киләсәктә лә дауам итәсәк. Йәмәғәтселек кенә түгел, дәүләттәр ҙә ошо проблеманы хәл итергә тырыша, сөнки эшһеҙҙәр армияһының артыуы (бигерәк тә кинәт артыуы) социаль сыуалыштарға килтереүе ихтимал. Өҫтәүенә эшләүселәр һанының кәмеүе ҡаҙнаға килгән һалымды ла аҙайта бара бит.
Советтар Союзында планлы иҡтисад эшһеҙлеккә юл ҡуйманы: һәр предприятиела һәм ойошмала нисә кешелек коллектив эшләргә тейешлеге, уларға күпме хеҙмәт хаҡы түләү бөтә ил өсөн алдан билдәләп ҡуйыла. Тимәк, был осраҡта етәксегә эш хаҡы фондын ҡайҙан барыһына ла еткереү тураһында баш ватаһы түгел – уныһын Дәүләт планлаштырыу комитеты (Госплан) хәл итеп тә ҡуйған. Бөтә Союз удар комсомол төҙөлөштәре, сиҙәмде үҙләштереү һәм башҡа шундай ҙур бурыстар ҙа кеше ресурстарын күп талап иткән.
Шуға күрә бер ҡайҙа ла эшләмәгән кешене (әрәмтамаҡты) закон тарафынан хөкөмгә тарттырыу ҡаралғайны. Ул заманда хатта эшләмәйенсә йәшәй алғандар ҙа (ҙур түрәләрҙең балалары, бай мираҫҡа эйә булғандар һ.б.) исем өсөн генә булһа ла ниндәйҙер ойошманың штатында булырға тырышты. Әрәмтамаҡлыҡ, анығыраҡ әйткәндә, халыҡ елкәһендә ултырған буржуйҙар сифаты тип ҡарала ине, ә бер кемдең дә синфи дошман булғыһы килмәй. Хөкүмәттең 1961 йылғы Указына ярашлы, әрәмтамаҡтарҙы төрмә көтә ине. Хатта билдәле шағир Иосиф Бродский ҙа бер ҡайҙа ла эшләмәгән өсөн 1964 йылда биш йылға Себерҙә мәжбүри хеҙмәткә хөкөм ителгән. Тик балалы йорт хужабикәләре генә эшләмәҫкә хоҡуҡлы булды.
Ә хәҙер кешенең ҡайҙа булһа ла эшләп йөрөүе мотлаҡ түгел. Рәсәй Конституцияһының 37-се статьяһында “Хеҙмәт ирекле. Һәр кем хеҙмәткә һәләте менән ирекле эш итергә, мәшғүллек төрөн йәки һөнәрен һайлай алырға хоҡуҡлы” тип кенә яҙылған. Икенсе төрлө әйткәндә, эшләү йәки эшләмәү — һәр кемдең үҙ иркендә. Дәүләттең дә, тимәк, һиңә тиҙ арала эш табып биреү бурысы юҡ. Илдең Төп Законының 220-се статьяһына ярашлы, ул фәҡәт эш урындарының тейешле талаптарға яуап биреүен генә гарантиялай.
Эш табыуҙа ярҙам итеү өсөн район һәм ҡалаларҙа мәшғүллек хеҙмәттәре ойошторолған. Улар бындай төр кешеләр өсөн бик кәрәкле бурыстарҙы башҡара: ойошмаларға йүнәлтмәләр бирә, пособие түләй, бушлай икенсе һөнәргә уҡып сығырға ярҙам итә, вакансиялар йәрминкәһе уҙғара. Ләкин төп маҡсат – эшһеҙҙәргә хеҙмәт урындары табып биреү – барыбер ҙә еренә еткереп үтәлмәй. Шәхси предприятиеға етәкселек иткән эшҡыуар, мәҫәлән, мәшғүллек үҙәге биргән йүнәлтмәгә иғтибар итеп торамы? Табышы булһа, ул өҫтәп кеше яллау мәсьәләһен үҙе лә хәл итә, тейешле һөнәр эйәләрен дә таба, сөнки шул уҡ тармаҡта эшләгән күп кеше менән таныш бит. Вакансиялар булыуын йәшергән етәкселәргә ҡарата административ яуаплылыҡ ҡаралған, әлбиттә, ләкин ул әллә ни йоғонтоло түгел, бәләкәй ойошмаларҙа штат расписаниеһын үҙгәртеү ҙә бер ни тормай.
Эш эҙләүселәр әйтеүенсә, нигеҙҙә, хеҙмәт хаҡы үтә бәләкәй булған һәм бер кем дә барырға теләмәгән урындарға ғына йүнәлтмә бирәләр. Был аңлашыла ла: яҡшы тауарҙы бер кем дә урамға сығарып ташламай бит. Ҙур эш хаҡы түләнгән һәм абруйлы вазифаға дәғүә итеүсе резюмелар етәксе өҫтәлендә былай ҙа өйөлөп ята.
Үҙәктән документ алып китеүселәрҙең артабанғы яҙмышын контролдә тотоу форсаты юҡ тиерлек. Хәйер, халыҡ та был хәлдән оҫта файҙалана: мәшғүллек үҙәгендә ай һайын пособие алып та рәсми теркәлмәй генә эшләп йөрөүселәр аҙ түгел. Дөрөҫ, йүнәлтмә буйынса барған урындарҙан ике тапҡыр баш тартһаң, пособие түләү туҡтатыла (ә уның күләме – 4 900 һум, йәғни ҡайһы бер пенсияларға тиң). Тик был осраҡта ла әмәлен табыусылар бар: һаулыҡтары насар булыуы һәм физик көс талап иткән урындарҙа эшләргә ярамауы тураһында алдан уҡ дауахананан белешмә алып ҡуялар.
Хөкүмәт тә ундай осраҡтар булыу ихтималлығын иҫәпкә алып эш итә, күрәһең: пособие эшһеҙгә бер йыл дауамында ғына бирелә. Артабан да ошо аҡсаны алыуҙы дауам итер өсөн ул ярты йыллыҡ тәнәфестән һуң ғына мөрәжәғәт итә ала. Был күренештең логик аңлатмаһы шунда: бер йыл буйы урын таба алмай икән, тимәк, кеше йә эшләргә теләмәй, йә уның һаулығы “ысынлап та” насар. Һуңғы осраҡта инде ул инвалидлыҡ юлларға тейеш булып сыға. Мәшғүллек үҙәге эшһеҙҙе алдан пенсияға ебәреү хоҡуғына ла эйә. Ирҙәр был статусҡа — 58 йәштән, ҡатын-ҡыҙ 53 йәштән өмөт итә ала, тик урындар һанаулы, шуға алдан пенсионер булыу мөмкинлеге йыш ҡына ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ аша хәл ителә.
Тиҫтә йылдан ашыу инде Рәсәйҙә “структур эшһеҙлек” тигән төшөнсә хөкөм һөрә: ҡайһы бер тармаҡтарҙа (нефть, газ, банктар, күсемһеҙ милек һ.б.) эшләгәндәр артыҡ булһа, һәр саҡ ҡыҫҡартыуға эләгеү ҡурҡынысы янаһа һәм вазифаға конкурс нигеҙендә генә ҡабул итһәләр, бүтән өлкәләрҙә (ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь тармаҡ, мәҙәниәт һәм дауалау учреждениеларының айырым һөнәрҙәре һ.б.) кеше етмәй һәм теләһә кемде алырға мәжбүрҙәр. Һуңғыларының ни өсөн шулай икәнлеге бер кемгә лә сер түгел: уларҙа хеҙмәт хаҡы аҙ, эш шарттары ауыр. Ауыл хужалығында, мәҫәлән, ер эше күңеленә хуш килгән, малды һәм техниканы яратҡандар ғына ҡала. Тик энтузиазмға ғына таяныу оҙаҡҡа барырмы икән... Коммуналь хужалыҡҡа эшкә алғанда хеҙмәт урыны буйынса фатир (социаль ҡуртым) менән ҡыҙыҡтырырға тырышалар. Аҙыҡ-түлеккә һәм коммуналь хеҙмәтләндереүгә хаҡты күтәреп, уларҙа эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын да арттырырҙар ине, бының өсөн халыҡтың күпселегенең аҡсалата килеме лә ҙур булырға тейеш бит. Алдынғы илдәрҙәге кеүек, төрлө тармаҡтарға дәүләт дотацияһы бирергә ҡаҙнаның мөмкинлеге лә юҡ... Шуға ла эшсе һөнәрҙәренә беҙҙә ҡытлыҡ ҙур, ә юрист йәки экономист белеме алып сыҡҡан йәштәр хеҙмәт урыны таба алмай йонсой.
Хәҙерге заманда эшһеҙлек мәсьәләһе донъяның алдынғы илдәренә лә хас. Хатта иҡтисади көрсөк хөкөм һөрмәгән йылдарҙа ла. Сәбәбе ябай: кешеләрҙең һөнәре, һәләте, белеме, үҙ-үҙенә баһаһы, мохтажлығы, түҙемлеге, эшкә тилберлеге һәм һаулығы төрлөсә. Шуға күрә кемдеңдер — эш, ә фирмаларҙың кәрәкле белгестәр эҙләүе бер ҡасан да туҡтамаясаҡ.
Ҡайһы районда
эшһеҙҙәр күберәк?
(Иҡтисади йәһәттән әүҙем халыҡ иҫәбенә ҡарата, проценттарҙа)
Райондар һәм 2015 йыл, 2016 йыл,
ҡалалар декабрь июнь
Әбйәлил 1,34 1,27
Әлшәй 1,23 1,06
Архангел 1,18 1,35
Асҡын 1,33 1,42
Ауырғазы 1,27 1,05
Баймаҡ 1,68 1,40
Баҡалы 1,18 1,08
Балтас 1,26 1,35
Бәләбәй 1,55 1,48
Балаҡатай 2,06 1,74
Белорет 0,88 1,03
Бишбүләк 0,93 0,69
Бөрө 0,93 0,75
Благовар 1,10 1,05
Благовещен 0,99 0,89
Бүздәк 1,43 1,58
Борай 1,11 1,16
Бөрйән 2,53 1,95
Ғафури 1,38 1,07
Дәүләкән 0,91 0,85
Дыуан 2,36 1,87
Дүртөйлө 1,11 1,02
Йәрмәкәй 1,28 1,16
Ейәнсура 1,49 1,75
Йылайыр 1,23 1,06
Иглин 1,16 0,91
Илеш 0,91 1,30
Ишембай 0,81 0,8
Ҡалтасы 1,86 1,66
Ҡариҙел 1,89 1,59
Ҡырмыҫҡалы 1,89 1,59
Ҡыйғы 1,46 1,45
Краснокама 1,73 1,35
Күгәрсен 1,67 1,56
Кушнаренко 1,22 1,11
Көйөргәҙе 1,12 0,89
Мәләүез 0,90 0,78
Мәсетле 2,08 2,01
Мишкә 1,42 1,37
Миәкә 0,88 0,89
Нуриман 0,84 0,73
Салауат 1,41 1,53
Стәрлебаш 1,85 1,11
Стәрлетамаҡ 1,26 1,18
Тәтешле 1,17 1,24
Туймазы 1,04 1,18
Өфө 1,11 0,83
Учалы 1,46 1,25
Федоровка 1,37 1,0
Хәйбулла 1,25 1,22
Саҡмағош 1,04 0,98
Шишмә 1,98 1,91
Шаран 1,51 1,59
Яңауыл 1,20 1,06
Өфө ҡалаһы 1,25 1,12
Ағиҙел ҡалаһы 5,50 4,71
Күмертау 1,28 1,24
Нефтекама 1,36 0,97
Октябрьский 0,84 0,94
Салауат ҡалаһы 0,89 0,95
Сибай 0,94 0,76
Стәрлетамаҡ ҡалаһы 0,99 1,02
Республика буйынса 1,32 1,23