Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ситкәме? Төклө аяғың менән!
Ситкәме?  Төклө аяғың менән! Күптәрҙең алыҫ яҡтарға күсеп китеүҙән ҡурҡыуы арҡаһында бөгөн илдә мул ғына хаҡ түләнгән мең ярым самаһы эш урыны буш тора. Быны “Рәсәйҙә эш” (www.trudvsem.ru) порталындағы мәғлүмәттәрҙән күрергә була. Мәҫәлән, Пермь крайындағы фәлән ойошмаға етәксе кәрәк, айына 280 мең һум вәғәҙә итәләр. Бер нисә урынға 90 мең һумға токарь булып урынлашырға ла мөмкин...


Әлбиттә, ситтәге эш хаҡының күләме йәшәгән ереңдәгенән әллә ни айырылмаған хәлдә ҡайҙалыр күсеп китеү хаҡында уйлап та ҡарамая­саҡһың. Таныш булмаған ҡала-ауылдар, ят халыҡ... Әгәр элекке коллекти­выңда юғары баһаланған сифаттарың, оҫталығың, тәжрибәң яңы урында һанланмаһа, ни эшләргә? Тағы ла ҡурҡынысырағы – торлаҡ мәсьәләһе. Икенсе төбәктә аҙыҡ-түлектең, кейем-һалымдың ҡиммәтерәк тороуы ла ихтимал. Ғөмүмән, хәүеф ҙур ғына. Ә бына мул түләйҙәр, йәшәр урын табырға ярҙам итәләр икән, уйланырға була.
Рәсәйҙә хеҙмәт мобиллеген арттырыу буйынса программа тап шуны күҙ уңында тота ла инде. Уға ярашлы үҙенең эш һөҙөмтәлелеген күтәреү маҡсатында ситтән кадрҙар йәлеп иткән ойошмаларға һәр белгес өсөн дәүләт ярҙамы рәүешендә 225 мең һум бирелә (150 меңе – федераль бюджеттан, ҡалғаны – төбәк ҡаҙнаһынан). Был аҡса яңы хеҙмәткәрҙәрҙе күсереп килтереүгә, кәрәк булған хәлдә уҡытыуға, ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин итеүгә һәм башҡаһына тотонола.
– Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып, йәғни йыл ярым ваҡыт эсендә, дәүләт ярҙамын 2200 самаһы кеше файҙаланды, – тип белдергәйне яңыраҡ Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Денис Васильев. Күсенеп йөрөүсе кешеләрҙән бигерәк ойошма етәкселәре ҡыуаналыр инде ундай мөмкинлеккә.
Эксперттар әйтеүенсә, һөнәр эйәләрен йәшәү урынын алмаштырыу мәшәҡәттәре өркөтмәһен өсөн дәүләт ниндәйҙер өҫтәмә саралар ҙа күрергә тейеш. Мәҫәлән, социаль һәм психологик йәһәттән ярҙам күрһәтергә. Шулай уҡ сит төбәктән килгәндәргә хеҙмәт килешеүе тиктомалдан өҙөлмәйәсәк тип гарантия биреү кәрәктер. Эш шарттары ҡәнәғәтләндермәгән осраҡта кеше артыҡ борсолмайынса кире ҡайтып китә алһын өсөн юл сығымдарын ҡаплау ҙа ҙур файҙа булыр ине.
Сит илдәрҙә лә ошондайыраҡ программалар бар, тиҙәр. АҠШ-та, мәҫәлән, цивилизациянан алыҫ төбәктәрҙә һәм бәләкәй ҡалаларҙа халыҡты хеҙмәтләндергән һаулыҡ һаҡлау белгестәре ҙур мегаполис­тарҙағы, абруйлы медицина ойош­маларындағы коллегаларынан 30 – 50 процентҡа юғарыраҡ хаҡ ала. Хәйер, был беҙҙең ауыл уҡытыусыларына өҫтәп түләү һәм төпкөлдәге дауаханаға урынлашҡан белгестәргә миллион һумлыҡ грант биреү кеүек сараларға нығыраҡ оҡшаш.
Әйткәндәй, күп аҡса вәғәҙә итеп тә эшсе таба алмаған ойошмалар үҙебеҙҙә лә күп ул. Ҡошсолоҡ фермаһына ялланғандарға бушлай йәшәү урыны тәҡдим иткән, төрлө кәрәк-ярағын һатып алып биреп торған, шул уҡ ваҡытта айына 40-ар мең һум түләгән бер шәхси эшҡыуар тураһында яҙғайныҡ инде. Хеҙмәт хаҡы Себерҙәге һымаҡ булһа ла, халыҡ уның ҡәҙерен белмәй. Бер ай эшләп, аҡсаһын алалар ҙа эскегә һабышалар... Ситтән кеше эҙләргә тура килә.
Өфөләге моторҙар эшләү, авиация етештереү, нефть эшкәртеү предприятиеларында ла шул уҡ хәл. Айына 70 мең һумға токарь табыуы ҡыйын. Ниңәлер беҙҙең халыҡҡа ситтәге шарттар яҡшыраҡ булып тойола. Күршенең тауығы ҡаҙҙай, тигәндәй.
Боронғолар әйтеүенсә, кеше бөтөн ауырлыҡтарға ла түҙә, рәхәтлеккә генә сыҙай алмай. Бәлки, шуға ла ситтән килеп ялланғандарға таяныу дөрө­ҫөрәктер. Улар бит ят ерҙә төрлө ҡаршылыҡтар менән көрәшеп сыныҡҡан, үҙен уратҡан йәмғиәт тарафынан иркәләтелмәгән була. Дәүләт, күскенселәр хаҡында артыҡ хәстәрлек күреп, эште боҙоп ҡуймағайы...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә