Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡурҡып торорға ярамай
Ҡурҡып торорға ярамай Ата-баба­ла­ры­быҙ яратып эскән ҡымыҙ бөгөн дә үҙенең баһаһын юғалтмай. Уның шифаһын аңлаған һәр кем йәйен рәхәт­лә­неп эсеп ҡалырға тырыша. Шуға ла ҡымыҙ етештереүселәр араһында продукциялар үтмәүгә зарланыусыны осратмаҫһың.
Быйыл Сермән ауылында ла ҡымыҙ бешә башланылар. Мәғәфүровтар ғаиләһе әҙерләгән эсемлек ауылдаштарының күңеленә хуш килде. “Эх-х, ҡымыҙы ла ҡымыҙы!” – тип маҡтап бөтә алмайҙар.
Флүзә менән Рәүеф Мәғәфүровтар ике балаһына өҫтәп ете сабыйҙы тәрбиәгә алған ғаилә булараҡ та билдәле Белорет районында. Уларҙың береһе ғаилә ҡорған, ѳөсәүһе – студент, йәнә ѳөсәүһе мәктәптә белем ала.
Ҡурҡып торорға ярамай– Быйыл Сермән балалар йорто ябылғас, унда тәрбиәсе булып эшләгән ҡатыным Флүзә Тимур ҡыҙы эшһеҙ ҡалды. Шуға ла крәҫтиән (фермер) хужалығы менән шөғөлләнергә булдыҡ, – ти Рәүеф ағай.
Мәғәфүровтар ғаиләһе быға тиклем дә кәртә тултырып мал көткән. Әлеге ваҡытта уларҙың 20 баш йылҡыһы бар. Ете бейә һауалар, көнөнә 30-35 литр ҡымыҙ етештерәләр. Уны һатыуҙа ауырлыҡ юҡ, бер тәм тойған кеше ҡымыҙҙан өҙөлмәй ул, ти уңғандар.
– Был шөғөлгә Сәлиха Йыһанша ҡыҙынан ѳөйрәнеп ҡалдым. Улар ҡайным менән ғүмер буйы йылҡы тотто, үҙҙәре лә ҡымыҙ бешә ине. Эште яңынан “хәтергә төшөрөргә” Аҙнағол ауылында йәшәгән класташым Флүзә Фәйзуллина ярҙам итте, тәүге мәлдә унан кәңәш һораным, – ти Флүзә ханым.
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, ти халыҡ мәҡәле. Һөнәрҙәре буйынса тәрбиәсе һәм шофер булған Мәғәфүровтар ҙа күп уйлап тормай.
– Малыбыҙ күп ине. Район хакимиәтендә беҙгә “Яңы башлаған фермерға ярҙам” дәүләт программаһында ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. “Иләктән” уңышлы үтеп, 1,5 миллион һумлыҡ грант яулауға өлгәштек. Уға трактор, бесән төргөс һәм биш тана һатып алдыҡ, – ти Рәүеф ағай.
Ауыл кешеһе өсөн, әлбиттә, тәү сиратта ер кәрәк. Әле Мәғәфүровтарҙың 14 гектар ере бар. Был ғына күпләп мал тотоуға етмәй, шуға ла мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйҙәр. Ауылдан ситтә, Ҡаҙыш йылғаһы буйында, ҡымыҙхана өсөн майҙан алғандар, шунда бейә һауалар, хужалыҡ эштәрен ғаилә көсө менән башҡарып киләләр. Әммә киләсәктә яңы эш урындары булдырырға ла ниәтләнәләр.
– “Эш юҡ” тип зарланырға яратыусылар ҙа бар, әммә эшләргә тырышып торған намыҫлы кешене табыуы ҡыйын. Шуға ла хужалыҡты үҙ көсөбөҙ менән алып барабыҙ, – ти Мәғәфүровтар.
Киләсәккә пландары ҙур фермерҙарҙың.
– Өҫтәмә ер алһаҡ, баҡсасылыҡ менән дә шөғөлләнер инек. Ерҙең артығы кәрәкмәй, үҙебеҙ эшкәртерлеген алып, шуны файҙалы итеп тотонһаҡ етә. Ҡайһы берәүҙәр 100-әр гектарлап ер тота, әммә эшкәртмәй, ағас һәм сүп-сар баҫып, йәмһеҙ булып ята. Малды ишәйтеү, үҙебеҙҙекенә ҡушып, ауыл көтөүен ойоштороу уйы ла бар.
Оло юл буйында ултырған Сермән ауылы халҡы өсөн емеш-еләк, картуф, һөт ризыҡтарын сауҙаға сығарыу әллә ни ауыр түгел. Теләһәң, ҡалаға алып барырға ла мөмкин. Мәғәфүровтар ҙа ҡымыҙҙы юл буйында һата. Юлаусылар бик теләп ала. Мәҫәлән, Мәскәү, Ярославль ҡала­ларынан килгәндәр: “Ике мең километр юл үттек, бер ерҙә лә ҡымыҙ осратманыҡ”, – тип күпләп шифалы эсемлек алған.
Мәғәфүровтарҙың 40 баш һарығы ла бар. Учалы районы Сораман ауылынан алып килгән тексил тоҡомло һарыҡтарының йөнө лә, ите лә мул була бит.
Маҡсатлы, тырыш хужаларҙың крәҫтиән (фермер) хужалығын артабан үҫтереү, мал һанын арттырыу теләге ҙур. Был хыялды тормошҡа ашырыуҙа тәүге аҙымдар яһалған. Башы булғас, аҙағы ла булыр, халыҡ әйтмеш­ләй. Тырыш фермерҙар башҡаларға: “Ҡурҡырға ярамай. Тырышһаң, барыһы ла килеп сығыр”, – тип кәңәш бирә.



Автор: Рәмилә МУСИНА. Район: Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә