Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Башҡорт күрке ат менән, аттың күрке ял менән
Башҡорт күрке ат менән,  аттың күрке ял менән Ебәк юлында ятҡан Баймаҡ районында йылҡы үрсетеүгә хәҙер ҙә ҙур иғтибар бүленә. Юҡҡа сыҡҡан Мостай ауылы биләмәләрендә урынлашҡан “Ирәндек” этнотурбазаһында ғына 300 йылҡы көтөлә, шуның 100-ө – һауын бейәһе. Йәшерен-батырын түгел, ҡасандыр меңәр баш йылҡы аҫралған совхоздар тарҡалғас, аттар бер осорҙа ҡараусыһыҙ ҡалғайны.
Район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡовтың һәм ғүмер буйы ауыл хужалығының йылҡысылыҡ тармағында эшләгән белгестәрҙең аҡыллы ҡарары менән улар аяғында ышаныслы баҫып торған, иң мөһиме, атҡа һаҡсыл ҡараш булдырған йүнселдәр ҡулына тапшырылды. Мәҫәлән, “Йылайыр” совхо­зының йылҡыһы район ПМК-һының ярҙамсы хужалығына беркетелгәйне. Бөгөн был хужалыҡ “Толпар” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте исемен йөрөтә. Йәмғиәттең йылҡы фермаһы Ғәҙелша йәйләүендә урынлашҡан. Быйыл үләндең күпереп үҫеүе һөйөн­дөрә. Шуға ла бында йәйҙең иң йылы осоронда көнөнә 1000-1200 литр һөт һауыла.
Ғәҙелша йәйләүендә етештерелгән ҡымыҙ ПМК ашханаһына, Иҫән ауылындағы “Ирәндек” турист базаһына, Баймаҡ ҡалаһындағы кафе һәм кибеттәргә һатыуға ҡуйыла. Бынан бер нисә йыл элек Өфө магазиндарында боронғо ысул менән бешелгән тәбиғи башҡорт ҡымыҙын табыуы бик ауыр ине. Әйтәйек, былтыр йәй баш ҡалабыҙҙа тик өс нөктәлә – Үҙәк баҙарҙағы, “Башҡортостан” сауҙа комплексы фрешмар­кеттарындағы, Ленин урамын­дағы киоскыларҙа Учалы менән Әбйәлил райондарында етештерелгән ҡымыҙ һатылды. Әле баш ҡалала милли эсемлек менән тәьмин итеү мәсьәләһен баймаҡтар хәл итте, афарин! “Толпар” йәмғиәте ҡымыҙы аҙнаһына дүрт тапҡыр Өфөнөң ете кибетенә һатыуға оҙатыла.
Башҡорт күрке ат менән,  аттың күрке ял менәнӨлкән һауынсы Әлиә Дауытбаева был йәйләүҙә бишенсе йыл эшләй, һигеҙ өйөрҙөң дүртеһендәге бейәләрҙе һауа ул. Яңы ҡоролған һауын цехы бер юлы 40 бейә һауыуға иҫәпләнгән. Хужалыҡта Төрөкмән, Мерәҫ, Әхмәр, Абҙаҡ ауылдарынан 22 кеше эш менән тәьмин ителгән. “Ҡайҙалыр ситкә китәһе түгел, бала саҡтан өйрәнгән шөғөл күңелгә яҡын. Һәр атты танып, айғырҙарҙың холҡон белеп бөткәнбеҙ”, – ти көтөүселәр. Эшселәргә йәйге һәм ҡышҡы эш кейеме бирелә, йәйләүҙә йыл әйләнәһенә ҡайнар аш ойош­торолған.
Хужалыҡта башҡорт тоҡомло айғырҙарҙың тоҡомо ҡәтғи һаҡлана. “Бикеш”, “Орлик”, “Сокол”, “Баймаҡ”, “Памир”, “Байкал”, “Урал”, “Манһыр” ҡушаматлы айғыр­ҙарҙың тоҡомо үрсетелә. “Тол­пар”ҙа үҫте­релгән йәш айғырҙарҙы республиканың төр­лө райондарынан килеп алалар.
Баймаҡ райо­нының тәбиғәте йыл­ҡы аҫрау, үрсе­теү өсөн бик тә ҡулай. Ирәндек армыт­тарының итәк­тәре ҡарҙан иртә асыла. Һутлы үләнле ту­ғайҙар малдарға ҡыш­лауҙан һуң тиҙ күтәрелергә ярҙам итә. Йәш малдар тәүге ҡар менән ҡышҡы ыҙмаларға ҡайтһа, өйөрҙәр февраль урталарына тиклем тибендә йөрөй. Ҡолон­дарынан айы­рылған инәләр мартта тағы ла ҡырға сығарыла. Апрелдә йәш ҡолонсаҡтар тыуа башлай.
РБашҡорт күрке ат менән,  аттың күрке ял менәнайон хакимиәте етәкселеге йылҡы­сылыҡ үҫешен хуплай ғына. Шәхси ихаталарҙа аттар­ҙың артыуы – яҡшы күренеш. Әммә, тәртип булмағанда, йылҡы өйөрөнән сабынлыҡтарға, иген баҫыу­ҙарына зыян килә. Шуға ла киләһе йылда ауыл советы хакимиәттәре менән берлектә йылҡы көтөүҙе тәртипкә һалыу өсөн етди саралар күреләсәк. Игендәр урылған, сабынлыҡтар сабылған осорға ҡәҙәр өйөрҙәр тәғәйен көтөүлектәрҙә генә йөрөргә тейеш. Унан тыш, республика һәм федераль кимәлдәге автотрасса буйҙа­рында малдарҙың ҡарауһыҙ йөрөүе ҡәтғи тыйыла.
Һуңғы йылдарҙа районда йылҡы­сылыҡтың тағы ла бер тармағы йылдам үҫеш алды. Ҡуянтау ауылындағы тәжрибә хужалығында башҡорт тоҡомло аттар спорт өсөн дә тәрбиәләнә. Баймаҡ жокейҙары республика бәйгеләрендә уңышлы сығыш яһай. 2015 йылда “Аҡбуҙат” ипподромында уҙғарылған “Урал батыр” кубогы ярыштарында 1-се һәм 2-се урындарға “Блондин” һәм “Батыр” ҡушаматлы башҡорт тоҡомло аттар лайыҡ булды.
Бынан тыш “ат ене ҡағылған” йәштәр төрки халыҡтарының боронғо “Ылаҡ” бәйгеһен тергеҙеп ебәрҙе. Ҡаршы яҡтың ҡаҙанына кем күберәк кәзә түшкәһен ырғыта, шул еңеүсе тип табыла. “Ҡыпсаҡ” һәм “Бөрйән” һыбайлылар командаларына төрлө ауылдарҙан егеттәр тупланған. Әйткәндәй, был уйын республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың да күңеленә хуш килде һәм ул халыҡ уйынын һәр яҡлап артабан да үҫтерергә кәрәклеген билдәләне.
Төбәктә тағы ла бер спорт уйыны тергеҙелә, тиһәң дә хата булмаҫ. Быйылғы һабантуйҙа беренсе тапҡыр һыбайлылар биатлоны уҙғарылды. Нигеҙенә олимпия уйындары исем­легендәге биатлон шарттары һалынған һыбайлылар бәйгеһе – тулҡын­ландырғыс тамаша. Унда спортсынан етеҙлек тә, мәргәнлек тә, оҫталыҡ та талап ителә. Шул уҡ ваҡытта, эйәр аҫтындағы малҡай-аттың да эйәһе менән бер тән һәм бер йән булып еңеүгә атлығыуы мотлаҡ. Хәҙер баймаҡтар Рәсәй биатлонсылары союзы рәйесе Александр Кравцов һәм дүрт тапҡыр Олимпия чемпионы, 11 тапҡыр донъя чемпионы Александр Тихонов менән берлектә яңы спорт төрө – һыбайлылар биатлонын уйнау ҡағиҙәләрен эшләү, Рәсәй спорт комитетында сертификат алыу менән шөғөлләнә. Рәсәй спорт комитеты был уйынды тик ир-егеттәр уйыны тип табырмы-юҡмы, әлегә унда Ҡуянтау ауылынан өсөнсө категориялы тренер Снежана Таймаҫоваға етеүсе юҡтыр.
Киләсәктә Баймаҡ районында төрлө тоҡомло спорт атта­рының, шул иҫәптән башҡорт тоҡомло ғына аттарҙың бәйгеләрен ойоштороу, йәш спортсылар тәрбиәләү, һыбай йөрөү ярҙамында балаларҙың умыртҡа-һөйәк ауырыу­ҙарын дауалау өсөн тағы ла шарттар яҡшырасаҡ. Баш­ҡортостанға 100 йыл тулыу айҡанлы республикала башҡа­рыласаҡ эштәр планына Темәс ауылында ипподром төҙөү ҙә ҡаралған. Архитекторы – билдәле яҡташыбыҙ Айрат Муллагилдин. Бөтә донъя стандарттарына яуап биргән “Аҡъял” тип аталасаҡ был ипподром Йылайыр, Хәйбулла, Бөрйән, Әбйәлил райондары, шулай уҡ ошо төбәккә сиктәш йәшәгән халыҡ өсөн йыл әйләнәһенә ял һәм спорт үҙәгенә әйләнәсәк.
Рәсәйҙә етештерелгән барлыҡ ҡымыҙҙың 76 проценты Башҡор­тостанға тура килә. Йәйге осорҙа Урал аръяғы райондарында тиҙ боҙола торған эсемлекте ҡайҙа ҡуйырға белеп булмай. Шуға ла шәхси эшҡыуарҙар сентябрь башында уҡ бейә һауыуҙы туҡтата. Тибендә утлауҙан тыш өҫтәмә рәүештә ашатҡанда, ҡыш башына тиклем ҡымыҙ етештерергә лә була. Ауыл хужалығы алға киткән Европа илдәрендә ҡымыҙ киптереү, унан төрлө диетик, балалар, спортсылар ризыҡтары етеш­тереү яйға һалынған. Баймаҡ йылҡысылары үҙ тармағында килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙерәк хәл итеү, үҙ-ара кәңәш тотоп, ярҙам итеп эшләү маҡсатында быйыл “Баш­ҡортостан Республикаһы йылҡы­сы­лары ассоци­ацияһы” ойошторған. Киләсәктә улар бейә һөтөн ҡайҙалыр Европа илендә түгел, ә Баймаҡта киптерергә ине тигән изге ниәттәр менән йәшәй. Район хакимиәте был эште тормошҡа атҡарыу өсөн сит ил ҡоролмалары һәм заманса лаборатория һатып алыуҙы үҙ өҫтөнә алған. Тәмле ите һәм ҡымыҙы өсөн генә түгел, халҡыбыҙҙың милли йолаларын һаҡлау ниәтендә йылҡысылыҡты үҫтереү бурысы ҡуйылған Баймаҡта.
Башҡорт атының даны борондан килә. Халыҡ ижадында аталған Дөлдөл, Аҡъял, Аҡбуҙаттарҙың тоҡомо инде улар. Шул данды һаҡлау – бөгөнгө замандаштарыбыҙҙың хәстә­ре. Ә әлегә “Ирәндек” этнотурба­заһынан, “Граф күле” лагерынан балалар һыбай Сереккүлгә һәм Ғәҙелша шарлауығына экскурсияға сыға. Башҡорт атының яҙмышы ла ана шундай ат ялына йәбешеп үҫкән ир-азаматтар ҡулында…








Автор: Рәшиҙә ИШЕМБӘТОВА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 1

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә