Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Үҫәргәндәргә етеүсе табылманы
Үҫәргәндәргә  етеүсе табылманы Республикабыҙҙа токарҙар, һауынсылар, ҡымыҙ бешеүселәр, малсылар һәм башҡа абруйлы һөнәр эйәләре араһында бәйгеләр даими ойошторола. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә умартасылар, Өфөгә йыйылып, оҫталыҡ буйынса көс һынашты, дөрөҫөрәге, Башҡорт дәүләт аграр университетында умартасыларҙың – XVI, йәш умартасыларҙың – X һәм умартасылар династияһының X республика конкурстары үтте. Әйткәндәй, сараны үткәреү урыны итеп әлеге белем усағы осраҡлы һайланмаған, сөнки илебеҙҙә ике генә юғары уҡыу йорто – Рәсәй аграр университеты менән Башҡорт дәүләт аграр университеты умартасылар әҙерләү йәһәтенән махсуслашҡан.


Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Авзалов белдереүенсә, умартасылыҡты йәшәү мәғәнәһенә тиңләү ысынбарлыҡҡа тап килә, ошондай сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур, ул һәр конкурсантҡа киләсәккә ышаныс уята, иңдәренә ҡанат ҡуя. Әле абруйлы ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттыра.
Үҫәргәндәргә  етеүсе табылманы– Беҙҙә белем эстәгән һәр студент, агрономға уҡыймы ул, мал табибынамы йәки бухгалтерғамы, ғалимдар ҡыҙ-егеттәрҙең һәр береһен бушлай умартасылыҡ серҙәренә төшөндөрә, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры, профессор Илдар Ғәбитов.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башҡортостан дәүләт апитерапия һәм умартасылыҡ буйынса ғилми-ғәмәли үҙәге” директоры Әмир Ишемғолов һәр береһенә уңыштар теләне.
Быйыл сарала бөтәһе 48 райондан 63 оҫта көс һынашты, шулай уҡ 29 райондан 33 үҫмер ҡатнашты.
Башта тәжрибәле умартасылар теоретик һорауҙарға яуап бирҙе, ә был ваҡытта йәштәр умарта менән нисек эш итеү буйынса һынау тотто. Был көндө йәнә һәр кем Башҡорт балы йортона экскурсияға барҙы, “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.
– Быйыл бал әҙ, был ҡыштың һыуыҡ булыуы һәм йәйҙең саманан тыш эҫе тороуына туранан-тура бәйле, – тип һөйләй Белорет районының Ишле ауылы умартасыһы Валерий Точилин. – Бөтә өмөттө йүкәгә бағышлағайныҡ, әммә уның япраҡтарына ҡорт төшөү эшкә аяҡ салды. Илле умартаға еткерҙек, хәйер, ул беҙҙең өсөн сик түгел.
Хаҡлы ялдағы Валерий Николаевич ҡатыны Зоя ханым менән бергә уй-ниәттәрен тормошҡа ашыра.
Һүҙгә Белорет районының ауыл хужалығы идаралығы баш агрономы Вәкил Яҡупов ҡушыла:
– Районда ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү­селәр йылдан-йыл арта. Халыҡ эш юҡ тип тик ятмау яғында, нисек тә донъя көтөргә тырыша, бала-сағаһын аяҡҡа баҫтырыу, ғаилә ҡарау өсөн умарталыҡтары уларға ныҡ ярҙам итә.
Шулай итеп, Баҡалы районынан Азат Миң­нуллин еңеүсе тип табылды, ә “Йәш умартасы” исемен Ейәнсура районынан Илнур Әмәкәсов алды, шулай уҡ Ейәнсура районынан Иҫәнсуриндар ғаиләһе умартасылар династияһы бәйгеһендә алдынғылыҡты бирмәне.
Әйткәндәй, сарала “Апимондия” халыҡ-ара умартасылар федерацияһы ассоциа­цияһы президенты Филип МакКейб, ошо ойошманың Рәсәйҙәге секретары Риккард Джаннони-Себастианини һәм Рәсәй умартасыларының милли союзы президенты Арнольд Бутов та ҡатнашты.

* * *
Иртәгәһенә ҡунаҡтарҙы Республика йортонда Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов ҡабул итте. Яҡтар “Апимондия” етәкселегенең Башҡортостанға сәфәре йомғаҡтарын һәм 2021 йылда Өфөлә Халыҡ-ара умартасылар конгресын үткәреү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Сәфәр барышында Халыҡ-ара умарта­сылыҡ ассоциациялары федерацияһы вәкилдәре умартасылыҡ өлкәһендәге республика ғалимдары һәм практиктары менән осрашты, Архангел районындағы умарта­лыҡтарҙа, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында булды, Бөрйән районында солоҡ балы етештереү технологияһы менән танышты. Бынан тыш, улар Бал йортонда, Башҡортостан апитерапия ғилми-тикшеренеү институтында, Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгендә, Башҡорт дәүләт аграр университетында булды, Өфө менән танышты.









Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә