Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт шифалы ҡымыҙҙары
Йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт  шифалы ҡымыҙҙары Дәүләкән районында йәмле Дим буйына һыйынып ҡына ултырған Яңы Яппар ауылы электән үҙенең киң яландарҙа утлап йөрөгән йылҡы көтөүе, сихәтле ҡымыҙ яһау оҫталары менән дан тота. Хәҙер ҙә бында күптәр был эште үҙенә файҙалы бер кәсеп итеп алған. Улар араһынан Сания менән Илгиз Ниғмәтуллиндарҙың исеме әйләнә-тирәлә генә түгел, ә тотош Башҡортостанға таралған. Быйыл йәй Баймаҡ районында ҡымыҙ яһау оҫталарының республика конкурсында уларҙың беренсе урынды яулауы ла ана шул хаҡта асыҡ һөйләй.


Яңы Яппарҙағы “ҡымыҙ” илендә булғанда беҙ ҙә иң тәүҙә уларҙы шул бәйгелә еңеп сығыуҙары менән ҡотланыҡ.
– Эйе, быйылғы йыл беҙҙең өсөн уңышлы булды, – тине ҡымыҙ өйө хужабикәһе, бер үк ваҡытта крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Сания Ниғмәтуллина. – Мин ҡымыҙсыларҙың республика конкурсында өсөнсө тапҡыр ҡатнаштым. Ниһайәт, бәрәкәтле Баймаҡ ерендә беҙгә уңыш йылмайҙы. Шуны әйтке килә: быйылғы ҡымыҙ байрамын бик тә матур ойошторҙолар. Баймаҡтарҙың ихласлығына һәм ҡунаҡсыллығына һоҡланып, күңелдәребеҙ ҙә яҡтырып киткәндәй булды. Беләһегеҙме, республика бәйгеһендә беренсе урынды алып ҡайтҡас, “Яңы Яппар” ҡымыҙын һораусылар ҙа күбәйҙе. Төрлө яҡтарҙан беҙгә һуғылып, конкурста еңеүегеҙ хаҡында ишеттек, шуға һеҙҙең ҡымыҙҙы эсеп ҡарағы килә, тиҙәр. Быйыл әҙерләгән ҡымыҙҙың күләме артһа ла, еткереп булмай. Сөнки уның тәмен һәм файҙаһын белгән кешеләр йәй сәләмәтлеген нығытыу өсөн күберәк эсеп ҡалырға тырыша. Әлеге миҙгелдә инде 48 бейә бәйләп, көнөнә 170-180 литр үҙебеҙҙең милли эсемлекте етештерәбеҙ.
Йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт  шифалы ҡымыҙҙарыСания Әнүр ҡыҙы үҙе көноҙоно ауыл ситендәге ҡымыҙ өйөнән һәм йылҡы фермаһынан ҡайта белмәһә, уның тормош иптәше Илгиз Рауил улы етештерелгән продукцияны реализациялауҙы һәм баҫыусылыҡ тармағындағы эштәрҙе үҙ иңенә алған. Ә “Яңы Яппар” маркалы шифалы эсемлекте улар Шишмә яҡтарындағы, Дәүләкән һәм Өфөләге күп кенә сауҙа нөктәләрендә һата.
– Баҙар ихтыяжын күҙ уңында тотоп, хужалыҡтағы эштәрҙе тағы ла киңерәк йәйелдереү ниәте менән янып йөрөгәйнек, бына быйыл шул теләгебеҙ бойомға ашты, – ти фермер ҡатын Ниғмәтуллина. – Беҙ май айында Хөкүмәттән “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” федераль программаһы буйынса 6 миллион 200 мең һум күләмендә грант алдыҡ бит. Шуға ныҡ ҡыуандыҡ. Бизнес-проектты яҡлағанда, артыҡ өмөт тә итмәгәйнек. Шул грантты республикала йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән ике хужалыҡҡа ғына бирҙеләр. Әлбиттә, уның үҙ шарттары ла бар. Бизнес-проекттың 60 процентын дәүләт ҡаплаһа, ҡалған 40 процентына үҙебеҙҙең инвестицияларҙы һалырға тейешбеҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙҙең бизнес-план 10 миллион 160 мең һумға иҫәпләнгән. Шуның 3,1 миллионын йылҡы фермаһында реконструкция үткәреүгә, йәғни уны үҙгәртеп ҡороуға тотонорға булдыҡ. Әлеге бинаның яртылаш бетон стенаһы ғына ҡаласаҡ, ҡалғаны тотошлай яңыртыласаҡ. Бизнес-планда ҡаралған инвестицияларҙы ике йыл эсендә үҙләштерергә бурыслыбыҙ. Әле дүрт һауым аппараты һатып алдыҡ. Был һауынсыларҙың эшен күпкә еңеләйтте. Тағы ҡымыҙ цехы өсөн 500 меңгә ике һауыт алдыҡ. Хәҙер бешкәкле гөбөләрҙе алмаштырыу хаҡында ла уйларға була. Яңы һауыттар шул яғы менән һәйбәт: уларҙа билдәләнгән тәртиптә ҡымыҙҙы һыуытырға ла, йылытырға ла мөмкин. Хәҙергә беҙ ул йыһаздарҙы эшкә ҡушманыҡ, сөнки күптән ошо цехта канализация юҡ. Шуға эргәлә яҡты һәм иркен ҡымыҙ өйө һала башланыҡ, яңы һауыттарҙы ла шунда урынлаштырырға булдыҡ. Мөмкинлектән файҙаланып сихәтле эсемлек ҡойолған шешәләрҙе ябыу станогын да яңырттыҡ. Тик ҡымыҙ цехы өсөн кәрәкле йыһаздарын табыу ауырыраҡҡа төштө, сөнки бындай эш ҡорамалдары үҙебеҙҙә республикала етештерелмәй. Уны Татарстандың Алабуға ҡалаһынан алып ҡайттыҡ. Үҙҙәре бейә һөтөнән ҡымыҙ яһамаһалар ҙа, беҙҙең ҡәрҙәштәр шундай йыһаздар сығарыуҙы яйға һалған.
Ниғмәтуллиндар шулай уҡ грант аҡсаһына шифалы эсемлекте сауҙа селтәрҙәренә ташыу өсөн яңы “ГАЗель” автомашинаһы һатып алған. Бынан тыш хужалыҡтағы техника паркын дискылы тырма, тағы бер рулонлы пресс-йыйғыс менән тулыландырғандар.
– Бизнес-планда яҙылғанса, беҙ йылҡы фермаһындағы көтөүҙе ишәйтеү һәм ҡымыҙ етештереүҙе һиҙелерлек арттырыу өсөн 50 баш бейә алырға тейешбеҙ, – тип телгә алды эшҡыуар ҡатын. – Бының өсөн Баймаҡтағы башҡорт тоҡомло аттар аҫраған ҙур фермер хужалығы менән һөйләшеп килештек. Уларҙан алып ҡайтҡан 21 баш инә мал беҙҙең көтөүгә өҫтәлде лә инде, шуларҙың 8-е ҡолонларға ла өлгөрҙө. Фермабыҙҙа йылҡы малы 160 башҡа тула. Ҡалған 29 баш бейәне Баймаҡтан, бәлки, ҡыш башында барып алырбыҙ тип торабыҙ. Бер йылдан бизнес-пландың үтәлеше, грант аҡсаһын нисек файҙаланыуыбыҙ хаҡында отчет бирәсәкбеҙ. Хәҙер иһә үҙ аҡсабыҙға цех янында йәй рәхәтләнеп ултырып ҡымыҙ эсеү өсөн беседка төҙөп ҡуйҙыҡ. Ни тиһәң дә, алдағы йыл кимәлендәге ҡымыҙ байрамы беҙҙә үтәсәк. Фермала реконструкция эштәрен башлап ебәрер инек – йәйге осорҙа бейәләрҙе шунда һауабыҙ. Миҙгел тамамланыу менән Өфөнән тәжрибәле төҙөүселәр бригадаһы шул эшкә керешәсәк.
Йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡ тармағы буйынса махсуслашҡан хужалыҡтың бөгөн 300 гектар ере бар. Шуның 120 гектарында фураж өсөн бөртөклө культуралар үҫтерһәләр, ҡалған яландарҙы бесәнлек итеп файҙаланалар. Тик ишле йылҡы көтөүенә шул майҙандан алынған һыйлы аҙыҡ ҡына етмәй. Шуның өсөн күршеләге Кузьминка тигән урыҫ ауылы халҡының пай ерҙәрен ҡуртымға алып, өс йыл инде шунда ла бесән әҙерләйҙәр. Бер түгел, ике пресс-йыйғысы булғас, йыйылған йәш бесәнде туғайҙа ҡалдырмайҙар, йәшел рулондарҙы шунда уҡ ташып алалар. Сабынлыҡтарҙы эште ҡыҙыу тотоп, быйыл да һыйлы мал аҙығын запас менән әҙерләгәндәр. Арыш баҫыуы ла Яңы Яппар фермерҙарын мул уңыш менән ҡыуандырған. Уларға һоло һәм арпа урағын теүәлләйһе генә ҡалған. Ул саҡта келәттәргә һалынған иген фуражы ла ихтыяжды тулыһынса ҡаплаясаҡ.
Шуныһы тағы иғтибарға лайыҡ: Ниғмәтуллиндарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығында алты-ете кешегә эш урыны булдырылған. Йылҡы фермаһында ғына дүрт һауынсы хеҙмәт һала. Элгәре Сания ханым үҙе лә һауһа, быйыл ҡыш операция үткәргәндән һуң ул үҙенең урынына тилбер ҡатын Айһылыу Иманбаеваны саҡырған. Беҙ уларҙы көндөҙ фермала бейәләрҙе тәү ҡат һауған мәлдәрендә тап килтерҙек тә инде.
– Мин бында беренсе йыл ғына эшләйем, – тине беҙгә асыҡ йөҙлө Айһылыу. – Аппараттар ярҙамында һауыуға күскәс, күпкә еңел. Ғөмүмән, ҡымыҙ фермаһына эшкә урынлашыуым менән ҡәнәғәтмен. График та беҙҙең өсөн уңайлы. Бер көн эшләйбеҙ ҙә иртәгәһенә ял итәбеҙ. Флүрә Тәүлийәрова менән мине Айгөл Ниғмәтуллина һәм Гүзәл Ғималетдинова алыштыра. Хеҙмәткә түләү ҙә яҡшы, өҫтәүенә эшләгән көн ҡымыҙын да алып ҡайтабыҙ.
Ҙур ғына хужалыҡты алып барыуҙа Ниғмәтуллиндарға балалары ла ярҙамлаша. Десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ныҡлы сынығыу алған, Өфө автотранспорт колледжын тамамлаған, хәҙер ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетының механика факультетында уҡыған Илшат – ата-әсәһенең төп терәге. Техниканы биш бармағы кеүек белгән егет бер эштә лә һынатмай. Айырыуса йәй ҡыҙыу эш ваҡытында, мал аҙығын әҙерләүҙә һәм иген уңышын йыйыуҙа уның ярҙамы ҙур.
Татыу ғаиләлә иң кесе бала – быйыл Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында 8-се класты уңышлы тамамлаған Айгүзәл иһә яҡындары эштә булғанда өйҙә донъя көтә.
Яңы Яппарҙа “ҡымыҙ” илендә булыу, уңғанлыҡтары һәм ныҡышмалылыҡтары менән алдырған Ниғмәтуллиндарҙың уңыштарын һәм ҡыуаныстарын уртаҡлашыу беҙҙең күңелдәрҙә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Нәҡ улар үҙҙәренең эше менән ауыл тормошона яңы ҡот һәм йәм өҫтәй. Ә инде Хөкүмәт­тең грантына эйә булыу йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡ тарма­ғын үҫтереүҙә, милли эсемлеге­беҙ­ҙе етештереүҙе арттырыуҙа фермер хужалығы алдында тағы ла киңерәк мөмкинлектәр асҡан.












Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 533

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 506

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 517

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705