Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Малы барҙың һыйы бар
Малы барҙың һыйы бар Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы биләмәһендә ваҡ хужалыҡтарҙы үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирелә, сөнки шәхси ихаталарҙа баҙар ихтыяжы өсөн продукцияны күберәк етештереп һатыу халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға, тормош кимәлен күтәреүгә ныҡ булышлыҡ итә.


Уңған кеше эш ырата

– Беҙҙең ауылдарҙа 8–10 һыйыр тотҡан хужалыҡтар ҙа бар, – тип һөйләй урындағы хакимиәт башлығы Мәғәфүр Хәбибуллин. – Форсаттан файҙаланып, мин һеҙҙе Соҡаҙытамаҡ ауылында көн күргән Светлана һәм Юрий Савельевтар менән таныштырырға теләйем. Улар быйыл район бәйгеһендә “Һөт етештереүҙә алдынғы хужалыҡ” тип танылды. Ошо еңеүҙәре өсөн һабантуй байрамында оло сәхнә түренә сығарып ҡотланылар, диплом һәм ҡиммәтле бүләк тапшырҙылар. Шуны иғтибарға алығыҙ: шәхси хужалыҡтарында ит, һөт продукцияһын күпләп етештергән Савельевтар йәмәғәтселек эшенән дә айырылмай. Йорт хужаһы Юрий Витальевич Мичурин исемендәге күмәк хужалыҡта алдынғы водителдәрҙән һаналһа, уның тормош иптәше бухгалтерияла эшләй. Беҙ улар кеүек ауылдаштарының ихтирамын яулаған эшсән ғаиләләрҙе дәртләндерергә тырышабыҙ ҙа инде.
Эйе, май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, Савельевтарҙың донъялары ялт итеп тора. Юҡҡа ғына уларға район бәйгеһендә беренсе урынды бирмәгәндәр. Беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алған хужа ҡатын да бер һүҙҙән үк асылып китте.
– Беҙ бит ауыл балалары, бергә тормош ҡора башлағас та мал аҫрауға, шәхси хужалығыбыҙҙы үҫтереүгә тотондоҡ, – тине ул. – Башта ике һыйыр һауһаҡ, аҙаҡ дүрт һәүкәште көтөүгә ҡыуҙыҡ. Аҫраған малдың файҙаһын күреп, донъябыҙҙы ла бөтәйттек. Әлеге көндә өс һыйыр һауабыҙ. Тағы ла беҙ йәш малды иткә һимертеү менән шөғөлләнәбеҙ. Баҙарҙа был төр продукцияға хаҡ күтәрелеү ҙә беҙҙең файҙаға тип әйтергә була. Йылына ете-һигеҙ баш малды һуғымға һимертәбеҙ. Шуның өсәүһен иткә ихтыяж ҙур булған йәйге осорҙа һуябыҙ. Яңыраҡ бер үгеҙҙән 60 мең һум керем алдыҡ. Әле бына тағы ла өс баш мал аҙбарҙа әүҙем һимертелә. Һауын һыйырҙарым да һөтлө минең. Көнөнә бер боттан ашыуыраҡ аҡ бирәләр, – тип һүҙен дауам итте Светлана. – Продукцияны ҡайҙа ҡуйырға тип борсолаһы юҡ. Үҙебеҙ эшкә йөрөгән Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында ике йыл ярым элек һөт цехын астылар. Иртән иртүк аҡты уларға үҙебеҙ илтеп тапшырабыҙ. Был беҙҙең өсөн бик тә уңайлы. Килограмын 15 һум менән алып, аҙна һайын иҫәп-хисап яһап торалар. Уҙған айҙа 600 литрҙан артығыраҡ һөт һатҡанбыҙ. Шуның өсөн ҡулыбыҙға 10 мең һум аҡса тейҙе. Был бер ҙә насар түгел. Өҫтәүенә һөт һатыуҙан ингән керем бының менән генә сикләнмәй, сөнки уны күрше-тирәләге ҡарт-ҡоро ла беҙҙән ала. Сирек күтәреп, иртән иртүк килеп етәләр. Өс литр һөттө 100 һум менән биреп ебәрәбеҙ.
Шуныһы яҡшы: бында күмәк хужалыҡ үҙенең уңған эшсәндәренә мал аҙығы әҙерләүҙә ярҙам итә. Быйыл Савельевтарға 80 сутый ер бүлеп, сәсеп үҫтерелгән күп йыллыҡ үләнде сабып уҡ биргәндәр. Шул болонлоҡтан яҡшы сифатлы 30 төргәк бесән йыйып алғандар.
Малы барҙың һыйы бар– Ә урман эсендәге аҡландарҙа ҡул менән сабабыҙ. Йәш малға шундай бесән дә кәрәк, – ти хужабикә. – Ташып алырға үҙебеҙҙең йөк автомашинаһы бар. Һыйлы мал аҙығы әҙерләүҙә күршеләр менән бергә эшләргә күнеккәнбеҙ. Яҡындан аралашып йәшәгән Рузил Төхвәтуллин ҡыҙыу осорҙа ҡулындағы тракторын да, пресс-йыйғыс машинаһын да эшкә егә. Улар үҙҙәре бик тә ярҙамсыл. Ә иген фуражын күмәк хужалыҡтан хеҙмәт хаҡы иҫәбенә яҙҙырып алабыҙ. Тағы беҙ ярты баҡсала сөгөлдөр үҫтерәбеҙ. Яңы йылға ҡәҙәр малға ашатырға етә. Шуға үҙебеҙ етештергән ит, һөттөң үҙҡиммәте лә түбән. Бер һүҙ менән әйткәндә, ваҡ хужалыҡтың рентабеллелеге яҡшы булғанға ла, йыллыҡ керемебеҙ арыу уҡ сыға.

“Таҙа һөт ризыҡтары ғына етештерәбеҙ”

Ҡарамалы-Ғөбәй ауылына һуғылғанда беҙ ҙә әйләнә-тирәләге крәҫтиән хужалыҡтары менән хеҙмәттәшлек иткән һөт цехына инеп сыҡтыҡ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Туймазылағы инвестор ярҙамында төҙөлгән был предприятие ҡулланыу баҙарында үҙ урынын табырға өлгөргән.
– Тағы шуныһы мөһим: беҙҙә ауыл кешеләре өсөн яңы эш урындары асылды, – ти цех мөдире Нәзимә Миңлебаева. – Ете ҡатын-ҡыҙҙан тыш коллективта бер егетебеҙ – механик Рамаҙан Сөнәғәтуллин да бар. Беҙҙең предприятие үҙебеҙҙең илдә, шулай уҡ Германияла сығарылған ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Яңы технологияларҙы тиҙ арала үҙләштерҙек. Һөттө пастеризациялауҙан тыш ҡаймаҡ, кефир, эремсек тә етештерәбеҙ. Май яҙыу һәм сыр ҡайнатыу технологияһын да үҙләштерә башланыҡ. Хәҙер сығарған продукциябыҙҙы Туймазылағы магазиндарҙа халыҡ маҡтап һорап ала. Сөнки цехта экологик яҡтан таҙа һөт ризыҡтары етештерелә, уға бер нәмә лә ҡушылмай. Әсеткене генә беҙ Даниянан ҡайтарабыҙ. Тәбиғи һөттө иһә урындағы ауыл етештереүселәренән алабыҙ. Ҡыш Мичурин исемендәге күмәк хужалыҡ беҙҙе яҡшы сифатлы сеймал менән тәьмин итһә, йәйге осорҙа шәхси сектор цехтың ихтыяжын тулыһынса ҡаплай. Предприятиеның ҡеүәте көнөнә ике тонна продукция эшкәртеүгә иҫәпләнһә, әле беҙгә бер тонна 200 килограмм тирәһе һөт килә.
Һүҙ ҙә юҡ, Ҡарамалы-Ғөбәйҙәге цех ауыл иҡтисадына, айырыуса шәхси секторҙың үҫешенә яңы һулыш биргән. Юғарыла телгә алыуыбыҙса, халыҡ тапшырған һөттөң килограмын бында 15 һум менән ҡабул итәләр. Бөгөнгө баҙар хәлдәренән сығып ҡарағанда, бындай хаҡ менән килешергә мөмкин. Сөнки беҙ эшкәртеүсе эре предприятиеларҙың шәхси ихаталарҙан һөттө шунан да осһоҙораҡҡа алып өйрәнгәнен яҡшы беләбеҙ. Өҫтәүенә Ҡарамалы-Ғөбәйҙәге цехта тапшырылған сеймал өсөн аҡсаны аҙна һайын таратып торалар.
– Беҙҙең бөгөн халыҡтан йыйылған һөттөң сифатына дәғүәбеҙ юҡ. Ҡуйылығы ла уның уртаса 4 проценттан кәм түгел, – ти Нәзимә Нәшғәт ҡыҙы. – Үҙебеҙ уларҙы шундай тәртипкә күндерҙек. Ҡабул иткәндә килгән һөттө кешенең күҙе алдында үлсәйбеҙ, шунда уҡ лактометр ярҙамында ҡуйылығын билдәләйбеҙ. Һыу өҫтәгән булһа, ул бар халыҡ алдында оятҡа ҡаласаҡ. Шуға хәҙер беҙгә шәхси хужалыҡтар тик сифатлы һөт тапшырырға тырыша.
Нәзимә ханым үҙе цех етәксеһе генә түгел, бер үк ваҡытта технолог, келәт мөдире вазифаларын да иңенә алған. Оператор ҡыҙҙарҙан ул Фиданиә Шәрәфетдинова, Елена Андреева, Әлиә Богданова һәм Клара Ғабдуллиналарҙы маҡтап телгә алды. Кәрәк ваҡытта улар икенсе сменаға сығыуҙан да тартынып тормай.
Беҙгә әйтеүҙәренсә, ауылдағы һөт цехы рентабелле эшләй. Продукцияны һатыу өсөн бәләкәй предприятиеға ике машина беркетелгән. Водителдәр ҡулланыусылар менән эш итеүҙә экспедитор ролен дә үтәй. Цех тәбиғи һөт ризыҡтары менән райондағы балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы тәьмин итә. Уларҙың “Әфлисун” кеүек эре сауҙа селтәрҙәре менән дә бәйләнештәре яҡшы.
Предприятиеның эше менән яҡындан таныштырып, һөйләшеүҙе йомғаҡлар алдынан Нәзимә Миңлебаева тағы үҙенең дәфтәренә күҙ һалды.
– Мин бит иң күп һөт тапшырыусылар хаҡында әйтергә онотҡанмын, – тине ул. – Бына Мәтәүтамаҡ ауылынан Бәхтегәрәевтәр 8 – 10 һыйыр һауа. Көн һайын 100 литр аҡ килтерәләр. Аҙнаһына 10 мең һум аҡса алып торалар. Ә Алексеевканан Ғимазетдиновтар көнөнә 150 литр һөт тапшыра. Шуның өсөн аҙнаһына 15750 һум аҡса алалар. Уларҙы нисек маҡтамайһың инде? Кәлшәленән хосуси эшҡыуар Рим Хәйретдинов килтергән һөт хатта 180 литрға тула.
Күреүегеҙсә, цехтың эше урындағы халыҡ өсөн дә, райондағы ҡулла­ныусылар өсөн дә файҙалы. Хәҙер һөт малсылығы менән шөғөлләнгән ауыл кешеләренең дә күңеле тыныс, сөнки етештергән продукцияларын туранан-тура тапшырыуҙан улар һәйбәт табыш ала.


Автор: Миҙхәт ШӘРИПОВ. Район: Туймазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 6

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә