Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Алтын”дан башланған аҫыл шөғөл
“Алтын”дан башланған аҫыл шөғөл Халҡыбыҙҙың милли эсемлеге ҡымыҙ үҙенең шифаһы — бик күп сирҙе дауалауы, тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт биреүе, һыуһынды ҡандыра алыуы менән ата-бабаларыбыҙҙың яратҡан эсемлегенә әүерелгән. Иң хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән ҡаршылар булғандар. Батырҙар эсемлеге бөгөн дә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә йәшәүселәр ҡымыҙ етештереү менән етди шөғөлләнә. Әбйәлил райо­нында йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә, башҡорт тоҡомло аттар аҫрала, шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны йылдам арта бара.


— 2008 йылда “Алтын” ҡушаматлы бер бейәнән башланған шөғөл бөгөн ярайһы уҡ үҫеште, – тип башланы һүҙен йылҡысылыҡ тармағын үҙ иткән Рөстәм Мәхийәнов. – Артабан 12 бейә һатып алдыҡ, яйлап ҡолондарҙы ишәйттек. 2011 йылда Ирәндек тауы итәгендә, йәмле Ҡыҙылъяр буйында, ҡымыҙ етештереү йәйләүе булдырҙыҡ. Тәүҙә бейәләрҙе һауыу өсөн махсус урындар, ялан кәртә эшләнек, йорт ултырттыҡ. Башта бейәләр ҡул менән һауылһа, үткән йыл махсус бейә һауыу аппараты һатып алдыҡ. Ул әлегә районда берәү генә. Сит илдә етештерелгән аппарат ҡымыҙ оҫталарының эшен күпкә еңеләйтте, шуға күрә баһадирҙар эсемлеген бешеү өсөн ваҡыт етерлек. Һөҙөмтәләр беҙҙең ҡымыҙ районда ғына түгел, ситтә лә ҙур ихтыяж менән файҙаланыла, – тип йылмайҙы уңған эшҡыуар.
Әйткәндәй, уның һуңғы һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Әбйәлилдә иң тәмле һәм татлы ҡымыҙ кемдеке тиһәң, барыһының да бер тауыштан: “Мәхийә­новтыҡы!” – тип яуап ҡайтараса­ғына иманым камил. Бар етештереү талаптарына яуап биргән заманса технологиялар ҡулланып та, ҡымыҙ бешеүҙә халыҡ традицияларына ярашлы алымдарҙы һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән эшҡыуар үҙе етештергән милли ризыҡ менән ысын мәғәнәһендә маһая ала. Ҡымыҙ бешеү оҫталары Вәлимә Динмөхәмәтова менән Хәдиә Дауытова көнөнә өс тапҡыр бейәләрҙе һауып ала. Артабан көбөнө ерек ағасы менән ыҫлап, яңы күпереп һауылған һөттө шунда ауҙаралар. Ҡур һалып, ауыҙ эсенән ниндәйҙер көйҙө мөңрәй-мөңрәй ҡарағас көбөлә ҡымыҙ бешәләр. Ҡарап тороуға ябай ғына күренгән эш өсөн дә беләк ныҡлығы һәм күңел сабырлығы талап ителә. Әбйәлил эшҡыуарының ҡымыҙға лицензияһы һәм сертификаты бар, продукция даими рәүештә санитар тикшереү үтеп тора.
— Ҡымыҙҙың тәме бейә һөтөнөң ҡуйылығында. Шулай уҡ уны һәр ваҡыт бешеп торорға кәрәк, бешкән һайын тәмләнә ул, – ти ҡымыҙ оҫталары.
Хужалыҡта 80 баш йылҡы иҫәпләнә, әле шуларҙың 50 башы – һауын бейәһе. Улар өс төркөмгә бүленгән, һәр өйөрҙөң үҙ айғыры. Әлегә йәш ҡолондар ныҡ йонсоп китмәһен өсөн бейәләр алмашлап һауыла, йәғни бер һауғанда бер өйөр килтерелә, шунан икен­селәре. Үлән шәп, ҡолон­саҡтар бер аҙ һоло ашай башларға өйрәнһә, улар әсәләренән айырыласаҡ, тимәк, ул саҡта һөт тә мулыраҡ буласаҡ.
Йылҡысылыҡ тармағын үҙ итеүселәрҙең күбеһе, сыҙамлы булыуын һәм ҡышын тибенлектә йөрөүен иҫәпкә алып, башҡорт тоҡомло аттарҙы күпләп үрсетһә, Рөстәм Мәхийәновтың үҙ ҡарашы. “Быйыл ҡыштың ҡарлы һәм һыуыҡ булыуы аттарҙы ҡыш буйына тибендә йөрөтөргә мөмкинлек бирмәне. Уларҙы кәртәгә индерҙек, ашаттыҡ. Әгәр ҡышты бейә малы йонсоп сыҡһа, ҡолон һалыуы бар, шуға күрә уларға тейешле тәрбиә булыуы шарт.“Алтын”дан башланған аҫыл шөғөл
Һүҙ юҡ, йылҡысылыҡты үҫтереүгә республика һәм район етәкселеге тарафынан иғтибар ҙур, әммә хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел. Уларҙы эшҡыуарҙар ғына йырып сыға алмаясаҡбыҙ. Күреп тораһығыҙ, ана, эргәлә генә “Урал аръяғы-Агро МТС”-ы Әбйәлил филиалының йылҡы йәйләүе урынлашҡан, унда ла ҡымыҙ етештерәләр. Әлбиттә, һәр кемдең үҙ һатып алыусыһы, тик ҡымыҙҙы литрлап ҡына һатыу ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнеү­селәргә файҙа килтермәй. Мәҫәлән, минең күрше Магнитогорск ҡалаһында дүрт һатыу нөктәм бар, бер ваҡытта ла продукцияны һата алмай ултырғаным юҡ, хатта һораусыларға етмәй ҙә ҡала.
Әммә был шөғөлдөң миҙгелле булыуын да онотмаһаҡ ине. Ни өсөн беҙҙең етәкселәргә ҡымыҙҙы ҡыш буйына рәхәтләнеп эсерлек шарттар булдырмаҫҡа? Ҡасандан бирле уны киптереп һаҡлау буйынса һүҙ алып барыла, әммә был эш ҡағыҙҙа ғына ҡала. Урындағы балалар баҡсаһында, мәктәптә, йәй көндәрендә лагерҙарҙа башҡорт балаһы үҙенең милли ризығын эсә алмай. Йәнәһе, ярамай. Элек, киреһенсә, балаға ҡымыҙ эсереп үҫтергәндәр, шуға күрә ул һау-сәләмәт булған, бөгөн һауыттағы төрлө һуттарҙы бирәбеҙ, уның нисек эшләнгәнен берәү ҙә тикшермәй, ә ҡымыҙға рөхсәт юҡ.
Шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһе лә ҡырҡыу тора. Бер-ике йылдан көтөүселәр табыуы иң ҙур проблемаға әйләнеүе ихтимал. Бында ла Хөкүмәттән башҡа мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ. Бөгөн беҙ йәш быуынды сит ил йоғонтоһо аҫтында тәрбиәләйбеҙ. Эшсе һөнәрҙәренә генә түгел, ауыл хужалығы белгестәренә лә иғтибарҙы арттырыу талап ителә. Элек көтөүсе шөғөлө ауылда иң абруйлыларҙың береһе ине. Бөгөн күптәр ундай һөнәр барлығын да белмәй, сөнки бәләкәйҙән атта һыбай йөрөгән балалар юҡ, шыуышҡанынан алып атлағанына тиклем машинала елдерә.
Шулай уҡ депутаттарыбыҙ тарафынан юлда йөрөгән аттарға штраф һалыу буйынса ҡанундар сығарылды. Килешәм, аттар юл буйында иркен йөрөй, фермер­ҙарҙың игенен тәләфләй, халыҡтың сабынлығын тапай. Әгәр ҙә халыҡтан бейә һөтөн йыйыу тейешенсә ойошторолһа, халыҡ үҙе малын көтөү, йәки уларҙы иркенлеккә сығармау яғында булыр ине. Шәхси хужалыҡтарҙағы йылҡының күбеһе тик итләтә һатыу өсөн аҫрала. Шулай булғас, ниңә уларға көтөүгә ҡушырға, әйҙә, рәхәтләнеп уртлаһын, ти хужалары. Малсылыҡ буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтелһә, йылҡысылыҡ тармағында был йүнәлештә эш һүнеп ҡалды. “Былай ҙа йылҡығыҙ күп, өйөрө менән юлда йөрөй” тип хәҙер субсидия бирелмәй, – ти Рөстәм Рәфҡәт улы.
Башҡорт халҡы үҙенең ҡымыҙы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алһын, уны үҙ бренды итһен өсөн, күпселек ҡымыҙ етештереүселәргә хас булғанса, шифалы һәм милли ризыҡты юл буйында түгел, ә махсус йыһазландырылған кибеттәрҙә һатыу мотлаҡ. Баһадирҙар эсемлеге үҙ баһаһын юғалтмаһын, уның ҡото һәм ырыҫы китмәһен, ҡымыҙ­ҙың даны алыҫҡа таралһын өсөн бөгөн ҡымыҙсылыҡты һайлаған эшҡыуарҙарға йөҙ бороу кәрәк. Иртәгә һуң булып ҡуймаһын өсөн.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 2

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 3

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 3

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 2

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 4

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә 11.02.2026 // Иҡтисад

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә