Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәштәр өсөн офоҡтар киң
Йәштәр өсөн офоҡтар киңТәбиғәттең хозур төбәгендә Баймаҡ ерендәге йәмле Граф күле буйында тәүге тапҡыр “Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя!” тип аталған асыҡ республика йәштәр йыйыны үтте. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Башҡарма комитеты, республиканың Мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Баймаҡ районы хакимиәте ойошторҙо. Сарала күрше республикаларҙан һәм өлкәләрҙән, төрлө райондан килгән йәштәр ҡатнашты.


Тирмәләр урынлашҡан ерҙән алыҫ түгел урын алған палаткалар янында йәштәр мәж килә: кемдер спорт ярыштарына әҙерләнһә, икенселәре үҙ талантын күрһәтергә йыйына, бәғзеләре эшҡыуарлыҡ өлкәһенә арналған бизнес-тренингтарға һәм “түңәрәк өҫтәл”дә сығыш яһаусылар менән осрашыуға ашҡына. Йыраҡ араны яҡын итеп килгән Асҡын районы йәштәре менән яҡындан танышабыҙ. “Беҙҙе бигерәк тә был яҡтарҙың тәбиғәте һоҡландырҙы. Әлбиттә, беҙҙең төбәк тә матур, әммә һәр яҡтың ҡабатланмаҫ биҙәге була икән. Йыр бәйгеһендә беҙҙән Рәмзил Нурмөхәмәтов сығыш яһаны, башҡалар төрлө спорт ярыштарында үҙ көсөн һынаны. Бындай осрашыуҙар, фекер алышыуҙар бик кәрәк”, — тип уй-ниәттәре менән уртаҡлашты улар.
Алтын ҡуллы йәштәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһе лә һис ололарҙыҡынан ҡалышмай. Был йәһәттән хужаларға тиңләш­кәндәр табылмағандыр, моғайын. Баймаҡ ҡалаһынан Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының тирмәһе янында ҡуйылған биҙәү-ҡулланма әйберҙәре, Йомаш урта мәктәбе уҡыусыһы Азамат Юнысбаевтың эшләгән әйбер­ҙәре һәммәһенә оҡшаны. Һәр хужабикәнең хыялы — экологик яҡтан сифатлы, бысаҡтың үткер эҙен ҡалдырмаған аш-һыу таҡтаһылыр. Шундай әйберҙе Йомаш оҫтаһы эшләп тә ҡуйған. Төрлө төҫлө ҡәләмдәр ҡалдығынан барлыҡҡа килгән нәзәкәтле балдаҡ, ваза ла йыйылыусыларҙы ҡыҙыҡ­һындырҙы. Сараның абруйлы ҡунаҡтарының береһе Зөһрә Рәхмәтуллинаға һоҡланғыс йөҙөгөн кейҙерҙе Азамат.
— Тәүге эшемде әсәйемә бүләк иткәйнем, быныһы һеҙгә булһын, — тине йәш оҫта.

Эшҡыуарлыҡ һабаҡтары

Йыйынды тик күңел асыу сараһы тип уйлап килеүселәр ныҡ яңылышты, сөнки бында үҙ эшен асыусыларға ярҙам йәһәтенән төрлө темаларға арналған “түңәрәк өҫтәл”дәр, “Шәхси эшҡыуарлыҡтың хоҡуҡи нигеҙ­ҙәре” бизнес-тренингы, һатыу уйындары, эшҡы­уар­лыҡта осра­ған тәүге ҡаршылыҡтар буйынса фекер алышыу майҙансығы ойошторолдо. Бәләкәй эшҡы­уарлыҡтың ҙур проблемаларына юлығып, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, артабан ни эшләргә белмәгән йәштәргә күптән инде үҙ юлын тапҡан өлкән ағайҙарының һәр һүҙе фәһемле булды. Бигерәк тә Рәсәйҙә үҙенең “шайморатиктар” тип аталған тауар талондары менән киң танылыу яулаған иҡтисадсы-эксперт Рөстәм Дәүләтбаевтың үткәргән тренингтары күптәрҙе ылыҡ­тырҙы.Йәштәр өсөн офоҡтар киң
— Һәр кемдең күңелендә эшҡыуарлыҡ шытымы йәшәй, — тип башланы һүҙен Рөстәм Хәйбулла улы. — Ата-әсәләр, дәресеңде әҙерләһәң, ком­пьютерҙа уйын уйнарһың, уҡыу йылын яҡшы тамамлаһаң, планшет алып бирәбеҙ, тип үҙҙәре үк кескәй балаһына эшҡы­уарлыҡтың тәүге һабаҡтарын бирә. Артабан бала үҙе ата-әсәһенә өйҙө йыйыштырам — киноға ебәр, картуф утайым — шуны йәки быны алып бир, ти. Беҙ үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән ғаиләлә үҙ-ара алыш-биреш итә башлайбыҙ. Артабан ошо тәңгәлдә эште даими алып барыусылар аҡрынлап үҙ кәсебен аса, бизнесын булдыра ла инде. Күптәр һалым инспекцияһында теркәлеү үткәс, үҙен эшҡыуармын тип уйлап яңылыша. Бизнес-план төҙөү, теркәлеү түгел, ә бына тәүге табышыңды алыу, уның татлы һәм әсе емешенең тәмен татып ҡарау — эшҡыуарлыҡтың беренсе баҫҡысы.
— Мин дә – ваҡытында үҙ эшемде асып, уның “ут”ында янғандарҙың береһе. Күп кредит, түләүҙәр арҡаһында ауыҙ беште, көрсөк ваҡытында бар нәмәне, эшемде генә түгел, хатта дуҫтарҙы ла юғалттым. Әммә күптәр кеүек көрсөктән сығыу юлын шешә төбөндә түгел, ә ҡайтанан белем туплауҙа таптым. Иҡтисад өлкәһен өр-яңынан өйрәндем, сит ил белгестәренең хеҙмәттәренә таянып, хаталарымды таныным.
Әйткәндәй, Рөстәм Хәйбулла улы — немец иҡтисадсыһы Силвио Геззелдең “Ирекле аҡса” теорияһын Рәсәйҙә тәүгеләрҙән тормошҡа ашырған кеше. 2011 йылдың ҡоро йәйе уны “иҡтисади мөғжизә” яһарға мәжбүр итә. Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында таратылған “шайморатиктар” хаҡында күп­тәрҙең ишеткәне барҙыр... Йәштәр өсөн офоҡтар киң
— Яҡшы эшҡыуар бер урында тапанмай, һәр саҡ яңы юлдар эҙләй, — ти Салауат ҡалаһынан бизнес-проекттар етәксеһе Рөстәм Хаматшин. — Бер-бере­геҙ менән аралашып, кәңәшлә­шеп эш итеү кәрәк, килеп сыҡмаһа, ташларға ярамай. Йәнә дәртлән, был юлы ла теләгеңә ирешмәһәң, тағы тотон. Шул сағында барыһы ла килеп сығыр, иң мөһиме — үҙеңдәге эске ҡурҡыуҙы еңергә кәрәк.
Рөстәм Айрат улы тәүгә эш башлаусыларҙың күбеһе республикала ниндәй грант, субсидия бирелеүе хаҡында белмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, шуның өсөн киң мәғлүмәт сараларын даими уҡып барырға, урындағы властар менән тығыҙ бәйләнештә булыу кәрәклеген белдерҙе.
“Башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге” тигән “түңәрәк өҫтәл”дең модераторы — филология фәндәре докторы, доцент Зәки Әлибаев әйтеүенсә, үткәнһеҙ – бөгөнгө, бөгөнгөһөҙ киләсәк юҡ. Шәхес халҡыбыҙға хас тәбиғәт иркенлегендә аралашҡан, тормошҡа айыҡ ҡарашлы, үткер фекерле, үҙенең тарихын белгән, уны хөрмәт иткән булырға тейеш. Икенсенән, беҙҙең йәштәребеҙгә берләшеү мотлаҡ, шуның өсөн ошондай йы­йындарҙың үтеүе, төрлө төбәктә йәшәүселәрҙең бер ҡорға тупланып, үҙ һүҙен әйтә алыуы, аралашыуы маҡтауға лайыҡ. Элек-электән ата-бабаларыбыҙ ҡор үткәреп, төрлө пробле­маларҙы уртаға һалып һөйләшер булған.
Күгәрсен районы тирмәһенән талантлы йырсы Вәсилә Фәттә­хова репертуарынан “Әйтелмәгән мөхәббәт” йырының яңғырауы барыһын да шул тирәгә саҡырҙы. Йырҙың шул тиклем үҙәкте өҙөп башҡарылыуынанмы, әллә урыҫ ҡыҙы Александра Васильеваның саф башҡортса сығыш яһауынан­мы, баһалама ағзалары ла, тамашасылар ҙа бер аҙға юғалып ҡалды.Йәштәр өсөн офоҡтар киң
Кисә генә физик культура уҡытыусыһы дипломы алған 19 йәшлек Саша — Белореттан. Әсәһе Тәслимә Нурғәле ҡыҙы — башҡорт, атаһы — урыҫ. Шуға күрә ике телде лә яҡшы белә, иркен аралаша. “Ошо йырҙы ишеткәс тә күңелемә ныҡ оҡшаны, өйрәндем, тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡтым, тиергә лә була. Тулҡынландым, сөнки баһалама ағзалары — бик абруйлы йырсылар”, — тине ул.
Әйткәндәй, башҡорт телендә сығыш яһаған урыҫ һылыуы “Йәшлек моңо” йыр конкурсында икенсе урынды яуланы. Беренсе урынға Баймаҡ ҡалаһынан Әлфир Заманов лайыҡ булды.
Йәштәр төрлө спорт ярыштарында, милли уйындарҙа ҡатна­шты, көрәш батырҙары үҙ көсөн келәмдә һынаны, етеҙҙәр һәм состар волейбол уйнаны. Шулай ҙа ат ярыштары тама­шаның сағыу биҙәгенә әүерелде. Башҡорт тоҡомло аттарҙа елгән һыбайлыларҙың сығышы көслө алҡыштарға күмелде.
Таһыллыҡ һәм саялыҡ талап иткән төрки халыҡтарының милли уйыны “Ылаҡ” та ойошторолдо. Майҙанға Бөрйән һәм Ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәре сыҡты. Уйын тәртибе буйынса, һыбайлылар ҡаршы команданың майҙанына ҡуйылған ҡаҙанға, ҡаршы­лыҡтарҙы еңеп, кәзә түшкәһен һалырға тейеш ине. Ярышта берҙән-бер сая ҡыҙ Снежана Таймаҫова еңеп сыҡты.
Ә йыйындың төп ваҡиғаһы яңы төҙөлгән “Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы” ойошмаһына яңы ағзалар ҡабул итеү булды.


Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе:
— Йәштәр форумы Урал батыр вариҫтары йәшәгән ерҙә үтеүе менән әһәмиәтле. Ҡасандыр һулар һауа, тәғәм ризыҡ, торор ер эҙләп килгәндәрҙе үҙенә һыйын­дырған изге Башҡортостан ерендә төрлө төбәк йәштәренең бергә йыйылыуы, аралашыуы, фекер майҙансығы булыуы — үҙе бер матур күренеш. Рухлы, сәмле һәм белемле йәштәребеҙҙең күп булыуы һоҡландыра.

Әмир ИШЕМҒОЛОВ,
Баш­ҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайының Баш­ҡарма комитеты рәйесе:
— Бөгөнгө йыйындың төп маҡсаты — йәштәрҙе бергә туплау, аралашыу һәм фекер алышыу, алдағы көндәргә яңы маҡсаттар билдәләү, эш­ҡыуарлыҡ нигеҙҙәренә өйрәтеү, уларҙа илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү. Беҙ форумға сит өлкәләрҙә, күрше республикаларҙа йәшәгән дуҫтарыбыҙҙы саҡырҙыҡ, улар башҡорт йәштәре менән аралашып, артабан бергә эшләргә, танышырға тейеш тигән маҡсатты ҡуйҙыҡ.

Камил МӨХӘМӘТЙӘРОВ, Әбйәлил районы вәкиле:
— Йыйын оҡшаны, үҙем юрист булараҡ, бизнес тренингтарҙа ҡатнаштым, фәһемле кәңәштәр алдым.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 337

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 388

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 271

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 343

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 295

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 366

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 368

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 338

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 328

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 271

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 514