Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күсле кәсеп – көслө кәсеп, елкәң генә етһен
Күсле кәсеп – көслө кәсеп, елкәң генә етһен…Ике һуҡмаҡты хәтерләткән машина юлы урман эсенә инеп юғала ла ҙур түңәрәккә оҡшаш яланға килеп сыға. Был “утрау” – икенсе бер донъя ул. Бында техника гөрләгән, музыка уйнаған, сыбыртҡы шартлаған да тауыш юҡ… ә йәшәйеш һиҙелә! 300-ләп йорттары бар әлеге донъяның, халҡы аҙ түгел – меңдәр менән иҫәпләнә. Әйтергә кәрәк, бик тырыштар үҙҙәре, көндәре эш менән үтә. Иртә таңдан кискә тиклем уратып алған йүкә урманынан, сәскәләрҙән һут ташый улар, бала сығара.
Аталы-уллы Илшат менән Айнур Ишмөхәмәтовтарҙың да көндәре ошо донъяла үтә: умарта таҙартырға, айырылған күстәрҙе ултыртырға, балауыҙ ҡуйырға һәм башҡа бихисап бурысты башҡарырға кәрәк. Ҡайһы берҙә уҫаллашыуҙы иҫәпкә алмағанда, бындағы халыҡ ҡурсалаусы “алпамышаларҙы” ярата, шуға тәмле һәм файҙалы ризыҡтары менән ихлас бүлешә.


Ауыл хужалығына “йәшел ут” тоҡанды. Әммә был аҡсаны көрәп эшләйем тигәнде аңлатмай әле. Үҙебеҙҙә лә үҫтерә алған осһоҙ сит ил йәшелсә-емештәре, ит ризығы магазин кәштәләрен һаман да биләй бирә. Уның ҡарауы, беҙҙең ерлеккә генә хас табышлы күренештәр ҙә юҡ түгел. Башҡорт балының даны, мәҫәлән, күптән ҡитға сик­тәренән ашты, һәм, әйтергә кәрәк, күптәр, ошо күренеште үҙ ыңғайына ҡайырып, уңышлы эшләп килә. Бындай хәлде, мәҫәлән, Ишембай районында күҙәтергә мөмкин. Әйтелгәнде дәлилләп, шуныһын билдәләргә була: районда йәмғеһе 10 меңдән ашыу күс иҫәпләнә, умартасылыҡ менән 650-гә яҡын кеше (шәхси хужалыҡтар һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары бергә) шөғөллә­нә, 36-һы ошо шөғөл өсөн ҡуртымға урман алған. Былтыр йәрминкәләрҙә генә ете тоннаға яҡын бал һатылған. Әлбиттә, бында “үҙе өсөн” умарта тотҡандар күҙ уңында тотолмай. Хәйер, уларҙы ла бал ярҙамында донъя көтә тип фаразларға мөмкиндер.
Умарта менән шөғөлләнеү өсөн шарттар ҙа етерлек: Ишембай районы ерҙәренең 67 процентын урман ҡаплаған. Уны башлыса йүкә тәшкил итә (107 мең гектар). Тимәк, йүкә балы хаҡында кинәнеп һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Бынан тыш, төрлө сәскәгә бай ялан-ҡырҙар ҙа ҡулайлы. Тәбиғәт тарафынан ғына түгел, район етәкселеге яғынан да шарттар тыуҙырыла. Мәҫәлән, яңыраҡ үткән район умартасылары семинары иғтибарға лайыҡ. Унда ҡатнашыусылар республика­ның төп умартасыһы Әмир Ишемғоловтан тармаҡ үҙенсә­лектәре буйынса һабаҡ алды, умарталарҙы юлда йөрөтөү буйынса мәғлүмәт тупланы, “ҡуртымға нисек урман алырға?” тигән һорауға яуап тапты. Иң мөһиме — был семинарҙың эш һөҙөмтәһе булып районда умартасылар ассоциацияһы төҙөлдө. Тимәк, хәҙер төрлө ярҙам алыу, конкурстарҙа ҡатнашыу буйынса ла фекер алышырға була. Нисек кенә булмаһын, умартасылыҡ иң табышлы тармаҡтарҙың береһе булып ҡала районда.
Был һүҙҙәрҙе Көҙән ауылынан башта телгә алып киткән Ишмөхәмәтовтар ҙа дәлилләй:
— Ҙур ғаиләмдең бар килеме бал ҡорттарында, — ти 30 йылға яҡын умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Илшат ағай.
Башта ул колхоз умарталы­ғында тәжрибә туплаған, хужалыҡ тарҡалғас, урындағы абруйлы эшҡыуар Геннадий Лейтерҙың умарталарын ҡарай. Бер юлы үҙенең күстәрен дә арттыра. Бөгөн ике хужаға йәмғеһе 300 баш умарта иҫәпләнә.
— Ҡорттар безелдәгәнен, һанду­ғастар һайрағанын тың­лап, эшләп тик йөрөйбөҙ. Был донъя мәшәҡәтле, әммә кинәнесле, — тип ҡәнәғәтлек белдерә Ишмөхәмәтовтар.
Умарта тигәс, әлбиттә, бер бал менән сауҙа итеү тураһында ғына һүҙ бармай. Яҙын – тотош умарталар, йәйен ҡорт айырған ваҡытта күстәр ҙә һата умартасы (йәнә ярайһы ғына табышлы шөғөл). Был йәһәттән шуны билдәләргә кәрәк: Илшат ағайҙан алған умарталар һәр ерҙә лә берегеп китә икән, ултыртҡан йылында уҡ мул табыш бирә, сөнки хужа тауарын еренә еткереп тапшыра. Һатыуға эшкә әҙер ҙур ғаиләләр генә сығарыла.
— Ҡорттар менән кешеләр араһында ла, кешеләр менән кешеләр араһында ла ғәҙел мөнәсәбәт яҡлымын, — ти умар­тасы Ишмөхә­мәтов. — Алдап-йолдап, йүнһеҙ күстәр һатмайым, үҙебеҙҙең (урын­дағы) ҡорттарҙы ғына тотам, ҡайһы берәүҙәр һымаҡ сәскә балын йүкәнеке тип тә шаштырмайым, өлгөрмәгән балды ҡыҫтамайым.
Шуғалырмы тирә-яҡтағы умартасылар Ишмөхәмәтов­тарҙың тупһаһын яҙ-йәй һайын тапап тора, балды ла бер үк кешеләр йыл да килеп алып бөтә. Хатта бая әйткән ҡитға сиктәре тураһында уйланаһы ла түгел, йәмәғәт. Ә бит, өҫтәрәк телгә алып ки­теүебеҙсә, умарталыҡта күстәр аҙ түгел, уңышлы йылдарҙа бал бигерәк тә мул төшә. Шуға ҡарамаҫтан ул һатып бөтөлә.
Әлбиттә, шәкәр ҡай­натмаһын бал тип һатып йөрөүселәр ҙә юҡ түгел, иҫкергән “балды кисә генә айырттыҡ” тип алдаусылар ҙа етерлек. Шулай ҙа бал барыбер сифат талап итә. Ә өҫтәлгә тәмле һәм файҙалы ризыҡ килеп ултырһын өсөн күпме тир түгергә кәрәк. Бал ҡыуыу бер, бал ҡортон балалай ҡарау фарыз.
Бындай шөғөлдө, миңә ҡалһа, Ишмөхәмәтовтар һымаҡ бал ҡорто йәнлеләр генә башҡарырға һәләтле. Улай ҙа булмай, әле сәңгелдәктә килеш ошо умарталыҡта безелдәүек­тәрҙе күҙәтеп ятҡан Айнур, атаһынан күргән уҡ юнған тигәндәй, ана нисек тырыша! Иртә таңдан кискә тиклем умарта ҡарай. 22 йәшлек кенә егет Башҡорт дәүләт аграр университетында умартасылыҡ буйынса махсус белем дә алып өлгөргән, хәрби бурысын да үтәп ҡайтҡан, күптән түгел өйләнгән дә. Был йәһәттән мәсьәләне икенсе яҡлап ҡапшау ҙа отошло: ауылда эш юҡ, йәштәр ҡалаға китә, тип ҡайғырабыҙ. Ә ошо ваҡытта, ана, Көҙән ауылында өр-яңы ғаилә тыуған, ҡатыны мәктәптә уҡытһа, ғаилә башлығы ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған шөғөлдән табыш юллай.
Эйе, нисек кенә ҡарама, умартасы­лыҡ менән шөғөл­ләнеү бар ятҡан да отошло, тик үҙең дә бал ҡортолай тырыш, ғәҙел һәм ошо донъяға ғашиҡ булыу ғына фарыз…


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.
Фото: Автор фотоһы.
Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республика аграрийҙары 4 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған

Республика аграрийҙары 4 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған 05.05.2025 // Иҡтисад

Республика аграрийҙары 4 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған...

Тотош уҡырға 43

Башҡортостан менән Үзбәкстан уртаҡ технопарк булдырыу тураһында һөйләшеп килеште

Башҡортостан менән Үзбәкстан уртаҡ технопарк булдырыу тураһында һөйләшеп килеште 30.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан менән Үзбәкстан уртаҡ технопарк булдырыу тураһында һөйләшеп килеште...

Тотош уҡырға 57

Башҡортостанда яҙғы сәсеү буйынса лидерҙар асыҡланды

Башҡортостанда яҙғы сәсеү буйынса лидерҙар асыҡланды 24.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда яҙғы сәсеү буйынса лидерҙар асыҡланды...

Тотош уҡырға 66

Башҡортостанда яҙғы сәсеү буйынса лидерҙар билдәләнде

Башҡортостанда яҙғы сәсеү буйынса лидерҙар билдәләнде 24.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда яҙғы сәсеү буйынса лидерҙар билдәләнде...

Тотош уҡырға 78

Башҡортостандың 22 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 22 районында сәсеү эштәре башланды 22.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостандың 22 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 70

Мартта республикала йәшәүселәр алған ипотека кредиттары күләме 15% артҡан

Мартта республикала йәшәүселәр алған ипотека кредиттары күләме 15% артҡан 18.04.2025 // Иҡтисад

Мартта республикала йәшәүселәр алған ипотека кредиттары күләме 15% артҡан...

Тотош уҡырға 74

Башҡортостанда субсидияларҙы иҫәпләү өсөн торлаҡтың квадрат метрының хаҡы артты

Башҡортостанда субсидияларҙы иҫәпләү өсөн торлаҡтың квадрат метрының хаҡы артты 16.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда субсидияларҙы иҫәпләү өсөн торлаҡтың квадрат метрының хаҡы артты...

Тотош уҡырға 146

Республикала Дүртөйлө – Груздевка юлында ремонт эштәре дауам итә

Республикала Дүртөйлө – Груздевка юлында ремонт эштәре дауам итә 14.04.2025 // Иҡтисад

Республикала Дүртөйлө – Груздевка юлында ремонт эштәре дауам итә...

Тотош уҡырға 73

Башҡортостанда 50-нән ашыу майҙансыҡта эшкә урынлашыу йәрминкәләре ойошторола

Башҡортостанда 50-нән ашыу майҙансыҡта эшкә урынлашыу йәрминкәләре ойошторола 14.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда 50-нән ашыу майҙансыҡта эшкә урынлашыу йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 61

Башҡортостанда быйыл сәсеү майҙандары арттырыла

Башҡортостанда быйыл сәсеү майҙандары арттырыла 14.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда быйыл сәсеү майҙандары арттырыла...

Тотош уҡырға 69

Башҡортостан ауыл ипотекаһын биреү буйынса ил төбәктәре араһында беренсе урынды биләй

Башҡортостан ауыл ипотекаһын биреү буйынса ил төбәктәре араһында беренсе урынды биләй 11.04.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан ауыл ипотекаһын биреү буйынса ил төбәктәре араһында беренсе урынды биләй...

Тотош уҡырға 60

Республикала тағы ике газ ҡойоу станцияһы төҙөлә

Республикала тағы ике газ ҡойоу станцияһы төҙөлә 10.04.2025 // Иҡтисад

Республикала тағы ике газ ҡойоу станцияһы төҙөлә...

Тотош уҡырға 62