Ваҡыт һыу кеүек аға. Әле генә уйнап йөрөгән малайҙар, атай булып, балалар үҫтерә. Һәр кем үҙ тормош юлын табып, ошо матур яҡты донъяла йәшәүен, эшләүен дауам итә. Радик Яныбаев Өмөтбай ауылында ябай эшсе ғаиләһендә донъяға килә. Бала сағы башҡаларҙыҡынан айырылмай: йәй көндәрендә Маҙары буйында балыҡ тота, һыу инә, бесән саба, кистәрен туп уйнай, йәштәштәре менән күңел аса, бейей... Урта мәктәптән һуң Белорет һөнәрселек училищеһында уҡыған саҡта йыйылма команда менән республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында сығыш яһай. Уны тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алына.
Армиянан һуң ауылда клуб мөдире булып эш башлай. Шул саҡта фельдшерлыҡ пунктына эшкә килгән һылыу ҡыҙ – Венераға ғашиҡ була. Күп тә үтмәй, йәштәр өйләнешә.
Татлыла төҙөлөш башланыуын ишеткәс, Яныбаевтар ғаиләһе лә ҡалаға күсә. Радик автомобиль хужалығында токарь булып, Венера госпиталгә эшкә урынлаша.
Ғаиләлә ике бала үҫтереп, матур ғына йәшәп ятҡанда, үҙгәртеп ҡороуҙар башлана. Совет иле тарҡала, иҡтисадта ла торғонлоҡ: предприятиелар ябыла, һәр ерҙә эшһеҙлек.
Заман шауҡымы Радик, Венера эшләгән предприятиеларҙы ла урап үтмәй. Ул заманда аҡса табыуҙың бер юлы сауҙа өлкәһе ине. Күптәр ошо йүнәлеште һайлай. Венера менән Радик та юғалып ҡалмай: йәйен ауылда ҙур булмаған йортта йәшәп, баҡсала бил бөгә, буш ятҡан баҡсаһына һуған, кәбеҫтә, сөгөлдөр, картуф ултырта. Йәшелсәне үҫтереү өсөн түҙемлек, көс кәрәк. Ҡый үләнен утау, һыу ҡойоу кеүек эштәрҙә балалары ла ярҙамлаша.
Көҙ иһә уңышты юғалтмай йыйып алып, иҫке генә ”Нива” машинаһында ҡалаға, ҙур ауылдарға ташыйҙар. Йәшелсә менән генә аҡса эшләп булмаҫын аңлап, Радик ат менән утын, бесән ташый, ер һөрә. Ғаилә менән кәңәшләшеп, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә башлайҙар.
Уңыш егәрлеләргә йылмая, Яныбаевтар ҙа бер аҙ аяҡҡа баҫып алғас, Егәҙе ауылында магазин аса. “Нива” машинаһы менән тауар ташый, бер юлы күберәк килтереү өсөн тағылма һатып алалар.
Магазин булғас, халыҡты өҙлөкһөҙ тауар менән тәьмин итергә кәрәк, аҙнаһына ике тапҡыр ҡалаға йөрөргә тура килә. Өмөтбай менән Белорет араһы яҡын түгел – 110 саҡрым. Тауарҙы Егәҙеләге магазинға бушатып, Өмөтбайға ҡайтырға кәрәк. Ә ауылда мал-тыуар көтә... Юл да шәптән түгел. Төпкөл ауылға йөк ташыу өсөн “УАЗ” машинаһы һатып алалар. Көн дә тынғыһыҙ, ауыр эш, ләкин башлағанды ярты юлда ташлау килешмәй – Радик менән Венера ундайҙарҙан түгел.
Килемдән сығым күберәк, балалар Сибай ҡалаһында БДУ-ла уҡый. Малға бесән әҙерләү кеүек бөтә эштәр ҙә тәүҙә ҡул менән башҡарыла, кеше яллайҙар.
Дөйөм йыйылышта ауыл халҡы Венера Гәрәй ҡыҙын староста итеп һайлап ҡуя. Халыҡ яңылышмаған, староста ауылда тәртип булдыра: урам сүп-сарҙан таҙартыла, иҫке, емерек йорттар алып ташлана.
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре обелискыһын йыл һайын өмә ойоштороп, эргә-тирәһендәге үләндәрҙе сабып, таҙартып, төҙөк хәлдә тотоуҙа ла Радик Яныбаевтың өлөшѳ ҙур.
Ауыл клубы янып юҡҡа сыҡҡас, кистәрен йыйылып шахмат, шашка һәм бильярд уйнау туҡтап ҡала. Өмөтбайҙар оҙаҡ уйлап тормай: буш торған йорттоң нигеҙен яңыртып, клуб итеп төҙөп ҡуя. Әлеге көндә ул эшләй, эсе таҙа, күркәм. Былтыр көҙ кәртәһе яңыртыла. Был эште лә ауыл Советы депутаты хәстәрләй.
Венера, староста булараҡ, олоһона ла, кесеһенә лә ярҙам итә. Бала саҡтан инвалид булған Әхәт ҡырҡ биш йәшкә тиклем пенсия алмай. Венера Гәрәй ҡыҙы үҙе Өфөгә дауаханаға йөрөтөп, пенсия юллаша.
Төпкөлдә урынлашҡан ауыл күҙгә күренеп үҙгәрә, өй алды кәртәләре яңыртыла, төрлө төҫтәге буяуҙар менән биҙәлә. Ауыл халҡының ҡарашы ыңғай яҡҡа үҙгәреүе ҡыуаныслы. Бер нисә хужа ѳөйөнә һыу үткәрә, һыу йылытҡыстар ҡуя. Ҡаланан кәм йәшәмәйҙәр, тип әйтһәк тә, арттырыу булмаҫ.
Старостаны борсоған мәсьәләләр ҙә бар, уларҙы өмә ярҙамында ғына хәл итеп булмай. Әммә тырыш ҡатын күперҙәрҙе төҙөкләндереүгә өлгәшә.
Венера менән Радик хужалыҡтарын йылдан-йыл нығыта, мал һанын арттыра. Ағас алып, ҙур ат һарайы төҙөйҙәр.
Ҡул менән мал аҙығы әҙерләү ауыр булғас, 2013 йылда Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы аша субсидия һәм кредит юллап, трактор, тағылма, бесән йыйғыс, салғы һәм тырма алалар. Ауылдан йыраҡ булмаған Күң-Ҡаҙай яланын файҙаланыуға ҡуртым килешеүе төҙөйҙәр.
Мал аҙығы әҙерләү күпкә еңеләйә. Артыҡ бесәнде һатырға ла була, был үҙе тракторға яғыулыҡ алырлыҡ аҡса бит. Мал һанын тағы ла арттырырға мөмкинлек тыуа.
Радик тракторы менән ауыл өсөн дә ҙур эштәр башҡара, урамды ҡарҙан таҙарта, кешегә кәрәк-яраҡ килтерергә ярҙам итә.
2013 йылда Өмөтбайҙа Кирәй-Ҡыпсаҡ йыйыны булды. Был байрамды үткәреүгә Венера менән Радик ҙур өлөш индерҙе. Һуңынан Егәҙе, Тары, Шыршылы йылғалары аша һәм ауыл эсендәге күперҙәр, Егәҙе – Өмөтбай автомобиль юлы төҙөкләндерелә. Әле лә тормошҡа ашыраһы эштәр бар: Көнбайыш Мәйгәшле – Өмөтбай электр бағаналары серегән, алыштырырға ваҡыт, шулай уҡ телефон, Интернет мәсьәләһе лә хәл итеүҙе көтә, ауыл урамына таш түгергә кәрәк.
Венера менән Радиктың эшен халыҡ күрә, белә. Уларҙың тырышлығын ыңғай баһалай: Венера Гәрәй ҡыҙы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә, ә Радик Зәки улына былтыр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан Грамота тапшырыла.
Яныбаевтар ғаиләһе ваҡыт менән бергә атлай. Ҡайҙа тыуған, шунда файҙаһы тейгән, тигән һүҙҙәр нәҡ уларға төбәп әйтелгән кеүек.