Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бал ҡорто бушлыҡты яратмай
Бал ҡорто бушлыҡты яратмайУмартаның үткәне һәм бөгөнгөһө
Бик боронғо замандарҙа ҡырағай бал ҡорттарының йәшәү урыны мәмерйә, ҡая ярыҡтары һәм ағас ҡыуышы була.
Ҡортсолоҡ һөнәре — ҡырағай бал ҡорттары балына һунар менән кеше йөҙ йыллыҡтар буйына шөғөлләнгән. Умартасылыҡ үҫеше бер нисә этап үткән. Кеше, ҡырағай ҡорт ҡыуышын табып, бөтә балды һыпырып ала, бының менән ҡорт күсен үлемгә дусар итә. Һуңғараҡ һунарсылар эҙләп тапҡан бал ҡортло ағастарға билдә (тамға) һала һәм был ағас ҡыуыштарын (солоҡтарҙы) үҙҙәренең милке тип һанай башлай. Ҡорт үлмәһен өсөн балдың бер өлөшөн ҡышҡылыҡҡа ҡалдыралар. Солоҡ умартасылығы бына шулай барлыҡҡа килә. Солоҡсолар ағастарға бал ҡорттары, күстәр ҡунһын өсөн ҡыуыштар эшләргә өйрәнә. Кеше солоҡтарҙы талап китеүҙән һаҡлай һәм, йыйылыуына ҡарап, балын ала.
Икенсе этап — түмәр умартасылыҡ. Бал ҡорттарын эсе соҡолған түмәрҙәрҙә, йәғни һүтелмәй торған умарталарҙа үрсетәләр. Уға алмашҡа рамлы умартасылыҡ килә. 1914 йылда, донъяла беренсе булып украин умартасыһы, ватан умартасылығының күренекле эшмәкәре Петр Прокопович рамдары һурып сығарылмалы умарта уйлап таба, ошо нигеҙҙә ҡорт күстәрен аҫрау һәм үрсетеү технологияһын эшләй. Уның эшмәкәрлеге илдә умартасылыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә.
1851 йылда Америка умартасыһы Лоренцо Лангстрот бал ҡортоноң биологик үҙенсәлеген — бушлыҡты яратмауын өйрәнгәндән һуң, асылмалы ҡапҡаслы һәм үргә күтәреп алына торған рамлы умарта конструкцияһын төҙөй. Шылдырып ҡуйылмалы, күтәреп алынмалы рамдарҙы ҡулланыу немец Иоганн Мерингтың 1857 йылда яһалма балауыҙ һәм Австриянан Франц Грушканың 1865 йылда бал ҡыуғыс уйлап табыуына килтерә.
Бал ҡорто бушлыҡты яратмайХIХ быуат аҙағында Дадан-Блаттың 12 рамлы умартаһы уйлап табыла. Унан күп корпуслы умарталар һәм ятҡырып ҡуйылмалы горизонталь умарталар барлыҡҡа килә. Уларҙың бөтәһе лә хәҙер һәүәҫкәр умартасылар тарафынан ҡулланыла.
Умарта — бал ҡорттарының торлағы, улар унда балауыҙ кәрәҙенән оя эшләй. Кәрәҙ күҙәнәктәрендә бал ҡорттары үрсей, аҙыҡ — бал һәм һитә запасын туплай. Ә оло бал ҡорттары рамдар араһындағы аралыҡҡа (кәрәҙҙәр араһындағы бушлыҡҡа) урынлаша. Умарта ояларҙы һәм бал ҡорттарын тышҡы һауаның насар шарттарынан һаҡлай, ҡорттар бүлеп сығарған йылылыҡтың юғалмауын тәьмин итә.
Хәҙерге ваҡытта умартасылар рамлы умарталарҙың ике төрөн: вертикаль терәүлеһен һәм горизонталь ятмалыһын (лежак) файҙалана. Вертикаль умарталарҙың күләме кәрәк булған саҡта, өҫтәмә юғары корпустар һәм магазиндар ялғанмалары ҡуйыу юлы менән, арттырыла. Бындай умарталарҙың бейеклеге уларҙың оҙонлоғонан һәм киңлегенән артыҡ була. Горизонталь умарталарҙың киңлеге бейеклегенән артыҡ һәм уларҙың күләме бейеклеккә түгел, ә ян-яҡҡа арттырыла.
Йыш ҡына кеше: “Ниндәй умарта яҡшыраҡ, уларҙың ниндәйендә бал ҡорттарын тоторға икән?” — тип һорай. Бер генә төрлө яуап биреүе ауыр һәм мөмкин дә түгел. Күп йыллыҡ тәжрибәнән сығып, умартасылар, вертикаль умарталар бал ҡорттарының биологик талаптарына, уларҙы тәрбиәләүҙең интенсив технологияһына тап килә, тип яуап бирә. Әйтергә кәрәк, ике корпуслы, ике магазин ялғанмалы 12 рамлы (дадан), 4–5 корпуслы умарталар, шулай уҡ күп корпуслы умартаның ике корпусы һәм яртышар рамдары (оя рамдарынан икеләтә бәләкәй) менән ике-өс магазинлы умарталар уңай.
Ләкин ҡайһы бер умартасылар горизонталь ятмалы умарталарҙы ла уңышлы файҙалана. Бындайҙарҙа яҙ көнө бер тигеҙ итеп ояларҙы киңәйтеү ғәмәлгә ашырыла. Шулай иткәндә, балды алыуы — умартанан баллы кәрәҙҙәрҙе сығарыуы, бал ҡорттарына ҡышҡылыҡҡа оялар йыйыуы ҡулайыраҡ. Ятмалы умарталарҙың (20 һәм 24 рамлы) етешһеҙлеге шунда — ул күсереп йөрөтөүгә ауыр, бик ҙур. Әгәр һеҙ башҡа төр умарта эшләргә теләһәгеҙ, уларҙың үлсәмдәрен ошо китаптарҙан таба алаһығыҙ:
1. В. Д. Лукоянов, В. Н. Павленко. Пчеловодный инвентарь, пасечное оборудование. Справочник. М., Агропромиздат, 1988.
2. А. С. Нуждин. Основы пчеловодства. М., Агропромиздат, 1988.
3. Н. Л. Буренин, Г. Н. Котова. Справочник по пчеловодству. М., Агропромиздат, 1985.
4. А. Н. Бурмистров, Н. И. Кривцов, В. И. Лебедев, О. К. Чупахина. Энциклопедия пчеловода. Континенталь — Книга ТИД Континент-Пресс. М., 2006 һәм яңы сыҡҡан әсбаптар.
Был китаптар һәм башҡа белешмәләр китапханаларҙа һәм умартасыларҙа булырға мөмкин.
Рафиҡ НОҒОМАНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


  1. Ревнер
    Ревнер от 17.03.2012, 22:07
    Хорошая статья.Конструкцию или тип улья каждый выбирает для себя по своим возможностям. Я перехожу постепенно на альпийский тип улья переделанный для наших условий. Почему? Да просто одному в 65 лет стало тяжеловато передвигать другие типы ульев.
    Мигранов Р.

Комментарий өҫтәргә