Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡоллоҡҡа төшөргән аҡса
Ҡоллоҡҡа төшөргән аҡса – Тағы ла шулар маҙаға тейә! Көн дә, төн дә пакуй юҡ. Нисек кенә ҡотолорға икән? – шундай асыулы һүҙҙәр менән танышым телефонын ситкә атып бәрҙе. Кемдеңдер шылтыратыуынан егеттең кинәт кәйефе боҙолдо. Тәүҙә эштең ниҙә икәнен аңламайыраҡ торҙом. Аҙаҡ, ул барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләгәс, ниндәй ҡапҡанға эләгеүен аңланым.


– Ҡапыл ун мең һум аҡса кәрәк булып киткәйне, – тип башланы һүҙен егет. – Ә ҡайҙан алып торорға һуң? Кәрәк саҡта табыуы ла ҡыйын. Шунан туҡталыштағы бер яҙыуға текәлдем. Һуңғы өмөтөм менән микрозайм офисына индем...
Эйе, бындай микрофинанс ойошмалары Өфөнөң һәр туҡталышында бар. Хатта бер урында ике-өс офис урынлашҡан. Бер мәшәҡәтһеҙ, 15 минут эсендә аҡса биргән банктар һәр кемгә “ярҙам итергә” әҙер. Бындай “мәрхәмәтлеләр” хәҙер төпкөл райондарҙы ла ялмап алған.
Нимәһе менән йәлеп итә һуң улар халыҡты? Беренсенән, микрозайм биреүсе ойошмалар аҡсаны һәр кемгә тиҙ генә бирергә әҙер. Икенсенән, рәсми эш урыны ла, өҫтәмә документтар ҙа кәрәкмәй. Паспортың ғына булһын! Халыҡ шуға йышыраҡ мөрәжәғәт итә лә.
Ә инде башҡа банктар ул тиклем әҙ сумманы биреп бармай. Тағы ла эш урынынан килемен раҫлаған ҡағыҙҙар, кредит тарихының яҡшы булыуы мотлаҡ. Ә инде кинәт кенә берәй аҙнаға 5000 һум кәрәк булғанда, ни өсөн банк тупһаһын тапап йөрөйһөң инде?
Теге егетте лә микрозайм офисында бик ихлас ҡаршы алғандар. Тәүҙә паспортын, пропискаһын ҡарағандар. Аҙаҡ ҡайҙа эшләүен белешкәндәр. Рәсми эш урыны булмағас, тегендә-бында ялланып көн күреүен белдергән. Хеҙмәт­кәр­ҙәр быға ла әллә ни аптыра­маған. Өс яҡын кешеһенең телефон һандарын һорағандар. Аҙаҡ шуларҙың береһенә шылтыратып, клиент ысынлап та ҡул ҡаушырып ятмаймы икәнен, ҡайҙа йәшәүен төпсөнгәндәр. Барыһын да белешкәс, күп тә үтмәй, килешеү төҙөп, 10 мең һумды егеттең ҡулына тотторғандар.
– Тәүҙә ныҡ ҡыуандым! – тип һүҙен дауам итә ул. – Хәтәр шәп нәмә икән дәһә, тигән булдым. Ысынлап та, бер мәшәҡәтһеҙ аҡса бирҙеләр. Бурысың көнөнә 2 про­центҡа арта бара: 200 һум күп түгел бит инде... Тағы ла берәй танышыңды алып килһәң, артабанғы займдарҙы әҙерәк процент менән бирербеҙ, тип ҡалдылар.
Көнөнә ике процент... Әҙ кеүек тойола ул. Ана шулай күптәр алдана ла инде. Тәү ҡарашҡа ғына шулай һымаҡ. Ә хәҙер инде бурыстың йылына күпмегә үҫеүен иҫәпләп ҡарайыҡ. Йылда – 365 көн. Инде көн дә ҡуйылған ике процентты шуға ҡабатлайбыҙ. (365*200=73 мең! Йәғни, йыл буйына түләмәһәң, төп бурысыңдан тыш тағы 73 мең сығарып һалыу кәрәк.
Бында офис тарафынан бер ниндәй ҙә алдаҡ юҡ. Килешеү төҙөгәндә һәр кем йылына 750 процентҡа займ алыуын раҫлап ҡул ҡуя. Әлбиттә, был һандар бәләкәй хәрефтәр менән яҙылған. Уға әллә ни иғтибар итеп тә бармайҙар. Көн һайын бурыстың ниндәй суммаға арта барыуын һанағанда, шулай килеп сыға ла.
Танышым менән дә тап шундай хәл булған. Даими килем алып тормағас, бурысын ваҡытында ҡайтармаған ул. Ялланып эшләүсегә заказ табылмаған саҡтар ҙа булғылай.
– Бер ай буйы түләй алманым, – ти егет. – Шулай ҙа яртыһын түләйем тип офисҡа биш мең һум алып барһам, бурыстың ҙурайыуын күреп шаҡ ҡаттым. Ике аҙнанан тағы алып килдем – бурыс йәнә артҡан. Проценттарын түләп өлгөрә алманым. Аҙаҡ, асыуым килеп, ҡул һелтәп ҡуйҙым!
Микрозайм ойошмаларына ҡарата тейешле закондың булмауы еңел генә байырға теләүсе­ләргә ҙур мөмкинлектәр бирҙе. Һөҙөмтәлә, ямғырҙан һуң үҫкән бәшмәктәр кеүек, аҙым һайын офистар хасил булды. Студентҡа ла, пенсионерға ла “ярҙам” итергә теләүселәр бермә-бер артты.
Ярай әле бурысҡа аҡса алып, ваҡытында ҡайтара алһаң. Башҡа­ осраҡта хәл ҡатмарлаша. Ҡайтарасаҡ сумманың бермә-бер артыуы ғына етмәгән, ғүмереңә ҡурҡыныс янай башлаһа? Эйе, был һис тә шаштырыу түгел. Кеше бурысын ваҡытында ҡайтармаһа, микрофинанс ойошмалары нәҡ шундай ысул менән эш итә.
Көнө-төнө шылтыратыуҙар, янаулы смс-хәбәрҙәр клиенттың тынғылығын бөтөрә. Ә инде оҙағыраҡ түләмәй торһаң, эшкә коллекторҙар тотона. Был һүҙ беҙҙең мөхиттә бик ят булһа ла, ниндәй кешеләр икәнен күптәр аңлай. Коллекторҙарҙың төп маҡсаты – нисек тә булһа аҡсаны ҡайтартыу. Бының өсөн улар ниндәй генә аҙымдарға бармай! Эш урыныңдың йә иһә туғанда­рыңдың телефон һандарын биргән булһаң, уларға ла тыныс көн бөтәсәк. Төрлө социаль селтәргә фотоңды беркетеп, “мошенник” тигән яҙыу менән хәбәр тара­тыуҙары ла ғәҙәткә кергән.
Ҡағиҙә булараҡ, микрофинанс ойошмалары бурысты ҡайтарыу өсөн ике төрлө ысул ҡуллана. Беренсенән, коллекторҙар менән хеҙмәттәшлек итәләр. Йәғни улар кешенән аҡсаны “һыға” ла – аҙаҡ шуның процентын ала. Икенсе ысул – коллекторҙарға шул бурыс­ты һаталар. Улары иһә клиент менән нисек теләй, шулай “һөйләшә”.
Новосибирск өлкәһендә яңыраҡ булған хәл бөтә йәмәғәтселекте шаҡ ҡатырҙы. Ҡатын микрозайм ойошмаһынан 5000 һум аҡсаны бурысҡа алған. Бер йыл түләмәгәс, 240 мең (!) ҡайтарырға тейеш булған. Һәм коллекторҙар уны үҙҙәренсә “шелтәләргә” булған. Төнөн өйгә баҫып кереп, бөтәһен дә туҡмағандар. Шунан улының һәм иренең күҙ алдында ҡатынды туҡмап, көсләгәндәр! Башҡа һыймаҫлыҡ вәхшилек...
Әлеге көндә күптәр ошо микрофинанс ойошмаларының “изгелеге” арҡаһында төндәрен йоҡоһоҙ үткәрергә мәжбүр. Миҫал өсөн рәсми һандарҙы килтерәйек. Былтыр Башҡортостанда 270 мең кеше микрозайм алған. Уларҙың дөйөм суммаһы 2,68 миллиард һум тәшкил итә.
Теге танышым да ошо бәләнән нисек ҡотолорға тип яфалана. Иң үкенеслеһе шул: барыһы ла килешеү нигеҙендә башҡарылған. Ул бит үҙ теләге менән теге элмәкте муйынына таҡҡан. Тик унан ҡотолоуы, ай-һай, еңел түгел...
Халыҡтың ризаһыҙлығын, төр­лө хоҡуҡ боҙоуҙарҙың йышайыуын иҫәпкә алып, ошо көндәрҙә яңы закон ҡабул ителде. Ул микрозайм ойошмаларының нәфсеһен сик­ләүгә йүнәлтелгән. Хәҙер микрозайм ойошмалары биргән аҡсанан бурыс йылына дүрт тапҡырҙан күберәккә артмаҫҡа тейеш!
Был закон ниндәйҙер кимәлдә банктарҙың халыҡты талауын сикләһә лә, проблеманы тулыһынса хәл итмәй. Шуға, йәһәт кенә бурысҡа алырға теләһәгеҙ, ҡат-ҡат уйларға кәрәк. 10 мең алып, 40 мең ҡайтарғығыҙ килмәһә... Юғиһә байыйым тип алған аҡсаңдың ҡоллоҡҡа төшө­рөүе ихтимал.



Автор: А. АБҘАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 2

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 3

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 3

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 2

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 4

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә 11.02.2026 // Иҡтисад

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә