Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Иртә яҙ урмансы файҙаһынамы?
Иртә яҙ урмансы файҙаһынамы? Күп тә үтмәҫ, ялан-ҡырҙар ҡарҙан әрселеп матурланыр. Тәбиғәт балаһы булараҡ, кеше “әсәһе” ҡосағына ашҡыныр. Тик ҡайһы бер осраҡта шул “әсә һәм бала осрашыуы” күңелһеҙ тамамланып ҡуя. Ял итеүселәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында урмандарҙа янғын йыш сыға. Ошо йәһәттән һығымталар, күҙаллауҙар артынан Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Маҡар урмансылығы буйынса территориаль бүлеге начальнигы Ринат Ғаяз улы ЗӘЙНУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек.


– Үткән йылды ниндәй йомғаҡтар менән тамамланығыҙ?
– Бәхеткә күрә, 2015 йылда Маҡар урмансылығын янғындар урап үтте. Уның ҡарауы, хәүефле мәлдәр булманы түгел. Яландарҙа ут сыҡты, әммә уларҙы урманға яҡын ебәрмәнек, ваҡытында һүндерҙек.
Йылдың ҡоро килеүе хәүефле. Былтыр иһә ямғырҙар яуып торҙо, ҡороған үләндәр, сүп-сар серене, ер дымлы булды, тип әйтергә мөмкин. Юҡһа, башҡа өлкәләрҙә ҡоролоҡ арҡаһында янғын күпме урманды юҡ итте.
– Янғын сығыу осраҡтарының сәбәбе ниҙә?
– Тәбиғи шарт булыуы ихтимал. Әйтәйек, бер ағасты йәшен атты, шул арҡала бөтә урманда янғын сыҡты. Шулай ҙа бәлә-ҡаза башлыса кешенең яуапһыҙлығына бәйле. Әйткәндәй, янғын урманға барып етмәһә лә, былтыр яландарҙың яныуы нәҡ әлеге сәбәп арҡаһында ине. Уйлай китһәң, бер шырпы арҡаһында миллион һумдар менән баһаларлыҡ зыян килеүе бар.
Ундай янғындар, ғәҙәттә, кешеләр ял иткән мәлдә башлана. “Ҡырын тейәп” алғандар утты контролдә тотмай. Рейдтар ваҡытында йылға буйына ит ҡыҙҙырырға сығып, усаҡ янында бер ни белмәй иҫерек ятыусыларҙы йыш күрергә тура килә. Шул арҡала урман ғына түгел, Алла һаҡлаһын, үҙҙәренең дә янып китеүе ихтимал бит. Осҡондоң елдә уйнауы, күҙәтеп тормаһаң, бик хәүефле күренеш.
– Рейдтар тигәндән, халыҡҡа аңлатыу эштәре нисек ойошторолған?
– Киң мәғлүмәт сараларында сығыш яһайбыҙ, ауылдар буйлап граждандар йыйынына йөрөйбөҙ. Бынан тыш, мәктәптәр менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Киләсәктә Интернет селтәре аша мәғлүмәт таратыуҙы көсәйтергә кәрәктер, тип уйлайым. Нисек кенә булмаһын, көтөүселәрҙең усаҡтарын, ҡый үртәүҙәрҙе иҫәпкә алмағанда, ауыл кешеһе тирә-яғына иғтибарлы булып ҡала, янғын хәүефһеҙлеге хаҡында уйлана. Иң борсоғаны – тәбиғәт ҡосағында шашлыҡ бешереүсе йәш-елкенсәк. Үкенескә ҡаршы, уларҙа һаҡлау-һаҡланыу мәҙәниәте юҡ кимәлдә. Шуға аңлатыу эштәрен нәҡ ошо йүнәлештә көсәйтергә кәрәк, тип уйлайым. Ғөмүмән, ял итеүселәрҙең, өмәселәрҙең усаҡтарын ҡарауһыҙ ҡалдырмауын, уның тирә-яғын һай ғына канау менән уратыуын үтенгем килә. Иғтибарлыраҡ булһаҡ ине.
– Әгәр ҙә усаҡ яғып ултырған кешене тотһағыҙ…
– Тәү сиратта хәүефһеҙлек тураһында аңлатып, уны һүндереүҙе талап итәбеҙ. “Борсаҡ бешмәгән” осраҡта протокол төҙөргә хоҡуҡлыбыҙ. Ваҡиға ҙурға китә ҡалһа, полиция, прокуратура менән берлектә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, 2010 йылда бер көтөүсенең усағы ҡарауһыҙ ҡалған, шул арҡала урманға зыян килде. Ғәйеплегә штраф һалынды. Шулай ҙа күп осраҡта аралашыу протоколға барып етмәй.
Утҡа ҡаршы көрәштә башҡа төр хеҙмәттәрҙең ваҡытында иғтибар итеүе лә мөһим. Был йәһәттән, мәҫәлән, Маҡар урман хужалығы, Ишембай янғын-химия станцияһы, янғынға ҡаршы көрәш хеҙмәте егеттәре һәм ауыл советтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.
– Халыҡ хаҡында һүҙ сыҡҡас, йыш ҡабатларға тура килгән бер һорауҙы иҫкә төшөрмәй булмай. Урман яна башлаһа, “байҙыҡы яна бит, беҙҙеке түгел” тип фекер йөрөтөүселәр күбәйҙе. Һеҙҙә лә шулаймы?
– Был тәңгәлдә райондың Смаҡай ауылы халҡын өлгө итеп ҡуйыр инем. Төтөн-фәлән күренә ҡалһа, улар, көрәк-балталарын күтәреп, янғын сыҡҡан ергә урмансыларҙан һәм янғынға ҡаршы көрәш хеҙмәткәрҙәренән алда барып етә. Ауыл Советына йәки янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәтенә шылтырата һалалар. Урлап ағас киҫеү осраҡтарын асыҡлауҙа ла ярҙам итәләр. Ғөмүмән, бында йәшәгән халыҡ уратып алған донъяһына, ата-бабалары ултыртҡан үҫентеләргә битараф түгел.
– Ринат Ғаяз улы, әлегә һиҙелмәһә лә, быйыл яҙ иртә килә, тиҙәр…
– Иртә яҙ урмансы файҙаһына түгел инде ул. Тәбиғәт ни тиклем иртәрәк уянһа, халыҡ уның ҡосағына шул тиклем тиҙерәк сыға башлай. Яҙ иртә килмәгән осраҡта ла әлеге йылда хәүеф етерлек, сөнки синоптиктар май урталарынан алып көндөң ҡоро торорон фаразлай…
– Янғын хәүефһеҙлеге буйынса ниндәйҙер яңылыҡ көтәһегеҙме?
– Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы буйынса ағымдағы йыл Янғынға ҡаршы көрәш йылы тип иғлан ителде. Был тәңгәлдә ғәҙәттәге ҡоро үләндәрҙе үртәү, ҡороған ағастарҙы юҡ итеү һәм башҡа хеҙмәттәр менән бер рәттән урманға юл булдырыу, карталар менән ентекле эшләү ҡаралған. Әлеге саралар бер йылды ғына күҙ уңында тотмай. Ағасҡа ут тоҡанғас йүгереүгә ҡарағанда, алдан иҫкәртеү яҡшыраҡ бит.
Ғөмүмән, янғынға ҡаршы көрәш буйынса йыл һайын үҫеш күҙәтелә. Яңы технологиялар, алымдар барлыҡҡа килә, уларҙы беҙ махсус уҡыуҙарҙа өйрәнәбеҙ. Иң мөһиме – халыҡтың аңында ла хәүефһеҙлек һәм яуаплылыҡ тойғоһо буйынса үҫеш күҙәтелһен ине.





Автор: Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә