Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Тракторҙар иҫкерҙе
 Тракторҙар  иҫкерҙе Рәсәйҙә тракторҙарҙың 60 проценты ун йылдан ашыу хеҙмәт итеп иҫкергән, уларҙы алмаштырыу кәрәк. Шул уҡ ваҡытта яңы техника алыу мөмкинлеге талап ителгәндән өс тапҡырға кәмерәк. Быны Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев импортты алмаштырыу буйынса үткәргән комиссия ултырышында ауыл хужалығы министры Александр Ткачев белдерҙе.

Килеп тыуған хәлдән ҡотолоу өсөн йыл һайын 46 мең яңы трактор һатып алырға кәрәк, тик беҙ 12 мең менән генә сикләнәбеҙ. Дөйөм алғанда, ер кешеһенә 180 мең трактор, 80 мең комбайн етешмәй.
Илдә ошо йүнәлештәге техниканы тамырынан яңыртыу хаҡында сирек быуат буйы һүҙ ҡуйыртылһа ла, әлегә аныҡ эштәр күренмәй. Нимә генә тимә, иҫке һәм сафтан сыҡҡан машиналар күберәк.

 Тракторҙар  иҫкерҙеҺауым кәмей

Былтыр Рәсәйҙә һөт етештереү унан алдағы йылдағынан кәмеп, 30 миллион 781,1 мең тонна тәшкил иткән. 2014 йылдағы күрһәткес 30 миллион 790,9 мең тонна ине.

Шул уҡ ваҡытта бөтә һауылған һөттөң өстән бер өлөшө (9,5 миллион тонна) Волга буйы федераль округына тап килә. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа – Урта һәм Себер округтары.
Илдең Ауыл хужалығы министрлығында белдереүҙәренсә, ойошмаларҙа тотороҡло үҫеш күҙәтелә. 2015 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, улар өлөшөнә 14,7 миллион тонна һөт тура килә. Был 2014 йылдағынан 2,4 процентҡа күберәк.
Тармаҡта үҫеш әллә ни ҡыуандырмаһа ла, бер һыйырҙан алынған һөттөң күләме (бәләкәй предприятиеларҙан тыш) артыуы күҙәтелгән.
Шулай ҙа бөгөн Рәсәйҙә һөт дефициты – 8 миллион тонна.

Фермерҙарға
40 миллиард
һум кәрәк


“Грантҡа сиратҡа торған фермерҙарға 40 миллиард һум кәрәк. Был аҡсаның 2017 – 2018 йылдарҙа бирелеүе ихтимал”, – тип билдәләне Александр Ткачев.

– Фермер булырға хыялланған һәр кешегә ярҙам итергә кәрәк тип уйлайым, – тине ул. – Улар –беҙҙең киләсәк. Тәү сиратта яҡшы һөҙөмтә күрһәткәндәргә таянырға тейешбеҙ. Сиратта торған барлыҡ фермерҙарға таратып биреү өсөн сама менән 40 миллиард һум аҡса кәрәк. Федераль министр һөт етештереү ниәтенән эш башлаған фермерҙарға ярҙам күләмен 1,5-тән алып 3 миллионға ҡәҙәр арттырыу кәрәклеген дә әйтә. Бынан тыш, кредит буйынса талаптарҙы кәметеү, шул иҫәптән заявкалар ваҡытын 10 көнгә тиклем ҡыҫҡартыу зарур, ти.

 Тракторҙар  иҫкерҙеКолбасала
ит бармы?


Рәсәйҙә һатылған колбасаның 50 – 60 процентында ит юҡ. Был турала “Дымов” аҙыҡ-түлек етештереү компанияһы хужаһы Вадим Дымов белдерә.
“Күп тигәндә, 10 процент самаһы ит булыр, әммә был колбасаға оҡшаш аҙыҡ ҡына”, – тине ул.

Бөгөн сеймал, тәмләткестәр, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы, сауҙа нөктәләрендәге өҫтәмәләр менән бергә колбасаның килограмы 400 – 500 һумға барып баҫа. “Ә бит бәғзе берәүҙәр килограмы 75 йәки 100-әр һумлыҡ колбаса һата. Шыр һөйәктән торған иттең дә хаҡы 100 һум түгел бит. Колбаса сусҡа ҡойроғонан йәки соянан етештерелгәндә лә ҡыйбатыраҡ булырға тейеш. Минеңсә, ундай аҙыҡ крахмалдан әүәләнгән, хатта тиҙҙән кәбеҫтәнән эшләй башлауҙары ла ихтимал”, – тигән фекерҙә Дымов.
Эшҡыуар әйтеүенсә, ҡулланыусыларҙың күпселеге аҙыҡ-түлекте насар белә, ярлыҡтағы яҙыуын уҡып та ҡарамай, төрлө рекламаға ышанып, теләһә ниндәй тауарҙы ала.

 Тракторҙар  иҫкерҙеБалыҡ етешмәй

Рәсәйҙә балыҡ тотоу күләме артһа ла, 2015 йылда уның һәр кешегә тура килгән күләме 14 килограмға тиклем кәмегән.

Был күрһәткес ил­дең Һаулыҡ һаҡлау министр­лығы тәҡдим иткән норманан 6 килограмға кәмерәк.
Былтыр Рәсәйҙә балыҡ 20 процентҡа ҡыйбат­ланған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә