Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һәр көнгә ҡыуанып йәшәргә!
Һәр көнгә  ҡыуанып йәшәргә! Күпме йыл үткәс тә ул студент саҡтағы мөхәббәт хистәрен йылмайып иҫкә ала. Иртән торғас, ҡыҙ ишек аҫтында үҙенә бағышланған шиғыр таба торған. Матур пар булып йөрөгән улар. Күгәрсен ҡыҙы Миләүшәнең йөрәге ирей һәм Яңы Яуыш егетенә кейәүгә сығырға ризалығын бирә.

Йәш педагогтар, яҙмыш ниндәй һынауҙар әҙерләп ҡуйғанын да белмәй, районыбыҙға эшкә ҡайта. Бында йорт төҙөйҙәр, өс балалары тыуа, тормош иптәшенең “йәшел йылан” ҡотҡоһона бирелә яҙып ҡалған сағы ла була...
– Тормошта нимә генә булһа ла, тик яҡшыға ғына юрарға кәрәк, – тип фекер йөрөтә Мостафа Роберт улы. – 2007 йылда 27 йыл буйы тарихтан, хоҡуҡ белеменән уҡытҡан мәктәптән китергә тура килде. Себергә барып эшкә урынлаштым, бер нисә йылдан инсульт кисерҙем. Хәҙер тормошомдо ике осорға – ауырыуға тиклем һәм унан һуң, спиртлы эсемлектәрҙе бөтөнләй ташлап, яңынан йәшәргә өйрәнгән ваҡытҡа бүлеп ҡарайым.
Ҡатыны, ғаиләһе ярҙамы менән Мостафа Роберт улы үҙен ҡулға алған, инвалид кимәленә тиклем тәгәрәмәгән. Бер ваҡыт бәхетле осраҡ тиһәк тә була, уны фермерҙар Гөлнур һәм Фәнис Мостафиндар менән осраштыра. Улар малсылыҡ менән шөғөлләнергә этәргес бирә, шулай уҡ фермерҙарға тәғәйен дәүләт ярҙамына ғариза яҙырға кәңәш итәләр. Дөйөм алғанда, һыйыр малы Ишҡоловтар ғаиләһе өсөн яңы эш түгел, Миләүшә Камил ҡыҙы ире Себерҙә эшләгәндә аҙбарҙа һигеҙәр үгеҙ аҫраған.
– Миңә ышанған, ярҙам иткән район хакимиәте башлығына, ауыл хужалығы идаралығы начальнигына, мәғлүмәт-консультация үҙәгенә, Бала Сытырман ауылы хакимиә­тенә, “Маяҡ” йәмғиәте директорына ҙур рәхмәт, – ти фермер. – Бөтәһе лә ыңғай килеп сыҡты. Үткән йыл, дөйөм алғанда, уңышлы булды, ғинуарҙа 55 йәшлек юбилейымды билдәләнем, йәйгеһен бүленгән грантҡа “МТЗ-82” тракторы, әйлән­дергес тырмалар һатып алдым. Үҙемдең сапҡысым, “Т-16” тракторым бар ине, уларҙы улым Морат үҙгәртеп, төргәктәрҙе тейәүгә яйлап алды. Хәҙер кейәүҙәрем, улым, ҡатыным менән бергәләп малдар өсөн бесәнде үҙебеҙ әҙерләп ҡуя­быҙ, тик фуражды ғына һатып алабыҙ.
“Ғаиләм – ҡәлғәм” – был һүҙҙәр тап Ишҡоловтар тураһында. Улар – ысын мәғәнәһендә бәхетле ғаилә. Миләүшә Камил ҡыҙы элеккесә балалар уҡыта, бәләкәй класс уҡыу­сыларына белем биреүгә 34 йыл ғүмерен бағышлаған. Ихатаһында ярҙамлашырға ла көсө етә, һы­йырҙарҙы һәм быҙауҙарҙы башлыса ул ҡарай. Тормош иптәше лә ярҙам итә, ҡайһы берәүҙәрен һауын аппараты ярҙамында һауа. Тағы ла ҡатын ҡул эштәре менән мауыға, баҡсаһын да гөрләтеп үҫтерә. Ишҡоловтарҙың йорт-ҡураһы Яңы Яуыштағы иң төҙөк ихата булараҡ конкурста еңгән.
Мостафа Роберт улы – талантлы кеше. Ул ауыл хәбәрсеһе лә, тормош, мөхәббәт, ғаилә тураһында шиғырҙар ҙа яҙа, баянда ла уйнарға ярата.
– Дин юлына баҫырға ине, – тип ҡылыҡһырланы үҙенең рухи хәлен ғаилә башлығы. – Һәр көнгә ҡы­уанып йәшәргә кәрәк. Кеше үҙен үҙе генә ҡулға ала, бының өсөн эсеүҙән туҡтау теләге көслө булырға тейеш. Мин маҡтанып йөрөмәйем, тик ир-егеттәр менән ошо темаға күп әңгәмәләшәм, өсәүһе минең өлгөнө күреп туҡтаны.
Яңы Яуыштан киткәндә ауылға ингән ерҙә мәсет һалыныуын күрҙек, уны төҙөүҙә Ишҡоловтар ғаиләһе лә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Афарин!




Автор: Галина БАТМАНОВА. Район: Федоровка районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә