Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Буштың атаһы үлгән,
Буштың атаһы үлгән,йәки Ниңә швейцар закондары беҙгә ярамай

Аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итте был яңылыҡ. Күптәр уны шаяртыу, әкиәт тип ҡабул ҡылды. Дәүләттең буштан-бушҡа ай һайын һәр кешегә әлеге евро курсы менән 200 мең һум тирәһе аҡса түләренә ышаныуы ауыр шул. Ышанмаҫ та инек, хәл беҙҙә түгел, ә Швейцарияла булмаһа.

Был Европа иле хөкүмәте яңыраҡ беҙҙе шаҡ ҡатырған тәҡдим индерҙе: илдең һәр гражданына ай һайын 2500, балаларға 625 швейцар франкы (яҡынса беҙҙең 200 мең һумға торошло) түләргә. Хатта кешенең эшләү-эшлә­мәүенә лә ҡарамайынса.
Швейцария – бай дәүләт. Уның дан­лыҡ­лы банктарында бөтә донъя үҙ аҡ­са­һын тота. Беҙҙең рәсәйҙәрҙең дә 25 мил­лиард долларға торошло байлығы шунда һаҡлана. Илдең алтын запасы Ер йөҙөндә иң ҙурҙарҙан. Йыл аҙағында ҡаҙ­наһында финанс етмәү түгел, хатта артып ҡала. Уртаса эш хаҡы 5-6 мең франк, был баяғы “бүләк”тән ике тапҡырға күберәк.
Яңы идеяны хуплаусылар: “Хеҙмәт етештереүсәнлеге артасаҡ. Кемдең ни­мәгә күңеле ята, шуның менән шөғөл­ләнәсәк. Кеше эшен алмаштырырға, нин­дәйҙер шөғөлгә тотоноп ҡарарға ҡурҡ­маясаҡ”, – тип ҡыуана. Ысынлап та, ижад кешеләренә бик ҡулай был. Ләкин яңы­лыҡҡа ҡаршы сығыусылар: “Буштан-бушҡа аҡса алыусылар эшкә ҡул һел­тәйәсәк, ялҡауланасаҡ. Ситтән әҙергә өмөт итеүселәр килеп туласаҡ”, – тип хафалана.
Тиҙҙән кемдең фекере өҫкә сығыры билдәле буласаҡ. Июнь айында ошо тәҡдим айҡанлы референдум үтәсәк, унда дәүләттән бындай йомартлыҡ кә­рәкме-юҡмы икәнен халыҡ үҙе хәл итәсәк. “Нисек инде кәрәкме-юҡмы?!” – тип ҡыс­ҡырып ебәрерһегеҙ. Эйе шул, биргәнде алйот ҡына алмаҫ. Рустарҙың “бүләк ителгән аттың тешенә ҡарамайҙар” тигән мәҡәле лә бар. Әммә, күҙаллау­ҙарынса, пособие түләнеүгә ҡарамаҫтан, швейцар­ҙарҙың ике генә проценты быға риза­лашасағын белдергән. Ни өсөнмө? Сөнки улар үҙҙәрен дәүләттең айырыл­ғыһыҙ бер өлөшө тип һанай. Буштың атаһы үлгәнен дә аңлайҙар. Ә яңы идея былай ҙа уңайлы мөхитте емерергә мөмкин. Ысынлап та, бындай тормош моделе әхлаҡи-этик нигеҙ булған урында ғына йәшәүгә хоҡуҡлы. Кешеләр дәүләт ел­кәһендә ултырырға ғәҙәтләнмәй ҡара тир түгергә өйрәнгән ерҙә генә.
Унан килеп, был – бары тик социаль ярҙам системаһын ябайлаштырыу, сы­ғым­дарҙы кәметеү юлы. Бөгөн донъяла халҡына һәр төрлө ташламалар өсөн дәү­ләттәр эске тулайым продукттың 30 процентын тотона. Бындай пособие ошондай түләүҙәрҙе аҡсалата биреүҙе аңлата ла инде. Тейешле сумманы алаһың да нимәгә тотонороңды үҙең хәл итәһең: белем эстәргәме, медицина ярҙамынамы, әллә етеш ҡартлыҡҡамы... Тимәк, теге 200 мең һум бөтөнләй үк бушҡа түгел.
Берәүгә лә сер түгел, сит илдәрҙә бындай сығымдар башлыса граждандарҙың үҙ иңендә ята. Елкәбеҙҙә тулыһынса та­тымаһаҡ та, ваҡыт-ваҡыт беҙҙең халыҡ та ошондай сетерекле мәсьәләләр менән осрашҡы­лай. Мәҫәлән, кемдер турист рәүешендә көньяҡҡа ялға китә. Әлбиттә, шул аҙна-ун көн эсендә ауырып китһәм тип, һаулығын һәм ғүмерен страховкалай. Ғәҙәттә, бик аҙ ғына суммаға. Әммә алда ни булыры билдәһеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кемдер ҙур бәхетһеҙлеккә осрап, дауа­ха­наға эләгә. Һәм унда уҙғарған һәр тәүлек өсөн түләргә тейешле ҡот осмалы сумма йыйыла башлай... Сит илдәрҙә хатта үлгәндән һуң тыныс ятыр өсөн зыяраттағы урының өсөн дә туғандарың ҡуртым хаҡы индереп торорға тейеш.
Йәки икенсе аныҡ миҫал. Былтыр апрелдә “А-Студио” музыкаль төркөмөнөң элекке солисы Батырхан Шукенов вафат булды. Уның никахтарын рәсмиләш­термәгән ҡатыны улы менән Америка Ҡушма Штаттарында йәшәй. Батырхан иҫән сағында ғаиләһенә ай һайын һигеҙ мең доллар (ул мәлдә беҙҙең аҡса менән тап 200 мең һум) ебәреп торған. Хәҙер инде ярҙам юҡ. Ғаилә хәйерселек сигенә төшкән тиерлек, сөнки илдә ҡуртымға торлаҡ, автомобиль тотоу, коммуналь түләүҙәр, белем алыу өсөн байтаҡ аҡса кәрәк. 14 йәшлек Мәҡсүткә уҡыуҙы ташлау хәүефе янай. Уның әсәһе ювелир магазинына һатыусы булып эшкә урынлаша, ләкин хеҙмәт хаҡы йәшәүгә һис етмәй.
Бына сит илдә тормош кимәле нисек һәм ниндәй сығымдар талап ителә! Ошо урында, туҡтап тороп, ғүмер буйы ябай һатыусы, һауынсы, йыйыштырыусы булып эшләгән әсәйҙәребеҙҙең өс-дүрт һәм унан күберәк баланы ашатып-кейендереп үҫтереп, кеше итеүгә өлгәшеүенә һоҡ­ла­нырлыҡ. Әлбиттә, дәүләт ярҙамы ме­нән, сөнки мәктәптә уҡыу, дауаханала ятыу, өй төҙөр өсөн ер участкаһы бушлай, мохтаждарға пособие түләнә, башҡа төрлө ташламалар бар...
Ә ниңә әле алыҫ йөрөргә? Бер көн танышым шылтырата: “20 һумлыҡ бер суши дүрт мең ярым һумға төштө бит әле!” Ҡыҙыҡ, нисек улай икән? Баҡһаң, ресторанда ашағанда яңағын ауырттыра. Ә ул гел түләүле медицинаға мөрә­жәғәт итә. Табип ҡабул иткәндән һуң рентген эшләтеп, ҡабаттан уға барыуы шундай суммаға баҫҡан икән. Ә артабан дауаланыу күпме аҡсаһын һурыр?.. Бына дәүләттең социаль ярҙамынан баш тартып, аҙым һайын аҡсаңды сығарып һалып йөрөү ошолайыраҡ буласаҡ.
Швейцария тәҡдиме яңылыҡ түгел. Донъяла теге йә был рәүешле граждандарын тәьмин иткән илдәр байтаҡ. Ил байлығы – халыҡ байлығы. Мәҫәлән, Кувейтта бала тыуғандан алып 26 йәшенә тиклем 200 доллар түләнә. Йәш ғаилә пары дәүләттән бүләккә 250 мең доллар ала. Ҡарттарҙың пенсияһы – кәмендә өс мең доллар. Бынан тыш, юбилейҙар ай­ҡанлы, айырылышҡан хәлдә ҡатын-ҡыҙға айырым бер суммала ярҙам ҡа­ралған. Катарҙа ла һәр кем ике мең доллар алып ята. Шуға ҡарамаҫтан, эшһеҙлек кимәле түбән. Берләшкән Ғәрәп Әмир­лектәрендә мең долларҙан да кәм булмаған финанс ярҙамы, процентһыҙ кредит, торлаҡты ҡур­тымға алғанда ташлама бирелә. Норвегияла нефттән килгән килемдән бил­дәле бер өлөш граждан­дарҙың банк иҫәбенә күсерелә бара...
Швейцариялағы яңылыҡ хаҡында ишеткәс, күптәр: “Оһо, йәшәйҙәр бит! Беҙ­ҙә лә шулай эшләһендәр ине”, – тип көнләште. Ысынлап та, шулай итергә бул­маймы ни? Була, әлбиттә. Бөтә ҡа­ралған ташламаларҙы аҡсалата алмаш­тырһаң, йылына яҡынса 95 мең һум сы­ға­саҡ. Тимәк, айына – һигеҙ меңдән. Күп түгел, эйеме? Әммә әгәр илдә шундай ғәмәлде индереү кәрәкме тигән референ­дум уҙғарылһа, Швейцариялағы кеүек ике процент халыҡ... бынан баш тартыр ине. Эйе, ҡалған 98 проценты, киреһенсә, ҡуш ҡуллап риза буласаҡ. Байтаҡ кеше тап шундай хеҙмәт хаҡына эшләп йөрөй бит һуң!
Һығымта бер: беҙҙең йәмғиәт бындай аҙым яһауға өлгөрөп етмәгән. Әле быуат буйы тиерлек әҙергә бәҙер йәшәп, үҙенә эшләүҙе онотҡан, дәүләткә генә тир түгеүҙе ҡанына һеңдереп өлгөргән халыҡ бигерәк тә. Шул һигеҙ мең һумды алып барасаҡбыҙ, ашап барасаҡбыҙ. Шунан ниндәй үҫеш тураһында һүҙ барһын инде!
Совет заманындағы психологиянан арына башлаған ҡатлам саҡ барлыҡҡа килде. Милли буржуазия яңы аяҡҡа баҫа. Ул нығынғансы, үҙ-үҙеңә эшләү ғәҙәте тамырланғансы биш-алты быуын ғүмере үтергә тейеш. Юғиһә беҙҙең йәштәр, белем алғас, ойошманан ойошмаға йөрөп хеҙмәт урыны эҙләй. Һирәктәре генә үҙ эшен асыу тураһында уйлай, тағы ла аҙ ғынаһы шул уҡ бөгөн баҙарҙа кәрәкмәй тип һаналған хоҡуҡ белгесе, иҡтисадсы, бухгалтер һөнәрҙәрен үҙләштереп, эшҡы­уарлыҡ менән шөғөлләнгән ата-әсәһенең хужалығына ҡайта. Ләкин ундай миҫалдар һирәк. Ә бит йүнселлек рәүеше быуындан быуынға күсеп килһә, эшһеҙлек мәсьәләһе ул тиклем ҡырҡыу тормаҫ ине. Һәр кем уҡыр ҙа ғаилә бизнесын дауам итер ҙә китер, сөнки был йүнәлештә һин үҙең юрист, үҙең финанс белгесе булырға тейешһең.
Сит илдәрҙә тап шулай бит. Күпме милләттәшебеҙ Европала – Италияла, Испанияла, Грецияла – аҡса таба. Улар һөйләүенсә, һәр ғаиләнең, ғәҙәттә, ике ҡатлы йорто бар. Өҫкөһөндә үҙҙәре йәшәй, аҫҡыһы – шәхси шөғөл, кәсеп урыны. Үҫеп еткәс, улдары аталарының юлын дауам итә. Ошо ғаилә бизнесы туғанлыҡ ептәрен дә ныҡ тота, хатта үҙ-ара өйләнешкән йәштәр араһында ике, өс туғандар күп. Байлыҡты ситкә ебәр­геләре килмәй! Тотош илдәр иҡтисады ошондай ваҡ эшҡыуарлыҡҡа таянып үҫешә.
Әлбиттә, беҙҙең илдә күп нәмәгә “кү­ләгәле иҡтисад”тың һаман да ныҡлы позицияла тороуы ҡамасаулай. Шундай бизнесҡа ҡыҫылышы булған күптәр алдана, тейешле килемен ала алмай. Шунан “иң яҡшыһы – социаль гарантиялар вәғәҙә иткән дәүләт структураһында эшләргә” тигән ҡарарға килә. Әммә барыбер тапалған, өйрәнелгән һуҡмаҡтан оло юлға сығырға ваҡыт. Эшҡыуарлыҡҡа тотонған­дарға һәм тотонорға теләгәндәргә һәр төрлө кәртәләр аяҡ салыуға ҡарамаҫтан.
Әле күптәр был йүнәлештә башлап юл яра, абына, хаталана. Кемдер уңасаҡ, кемдер туңасаҡ. Уныһы – тормош законы. Шулай ҙа ил етәкселеге эшеңде башла тип субсидиялар тәҡдим иткәндә, артабан инде төрлө гранттарға юл асылғанда, һалым ташламалары булғанда, быға йөрьәт итеп ҡалырға кәрәк. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, ти халыҡ әйтеме.
Һәм һәр башҡорт ғаиләһенә кәмендә өс бала үҫтерергә тура киләсәк. Һәр хәлдә бер балаң, күңелендә яралған хыялына хыянат итмәйем тип, уҡытыусы, рәссам, йырсы юлын һайлаған осраҡта ла, ҡалған икәүһе ғаилә кәсебен дауам итер өсөн. Быуындар күсәгилешлеге генә нигеҙҙе нығытып торасаҡ бит. Ғаиләнекен дә, дәүләттекен дә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 533

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 506

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 517

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705