Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡара диңгеҙ буйы “ҡара баҙар”ға әйләнмәһен
Ҡара диңгеҙ буйы “ҡара баҙар”ға әйләнмәһен Донъя сәйәсәтендәге үҙгәрештәр Рәсәйгә эске туризмды үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр асты – элек Мысыр, Төркиә яҡтарында ял итергә яратҡандар ҙа хәҙер Ҡырым һәм Краснодар курорттары менән хушһына. Бәлки, тәбиғәт хозурлығында һаулыҡ нығытыу өсөн таулы, урманлы башҡа урындарыбыҙҙы ла һайларҙар ине, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә ил төбәктәренең күпселегендә бындай сервис үҫешмәгән. Ә Ҡара диңгеҙ ярҙары ял итергә теләүселәрҙең барыһын да һыйҙырып бөтә алырмы?
Краснодар крайының Курорттар һәм туризм министрлығы хәбәр итеүенсә, туроператорҙар әле үк йәйге ял осорона урындағы отелдәрҙең квоталарын һатып алып бөткән дә мини-ҡунаҡханаларға, ҡуртымға бирелеүсе йорттарға тотонған. Баҡһаң, Рәсәй халҡының байтаҡ өлөшө, йылы миҙгелдә теләүселәр ныҡ артып китер тип, быйыл диңгеҙ буйында ял итеүҙе алдан хәстәрләмәксе икән. Ҡырым отелдәренә хаҡтың 30 процентҡа күтәрелеүе ихтималлығы хаҡында ишеткәндәрҙер ҙә Краснодарҙыҡына арзан сағында бронь алып ҡалырға тырышаларҙыр, моғайын. Крайҙа туристарҙы ҡабул иткән торлаҡ фондының 60 проценты ғына ҙур ҡунаҡханаларға тура килә, ихтыяжды бөтөрөү өсөн яңы отелдәр төҙөрҙәр ине – электр, һыу, канализация селтәрҙәре булдырыу мәсьәләһе ауырлыҡ менән хәл ителә. Шуға ла ялды ойоштороусыларҙың урын етмәҫ тип иртә хафаланыуына ғәжәпләнәһе түгел.
Ихтыяждың ҙурлығына туроператорҙарҙың барыһы ла аптырай. Мәҫәлән, “Дельфин” компанияһы Краснодар курорттарында ял итергә теләүселәрҙең – 50, Ҡырымды һайлаусыларҙың 40 процентҡа артыуын билдәләй, “Интурист” фирмаһы аша иһә тәүге төбәккә – биш, икенсеһенә өс тапҡырға күберәк кеше юлла­ныр­ға уйлай, ти. Әммә ҡыуанырға иртәрәк – миҙгел башына ҡарай һандарҙың ныҡ ҡына үҙгәреүе бар. Былтыр ҙа декабрҙә рәсәйҙәрҙең 21 проценты Яңы йыл каникулын курортта үткә­рергә план ҡорған булған, әммә ниәтенә 7 проценты ғына өлгәшкән.
Әйткәндәй, Рәсәй халҡының ҡышҡы ялы буйынса рейтингтың үрендә ошоғаса оҙаҡ йылдар Мысыр торған, бөгөн иһә был илде Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре уңышлы алмаштыра – юл ваҡыты, хаҡ һәм сифат мәсьәләләрендә айырма юҡ тиерлек. Таиланд, Һиндостан, Иордания, Доминикана йүнәлештәренә лә ҡыҙыҡһыныу арта икән. Андорра, Болгария, Австрия һәм Италиялағы тау саңғыһы курорттарына ихтыяж тотороҡло. Һис көтмәгәндә йыл башында Белоруссияла ял итергә теләүселәр 18 процентҡа күбәйгән. Ил эсендәге туризмға килгәндә, Краснодар крайындағы Красная Поляна тау саңғыһы курортына етеүсе юҡ. Ундағы отелдәр ҡышҡы каникул осоронда туп-тулы була – декабрь башында уҡ номерҙарға заказ биреп бөтәләр. Тик күптәргә хаҡтың юғарылығы оҡшамай.
Путевкалар ҡиммәтләнә, әлбиттә. Быйыл йәй, мәҫәлән, Краснодар крайында ял иткән өсөн 9 – 12 процентҡа күберәк түләргә тура киләсәк, Ҡырым курорттары иһә хаҡты 14-15 процентҡа арттырмаҡсы. Ә “30 процент” тигән имеш-мимеште халыҡтан йәһәтләп аҡса һыға башлау маҡсатында ҡайһы бер туроператорҙар тарата буғай. Конкуренция ҙурайҙы бит: элек Төркиә, Мысыр менән хеҙмәттәшлек иткән компаниялар хәҙер эске баҙарҙы яулай.
Ватандаштарыбыҙ ойошторолған туризмға өйрәнде. Һуңғы осорҙа диңгеҙ буйына ғына түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург, Бөйөк Новгород, Вологда, Ҡазан һымаҡ ҡалаларға ла путевка менән йөрөргә тырышалар. Ҡиммәт булһа ла, уңайлы бит: йәшәү урыны ла, туҡланыу ҙа, сәйәхәт маршруты ла хәстәрләнгән. Финанс көрсөгө генә, кеҫәләрҙе ҡапшатып, хәлде үҙгәртмәһә инде. Былтыр Краснодар курорттарында 14 миллион кеше ял иткән булһа, шуның дүрттән бер өлөшө генә туроператор аша килгән, ти бит.
Туристарҙың күбәйеүен ойоштороусы фирмаларҙан бигерәк урындағы халыҡ теләй. Интернет әле үк Ҡырымға, Сочиға саҡырыуҙар менән тулы. Ҡыҙыҡһынып, социаль селтәрҙәге берәй төркөмдә ял хаҡында һорау бирһәң, күп тә үтмәҫтән Ҡара диңгеҙ тарафынан электрон хаттар яуа башлай: “Беҙгә килегеҙ. Өйөмдә бөтөн шарттар бар. Тәүлегенә – 1800 һум”, “Йәшәү өсөн иң осһоҙ хаҡ – миндә. 1500 һум!”, “Иң матур урын. Беҙгә килһәгеҙ, ғүмерҙә лә үкенмәҫһегеҙ”... Ошо уҡ кешеләр асҡан махсус сайттарҙа машина менән ҡайһы курортҡа ҡайҙан нисә сәғәттә барып етеп булыуын, яғыулыҡҡа күпме аҡса китәсәген иҫәпләп сығарырға мөмкин. Ял итергә теләк белдер генә.
Һығымта яһағанда күңелдә шундай шик тыуа: сит ил курорттарына, төрлө ығы-зығы тыумаһын тип, барыһы ла фирма ярҙамында барырға тырыша, ә бына үҙебеҙҙекеләргә... Эске туризмдың үҫешенә, иҡтисади файҙаға өмөт иткән мәлдә диңгеҙ буйында “ҡара баҙар” көсәйеп китмәҫме? Әгәр путевкалар аҙ булһа ла арзанайтылмаһа, ҡунаҡхана фонды үҫтерелмәһә, сит ил курорт­тарындағылай шарттар тәьмин ителмәһә... Үҙебеҙҙең Башҡортостанда ла был өлкәгә иғтибарҙы арттырыу мөһим. Туристар бит путевканы тәбиғәт шарттары, иҫтәлекле урындар түгел, ә хеҙмәтләндереү сифаты өсөн түләп ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә