Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һумды ҡотҡарырға нисә һум кәрәк?
Һумды ҡотҡарырға  нисә һум кәрәк? Рәсәй Хөкүмәте тарафынан иҡтисади көрсөккә ҡаршы 2016 йылда ҡулланыласаҡ саралар планы 18 февралдә ҡабул ителергә тейеш. Ул күп тапҡыр тикшерелде, Президент Владимир Путин менән Премьер-министр Дмитрий Медведевтың 10 февралдәге кәңәшмәләрендә лә иғтибар үҙәгенә ҡуйылды. Әлегә бер нисә бәхәсле мәсьәлә, шул иҫәптән эшһеҙлеккә ҡаршы көрәшкә һәм Сәнәғәткә ярҙам фондына ни саҡлы аҡса бүленере хәл ителмәй ҡалған, тиҙәр. Иҡтисадыбыҙ ошо саралар һөҙөмтәһендә күтәрелеп китерме? Һумды ҡотҡарыу өсөн тағы нимәләр кәрәк? Ғөмүмән, ул яҡлауға мохтажмы?

Мәғлүм булыуынса, иҡтисади көрсөккә ҡаршы саралар планын ғәмәлгә ашырыу өсөн быйыл ил Хөкүмәте бюджетта ҡаралғанға өҫтәп 200 миллиард һум йүнәлтергә йыйына. Был хаҡта 5 февралдә “Берҙәм Рәсәй” партияһының съезында әйтелгәйне. Иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаевтың аңлатыуынса, Рәсәйҙең 2016 йылға бюджетын ҡабул иткәндә финанс йәһәтенән тотороҡлолоҡто тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлек 450 миллиард һумға баһаланған булған. Сығымдарҙы бер ярым тапҡырға тиерлек арттырыуға, күҙалланыуынса, эре дәүләт компанияларының инвестиция программаларын ҡыҫҡартыу, ҡайһы бер предприятиеларҙы хосусилаш­тырыу­ҙан һәм пальма майына акциз булдырыуҙан өҫтәмә килем алыу иҫәбенә өлгәшеләсәк. Ғөмүмән, былтырғыһынан айырмалы, быйылғы планда сәнәғәт тармаҡтарына ярҙам бүлеү һәм иҡтисади үҫеште тиҙләтеү бурыстары төп урынға ҡуйылған.
Алексей Улюкаев, әйткәндәй, Рәсәй иҡтисадының киләсәгенә өмөт менән ҡарай. “Ул һуңғы һынауҙарҙа үҙенең нефткә хаҡтың ныҡ төшөүе һымаҡ киҫкен үҙгәрештәргә лә әҙер булыуын, һығылмалылығын, яраҡлаша белеүен күрһәтте, – тине министр. – Эске тулайым продукт күләменең ике квартал дауамында кәмеүенән ғибәрәт булған рецессия осоро тамамланды, иҡтиса­дыбыҙ артабан нығыныуға табан барасаҡ”.
Әммә Улюкаевтың оптимизмы белгестәрҙең фаразы менән тап килеп етмәй. “Иҡтисади үҫеш өсөн мөмкинлек бюджеттағы хәрби һәм социаль сығымдарҙы 2-3 триллион һумға ҡыҫҡартҡан йәки һалым йыйыу буйынса күрһәткесте шул самаға арттырған хәлдә генә буласаҡ”, – ти аналитиктар. “Росстат” иҫәпләүенсә, бер йыл эсендә (2014 йылдың декабренән 2015 йылдың декабренә тиклем) эске тулайым продукттың түбәнәйеүе 3,7 процент тәшкил иткән. Үҙәк банк быйылғы тәүге кварталда уҡ был йәһәттән юғалтыуҙар 1 процент самаһына етер тип күҙаллай. Рәсәй Банкы иһә эске тулайым продукттың 2016 йылдағы кәмеүе 1,7 – 2,5 процент булыуы ихтималлығын белдерә. Еврокомиссияның фараздарында ла, Европа реконструкция һәм үҫеш банкының анализдарында ла Рәсәй иҡтисадының ҡеүәте йыл дауамында 1,2 процентҡа төшәсәк тип билдәләнгән.
Яңыраҡ абруйлы мәғлүмәт агент­лыҡтарының береһе ил Хөкүмәтендә һумдың девальвацияһы тураһында хәбәрҙәр ҡуйырыуын белдергәйне. Йәнәһе, милли валютабыҙҙың баһаһын шаҡтай төшөрһәк, федераль бюджетҡа нефттең арзанайыуы арҡаһында килгән зыянды ҡаплау еңелерәк буласаҡ. Был мәғлүмәтте Премьер-министр Дмитрий Медведевтың матбуғат секретары “буш һүҙ” тип атаны. “Ундай план ҡороуыбыҙ мөмкин түгел. Һумдың башҡа валюталар араһындағы курсы башлыса беҙҙең нефткә ихтыяж нисек булыуына ҡарап үҙгәрә. Хөкүмәттең бюджет-һалым сәйәсәте беҙҙең аҡсаның нығыныуын ғына күҙ уңында тота”, – тине ул. Рәсәйҙең Финанс министрлығы ла һумдың курсын күрәләтә төшөрөү мәсьәләһе ҡаралмауын белдерҙе. “Әлеге мәлдә ҡаҙнаны туплау һәм федераль бюджеттағы дефицитты аҙайтыу буйынса саралар күрелә. Һөҙөмтәлә милли валютаға нығыныу өсөн мөмкинлек тыуырға тейеш”, – тиелгән уларҙың рәсми яуабында.
Белеүебеҙсә, 2016 йылға федераль бюджет Urals маркалы нефттең барреле өсөн хаҡ 50 долларҙан төшмәҫ тигән ышаныс менән ҡабул ителгәйне. Бөгөнгө шарттарҙа ҡаҙнаның килеме – 13,738 триллион, сығымдары 16,099 триллион һум булыры күҙаллана. Дефицит – 2,361 триллион һум (эске тулайым продукттың 3 проценты). “Ҡара алтын”дың хаҡы 40 доллар кимәленән түбән төшкән хәлдә бюджеттың килеме һәм сығымдары араһындағы айырма 3,9 триллион һумға етеүе ихтимал, ти Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы.
Хөкүмәттең, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренең, әлеге лә баяғы Алексей Улюкаевтың киләсәккә өмөт менән ҡарауы, бәлки, юҡтан түгелдер. Ни тиһәң дә, көрсөккә ҡаршы саралар планы ентекле тикшерелеп, оҙаҡ ҡына әҙерләнә бит. Көҙгә Дәүләт Думаһына депутаттар һайланасаҡ, шуға бәйле власть социаль-иҡтисади яҡтан тото­роҡһоҙлоҡҡа, вәғәҙәләрҙең үтәлмәүенә юл ҡуймаҫҡа тырышыр, айырыуса яуаплылыҡ тойор, моғайын.
Финанс баҙарында ни булырын кем министрҙарҙан да яҡшыраҡ белә? Әлбиттә, ҙур капитал эйәләре. Ә улар бөгөнгө көрсөктөң дауам итерен көтә, шул уҡ ваҡытта һумды ҡотҡарыу мәсьәләһенә әллә ни әһәмиәт бирмәй. Мәҫәлән, “ВТБ-24” банкы етәксеһе Михаил Задорнов фаразлауынса, Рәсәй иҡтисадының ҡыйынлыҡ кисереүе быйыл да бөтмәйәсәк, ләкин түбәнәйеү 1 проценттан да артмаясаҡ, һумдың курсы әкренләп нығынасаҡ. “Банктың яңы бизнес-планын төҙөгәндә тап шундай макроиҡтисади күрһәткестәргә таяндыҡ, – ти ул. – Нефттең уртаса йыллыҡ хаҡы 35 – 40 доллар тәшкил иткән осраҡта ла эске тулайым продукттың юғалтыуҙары беҙ күҙал­лағандан күберәк булмаясаҡ. Бынан тыш, инфляцияның тәүге кварталда – 8, йыл аҙағынаса 7-7,5 процентҡа хәтлем кәмеүен көтәбеҙ. Был инде донъя баҙарында “ҡара алтын”дың күпмегә баһаланыуына бәйле. Фаразлауыбыҙса, нефттең хаҡы тәүге кварталда, бәлки, унан һуңғы бер нисә айҙа ла, төшәсәк, артабан иһә йәки тотороҡланасаҡ, йәки бер аҙ үҫәсәк”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә