Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Доллар ҡыйбатая, нефть арзаная...
Үткән аҙнала валюта биржаларында долларҙың хаҡы 86 һумға тиклем барып етте. Әле рәсми курс 78 һумдан саҡ ҡына юғарыраҡ. Шуның менән бергә нефть тә арзанайып, барреленә 28 доллар тәшкил итте. Рәсәй һумының осһоҙланыуына ҡарамаҫтан, ил хөкүмәте ниндәйҙер әүҙем саралар ҡабул итергә ашыҡмай. Рәсми аңлатмаларға ярашлы, иҡтисади хәл тотороҡло.

Әммә эшҡыуарҙар башҡасараҡ фекерҙә. Мәҫәлән, баш ҡалала йәшәгән Фәнис Ғиләжев долларға хаҡ артыуын үҙ елкәһендә татыған да инде. Америка һәм япон мотоциклдары менән сауҙа иткән ир иҫәп-хисапты сит ил валютаһында алып бара. Ләкин һумдың арзанайыуы сәбәпле, кәсеп башҡаса килем килтерә алмай. Яңы хаҡҡа был мотоциклдарҙы бер кем дә алмаясаҡ, ти эшҡыуар. Әле Фәнис бер йыл элек алынған техникаһын һатып бөтөрөү тураһында хыяллана.
— Хәҙер минең маҡсатым бер — булған техниканы һатып, сығымдарҙы ҡапларға. Ҡуртым, эш хаҡын түләһәм, кәсепте туҡтатырға уйлайым, ябылабыҙ инде, — тип көйөнә ул.
Фәнис Ғиләжев ихтыяждың кәмеүенә лә зарлана. Билдәле иҡтисади сәбәптәргә бәйле, халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге түбәнәйеүен дауам итә. Әле аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡҡа хаҡтар яраҡлы ҡалһа, сит ил тауарҙары — күптәр өсөн буй етмәҫлек бейеклек.
Ошондай уҡ хәл төҙөлөш тармағында ла күҙәтелә. 1 апрелдән дәүләт ташламалы кредитлауҙың процент ставкаһын субсидиялауҙан баш тартһа, тармаҡта хәл тағы ла ҡатмарлашыуы ихтимал. Әле Өфөнөң мәшғүллек үҙәгенә эш эҙләп килеүселәр араһында бетонсы, арматурасы кеүек һөнәр эйәләре күбәйгән.
Илфат Сәйетғәлин баш ҡала ойошмаларының береһендә иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Һөнәрен ярата.
— Тик һуңғы арала газ үткәреүгә халыҡтан заказдар кәмегәнгә күрә, хеҙмәт хаҡым түбәнәйҙе, — тип хафалана ул.
Был осраҡта иһә ҡул ҡаушырып ултырыу урынһыҙ. Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә генә әлегә ете меңдән ашыу вакансия бар. Шул уҡ бетон ҡойоусы, ташсы, штукатурсыларға ҡытлыҡ. Мәҫәлән, үткән аҙнала Өфөлә ойошторолған хеҙмәт йәрминкәһенә 700-ҙән ашыу кеше килгән. Уларҙың күбеһе әңгәмәне уңышлы үтеп, төҙөлөш компанияларына эшкә саҡырылған. Эш эҙләп район-ҡалаларҙан, хатта Мәскәү, Силәбенән килеүселәр бар.
Хеҙмәт хаҡы күләменә түҙергә була, әгәр эше табылһа. Вакансиялар йәрминкәһенә килеүселәрҙең күбеһе элек төҙөлөш компанияларында эшләгән икән. Эш урындарынан да үҙ теләктәре менән китмәгәндәр, күп ойошмалар әлеге лә баяғы финанслауға ҡытлыҡ булғанға күрә ябылған.
Әйткәндәй, әле һумдың долларға ҡарата курсы бер аҙ юғарыраҡ тигән фекер ҙә бар. Нефттең барреле 25 доллар самаһы торған саҡта америка баксы 100 һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Әле Рәсәй аҡсаһы был күрһәткескә барып етмәгән. Быға тәү сиратта халыҡтың доллар һатып алыуға ынтылмауы сәбәпсе, ти иҡтисадсылар, ватандаштарыбыҙҙа милли валютаға ышаныс юғары.
Ғөмүмән, Рәсәй һумының доллар менән алышы бөгөн һәр яҡлап иғтибар үҙәгендә. Артабан хәл нисек үҙгәрәсәге тураһында берҙәм генә фекер юҡ, һәм быға тәьҫир итеүсе сәбәптәрҙең күплеген иҫәпкә алғанда, булыуы ла мөмкин түгел. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ араһында ғауға юҡ, 1990 йылдарҙан айырмалы рәүештә, банк бүлексәләре эргәһендә лә сираттар күҙәтелмәй. Белгестәр ҙә 1998 йылдың ҡабатланасағына ышанмай.
Арзан сеймал Рәсәй иҡтисадын ауыр хәлгә ҡуйһа ла, эшкәртеүсе предприятиелар өсөн был яҡшы тигән фекер ҙә бар.
Ошо шарттарҙа иҡтисад үҫешен башҡаса тәьмин итеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Донъя кимәлендә игенгә ихтыяж элеккесә юғары ҡала, ә беҙҙә файҙаланмаған һөрөнтө ерҙәр күп. Һығымта үҙенән-үҙе килеп сыға.
Мәҡәләне баҫмаға әҙерләгән арала Интернет селтәрендәге бер мәғлүмәт күҙгә ташланды: халыҡ кредитҡа күпләп көнкүреш техникаһы һатып ала баш­лаған. Һумдың осһоҙланыуы, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ осоронда бындай аҙым заемсы өсөн дә, банк өсөн дә бик хәүефле. Хәтерләһәгеҙ, ошондай уҡ хәл 2015 йылдың авгусында ла, 2014 йылдың декабрендә лә күҙәтелгәйне. Ул ваҡытта рәсәйҙәр күпләп техника һатып алып, йыйылған аҡсаларын һаҡлап ҡалырға маташты. Был юлы ла ошо уҡ хәл күҙәтелә түгелме? Хәйер, айырма бар — бөгөн һатып алыу башлыса банк иҫәбенә башҡарыла.
Ғөмүмән, халыҡҡа йыйған аҡсаһын нисек һаҡларға, тигән һорауға бер кем дә аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Ләкин иҡтисадсылар оҙаҡламай нефть, уның менән бергә һум да үҫә башлаясаҡ тигән фекерҙә. Бынан тыш, машиналар төҙөү һәм ауыл хужалығы тармаҡтарында импортты алмаштырыу башланғыстары ла һөҙөмтә бирә, ти белгестәр. Үҙгәрештәр бер нисә йылдан һиҙелерлек булыр тип көтөлә.







Автор: Г. ХӘЙБУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә