Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Берәүҙән – икәү, икәүҙән өсәү яҡшы...
Берәүҙән – икәү, икәүҙән өсәү яҡшы... Бүтәндәрҙән ниндәйҙер яғы менән бер башҡа айырылып торған ауылдар була. Мәҫәлән, Никифар. Әлшәй менән Миәкә райондары тоташҡан ерҙә урынлашҡан был ауыл тәү күреүҙән хәтергә тәрән уйыла. Күптән түгел ошо яҡтарға сираттағы тапҡыр сәфәр ҡылдыҡ, ундағы алсаҡ, тырыш, берҙәм халыҡ менән йәнә осраштыҡ.
Һәр ҡайҙа ла йәмғиәттең ҡото тип атарлыҡ уңғандар бар. Был мәҡәләлә шундай үҙенсәлекле ғаилә – бер туған фермерҙар – менән таныштырмаҡсыбыҙ.


“Ғәлләмова” крәҫтиән (фермер) хужалығының эшмәкәрлеге тураһында оҙаҡ һөйләйһе түгел, күптәр белә уны. Тәскирә һәм Илгиз Ғәлләмовтар малсылыҡ менән уңышлы шөғөлләнә. “Ауылда ла хәлле йәшәп була” тигәнде Илгиз Рәйес улының бүтән туғандары ла күңеленә ныҡлап һеңдергән.
– Эште башлап алып китеүгә күп аҡса түктек, шуға үҙебеҙҙең ныҡышмаллыҡты ла өҫтәгәндә... – “Шарапова” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Лилиә Рәйес ҡыҙы йырып сығырға тура килгән мәсьәләләрҙе шулай теҙеп алып китте лә йылмайып ҡуйҙы. – Әммә малсылыҡҡа тотоноуыма әле һис тә үкенмәйем.
Әлбиттә, янында ныҡлы таяныс булып ире Фәйез торғанға бер ниндәй ҙә хәүеф-хәтәр тоймай ул. Фермер хужалығын асыуға ғаиләһендә оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәндән, туған-тыумасаһының бер ыңғай, бер кире фекерҙәрен тыңлағандан һуң ғына тотонғандар. Хеҙмәт биржаһына барып теркәлгәс, сусҡасылыҡ менән булашырға уйлаған булғандар, үҙенә лә, иренә лә 58-әр мең һум күләмендә аҙ ставкалы кредит юллағандар. Башта шул аҡсаға сусҡа бәрәстәре һатып алғандар, ҡатнаш аҙыҡ, төҙөлөш материалдары хәстәрләгәндәр.
– Әйҙә, иттән һөткә күсәйек, тигән фекерен еткерҙе шул саҡ Илгиз ағайым, – ти Лилиә Шарапова. – Хәҙер иһә беҙҙәге һыйыр малының иҫәбе йөҙҙән ашты, шуның өстән ике өлөшөн һауабыҙ. Һөттө Бәләбәй ҡалаһындағы заводҡа тапшырып торабыҙ.
– Ситтән ҡарағанда һеҙгә барыһы ла уң килеп торған һымаҡ. Тимәк, бәхет­леһегеҙ. Шулай ҙа, моғайын, ҡыйынлыҡтар әле лә осрап алалыр, – тим.
– Һикәлтәләр хаҡында һөйләргә яратмайым. Тәмле тип йыш ҡабатлауҙан ауыҙға бал үҙе килеп инмәй бит, егелеп эшләргә, тир түгергә кәрәк. Бәләкәйҙән хәләл көсөм менән аҡса табып өйрәнгәнмен. Әле иртән тораһың – маҡсатың билдәле, кис ятаһың – иртәгәһе көнгә план ҡорола, – тине әңгәмәсем.
Рөстәм Ғәлләмов та ҡатыны менән бергәләп эйәргән туғандары өлгөһөнә. Бөгөн уларҙың хужалығында 40 баш тирәһе һыйыр малы иҫәпләнә. “Ҡулыңда сит кешенең факелын йөрөткәнсе, үҙең һыҙған шырпыны тотоу күпкә отошло”, – тине “Ғәлләмова” крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе Ирина Ғәлләмова.
Хәҙер һәммәһенең дә яратҡан эше бар, ғаиләләрендә бер-береһен яҡшы аңлайҙар, балалары мохтажлыҡ күрмәй буй еткерә. Шуныһы ҡыҙыҡ: өс хужалыҡта ла етәксе – ҡатын-ҡыҙ, ә ирҙәре – ярҙамсы вазифа­һында. Баҡтиһәң, мәғәнәһе тәрәндә икән. “Феминизацияның сәскә атыуы түгел, ә гүзәл заттың ҡулы бәрәкәтле булыуын белеп эш итеү ул”, – тине ирҙәр. Әйткәндәй, ауылда донъя көткән тағы бер һылыуҙары Илүзә лә күп итеп мал аҫрай, киләсәктә ул да ире менән фермер булып китһә, һис тә аптырайһы түгел.









Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Район: Әлшәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә