Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ауырлыҡтарҙы еңә-еңә
Еңелдән булманы үтеп барған йыл. Нефткә хаҡ төштө, көтмәгәндә Мысыр менән асыуланыштыҡ, ноябрҙәге фажиғәнән һуң Рәсәй Төркиәгә иҡтисади сара менән яуап бирергә мәжбүр булды. Шулай итеп, хәҙер беҙгә уларҙан ҡош ите, помидор, һуған, алма, груша, абрикос, персик, нектарин, виноград, слива, еләк, шулай уҡ тоҙ, ҡәнәферҙе индереү ҡәтғи тыйылды.

“Төрлө һиҙелерлек сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, Рәсәй халыҡ-ара кредит ойошмалары алдындағы йөкләмәһен тулыһынса үтәй. Ил иҡтисадындағы көрсөк, дөйөм алғанда, уҙҙы. Тышҡы бурыс, былтырғы менән сағыштыр­ғанда, 13 процентҡа кәмене, ка­пи­талдың ситкә китеүе һиҙелерлек ҡыҫҡарҙы, ә өсөнсө кварталда ситтән саф табыштың килеүе күҙәтелде”, – тине Рәсәй Президенты Владимир Путин матбуғат конфе­ренция­һында.
Йылдың икенсе яртыһынан ил иҡтисады тотороҡлана төшкән: ауыл хужалығында, яғыулыҡ-энергетика комплексында, хеҙмәт баҙарында эш көйләнә, инвесторҙар ҡыҙыҡһыныу белдерә. Мәҫәлән, икенсе йыл рәттән ауыл эшсәндәре 100 миллион тоннанан ашыу иген культуралары йыйып алды. Бығаса ҡулланған аҙыҡ-түлектең яртыһын ситтән ташыһаҡ, хәҙер Рәсәй тауарын сит илдәргә һатыусылар араһында уңышлы урын биләй. Былтыр экспортҡа оҙатылған аҙыҡ күләме егерме миллиард доллар самаһы тәшкил иткән. Был ҡорал йәки газ һатыуҙан килгән табыштан шаҡтай күберәк. Йәнә сәнәғәт тауар­ҙарының етештереү күләме әкренләп арта. Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа яғыулыҡ-энергетика комплексында ла үҫеш күҙәтелә – нефть һәм күмер сығарыу күләме артты.
Ҡыҫҡа ғына осорҙа бындай уңыш­ҡа өлгәшеү, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш. Ил Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, был – яҡшы күрһәткес, көрсөккә ҡаршы тәүге уңышлы аҙым. Әлбиттә, һәр ил үҙ-үҙен тәьмин итә алмай. Ҡайһы бер дәүләттәр тышҡы ярҙамһыҙ йәшәй алмай. Рәсәй, һис шикһеҙ, ошондай шарттарҙа ла йәшәй һәм үҫеш һәләтенә эйә.
Ниндәй генә заманса ҡорамалдар, программалар булмаһын, уларҙы бел­гестәрһеҙ тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. 2008 йылғы көрсөк менән сағыштырғанда, Рәсәйҙең хеҙмәт баҙарында тотороҡлолоҡ күҙәтелә. Эшһеҙлек кимәле 5,6 процент тәшкил итә. Быны ыңғай һөҙөмтә тип баһалай белгестәр.
Әлбиттә, бөгөнгө шарттарҙа берәү­гә лә еңел түгел. Алға маҡсат ҡуйып, ошо юҫыҡта эшләгәндә, 2020 йылға ил баҙарын үҙебеҙ үҫтергән аҙыҡ менән тулыһынса тәьмин итә алабыҙ. Ер, һыу ресурстары илебеҙгә донъя баҙарына экологик йәһәттән таҙа аҙыҡ-түлек тәҡдим иткән эре дәүләт булараҡ та танылырға мөмкинлек бирә. Билдәле: сифатлы ризыҡ һәр ваҡыт ихтыяж менән файҙаланыла.
Быйыл “Мир” тәүге түләү карта­һы­ның донъя күреүе финанс өлкә­һендә мөһим ваҡиға булып иҫтә ҡалыр, моғайын. Юғиһә 2014 йылда Ҡырым өсөн Көнбайыш менән Рәсәй араһындағы аңлашылмаусанлыҡ үҙебеҙҙең түләү системаһы булмау мәсьәләһен ҡабырғаһы менән ҡуйҙы. Унан һуң халыҡ-ара Visa һәм Mas­terCard түләү системаһы ҡайһы бер Рәсәй карталарын хеҙмәтләндереүҙе туҡтатты. “Мир”ҙың барлыҡҡа килеүе илдең финанс өлкәһенең үҫеше һәм уның үҙаллылығын тәьмин итеүҙә мөһим аҙым булып тора”, – ти Үҙәк банк рәйесе урынбаҫары Ольга Скоробогатова. Картаның мөмкинлеге ҙур: уның ярҙамында пенсия, хеҙмәт хаҡы, банкоматтарҙа аҡса алыу, Интернет аша күсереү кеүек операция­ларҙы башҡарырға мөмкин буласаҡ.



Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә