Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Халыҡ уны, асыуы килеп, “бакс” тип атаған
Халыҡ уны, асыуы килеп,  “бакс” тип атаған Бына бер быуат инде бөтә донъя АҠШ валютаһының курсына тиңләшеп йәшәй, уның күтәрелеүен йәки төшөүен һәр саҡ белеп торорға тырыша. Ә долларҙың ҡиммәтләнеүе һәм арзанайыуы нимәгә бәйле? Беҙҙең көнкүрешкә ул нисек йоғонто яһай?

Был һорауҙарға яуап бирер алдынан тәүҙә шуны асыҡлау мотлаҡ: ә ни өсөн халыҡ-ара сауҙала мотлаҡ “йәшел аҡса” ҡулланыла? 1944 йылда АҠШ халыҡ-ара валюта конферен­цияһын йыйған һәм илдәр араһында иҫәп-хисап яһау, шулай уҡ резерв булдырыу өсөн доллар ҡулланырға тәҡдим иткән. Башҡалар ризалашҡан, сөнки алға киткән дәүләттәр араһында бер АҠШ-тың иҡтисады ғына һуғыштан зыян күрмәгән һәм, иң мөһиме, ул дәүерҙә американ­дарҙың алтын запасы донъя тарихында булмағанса күп туплан­ған. Тимәк, теләһә ниндәй илгә лә үҙ тауарын бүтән ҡитғаға долларға һатыуы ышаныслыраҡ – был валютаны гарантиялаусы ҡиммәтле металл бар бит.
Доллар курсының күтәрелеүе һәм төшөүенең төп сәбәбе тап шуға ҡайтып ҡала ла инде: АҠШ иҡтисады үҫеш кисергәндә улар­ҙың валютаһының хаҡы тото­роҡло була, ә көрсөккә табан барғанда төшә башлай. Был осраҡта американдарға еңел: улар башҡа дәүләттәрҙең иҡти­садына ҡарап эш итмәй, хатта кәрәк булғанда өҫтәмә банк­ноталарҙы күпләп баҫып сығара.
Иҡтисадта хаҡ кимәлен ихтыяж менән тәҡдим нисбәте билдәләй. Халыҡтың долларҙы күп һатып алыуы ла валютаның курсын күтәрә. Был осраҡта айырым кеше отамы, отоламы? “Йәшел аҡса”ны хаҡы артҡас та банкка тапшырам да табышлы булам, тип планлаштырһаң, АҠШ “ҡара алтын” баҙарына һатыуға үҙ резервынан ҙур күләмдә нефть сығарыр ҙа (улар был турала күптән янай), углеводород сеймалының хаҡы түбән тәгәрәр, һөҙөмтәлә доллар курсы һумға ҡарата ныҡ ҡына төшөр... Йәки, киреһенсә, доллар һатып алыр­ғамы, юҡмы тип баш ватҡанда “Юҡ, бик хәүефле бит, йә аҡсаны яртылаш юғалтыр­мын” тип, ошо эштән баш тарт­һаң, Сәғүд Ғәрәбстаны (ОПЕК илдәренең нефть баҙарындағы сәйәсәтен ул билдәләй) байтаҡ скважина­ларҙы туҡтатып торорға ҡарар итер. Был сеймалға шулай яһалма ҡытлыҡ тыуҙырыу нефт­тең һәм бер үк ваҡытта дол­ларҙың хаҡын күккә олғаш­тырасаҡ.
Ә байлыҡты долларҙа һаҡларға ынтылыу (“артыҡ” аҡсаһы булған кешеләргә) шуның менән аңлатыла: илебеҙ донъя баҙарына сеймалдан башҡа конкуренцияға һәләтле тауар сығарыуы менән әллә ни маҡтана алмай, тимәк, күпселек тауарҙы сит илдәрҙән ташырға тура килә. Долларға һатып алып, әлбиттә. Был валютаның курсы артҡан заманда сауҙа әһел­дәренә әйберҙе долларға алып, эске баҙарҙа һумдарға һатып ебәреү һис отошло түгел. Берҙән-бер юл – тауарҙың һумлата хаҡын күтәрә барыу. Тимәк, аҡсаны һумдарҙа һаҡлау уны инфляциянан “ашатыуға” дусар итеү тигән һүҙ.
Киң ҡулланылыштағы әйбер­ҙәр, ғәҙәттә, күп ҡушаматлы була. Долларҙың халыҡ ҡушҡан исем­дәренең береһе – “бакс”. Уның мәғәнәһен ике төрлө аңлаталар: 1) “болан тиреһе” (инглизсәнән «buckskin») – заманында Америка индеецтары Европа колониза­торҙары менән сауҙалашҡанда болан тиреһе аҡса берәмеге булып хеҙмәт иткән; 2) 1861 йылда сыға­рылған 10 долларлыҡ купю­раға төшөрөлгән Х билдәһе утын быса торған кузланы хәтерләт­кән өсөн шундай атама бир­гәндәр (инглизсәнән «sawbuck”). Һәр хәлдә, был ике исем дә йәмғиәттә АҠШ валютаһына ҡарата мөнә­сәбәттең бигүк яҡшы түгеллеген аңлата.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә