Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Колхозсы өнһөҙ эш ҡоралы ине
Ауылдар яйлап бөтөүгә табан бара һәм был — ҡотолғоһоҙ иҡтисади күренеш
Быйылғы 13 ғинуар һанында Рәшит Кәлимуллиндың “Хеҙмәткә дан йырланыҡ та ул...” тигән мәҡәләһе баҫылғайны, уға ҡарата гәзиттә төрлө фекерҙәр күренде. Колхоздарҙың барлыҡҡа килеү сәбәбе билдәле: Сталин хәлле крәҫтиәндәрҙе үҙ «музыкаһына бейетә алмағас», уларҙы кулак тип иғлан итә һәм Себергә һөрә, ә ярлы-ябағаны (ҡайһы берәүҙәр “ялҡау-ябаға” ти) йыйып колхоздар ойоштора. Ләкин йәмғиәттә ул дәүерҙе төрлөсә ҡабул итәләр.

Шул ваҡыттарҙан алып 80 йыл үтеп тә киткән. Был осорҙа төрлө тарихи ваҡиғалар булып торҙо, тик колхоз системаһы ғына үҙгәрмәне: шул уҡ өҫтән ҡушып эшләтеү, элеккесә мәжбүри хеҙмәт, барыһына бер тигеҙ түләү (“уравниловка”). Колхозсы нисек итеп күберәк, сифатлыраҡ һәм аҙыраҡ сығымдар менән продукция етештереү тураһында уйлап та ҡараманы, был уға кәрәкмәй ҙә ине. Үҙ фекере булған һәм инициативалы кешене колхоз ҡоролошо һындырҙы-бөктө, йә булмаһа ситкә сығып китергә мәжбүр итте.
Ошоларҙан сығып, мин дә, Рәшит Кәлимуллин иптәш кеүек, совет заманындағы колхоздар ауыл халҡы өсөн торғаны бер “кошмар” булды тип иҫәпләйем. Бөтөнөһөн ярлылыҡта тигеҙләп, крәҫтиәндең яҡтылыҡҡа һәм байлыҡҡа ынтылышын баҫып килде ул! Шуның өсөн дә, үҙгәрештәр башланғас, күпселек колхозды яҡлап сыҡманы һәм уны иҫкелек ҡалдығы тип һанай.
Шул уҡ ваҡытта колхоздарҙы яңынан тергеҙергә кәрәк тигән кешеләр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, иҡтисад фәндәре докторы Мазһар Иҫәнбаев “Киске Өфө” гәзитендә: “Беҙгә ситтә йөрөгән егеттәрҙе кисекмәҫтән ҡайтарырға, колхозды тергеҙергә кәрәк”, тип сығыш яһаны. Минеңсә, ул егеттәргә теймәҫкә кәрәк. Уларҙың күбеһе, насармы-яҡшымы, эш табып, хеҙмәт хаҡы алып донъя көтә бит. Мәҫәлән, минең өс туған ҡустым, техникум тамамлап, Ноябрьск ҡалаһында эшкә урынлашты. Килен менән ҡыҙ һәм ул үҫтерҙеләр, икеһенә лә юғары белем алырға ярҙам иттеләр, Өфөлә фатир һатып алып бирҙеләр. Тыуған яҡҡа “крутой” автола ҡайтып күренеп китәләр. Беҙҙең күрше егет тә Төмән өлкәһендә эшкә урынлашты. Бер ҡайтҡанында еңел автомобиль, икенсеһендә яңы телевизор алды, үткән йәй гөрләтеп туй яһанылар.
Ситтә йүнле эш таба алмағаны ла байтаҡ, ләкин егеттәрҙе кире ауылға ҡайтарһаҡ, улар бында ни менән мәшғүл булыр?
Элек беҙҙең Чапаев исемендәге колхозда 200-ҙән ашыу ағза иҫәпләнә ине, 1800 гектар һөрөнтө ере булды. Бөгөн колхоз урынында барлыҡҡа килгән йәмғиәттә барлығы — 20 — 25 кеше, ә тағы ла ситтән ҡайтып төшһәләр, уларға ҡайҙан эш табырға?
Ҡайһы берҙәр, ауылда эшһеҙлек булырға тейеш түгел, аҡса аяҡ аҫтында, эйел дә ал, йыбанма, ти. Бер ҡараһаң, ысынлап та шулай һымаҡ. Кемдер мал үрсетеп, икенселәре — ер эшкәртеп, өсөнсөләре төрлө хеҙмәт күрһәтеп ғаиләһен тәьмин итә. Өҫтәүенә, үҙ эшен асыусыларға дәүләт яғынан да ярҙам күрһәтелә башланы. Ләкин, икенсе яҡтан ҡарағанда, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар (ЛПХ), ҡала янындағы баҡсалар — ярлылыҡ билдәһе. Улар менән тамаҡ туйҙырырға һәм тормоштоң етешһеҙ урындарын ғына ҡапларға мөмкин, әммә мул тормошҡа сығып булмай. Юҡҡа ғына уны ярҙамсы хужалыҡ тимәгәндәр бит.
Ауыл хужалығында етештереүсәнлек үҫеү менән шәхси сектор үҙгәрештәр кисерәсәк. Өҫтәүенә, Рәсәй быйылдан Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһына ҡушылғас, илебеҙгә ситтән килтерелеүсе ауыл хужалығы тауарҙарының күләме тағы ла арта төшәсәк. Был осраҡта эшһеҙҙәр ҙә күбәйер, моғайын. Һәләтле йәштәр һаман да сит тарафтарға китергә мәжбүр буласаҡ.
Ауылда демографик хәл насарайғандан-насарая, һөҙөмтәлә балалар баҡсалары, мәктәп һәм клубтар ябыла. Яйлап ауылдар бөтөп, урындарында утарҙар, фермер хужалыҡтары ғына ҡаласаҡ. Күңелһеҙ, әлбиттә, ләкин быны объектив процесс тип ҡарарға кәрәк. Был хәлде төрлө кимәлдәге хакимиәттәр ҙә, Хөкүмәт тә ҡарар ҡабул итеп кенә туҡтата алмаясаҡ.
Беҙгә, оло быуын кешеләренә, быға күнергә генә ҡала, ә йәштәргә тормоштарын ауылдан ситтә ҡороуҙы уйларға кәрәк. Yҫмерҙәр, мәктәп йәшендәге балалар ауылдың киләсәге тураһында дөрөҫтө белергә тейеш. Улар үҙҙәренә һөнәр һайлағанда, киләсәккә тормош пландары ҡорғанда, ауыл ерендә барған ошо үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тотһа ине. Бөгөн атай нигеҙе, тыуған ергә һөйөү тигән төшөнсәләр икенсерәк яңғырай.
Хәҙерге ваҡытта ауыл халҡының күпселеге яңы шарттарға яраҡлашты инде. Тәүәккәлерәктәре, тормош килтереп ҡыҫҡас, сит яҡтарҙа аҡса эшләй, ҡулдарынан килгәндәре үҙ эшен асып ебәрҙе. Берәүҙәр уларға ялланып тамаҡ туйҙыра, икенселәр шәхси хужалыҡтарында бил бөгә, өсөнсөләр шешә ҡолона әйләнде.
Ошондай осраҡта нисек коллектив хужалыҡ ойошторорға? Ер пайҙарын бергә ҡушып ҡына коллектив хужалыҡ йәшәп китә алырмы? Техникаһы кәрәк, яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡ һ.б. Яңы коллектив хужалыҡ ойошторорға теләүселәр табылған хәлдә лә, улар алдында йырып сыҡҡыһыҙ кәртәләр тора. Беренсенән, бөгөн пайҙарға бүленгән ер буш ятмай тиерлек, улар фермерҙарға, артелдәргә һ.б. ҡуртымға бирелгән. Улар үҙ теләге менән ерҙән баш тартырмы? Юҡ, әлбиттә! Икенсенән, ирекле хеҙмәттең тәмен татыған ир-егеттәр коллектив хужалыҡҡа инерме? Юҡ!
Шуға күрә тик ҡалаларҙа бейек таш йорттарҙа йәшәүселәр өсөн генә колхоз ожмах тойолалыр. Улар ғына колхозды “өҙгөләнеп, әсенеп” иҫкә алалыр.
Билдәле, халҡыбыҙҙың күп өлөшө ауылда йәшәй, шуға күрә күтәрелгән проблемалар бик көнүҙәк, уларҙы уртаға һалып һөйләшәһе бар. Үрҙә телгә алынған Мазһар Насип улы менән бер урында килешмәйсә булмай: ауылда эште коллектив хужалыҡтар эсендә ойошторорға кәрәк. Унда крәҫтиәнгә юғары етештереүсәнле эшләү өсөн шарттар булдырылырға тейеш. Кеше үҙемә тип эшләһә, үҙен хужа итеп тойһа ғына яҡшы һөҙөмтәләр буласаҡ.
Республиканың күп кенә райондарында төрлө формала йәшәп килгән коллектив хужалыҡтарҙа эште ойоштороу һәм түләү системаһы һаман да боронғоса: берәү сәсә, берәү һөрә, һәр береһе аҙ булһа ла эш хаҡы ала, ләкин был һуңғы һөҙөмтәгә бәйле түгел. Ошондай хәл күп хужалыҡтарҙы юҡҡа сығарҙы һәм сығарасаҡ әле.
Шуның өсөн быға тиклем һаҡланып ҡалған коллектив хужалыҡтарҙы мотлаҡ үҙгәртеп ҡорорға кәрәк. Нисек итеп?
Минеңсә, хужалыҡ эсендәге структур берәмектәр нигеҙендә үҙаллы коллективтар төҙөргә кәрәк. Улар быға тиклем нисек эшләгән, шулай дауам итәсәк, тик килешеү нигеҙендә!
Колхоз-совхоздар тулыһынса тарҡалған урындарҙа ла кооперация юлы менән китергә була. Уның өсөн законлы нигеҙ бар, программа төҙөлгән, Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһендә лә ҡулланыусылар кооперативтары ойоштороу кәрәклеге хаҡында әйтелгәйне. Ауыл хакимиәттәре бындай кооперативтарҙы ойоштороуҙы үҙ иңенә алырға тейеш. Уңышлы эшләп киткән осраҡта улар ауыл халҡының тормош кимәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк һәм урындағы бюджетты тулыландырасаҡ.
90-сы йылдарҙа күрше өлкәләрҙә колхоздар бөтөрөлгәс, беҙ уларҙан көлдөк, йәлләнек. Бөгөнгө көнгә күршеләр заманға яраҡлашып эшләргә өйрәнде, ә беҙ уларҙың көнөнә төштөк. Үткән йыл Баймаҡ ҡалаһында булған кәңәшмәлә: “Силәбе өлкәһендә тоҙло ерҙәргә тиклем һөрөп бөттөләр, бер ҡайҙа ла сүп үләне баҫҡан баҫыуҙар күренмәй”, — тинеләр. Эйе, ваҡыт беҙҙең файҙаға эшләмәне.
Минеңсә, эште маҡсатҡа ярашлы алып барырға кәрәк. Тормош шуны күрһәтә: ҡул ҡаушырып ултырыу бер ҡасан да яҡшыға килтермәй.
Фуат ТОЛОМБАЕВ.
Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 388

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 294

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 365

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 366

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 338

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 266

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 504