Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә – 90 йылБыл коллективты хаҡлы рәүештә Рәсәйҙәге машиналар эшләү тармағының әйҙәүсеһе тип атарға була. “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте (“Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәтенә инә) – бөгөн илебеҙҙә хәрби авиация өсөн двигателдәр етештереүсе иң ҙур үҙәк.
Бәһлеүәндең аяҡҡа баҫыуы
Баш ҡалабыҙҙа авиация двигателдәре етештереү 1940 йылда башлана. Тап ошо осорҙа тәүҙә комбайндар эшләп сығарыуға тәғәйенләнгән Өфө моторҙар заводы Авиация сәнәғәте буйынса халыҡ комиссариатына тапшырыла, һәм бында М-105 авиация моторын етештерергә тотоналар.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та Өфөгә Ленинградтан, Мәскәү тирәһенән заводтар эвакуациялана. Күсеп килгән предприятиеларҙың иң мөһиме – хәрби етештереүҙең нигеҙен тәшкил итеүсе 26-сы Рыбинск авиамоторҙар заводы. Был ойошма 1925 йылдың 17 июленән алып эшләй, шуға күрә Өфө моторҙар эшләүселәренең тарихи йылъяҙмаһы ла ошо көндән асыла. Яңы ҡеүәттәр етештереүҙе ҡырҡа арттырыу форсаты бирә: һуғыш йылдарында ҡалала 51 меңдән ашыу авиация моторы эшләп сығарыла, улар фронтта алышыусы совет хәрби самолеттарының өстән бер өлөшөн һауаға күтәрә.
Һуғыштың тамамланыуы авиация двигателдәре етештереүҙәге һынылыш – реактив техника дәүере башланыуы – менән бергә тура килде. Өфө заводы был йүнәлештә тармаҡта тәүгеләрҙән булып эш башланы. 1946 йылда реактив быуындың тәүге өлгөһө булған РД-10А тыуа, уны ЯК һәм ЛА истребителдәренә ҡуялар. Артабан үҙәктән ҡыуҙырыусы РД-45Ф турбореактив двигателе һәм уның модификацияһы булған ВК-1 үҙләштерелә. Улар урынлаштырылған самолеттар араһында данлыҡлы МиГ-15 истребителдәре лә бар. Тауыштан тиҙерәк осоусы МиГ-19 беренсе совет сериялы истребителе шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһында етештерелгән РД-9Б турбореактив двигателе менән йыһазландырылған.
1962 йылдан алып Өфө заводы донъяның иң күп һанлы реактив истребителе булған МиГ-21 өсөн двигателдәр етештерҙе. Өсөнсө быуынға ҡараған МиГ-23/МиГ-27 истребителдәренең, Су-22 перехватчигының һәм Су-24 бомбардировщигының күккә юлы шулай уҡ Өфө мотор эшләүселәренә бәйле. 1984 йылда беҙҙең завод һуңғы бер нисә тиҫтә йылда хәрби самолеттарҙың донъя баҙарында иң уңышлы һәм иң ҙур ихтыяж менән файҙаланған дүртенсе быуыны булған күп маҡсатлы Су-27 самолеты өсөн АЛ-31Ф двигателен сериялы етештерә башланы.
Яңы заман
СССР-ҙың тарҡалыуы һәм 1990 йылдарҙың көрсөгө дәүләт заказдарынан мәхрүм ҡалған оборона сәнғәте комплексы өсөн етди һынауға әүерелә.
Авиация сәнәғәтенең күп предприятиеларынан айырмалы рәүештә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе үҙен һаҡлап ҡына ҡалманы, ә яңы төр изделиелар ҙа сығара алды. Ауыр йылдарҙа уға экспорт килешеүҙәре ярҙам итте – бында эшләнгән продукцияға сит илдәрҙә, айырыуса Һиндостан менән Ҡытайҙа һорау ҙур ине.
Шулай ҙа хәрби авиация өсөн көс ҡоролмаларының яңы моделдәрен үҙләштереү төп өҫтөнлөк булып ҡалыуын дауам итә. 1998 йылда Өфөлә Су-30 истребителе өсөн АЛ-31 двигателенең модификацияһын эшләргә керешәләр. Уның төп үҙенсәлеге – реактив соплоның борола алыуы. Ошо арҡала самолет һауа һуғышында бик мөһим булған юғары маневрлылыҡҡа өлгәшә. Боролорға һәләтле ошондай сопло ҡуйылған бүтән двигателдәр донъяла әле булһа уйлап табылмаған.
2001 йылда “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Һиндостанда Су-30МКИ самолеттары өсөн АЛ-31 ФП двигателдәрен лицензиялы етештереүҙе үҙләштереүгә техник яҡтан булышлыҡ итеүҙә төп башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Ошо илдең Корапут ҡалаһындағы завод – Рәсәйҙең юғары технологияһын сит илдә уңышлы индереү ынтылышындағы бик һирәк миҫалдарҙың береһе.
Авиация техникаһы менән бергә диверсификация сәйәсәте сиктәрендә газ турбинаһы энергетикаһы өсөн агрегаттар етештереү ҙә уңышлы үҫешә. 2002 йылда авиацияла ҡулланылыусы АЛ-31Ф моделе нигеҙендә булдырылған АЛ-31СТ двигателе ярҙамында эшләүсе ГПА-16Р газ ҡыуҙырыу агрегатын файҙалана башланылар. Хәҙерге ваҡытта был программа юғары кимәлдә үтәлә – “Газпром” йәмғиәте һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында мотор эшләүселәр АЛ-31СТ-ны етештереү буйынса яңы предприятие асырға ниәтләй, ул коллективтың “Өфө-АвиаГаз” компанияһы һәм Шакша биҫтәһендәге һынау комплексы нигеҙендә эшләйәсәк. Быйыл июнь аҙағында үткәрелгән Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән “Газпром” компанияһының идара рәйесе Алексей Миллер был мәсьәләне әүҙем тикшерҙеләр. Энергетик бәһлеүән етәксеһе “Газпромы”дың Башҡортостанға дүрт миллиард һум бүләсәген билдәләне.
Эшләнештәр һәм уларҙың киләсәге
Һуңғы йылдарҙа предприятие конструкторлыҡ-етештереү һәм һынау базаһын яңырта, продукцияның яңы төрҙәрен үҙләштерә. Аҙаҡҡы тиҫтә йыл эсендә 4 ++АЛ-41Ф-1С быуынлы двигатель күпләп етештерелә башланы, ул СУ-35С истребителенә ҡуйыла. АЛ-31ФП менән сағыштырғанда 12,5 тоннанан 14,5 тоннаға саҡлы, йәғни 16 процентҡа артты.
2014 йылдың 26 декабре берекмә тарихына иң мөһим даталарҙың береһе булып инеп ҡалды. Дәүләт стенд һынауҙарын үтеп, хәрби истребителдәргә ҡуйырға яраҡлы икәне тулыһынса раҫланды. Бындай хәл иткес ваҡиға завод тарихында һуңғы 30 йылда беренсе тапҡыр булды: АЛ-31Ф двигателенең шундай документтары О1 литерын 1984 йылда уҡ алғайны.
Бөгөнгә “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” дәүләт заказы сиктәрендә Рәсәйҙең Оборона министрлығына 70-тән ашыу Су-35С двигателе етештереп оҙатты.
2011 йылда моторҙар эшләү берекмәһе фронт авиацияһы өсөн комплексҡа двигатель булдырыу эшенә тотондо. Уның конструкцияһына тартыу көсөн арттырыусы, һаҡсыллыҡты һәм эшләү ваҡытын оҙайтыусы технологиялар һалынды. Был үҙенсәлектәргә ирешеү өсөн перспективалы Т-50 двигателен етештергәндә мотор эшләүселәр уйлап тапҡан бер нисә технологик яңылыҡ ҡулланыласаҡ: эсе ҡыуыш хәрәкәт көрәктәре яһау, ышҡыу ысулы менән линиялы иретеп йәбештереү, титандан тотошлай ҡойоп эре үлсәмле деталдәр әҙерләү, йылыны һаҡлаусы керамик япмалар һылау һәм башҡалар.
2012 йылдан алып берекмәлә РД-33МК двигателен эшләй башланылар, ул МиГ-29 истребителдәренә урынлаштырыла.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе – “МС-21 самолеты өсөн ПД-14 двигателе” программаһы. Уны “Авиадвигатель” асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшләне. Был двигателде булдырыуҙа “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәтенең күпселек предприятиелары һәм тармаҡ институттары ла ҡатнашты, двигателдең матди өлөшөн сериялы етештереүҙә беҙҙең мотор эшләүселәр 35 процентты алып тора. Әлеге мәлдә бында айырыу корпусын, эсе ҡыуыш вентилятор көрәксеген, юғары баҫым компрессорының роторын һәм ҡайһы бер башҡа деталдәрҙе етештереү үҙләштерелде.
Вертолет двигателдәрен эшләүҙә импортты алмаштырыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн предприятиела ВК-2500 тибындағы вертолет двигателдәренең айырым өлөштәрен етештереү программаһы тормошҡа ашырыла. Өфө моторсылары вертолет двигателдәре турбинаһын йыйыуҙа деталдәр һәм йыйылма берекмәләр әҙерләү буйынса беренсе етештереү-технология үҙәге ойошторолдо, яҡын киләсәктә тағы ла ошондай өс үҙәк асыу планлаштырыла.
Шулай итеп, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе – Су самолеттары өсөн двигателдәрҙең тотош теҙмәһен уйлап табыусы һәм етештереүсе генә түгел, ә Рәсәйҙең авиация двигателдәрен эшләүҙең барлыҡ төп программаларында ла тиерлек ҡатнашыусы инновация предприятиеһы. Бишенсе быуын двигателдәренең ҡабатланмаҫ технологияларын тыуҙырыусы, идара итеүҙең заманса ҡанундарын (һаҡсыл етештереү, системалы инженеринг) файҙаланыусы, халыҡ-ара кооперацияларҙа әүҙемлек күрһәтеүсе Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хәҙерге Рәсәйҙең йөҙөн билдәләгән предприятиелар иҫәбенә инә.