Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөрйәнгә инвестор килерме?
Бөрйәнгә инвестор килерме? Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов халыҡҡа күптән түгел тәҡдим иткән тәүге Инвес­тиция Мөрәжәғәтнамәһендә республикала һөҙөмтәле эш мөхитен булдырыу йәһәтенән иң мөһим бурыстарҙы, башҡарылған ғәмәлдәрҙе билдәләне. Программа документында шундай юлдар бар: “Ҡеүәтле инвесторҙар өсөн башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда яҡшыраҡ инфраструктура шарттары булдырыу зарур. Улар ҡулай ваҡыт эсендә аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булырға, икһеҙ-сикһеҙ яраштырыу ғәмәлдәренә, ресурстарға тоташыуға, юл һалыуға һәм башҡаларға йылдар сарыф итмәҫкә тейеш. Ҙур сәнәғәт үҙәктәре ҡарамағында әҙер етештереү майҙансыҡтарын асырға, инженерлыҡ һәм юл селтәрен үҫтереүҙе күҙалларға кәрәк”. Бындай талап айырыуса республиканың төпкөл райондарына ҡағыла, сөнки уларҙа инвесторҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ, йәлеп итерлек ресурстар күберәк, әммә ике яҡ өсөн дә отошло булыр эште киң йәйелдереп ебәреү өсөн шарттар етерлек түгел.
Мәҫәлән, Бөрйәндә туризмды үҫтерергә кәрәк тигән бурыс ҡуйылған икән, маҡсатҡа ярашлы комплекслы эш алып барылыуы мөһим. Бында урындағы тормош шарттарын, социаль объекттарҙың, юлдың торошон яҡшыртыу, тармаҡтарҙың хеҙмәт һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм башҡалар күҙ уңында тотола.
Ә төбәктә был йәһәттән ниҙәр атҡарыла? Социаль-иҡтисади яҡтан үҫеш кимәле ҡәнәғәтләнерлекме? Халыҡ айырыуса ниндәй ярҙамға мохтаж? Дүрт йыл элек эшләй башлаған Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереүҙең комплекслы программаһы нисек тормошҡа ашырыла? Ошо һәм башҡа һорауҙарға аныҡлыҡ индереү маҡсатында күптән түгел Бөрйәнгә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә эш сәфәре ойошторолдо. Сарала министрлыҡ, ведомство, ойошма-предприятие башлыҡтары ҡатнашты.

Ут, юл, күпер...

Бөрйәнгә инвестор килерме?Сәфәр Байназар ауылынан башланды. Бында 1 500 кВт ҡеүәтенә эйә резервлы электр станцияһын ҡуйыу урыны ҡаралды. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов әйтеүенсә, Бөрйәнде әлегәсә ут менән тәьмин иткән ҡоролма 1968 йылда төҙөлгән. Ремонт мәлендә тотош халыҡ электрһыҙ ҡалырға мәжбүр.
– Был мәсьәлә буйынса район хакимиәте һәм “Башкирэнерго” йәмғиәте менән күптән һөйләшеү алып барабыҙ, – тине рес­пуб­ли­каның сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Хәлил Рәхимов. – Күреүегеҙсә, эш ниндәйҙер кимәлдә башланып тора. Инвестиция программаһы буйынса 2016 йылда районға өс электр станцияһы алынасаҡ. Береһе бында ҡуйылһа, 2 000 кВт ҡеүәтенә эйә тағы икәүһен Иҫке Собханғолда урынлаштырыу планлаштырыла. Заманса ҡоролмалар 2017 – 2018 йылдарҙа сафҡа инер тип көтөлә. Өҙөклөк булмаясаҡ, район халҡы бөгөнгө проблемаларҙан арынасаҡ.
Рөстәм Мәрҙәновтың фекеренсә, сифат тураһында һүҙ алып барыла икән, электрҙы даими ҡулланған предприятиелар һанын арттырыу кәрәклеген дә оноторға ярамай.
Бөрйәнгә инвестор килерме?– Кире осраҡта тарифтың күтәрелеүе ихтимал, – тине Рөстәм Хәбиб улы. – Хеҙ­мәт­тәшлек ике яҡ өсөн дә һөҙөмтәле булырға тейеш.
Етәкселекте артабан Нәби ауылында көтәләр ине. Асфальтлы оло юлдан һул яҡҡа боролоп төшкәс, ғазап башланды: туҙандан алда барған машинаны ла күреп булмай. Ә бит бында ер тигеҙ түгел: бер нисә саҡ­рымлыҡ тауҙан төшөргә кәрәк. Ғөмүмән, юл проблемаһы Нәбигә генә хас түгел, Бөрйән халҡының күпселеге элек-электән ошондай шарттарҙа йәшәй.
– Ауылдар эсендәге юлдар ҙа ҡәнәғәт­лә­нерлек түгел, – тине Рөстәм Шәрипов. – Айырыуса Баҙал биҫтәһендә хәл киҫкен тора. Район үҙәгенә яҡын ғына ятҡан был ауылға нигеҙ һа­лыныуға 20 йыл тулды. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Баҙал халыҡ һаны буйынса төбәктә өсөнсө урынды биләй. Бында заманса йорттар төҙөлә, ике ҡатлы өр-яңы балалар баҡсаһы асылды. Ә юлы ифрат насар, хатта ҡайһы бер урынға “Ашығыс яр­ҙам” машинаһы ла инә алмай. Яҡын ара­ла төп урамдарҙы булһа ла төҙөкләндерергә ине.
Бөрйәндәге 34 ауылдың бер нисәһендә генә асфальт юл һалынған. Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Айҙар Батыргәрәев әйтеүенсә, рес­пуб­ли­каның көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡти­сади яҡтан үҫтереү программаһына ярашлы төҙөлөш һәм реконструкция эштәрен проектлау йылдам бармағанлыҡтан, һөҙөмтәне оҙаҡ көтөргә тура килә. Бөрйәнде сиктәш төбәктәр менән бәйләгән юлдарға ла иғтибар бүлеү мөһим. Иҫке Собханғол – Белорет араһы ғына ҡәнәғәтләнерлек, ә Иҫке Соб­ханғол – Темәс, Иҫке Собханғол – Мораҡ юлдарына ремонт талап ителә. Тәүгеһе бигүк алыҫ булмаһа ла, икенсеһе байтаҡ ара­уыҡты ала – 110 саҡрымға яҡын. Өҫтәүенә Иҫке Собханғол – Кананикольский – Йылайыр юлы йүнәтеләсәк. Подрядсыһы – “Башкиравтодор” йәмғиәте. Эш өсөн 6,8 миллион һум аҡса бүленгән.
Бөрйәнгә инвестор килерме?Нәби ауылында иһә әле йәйәүлеләр өсөн Ағиҙел аша аҫылмалы күпер төҙөлә. Рес­публиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рим Ғиләжетдинов әйтеүенсә, объект өсөн 12,5 миллион һум аҡса бүленгән.
Иҫке Монасип һәм Яңы Монасип ауылдары араһында бындай аҫылмалы күпер бар. Ләкин унан бер-бер артлы еңел машиналар үткәнен күреп, ситтән килгән барса халыҡ хайран ҡалды. Ә урындағылар өсөн был – ғәҙәти хәл. Ҙур күпер булмағас, ни эшләһендәр?
– Был мәсьәлә менән танышбыҙ, – тип аңлатма бирҙе Рим Ҡәҙим улы. – Уны яйға һалыу эше башланды. Шулай уҡ Брәтәк йылғаһы аша һалынған күперҙе ремонтлау планға инде, әле подрядсыһы билдәләнә.

“Хәстәрлек өсөн
ҙур рәхмәт!”


Бөрйәндә һаман да Совет осорондағы парталар менән йыһазландырылған, йылы­лыҡ системаһы, һыу үтмәгән мәктәптәр бар. Кү­беһе утын яғып йылытыла. Сәфәр барышында ҡайһы бер уҡыу йорттарының авария хәлендә булыуы асыҡланды. Мәҫәлән, Иҫке Монасип мәктәбенең Нәби филиалы бинаһы ремонтларлыҡ түгел, яңыһын төҙөргә кәрәк. Республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов төҙөлөштө планға индерергә вәғәҙә бирҙе.
Ә бына Иҫке Собханғол янындағы Ағиҙел биҫтәһендә иҫкергән мәктәп урынында яҡын арала яңы бина төҙөлә башланасаҡ. Өс ҡат­лы заманса уҡыу йортоноң проекты эш­лән­гән. Белем усағының һәр яҡлап алдынғы, тырыш, рухлы, “Башҡортостан” гәзитенә ярты йыл һайын коллектив менән яҙылған хеҙмәткәрҙәре яңы мәктәп һалыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтә.
Бөрйәнгә инвестор килерме?– Былтыр республика Башлығы Рөстәм Хәмитов мәктәптең торошо менән танышып, заманса бина төҙөү бурысын ҡуйғайны, – тине директор Сәлиха Исҡужина. – Бөгөнгө осрашыу эштең тиҙерәк башланырына ышанысты тағы ла нығытты. Иғтибар өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Бынан тыш, Иҫке Собханғол мәктәп-интернаты яңыртыла (был хаҡта гәзиттең үткән һандарының береһендә яҙғайныҡ ). Бина 550 урынға иҫәпләнгән. Етәкселек объекттағы эш барышын ҡараны, төҙөүселәр менән аралашты, проблемалар хаҡында белеште.
– Районда яңыртыу талап ителгән мәктәптәр байтаҡ, – тине хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов. – Бөгөн күр­гәндәрҙән тыш, Яңы Собханғол, Байназар, Тимер, Мәһәҙей ауылдарындағы мәғариф учреждениелары насар хәлдә. Шулай уҡ Ҡотандағы белем усағына капиталь ремонт кәрәк.
Рөстәм Динислам улы әйтеүенсә, ра­йон­дағы ете йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың 45 проценты өйҙә тәрбиәләнә, сөнки балалар баҡсалары етешмәй. Был мәсьәләне хәл итеүҙең төрлө юлы эҙләнә. Һөҙөмтәлә 1 сен­тябрҙән йәнә бер нисә бина, профиле үҙгәртелеп, мәғариф тармағына ҡай­тары­ласаҡ.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хәл ҡат­мар­лыраҡ. Стационарҙарҙа дауаланыу урындары ҡырҡа кәмегән. Ике йыл элек Ырғыҙлы һәм Аҫҡар ауылдарында амбулаториялар ябылған. Район хакимиәте башлығы әйте­үенсә, медицина учреждениеларының 87 процентында табип бар. Дүрт ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты бөтөнләй эшләмәй, 13 урында хеҙмәткәрҙәр ярты ставкаға алынған.
Мәҙәниәт тармағына килгәндә, клуб­тарҙың күбеһе иҫке. Район үҙәгенең уҙған быуат аҙағында төҙөлгән мәҙәниәт йорто бинаһына реконструкция кәрәк.

Урман ниңә ҡаҙнаны ҡеүәтләндермәй?

Бөрйәнгә инвестор килерме?Райондың төп байлығы – урман. Ләкин ул бөгөн һөҙөмтәле файҙаланылып, иҡти­сад­тың үҫешенә лайыҡлы өлөш индерәме? Ошо тема республика Хөкүмәте Премьер-ми­нистрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә ныҡлы тикшерелде.
– Райондың урман фонды 382 мең гектар тәшкил итә, – тине Хөкүмәт Аппараты етәк­се­һе урынбаҫары Айҙар Батыргәрәев. – Былтырғы эш йомғаҡтарына килгәндә, туғыҙ хужалыҡтың ере ҡуртымға бирелде. Ләкин арендаға алғандар бурысын тулыһынса үтә­мәй. Уларҙың эш күләме, һөҙөмтәһе рес­пуб­ликаның Сәнәғәт һәм инновация сә­йә­сәте, Урман хужалығы министрлыҡтары тарафынан ныҡлы контролгә алынырға тейеш. Ра­йон­да ағас эшкәртеүҙе киң йәйелдереү мөһим.
Хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов урманды күпләп арендаға алған ҙур пред­прия­тиеларҙың бөрйәндәр өсөн яңы эш урыны булдырмауы, киреһенсә, ҡыҫҡар­тыуҙарҙың йылдан-йыл артыуы хаҡында белдерҙе.
– Урман төбәк иҡтисадына ҙур өлөш индерергә тейеш, – тине ул. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағас эшкәртеү тармағынан район бюджетына бик аҙ аҡса килә.
Республиканың урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов белдереүенсә, район ерҙәрен ҡуртымға алған ҡеүәтле предприятиеларҙың төп бурысы – ағасты тәрән эшкәртеү. Ләкин улар быны өлөшләтә генә башҡара. Ағасты шул көйө һатыу осраҡтарының күбәйеүе айырыуса хәүефкә һала.
– Бөгөнгө сараның әһәмиәте ифрат ҙур, – тине Динир Әсҡәт улы. – Урындарҙағы ошондай мәсьәләләр юғары кимәлдә хәл ителмәһә, халыҡта аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырған проблемалар артҡандан-артасаҡ.
Кәңәшмәгә урманлы ерҙәрҙе күпләп арендаға алған “Башлеспром” һәм “Селена” йәмғиәттәре етәкселәре лә саҡырылғайны. Улар икеһе лә эштә ҡатмарлылыҡ барлығын кире ҡаҡманы.
Бөрйәнгә инвестор килерме?– Әммә бының үҙ сәбәптәре бар, – тине “Башлеспром” компанияһы президенты Свет­лана Макарова. – Беҙҙең эшкә ҡама­саулағандар бар. Мәҫәлән, 2013 йылда яңы структур бүленеш – үлсәү контроле – барлыҡҡа килде. Уның хеҙмәт­кәр­ҙәре, юлды боҙа тип, беҙҙең ағас тейәгән машиналарға штраф сәпәй ҙә ҡуя. 36 кубометрға иҫәпләнгән техникала 13 – 16 кубометр ғына ташыу мөмкинлегенә эйәбеҙ. Был мәсьәлә буйынса һөйләшеү ике йыл алып барылһа ла, бер ниндәй һөҙөмтә юҡ. Беҙҙең эшкә ҡамасаулауҙы 39-сы Федераль закондың инвесторҙың хоҡуғын яҡлау тураһындағы 4-се статьяһына ҡаршы килеү тип иҫәпләйем.
“Селена” компанияһының башҡарма директоры Владимир Котков та әлеге проблеманы иғтибар үҙәгенә алыу кәрәклеген бел­­дерҙе, шулай уҡ районда йәмғиәттең ағас эшкәртеү предприятиеһын асырға ниәт­ләү­ҙәре һәм башҡа маҡсаттары тураһында әйтте.

Ауыл хужалығы менән маҡтана алмаһа ла...

Һәр кемгә мәғлүм: Бөрйән ауыл хужалығы ҡаҙаныштары менән маҡтана алмай. Игенлек, сабынлыҡ ерҙәренең аҙлығы сәбәпле, айырым крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйғандар. Йүн­сел­дәрҙең күбеһе умартасылыҡ, йылҡы­сы­лыҡ менән шөғөлләнә. Продукция төрлөсә таратыла, йәрминкәләр ойошторола, юл ситендә йылдан-йыл ҡымыҙ киосктары арта бара.
– Әле районда уңышлы эшләгән 68 крәҫтиән (фермер) хужалығы бар, – тине хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов күсмә ултырышта. – Айырыуса умартасылыҡ йә­шәү­ҙең ҙур сығанағына әүерелә бара. “Бөрйән балы” һәм “Бөрйән ҡыҙы” йәм­ғиәт­тәре продукцияны фасовкалау, таратыу эше менән әүҙем шөғөлләнә. Был йәһәттән яңы алымдарҙы даими эҙләйбеҙ. Рес­публиканың көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡти­сади яҡтан үҫтереү маҡсатлы про­граммаһына ярашлы, барлыҡ мәктәптәрҙә лә тиерлек умартасылыҡ дәрестәре алып барыла, уларҙың үҙ хужалыҡтары бар.
Республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин бел­дереүенсә, балды һатыу проблемаһы бө­төн республикаға хас. Продукцияны ҡабул иткән махсус предприятие булдырырға кәрәк.
– Бөрйәндәрҙең борондан килгән кәсепкә тоғролоғо, уны үҫтерергә тырышыуы маҡ­тауға лайыҡ, – тине Азат Салауат улы. – Был­тырғы эшмәкәрлек һөҙөмтәһенә кил­гәндә, райондың дүрт хужалығы грант алыу­ға өлгәште. Тиҙҙән кооперацияны үҫтереү буйынса яңы федераль программа эшләй башлай. Унда ун мең хужалыҡтың еңеү яулау мөмкинлеге бар. Һәр береһенә 10 миллион һумға тиклем грант ҡаралған.
Кәңәшмә уҙған ерҙә район ҡаҙаныштары күргәҙмәһе ойошторолғайны. Унда ауыл хужалығы тауарҙары ла күрһәтелде. Мә­ҫәлән, Фәнил Ҡунафин крәҫтиән (фермер) хужалығын 2012 йылда ойошторған, йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә. Әле унда 30 баш ат иҫәпләнә, шуның өстән бер өлөшө – бейә. Былтыр хужалыҡ 24 центнер ҡымыҙ етештергән һәм һатҡан. Өс кешегә хеҙмәт урыны булдырған.
Ә йәш йүнсел Айнур Дәүләтбаев шәхси хужалығын быйыл февралдә генә ойош­тор­ған, һарыҡ һәм кәзә үрсетеү менән шөғөл­ләнә. “2013 – 2015 йылдарҙа республиканың яңы эш башлаған фермерҙарына ярҙам” маҡсатлы программаһында ҡатнашҡан, шешәгә тултырылған кәзә һөтөн Өфө магазиндарында ла тарата.
Күргәҙмәлә умартасылыҡта ҡулланыу өсөн ағастан яһалған төрлө кәрәк-яраҡ, Бөрйән тәбиғәте сағылған магнитлы бәләкәй бүләктәр, туҙҙан эшләнгән бейсболка һәм башҡа үҙенсәлекле әйберҙәр бар ине. Һис һүҙһеҙ, районда был эшмәкәрлекте киң йәйелдереү туризм тармағын йәнләндереп ебәрәсәк.

Туристарҙы ылыҡтырыу маҡсатында

Туризмға килгәндә, ул Бөрйәнде иҡтисади яҡтан үҫтереүҙең иң өҫтөнлөклө йүнәлеше тип баһаланды.
– Былтыр район бюджеты 522 миллион һум тәшкил итте, шуның 102 миллион һу­мы – үҙебеҙҙең килем, – тине сығы­шында хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов. – Әле районда уңышлы эшләгән 400-ҙән ашыу йүнсел бар. Улар былтыр ҡаҙнаның ун процентын тәьмин итте.
Финанс хәлен анализлап, бюджет сығымдарын ҡулайлаштырыу, табыш мөмкинлеген арттырыу буйынса саралар планы төҙөгәндәр. Был программалар 18 миллион һумға яҡын аҡсаны эко­но­мия­лауға булышлыҡ итәсәк. Ра­йондың мөм­кинлектәрен күҙ уңында тотоп, өс йүнәлеш – туризм, урман һәм ауыл хужалығы – буйынса ныҡлы эшләү бурысы ҡуйылған.
Уларҙың тәүгеһенә килгәндә, Бөрйән 2010 йылда 20 мең туристы ҡабул итһә, хәҙер был һан ике тапҡырға тиерлек артҡан. Эште тағы ла йәнләндереү маҡсатында Шүлгәнташ мәмерйәһе янындағы Морат туғайында республика ҡаҙнаһы аҡсаһына туристик кемпинг төҙөләсәк. Мәғлүм булыуынса, “Юлбарс” йәмғиәте (етәксеһе – Марс Юлбарисов) район үҙәгендә 120 урынға иҫәпләнгән ҡунаҡхана асты.
– Туризмды үҫтереү халыҡты баҙар мөнәсәбәттәренә өйрәтеүгә, айырыуса ауыл хужалығы продукцияһын һатыу күләмен арттырыуға этәргес бирергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле был тармаҡ йәйге осорҙа ғына йәнләнә. Шуға күрә ҡышҡы ял төрҙәрен булдырырлыҡ әүҙем инвесторҙар эҙләйбеҙ, – тине район етәксеһе.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов әйтеүенсә, районда әле ситтән килгән ҡунаҡтарға күрһәтелгән хеҙмәттең сифаты ҡәнәғәтләнерлек түгел. Ул бер-ике генә көнгә туҡтап киткән туристарға яраҡлаштырылған. Кешене күберәк һәм оҙағыраҡ ваҡытҡа йәлеп итеү, барлыҡ ял, хәүефһеҙлек сараларын булдырыу өсөн “Бөрйән” тигән кластер тормошҡа ашырыла. Был проект өсөн ярты миллиард һум самаһы финанс бүлеү ҡаралған.
– Бөрйәндә әлегә эшҡыуарҙар аҙ, – тине Вячеслав Ғиләжетдинов. – Башҡа яҡтарҙа йүнселдәрҙең координация советтары бар, уларҙың ағзалары беҙҙе семинар үткәрергә даими саҡыра. Бөрйәндә лә ошондай бе­рек­мә булдырыу мөһим. Балды таратыуға кил­гәндә, әйҙәгеҙ, был продукция менән махсус шөғөлләнгән айырым предприятие булдырайыҡ.

* * *

Ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды мөһим сарала. Ысынлап та, башҡараһы эш ифрат күп Бөрйәндә. Үрҙә әйтелгәндәрҙән тыш, республиканың көньяҡ-көнсығыш ра­йон­дарын иҡтисади яҡтан үҫтереү про­грам­маһына ярашлы, тау саңғыһы үҙәге, тюбинг юлы, Иҫке Собханғолда баҙар бинаһы тө­ҙөлөргә тейеш. Аҫҡар һәм Ҡурғашлы ауылдарында – һыу, Иҫке Мөсәттә газ үткәреү башланмаған. Районда ике генә банктың бүлексәһе эшләүе, һөҙөмтәлә уларҙың тупһаһы алдында иртәнсәк ҙур сират йыйылыуы ла халыҡты ыҙа сиктерә.
Ниндәй генә ауырлыҡ булмаһын, баҙап ҡалмай бөрйәндәр. Киләһе көнгә ышаныс, ихтыяр көсө, тыуған ергә һөйөү берләштерә уларҙы. Ә был ҡиммәттәр барлыҡ проблеманы йырып сығырлыҡ ҡеүәт бирә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704