Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урал батырҙың алтын билбауы бар
Урал батырҙың алтын билбауы бар Нимә ул этнографик туризм? Социаль туризмдың өҫтөнлөктәре бармы? Иҡтисади көрсөк заманында был йүнәлештәр дауам итерме? Ғөмүмән, Башҡортостандағы турис­тик эшмәкәрлектең киләсәген нисек төҫмөрләргә мөмкин? “Урал батыр” милли туроператорының генераль директоры, Башҡортостан Турист индустрияһы союзы рәйесе урынбаҫары Кинйә КҮСКИЛДИНҒА ошо хаҡта һөйләүен һорап мөрәжәғәт иттек.

– Кинйә Сәғит улы, “Урал Батыр” мил­ли туроператорын ойоштороу зарурлығы ниҙән барлыҡҡа килде?
– Туризм өлкәһендә тиҫтәләрсә йыл эш­лә­гән һөнәрмән булараҡ туплаған тәжрибәм, эшмәкәрлекте камиллаштырыу теләге ниге­ҙен­дә. Был тармаҡта мәшғүл бөтөн субъект­тарҙы берләштереп, турист индус­трияһы сою­зы ойош­торҙоҡ. Башҡорт­ос­тан­ды донъяға танытыуға күп көс һалабыҙ, үҙе­беҙ­ҙең сайт бар, айырым гәзит сығар­ҙыҡ, профессиональ конкурстар үткә­реп торабыҙ.
– Был туроператор башҡа турист эш­мә­кәр­леге төрҙәренән ни яғы менән айырыла?
– Башҡаларҙан айы­рылып торған ҡыҙыҡ­лыраҡ йүнәлеш эҙ­ләүемде дауам итәм. Шул маҡсатта беҙ этнографик туризм өлкәһендә эш баш­ланыҡ. Тәүге проект итеп былтыр “Урал батырҙың алтын билбауы” исемле маршрутты тәҡдим иттек. Былтыр ошо юл буйынса тәүге төркөм йөрөп ҡайтты ла инде.
– Ни өсөн ул алтын билбауға бәйле?
– Был маршрут Урал тауҙарының алтын ятҡылыҡтары буйлап үтә. Учалы, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ райондарын күҙ уңында то­там, әлбиттә. Ошо маршруттан үткәндә ике маҡсат күҙ уңында тотола: беренсеһе – Урал һыртының һәр төрлө зиннәткә, йәғни мәғ­дән­гә бай ятҡы­лыҡ­тары менән таныштырыу, икенсеһе – халҡыбыҙҙың ошо алтындан да ҡиммәте­рәк булған рухи хазиналарын барлау. Мин бында киң билдәле “Урал батыр” эпосына бәйле географик объекттарҙы ла, миллә­те­беҙ өсөн иҫтәлекле урындарҙы ла күҙ уңын­да тотам. Өфөнән сыҡҡандан һуң был маршрут туристары иң тәүҙә “Асы” шифаха­наһында була, Сермәндә Арыҫ­лан Мөбә­рәковтың музейы менән таныша, артабан уларҙы Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, Кесе Ямантау һәм баш­ҡалар көтә.
Урал батырҙың тыуған ерендә – Учалы яҡтарында – булыу ҙа ҙур тәьҫорат бирер тип ышанабыҙ. Бында уның стелаһын, улдары Яйыҡ менән Иҙел оло сәйәхәткә сығып киткән урындарҙы, йәғни ошо исемдәге йыл­ғаларҙың башын күрергә мөмкин. Был ра­йон­да Әүеш­күл буйын ҡарап, Шакирйән Мө­хәмәт­йәнов­тың музейы менән танышҡан­дан һуң, ту­ристарҙы Әбйәлил районында Яҡтыкүл, Таһир Күсимовтың музейы көтә. Бай­маҡ яҡ­тарында, әлбиттә, Темәстәге тари­хи-мәҙәни үҙәккә инәбеҙ, милли аш­тарҙан ауыҙ итәбеҙ. Бөрйән районында беҙ­ҙең төркөм Мәндәғол ауылындағы туризм үҙәген, Шүлгәнташ мә­мерйәһен, ә Күгәрсен яҡтарында Мораҙым тарлауығы менән Йо­ма­ғужа һыу һаҡлағысын ҡараясаҡ, Үрге Бик­ҡу­жа ауылында урын­лашҡан “Башҡорт ауы­лы”н­да ҡунаҡ буласаҡ. Ғафури райо­ны­ның Сәйетбаба ауылында тарихи-мәҙәни үҙәк­те күрһәткәндән, милли аш-һыу менән һый­лағандан һуң ҡунаҡтарҙы Өфөгә оҙатабыҙ.
– Туристар араһында төрлө кеше бар­ҙыр. Беҙ, ярай, “Урал батыр” эпосын мәк­тәп­тә үк ятлап үҫкәнбеҙ, рухи ҡо­март­ҡы­ларҙы ла күреп-белеп йәшәйбеҙ, һис юғында милли матбуғат аша танышбыҙ. Ситтән килгән кешеләр иһә хәбәрҙар тү­гел тип әйтерлек. Уларҙың аң-тойғоһона нисек барып етәһегеҙ?
– Быны иҫәпкә алабыҙ, әлбиттә. Юлда бар­ғанда уҡ ошо ҡомартҡылар тураһында фильмдар күрһәтелә, бүтән күргәҙмә әсбап­тар таратыла. Әйтәйек, Шүлгәнташҡа йүнәл­гәндә “Урал батыр” эпосының анимацион филь­мын ҡарайбыҙ, экскурсовод ошо эпос­ҡа бәйле урындарҙы күрһәтеп, һөйләп бара. Башҡа географик объекттар буйынса ла шу­лай. Хатта ошо ҡомартҡылар менән та­ныш булған яҡташтарыбыҙға ла был мәғ­лү­мәт ҡыҙыҡлылыр, тип уйлайым.
Беҙҙең маршруттар буйлап сәйәхәткә сыҡ­ҡан hәр турист “Урал батыр” исемле бальзам һәм эпос баҫылған китап менән бүләкләнә.
– Һеҙ бер үк ваҡытта инвалидтар туризмы үҙәгенең генераль директоры ла. Был ойошма, моғайын, хәйриәлек ҡанун­дары буйынса эшләйҙер, йәғни һуңғы ваҡытта беҙ йыш һөйләгән социаль туризмға ҡарайҙыр...
– Эйе, быныһын инде мин социаль эшҡы­уарлыҡ тип тә атар инем. Социаль туризм илдә тәүгеләрҙән булып 2011 йылда ойошторолдо. 2012 йылда беренсе төркөм ял итергә ебәрелде. Ошо йүнәлештә эшләй башла­ған­да шуныһы ғәжәпләндергәйне: 138 инвалид­тың льготалы путевкаһы тороп ҡал­ды, сөнки ҡайһы бер райондар: “Беҙҙә инвалидтар юҡ”, – тип яуап бирҙе. Ғөмүмән, туроператорҙарҙа был категория ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай. Шуға күрә республиканың инвалидтар йәмғиәте менән һөйләштек тә физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн айырым үҙәк төҙөргә булдыҡ.
– Социаль туризм, исеменән үк күрене­үенсә, халыҡтың килеме ҙур булмаған ҡатламына иҫәп тотоп ойошторола. Бын­дағы льготаларҙы иҫкә төшөрөп үтәйек әле.
– Был төр туризм менән шөғөлләнергә мөмкинлек тыуҙырыу өсөн республика Хөкүмәтенән сертификаттар бүленә. Былтыр һигеҙ мең пенсионер ял итһә, быйыл 6700 кешегә шундай мөмкинлек бирелде. Серти­фикат­тарҙың 80 проценты республика буйлап сәйәхәт итеү өсөн тапшырыла. Путев­каның 8 мең һум да, 12 мең һум да тороуы мөмкин. Сағыштырыу өсөн әйтәм: шифаханаға путев­ка кәмендә 18 мең һум тәшкил итә. Ял ха­ҡының 70 процентын – Хөкүмәт, ҡалған 30 про­центын ғына пенсионер үҙе түләй. Шуныһын да әйтеп үткем килә: был шөғөлдө беҙ табыш алыу өсөн булдырманыҡ, ул – социаль туризм. Табыш иһә эштең башҡа йүнәлештәренән килә.
– Социаль туризм менән ҡыҙыҡһынған кешеләр беҙҙә күпме, путевка юллау өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
– Белеүемсә, республика буйынса бер нисә тиҫтә мең пенсионер сиратта тора. Ә льготалы путевкалар юллап, үҙегеҙ йәшәгән ҡала йәки район хаки­миәтенең хеҙмәт һәм халыҡ­ты социаль яҡлау бүле­генә барырға кәрәк. Беҙ хәҙер Рә­сәй буйынса, Мәс­кәү, Санкт-Петербург, Ҡырым, Мысыр, Төркиә, Таиландҡа hәм башҡа йүнә­леш­тәргә лә ял итергә ебәрәбеҙ.
– Кинйә Сәғит улы, шундай фекерҙе лә ишетергә була: Башҡортостанда йәйге селләне июнь һәм июлдә генә күрәбеҙ, августа иһә көҙ үҙен һиҙҙерә башлай, йәғни ҡояшлы миҙгел ғүмере – барлығы ике ай. Шундай шарттарҙа туризмды үҫтереп булмай, тиҙәр. Һеҙ быға ҡаршы ни әйтер инегеҙ?
– Туризм йәйге сәйәхәтте генә аңлатмай. Былтыр, мәҫәлән, “Урал батырҙың алтын билбауы” маршрутын сентябрҙә үттек, бик матур сыуаҡ көҙ ине. Көндәр һыуытыбыраҡ торһа ла пландар үҙгәрмәй, турист маршруты мотлаҡ йылғала һыу инеүҙе аңлатмай бит әле. Шул уҡ тарихи-мәҙәни үҙәктәр, музейҙар, башҡорт халҡының йолалары һәм милли аш-һыуы менән йылдың һәр ҡайһы миҙгелендә лә танышырға мөмкин. Ғөмүмән, һыу инеп, ҡомда ҡыҙынып ҡына ятырға теләгәндәр өсөн сит ил пляждары бар.
– Тәбиғәт – ул туризм объекты ғына түгел, ә беҙҙең йәшәү мөхите лә. Туризм эшмәкәрлеген йәнләндерә барыу тәбиғәт­тең һәләкәтен тиҙләтмәҫме?
– Уныһы инде тәрбиәнән тора. Ҡалала автомобилдә барған килеш асфальтҡа тәмә­ке төпсөгөн ырғытып китеүсе ҡайһы бер әҙәмдәр тәбиғәттә үҙен бөтөнләй бәйҙән ысҡынған эт кеүек тота. Ысын турист бер ҡасан да үҙе ял иткән урынды бысратмай, сүп-сарҙы ла йә күмеп, йә тейәп алып китә. Башҡортостан – донъяның иң гүзәл төбәктә­ренең береһе, уны яратырға һәм һаҡларға кәрәк, шул саҡта ғына һәр йәһәттән алға барыусы мәҙәни халыҡ булырбыҙ.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН әңгәмәләште.



Кинйә Сәғит улы Күскилдин 1962 йылдың 7 сентябрендә Үзбәкстандың Ангрен ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, Урал дәүләт физик культура университетын тамам­лаған. Хеҙмәт юлын Нефтекамала уҡытыусы булып башлай, артабан Йылайыр районында слесарь, уҡытыусы, “Урожай” ирекле спорт йәмғиәте рәйесе, район гәзитендә яуаплы секретарь урынбаҫары була, ВЛКСМ райкомында, район хаки­миә­тендә, мәғариф хеҙмәткәр­ҙәре профсоюзының район коми­те­тында эшләй. 1995 – 2003 йылдарҙа республиканың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығында, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетында яуаплы вазифалар үтәй. 2003 – 2010 йылдарҙа – “Башкиновидеопрокат” идаралығының генераль директоры, 2009-2010 йылдарҙа – Башҡортостандың йәштәр сәйә­сәте, спорт һәм туризм ми­нистрының беренсе урынбаҫары, 2010 йылдан – Башҡортостандың Туриндустрия союзы рәйесе һәм уның урынбаҫары, “Урал батыр” милли туроператорының hәм “Башҡортостан Республикаһы инвалидтарының туристик үҙәге” йәмғиәтенең генераль директоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә

Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә 13.11.2025 // Иҡтисад

Бизнес-инициатива райондың «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә тикшерелде....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты 02.09.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдың 30 сентябренә тиклем хеҙмәт вәкәләттәрен арттырыуҙа...

Тотош уҡырға 16

Республикала бензин ҡиммәтләнгән

Республикала бензин ҡиммәтләнгән 02.09.2025 // Иҡтисад

Республикала бензин ҡиммәтләнгән...

Тотош уҡырға 12

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара 29.08.2025 // Иҡтисад

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды 29.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды...

Тотош уҡырға 37

Рәсәйҙә уртаса хеҙмәт хаҡын иҫәпләү тәртибе үҙгәрә
Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк 26.08.2025 // Иҡтисад

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк...

Тотош уҡырға 43

Республиканың 5 муниципалитетына төҙөкләндереү өсөн 500 миллион һум йүнәлтелә

Республиканың 5 муниципалитетына төҙөкләндереү өсөн 500 миллион һум йүнәлтелә 25.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың биш муниципалитетының Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала...

Тотош уҡырға 62

Башҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиле эш башланы

Башҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиле эш башланы 25.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиле эш башланы...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне 21.08.2025 // Иҡтисад

Ҡалтасы районынан Дилара Низаметдинова һигеҙенсе йыл башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә....

Тотош уҡырға 55

Башҡортостан дәүләт ерҙәрен ҡуртымға алыуҙа әүҙемлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде

Башҡортостан дәүләт ерҙәрен ҡуртымға алыуҙа әүҙемлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде 21.08.2025 // Иҡтисад

Сервистарҙың уңайлы булыуы һәм бизнесҡа бирелгән льготалар һөҙөмтәһендә ошондай динамикаға...

Тотош уҡырға 66

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр 19.08.2025 // Иҡтисад

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә кәмендә бер тоннаға яҡын шифалы ҡымыҙ килтерелә, тип хәбәр иттеләр...

Тотош уҡырға 62