Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Иҫәпле мал бәрәкәтле була
Иҫәпле мал бәрәкәтле була Ошо көндәрҙә мал ҡышлатыуға йомғаҡ яһау һәм яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләренә арналған район кәңәшмәһе булды. Уның ғәмәли өлөшө “Рәсәй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә район хакимиәте башлығы урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Фларит Хәбипов рәйеслегендә үтте.


“Рәсәй” кеүек алдынғы хужалыҡтың күрһәтер уңыштары ла, башҡалар ме­нән уртаҡлашыр тәжрибәһе лә бар, әлбиттә. Бында мал ҡышлатыуға айырыуса етди ҡарайҙар, сөнки малсылыҡ хужалыҡта төп тармаҡтарҙың береһе һанала. Утыҙ йыл элек Белоруссиянан алып ҡайтылған ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малын ҡәҙерләп-тәрбиәләп аҫ­рай­ҙар, уның нәҫел си­фат­тарының боҙолоуына юл ҡуймайҙар. Йәмғиәт директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фидарис Ғарипов әйтеүенсә, һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу малды яҡшыртыу өсөн ҡулай ысул булып тора. Сығымдар яғынан да ул отошло. Тәбиғи ысул менән мал ҡа­сырыу өсөн ҙур хужалыҡҡа кәм тигәндә ун нәҫел үгеҙе кәрәк булыр ине. Уның береһе 100 мең һум самаһы тора. Миллион һум, әлбиттә, аяҡ аҫтында ятмай. Айырыуса күп тапҡырға арзаныраҡ ысул булғанда шундай ҙур сумманы түгеү үҙен аҡламай ҙа кеүек. Ә ул арзан ысул һыйырҙарҙы ҡасырыу өсөн Дьюар һа­уытына тултырылған орлоҡто ҡул­ланыу­ҙан ғибәрәт. Туңдырылған орлоҡ­то әҙерләп һатыу менән махсус предприятиелар шөғөлләнә. Уның бер партияһы 40 мең һум тора һәм ике айға етә. Ҡара-сыбарҙан тыш, голштин то­ҡомло малдар ҙа аҫрала. Хужалыҡтың тәжрибәле белгестәре, осеменаторҙар – Боғҙан фермаһы хеҙмәткәре Земфира Латипова, Тимкә фермаһында Мәрйәм Фәтхелисламова — һыйырҙарҙың ваҡы­тында ҡасырылыуын тәьмин итә.
“Рәсәй” йәмғиәтендә, көтөү сифатын даими хәстәрләү менән бер рәттән, малды ашатыуға, аҫрау шарттарына ла ҙур иғтибар бирелә. Фермалар тыштан ялтырап тормай, ләкин улар ныҡлы, сифатлы итеп төҙөлгән, яҡшы йыһазландырылған. Һауылған һөт үткәргестәр аша ғына ағып тора. Малдарға аҙыҡты махсус техника тейешле күләмдә һәм тәғәйен төрҙәрҙә таратып бирә. Улар таҙа һыуҙан өҙөлмәй.
Һалам, бесән, силос, ҡатнаш аҙыҡ етерлек әҙерләнә. Малсылыҡ тармағы ныҡлы үҫтерелгән хужалыҡта, ғәҙәттә, үҫем­лекселек тә иғтибарҙан ситтә ҡалмай бит ул. “Рәсәй” йәмғиәтендә лә баҫыуҙарҙа иртә яҙҙан эш башлана. Быйыл 1300 гектарҙа – иген, 700 гектарҙа мал аҙығы культуралары сәселәсәк. 400 тонна орлоҡ әҙерләнгән. Бойҙайҙың элиталыһы байтаҡ күләмдә алып ҡуйылған.
Техника ҡаралған, яғыулыҡ-майлау материалдары тупланған. Тырмалар, тракторҙар әҙер. Минераль ашламалар алына. Сәсеү материалдарын ағыуларға “Башплодородие” йәмғиәте белгестәрен саҡырырға йыйыналар. Бөтә эш бер маҡсатҡа йүнәлтелә: сығымдарҙы мөмкин тиклем кәметергә, табышты арттырырға. Бының өсөн сәсеү технологияларын еренә еткереп үтәү, орлоҡтоң да, тупраҡтың да сифатлы булыуы зарур.
Үҫемлекселектәге күп сығымлы ҡә­ҙим­ге алымдарҙы мөмкин булған тиклем яңыларына, отошлоларға алмаштыралар. Район кәңәшмәһендә хужалыҡ етәксеһе баҫыусылыҡта сығымдарҙы нисек итеп кәметеүҙәре тураһында һөйләне, үҙҙәре ҡулланған ысулдар менән таныштырҙы. Яғыулыҡ-майлау материалдарын хәҙер һанап ҡына тотоналар, техниканың да бөтә яҡтан отошлоһон һайлап алалар. Һабан урынына КПЭ-3,8 культиватор­ҙары файҙаланыла. Баҫыуҙарҙы “Агромастер” компанияһының сәсеү ком­плекс­тары эшкәртә. Элекке шикелле һигеҙәр трактор менән туңға һөрөү юҡ хәҙер – ул тиклем яғыулыҡты һатып ала башлаһаң, табыш күрмәйһең.
Йүнсел етәксенең ойоштороу оҫталығы, 90 кешенән торған ҙур коллективты аныҡ маҡсаттарға туплай белеүе арҡаһында 4000 гектар ерле, 1200 баш маллы ҙур хужалыҡ табышлы эшләй һәм йылдан-йыл юғарыраҡ үрҙәр яулай.





Автор: Г. ӘҮӘЛБАЕВА. Район: Балтас районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә