Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Көрсөк көрсөклөгөн итһә лә, власть эшләргә тейеш”
Яҡын киләсәктә бюджет аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыу, етештереү күләмен кәметмәү маҡсатында ойошмаларға ныҡлы иғтибар бүлеү, эш урындарын мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыу, иң мөһиме – халыҡтың фекеренә ҡолаҡ һалыу. “Муниципаль идара: уның һөҙөмтәлелеген арттырыу юлдары, алымдары һәм технологиялары” тигән семинарҙа ошо бурыстар ҡаралды. Сарала республиканың барлыҡ район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

“Көрсөк көрсөклөгөн итһә лә, власть эшләргә тейеш”– Күптән түгел Рәсәй Президенты Хакимиәте ил төбәктәре етәкселәре ҡатнашлығында ошондай семинар үткәргәйне, – тип билдәләне сы­ғышында төбәк Башлығы Рөстәм Хә­ми­тов. – Һис шикһеҙ, бындай осрашыуҙар файҙалы. Кәңәшмәгә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары, министрлыҡ­тар һәм ведомстволар етәкселәре, төрлө ойошмаларҙан белгестәр саҡырылған. Улар һеҙҙең алда сығыш яһаясаҡ.
Эш һөҙөмтәләренә килгәндә, ғинуарҙа сәнәғәт етештереү күләме былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ булды. Февралдең күрһәткестәре лә көйөндөрмәҫ тип көтәбеҙ. Ә бына финанс хәл ҡыуанырлыҡ түгел. Керемдәрҙән, түләүҙәрҙән, һалым­дарҙан 1 миллиард 3 миллион һум юғалттыҡ. Былтырғы менән сағыштырғанда, күрһәткес 10 процентҡа кәмегән. Предприятиеларҙың аҡсаһы ла, кредит алыу мөмкинлеге лә юҡ. Аңлашыла: финанс көрсөгө лә, Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән санкциялар ҙа үҙ йоғонтоһон яһамай ҡалмай.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, илдең башҡа субъекттарындағы кеүек үк, Башҡортостанда ла иҡтисади көрсөккә ҡаршы план ҡабул ителгән. Осорҙоң ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, социаль йөкләмәләрҙе үтәү республика Хөкүмәте өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора.
– Хәлде яйға һалыуҙа күп нәмә үҙебеҙгә бәйле. Федераль власть, министрлыҡ һәм ведомство­ларҙың ярҙамын көтөп ултырырға кәрәкмәй, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Муниципалитет – халыҡҡа иң яҡын власть структураһы. Тимәк, тап ошо кимәлдәге эш тә һөҙөмтәле алып барылырға тейеш. Айырыуса көрсөк осоронда халыҡҡа яҡыныраҡ булыу, аңлатыу эше алып барыу мөһим. Семинарҙа шулай уҡ крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙарға мөмкин тиклем ярҙам ҡулы һуҙыу кәрәклеге тураһында көнүҙәк мәсьәлә ҡаралды.
Берәүгә лә сер түгел: бөгөн халыҡтың талаптары юғары. Ни өсөн тигәндә, һуңғы йылдарҙағы тотороҡлолоҡ мәлендә ил үҫеште, эш хаҡы күтәрелде, кешеләр матди хәленә зарланманы. Хәҙер ябай ғына ауыл өйҙәрендә лә заманса йыһаз бар, ремонт эшләнгән, һыуы, газы үткән. Ошо үҫеш туҡтаған хәлдә, халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуасаҡ. Республика Башлығы билдәләүенсә, быға юл ҡуйылмаҫҡа тейеш. Халыҡтың йәшәү сифатында көрсөк сағылыш тапмаһын ине, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Дауаханалар эшләһен, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлһөн, юлдар төҙөк булһын, хеҙмәт хаҡы тотҡарлыҡһыҙ түләнһен – ябай кешене ошо мәсьәләләр борсой. Ә көрсөк мәлендә уларҙы тормошҡа ашырыуы икеләтә ауырлаша. Тимәк, власть органдары иңендә яуаплылыҡ тағы ла арта төшә.
Семинарҙа ҡатнашыусылар ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләне, көрсөктән сығыу, етештереүсәнлекте арттырыуға бәйле һорауҙарға яуап табырға тырышты.


Автор: Л. НУРЕТДИНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә