Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Уңған булһа хужа, юҡҡа сыға нужа
Уңған булһа хужа, юҡҡа сыға нужаБоголюбовка ауылына яҡынлашҡанда ҡыйыҡтары сағыу төҫтәге заманса материал менән ябылған, рәт-рәт булып теҙелгән биналар әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә. Йәйен тирә-яғы рауза сәскәләренә күмелә, семәрләп эшләнгән беседкаһы күптәрҙең яратҡан урынына әүерелә тиһәләр, һүҙҙең малсылыҡ фермаһы хаҡында барыуына күптәр ышанмаҫ. Инвесторҙар йәлеп итмәй генә, ғүмер баҡый ата-бабаларың иген иккән баҫыу-ҡырҙарҙа мул уңыш үҫтереүҙе, мал үрсетеүҙе дауам итергә уйлаусылар өсөн Бишбүләк районының “Уҫылы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — матур өлгө.
“Көньяҡ” совхозының бер бүлексәһе булған хужалыҡ тиҫтә йыл элек “Уҫылы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте итеп ойошторолған, бар көс малсылыҡ менән игенселекте тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Йылҡысылыҡҡа ла иғтибар һүрелмәгән.
Әле йәмғиәт ҡарамағында 15 мең гектар самаһы ер бар. Халыҡ пай ерҙәрен дә ҡуртымға бирергә ынтылып тора, сөнки хаҡын игенләтә йәки башҡа тауар менән түләйҙәр. Быйылғы уңышлы йыл ауыл эшсәндәрен һөйөндөргән, һәр гектарҙан 19,5 центнер иген йыйып алынған. Хужалыҡ етәкселәренең күңеле лә тыныс, сөнки мал аҙығы мул тупланған.
Йылына һәр һыйырҙан уртаса биш мең килограмм һөт һауып алыныуы малсылыҡтың табышлы тармаҡ икәнен раҫлай. Әле ҡураларҙа аҫралған 800-гә яҡын малдың яртыһы тиерлек — һауын һыйыры. “Симменталь” тоҡомлоһон үрсетеүгә махсуслашыуҙары ла тармаҡҡа яңыса ҡараш булдырыуҙан. Элек ҡул көсө менән атҡарылған барлыҡ эштәр 2005 йылдан автоматлаштырылған сит ил ҡорамалдары ярҙамында башҡарыла. Һөҙөмтәлә көнөнә ике тапҡыр һауылған һыйырҙарҙы бары ике кеше хеҙмәтләндерә. Һөт туранан-тура, таҙартыу аппараты аша үтеп, һыуытыу ҡоролмаһына тултырыла. Артабанғы эш барышында ла ҡул көсө ҡулланылмай. Әле көнөнә ике тоннанан ашыу һөт һауыла һәм Бәләбәй һөт заводына оҙатыла.
Ферма биналары яңыртылып ҡына ҡалмаған, заманса технологияларға ярашлы ҡуралар ҙа төҙөлгән.
Башҡарма директор Динар Ғимаев әйтеүенсә, хужалыҡта йөҙҙән ашыу кеше эшләй, хеҙмәт хаҡы ла ылыҡтырырлыҡ. Йәш белгестәр өсөн ағастан туғыҙ йорт һалынған. Биш йылдан ашыу эшләһәләр, торлаҡ бөтөнләйгә үҙҙәренә ҡала.
Йәнле тормошо һүнеп һәм тарҡала барған ете ауылды ошо төбәктә тыуып үҫкән ир-егеттәрҙең һаҡлап ҡалыуы — икеләтә ҡыуаныслы. Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте ойошторғанда ауыл хужалығы тармағы өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамын да файҙаланғандар. Шулай ҙа директор Эльвир Ғимрановтың үҙ өҫтөнә оло яуаплылыҡ алыуын һәм эште уңышлы атҡарып сығыуын билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Хужалыҡтың бер кем алдында бурысы булмауы ла етәкселәрҙең ныҡышмалылығына һәм тырышлығына бәйле. Һөҙөмтәлә ошо төбәк халҡының йәшәйеше яҡшыра, тормош күркәмләнә.
Ғөмүмән, ватансылыҡ тойғоһо хас булһа, яуаплылыҡтан ҡурҡмаһаң һәм халыҡтың ышанысын аҡлай белһәң, эшең дә ырай, йөҙөң дә яҡты. Быға Бишбүләк районының “Уҫылы” хужалығы — яҡшы миҫал.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Бишбүләк районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә