Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Аҡсаға кем хужа?
Аҡсаға кем хужа? Бөтә донъяла билдәле The Financial Times яҙыуынса, 15 ғинуарҙа Швейцарияның Үҙәк банкы көтмәгәндә һәм үҙ тарихында беренсе тапҡыр процент ставкаһын 0,75 процентҡа тиклем кәметте. Тимәк, һәр коммерция банкы Үҙәк банктан бурысҡа 1 миллиард һум аҡса алһа, шуның 999,25 миллионын ғына кире ҡайтарырға тейеш буласаҡ. Был “финанс мөғжизәһе”н күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Евросоюздың Үҙәк банкы былтыр сентябрҙә үк был ставканы 0,2 процентҡа тиклем төшөргәйне.

Билдәле булыуынса, хәҙерге банк системаһы ике ҡаттан тора. Уны көйләүҙе тәьмин итеп, аҡса сығарған эмиссия үҙәге булған дәүләт банкы һәм меңәрләгән вағыраҡ коммерция банктарынан. Ваҡытлыса буш торған аҡсаны предприятиелар, кешеләр уларҙа тота. Банктар иһә үҙ сиратында ошо аҡсаны, кредит ресурсы итеп, үҙ файҙаһына ҡуллана, йәғни иҡтисадҡа бурысҡа биреп көн күрә. Үҙәк банк коммерция банктары туплаған аҡсаларҙың бер өлөшөн резерв формаһында үҙенә бирергә ҡуша. Кәрәк саҡта ошо сумманан коммерция банктарына бурысҡа тәҡдим итә. Ә улары ошо процентҡа үҙҙәренең файҙаһын өҫтәп (был маржа тип атала), башҡа баҙар агенттарына кредит бирә. Шуның арҡаһында Үҙәк банктарҙың ставкаһының аҙ ғына үҙгәреүе лә бөтә аҡса, финанс, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, валюта системаһына ныҡ тәьҫир итә. Ул үҙенә күрә иҡтисади “яғыулыҡ” ролен үтәй. Был күрһәткестең динамикаһын финанс аналитиктары етди күҙәтеп бара. Ставка төшһә, кредиттың хаҡы ла кәмей. Иҡтисади үҫеш еңелләшә. Мәҫәлән, АҠШ-та 1982 йылдан был ставка төшә килде.
Шул уҡ хәл Европа менән Японияла ла күҙәтелде. Был шарт­тарҙа кредиттарҙы арттырыуҙың төп сараһы булып аҡса баҫыу, инфляция килде. Әммә инфляция ла үҙенең сигенә барып етте. Көнбайыш банктары аҡса өҫтөндә ултыра, әммә был аҡсаны “эшкә егерлек” теләк һәм инвестор табылмай. Рәсәй аҡсаға ҡытлыҡ кисерә лә ул, тик санкциялар арҡаһында был юл да ябылды. Белоруссия аша тыйылған тауарҙар Рәсәй баҙарына килеп етә алғанда, был артыҡ аҡса ла тейешле юлды табыр тип күҙалларға була.
Аҡса-кредит системаһындағы был яңы күренештең төп сәбәбе булып дефляция тора. Инфля­цияға өйрәнеп бөткән кешене хаҡтарҙың даими төшөүе апты­рашҡа ҡалдырҙы. Еврозонаның 19 илендә 2014 йылда хаҡтар 0,2 процентҡа төштө. Нефткә хаҡтың кәмеүе АҠШ, Канада кеүек дәүләттәрҙә лә бензинға, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың төшөп, иҡтисад алдында яңы проблемалар ҡуйғанын ишетеп торабыҙ. Инфляция шарттарында аҡсаның даими осһоҙланыуы инвесторҙарҙы уны берәй бизнесҡа йәлеп итеүгә этәрә торғайны. Хәҙер инде аҡсаның хаҡы көндән-көн үҙенән-үҙе арта барасаҡ. Был шарттарҙа Үҙәк банктар процент ставкаһын тө­шөрөп килде. Бөгөн Көнбайыш дәүләттәрендә был күрһәткәс 0 билдәһенән аҫҡа – минусҡа – төштө. Был яңы күренеш хәҙерге аҡса системаһының ниндәйҙер бер сигенә килеп еткәнен аңлата. Иҡтисад “эшләүҙән” туҡтаны. Аҡсаны алыштырырлыҡ тауар­ҙарға (алтын, көмөш, бриллиант) хаҡ арта башланы, төрлө криптовалюталар (биткоин) уйлап сыға­рырға тотондолар, сепаратизм тарала башланы (испан провинциялары), Греция еврозонанан сығыу тураһында уйлай. Банктар, иҡтисадҡа кредит биреү урынына, валюталар курсында спекуляция менән шөғөлләнә башлаясаҡ. Бына Рәсәй хөкүмәте көрсөккә ҡаршы ҡараған сараларҙа банк системаһына 1 триллион һум бү­леү күҙаллана – был аҡсаны валюта баҙарына ебәрмәү бик мө­һим. 2008 – 2009 йылдарҙа Рәсәй банктарының башлыса ошо юлды һайлағандары онотолмаған әле. Үткән аҙнала Европа Үҙәк банкы ла өҫтәмә аҡса сығарырға хәл итте. Ҡайһы бер аналитиктар хатта, ҡулда тотҡан аҡса өсөн махсус һалым индерергә, ти.
Хәтерегеҙҙә булһа, декабрҙә беҙ­ҙең Үҙәк банк был ставканы 10,5-тән 17 процентҡа тиклем күтәреп, финанс өлкәһендә булған паниканы бер аҙға туҡтатып ҡала алды. Юғары кимәлдәге ставка ар­ҡа­һында кредит алыу ауырлашты. Хәҙер банктар Үҙәк банктан уны төшөрөүҙе һорай. Үҙәк банк белгестәре бер аҙ ҡаушап ҡалған һымаҡ – ставканы төшөрөү инфляцияны арттырыуға алып барасаҡ.
Был көрсөктәрҙең ҡабатланып тороуын ситтән килгән “ауырыу” тип кенә ҡабул итеү дөрөҫ түгелдер. Уның төп сәбәбе – 1992 йылдағы хата. Рәсәй үҙенең Үҙәк банкын булдырғанда аҡса эмиссияһының күләмен сит илдән алынған валюта күләменә бәйләп ҡуйҙы. Иҡтисад теорияһы буйынса, сығарылған аҡса етештерелгән тауар күләменә бәйле булырға тейеш. Әммә Егор Гайдар хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән ҡарар буйынса беҙҙең һум ошо юл менән долларға “таҡтырып” ҡуйылды. Шунан алып иҡтисадтың төп индикаторҙары булып валюталар курсы менән нефть хаҡы ғына тороп ҡалды. Был шарттарҙа күпме генә модернизация һәм инновация тураһында дөрөҫ лозунгылар әйтмә, улар тик ҡағыҙҙа ғына ҡаласаҡ. Был турала Михаил Леонтьев: “Үҙәк банк Рәсәй иҡтисады ыҙаламаһын өсөн уны атып үлтерҙе”, – тип әйтеп тә һалды.
Бында иғтибарҙан ситтә бер яңылыҡ ҡала: һуңғы ваҡытта доллар, нефть һәм алтындың хаҡы бер йүнәлештә бара – улар арта. Бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле – активтарҙың береһе булһа ла төшөргә тейеш. Шунлыҡтан аналитиктар Рәсәйгә булған санкцияларҙы Украина менән генә бәйләүҙе дөрөҫ түгел тип бара. Ул бында һылтау ғына, ә төп сәбәп – долларға ҡаршы асылған йәшерен һуғыш. 2014 йылдың июленән сентябренә тиклем донъялағы дәүләттәрҙең Үҙәк банктары 92,8 тонна алтын һатып алған, шуларҙың 59 проценты Рәсәйгә тура килгән. Ҡаҙағстан менән Азербайжан да беҙҙән ҡалышмай – улар 28 һәм 7 тонна һатып алған. Бөгөн беҙ алтын запасы буйынса хатта Ҡытайҙы уҙып киттек (беҙҙә 1149,8 тонна, уларҙа – 1054,1 тонна), донъяла бишенсе урынға сыҡтыҡ. Сағыштырыу өсөн: АҠШ – 8133,5, Германия – 3384,2, Италия – 2451,8, Франция – 2435,4 тонна. Ошо “дүртәү” башлыса санкциялар инициаторы булды ла инде. Reuters менән Forbes мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылда Рәсәй 115 тонна алтын һатып алған. Рәсәйҙең был мөмкинлеген сикләү өсөн ошо шарттарҙа улар өсөн һумдың девальвацияланыуы отошлораҡ. Шунлыҡтан АҠШ сланец компанияларына, Сәғүд Ғәрәбстанына нефткә хаҡтың төшөүе, Евросоюз бизнесына санкциялар зыянлы булһа ла, доллар тотҡан урынды һаҡлап ҡалыу өсөн Обама администрацияһы бер нәмәнән дә баш тартмай. Был донъяла кем аҡса баҫа – шул донъяға хужа икәнен улар яҡшы аңлай. Долларҙың еңелеүе АҠШ-тың гегемонияһының ахырына тиң.



Автор: И. МИҘХӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә