Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һуҡырға эйәргән ярҙан осор
Күптәргә мәғлүм ғибрәтнамәне хәте­регеҙгә төшөрөп китәйем. Һуҡырҙарҙан улар белмәгән филде тасуирлауын һо­райҙар. Беренсеһе уның ҡолағын ҡап­шап ҡарап, ҙур балаҫ, тип әйтә. Икенсеһе аяғын тотоп, ағас, ти икән. Өсөнсөһө, ҡорһағын һыйпап, мискә, тип фараз ҡыла. Дүртенсеһе, ҡойроғон һәрмәп, арҡан, тигән. Бишенсеһе хайуандың теш мөгөҙөн эләктереп, һөңгө, тип әйтә икән. Алтынсыһы томшоғон тотоп, быуар йылан булыуын билдәләй.

Был фәһемле тарихты килтереүемдең сәбәбе — түбәндәге күҙәтеүҙәрем. Совет заманынан ҡалған градуснигым ватылғас, баҙарҙан яңыны барып алдым. Көньяҡҡа һәм төньяҡҡа сыҡҡан ике тәҙрәгә элер өсөн бер ыңғай икәүҙе. Ҡытай тауар­ҙары­на әллә ни ышаныс булмағас, градус­никтарҙы ике айырым кибеттән һайланым. Ҡайтҡас, уларҙы өҫтәлгә һалып, сәй эсер­гә ултырҙым. Һуңынан эләйем тигәндә, йәнәш кенә ятһалар ҙа, ике төрлө температура күрһәтеүҙәрен күреп ҡалдым. “Бер сәғәте булған кеше ваҡытты теүәл белә, ике сәғәтле аныҡ ҡына белә алмай“, тип әйткәндәре иҫкә төштө. Был приборҙарҙың дөрөҫ күрһәткәнен асыҡлар өсөн телеканалдар буйлап Өфөләге һауа торошон барлай башланым. Баҡтиһәң, унда ла температура төрлөсә. Интернетта ла шул уҡ хәл.
Ярай температураны теүәл белмәү әл­лә ни ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Бик һы­уыҡ осорҙа уҡыусы балаларҙы мәктәпкә ебәреү-ебәрмәү мәсьәләһен һәр ата-әсә үҙенсә хәл итә. Әйтергә кәрәк, Совет осоронда радионан теүәл ваҡытты асыҡлап, көн һайын рәсми сигнал тапшырып торалар ине.
Яңы йыл байрамдарында тыуған ауыл­ға ҡунаҡҡа ҡайтып, бер нисә кешенән ишеткән хәбәр ҙә уйландырҙы. Баҡтиһәң, газ иҫәпләү приборҙарын яңыһына алмаш­тырғас, түләү һиҙелерлек артҡан. Быны ауылдаштарым газ монополисы “Газпром” менән бәйле предприятиелар етештергән яңы приборҙарҙың “тейешенсә” көйләнгән булыуында һиҙемләйҙәр. Кем белә, ҡайһы бер мут хужалар төрлө магнит һәм башҡа әйберҙәр ҡуйып, был электр, һыу, газ үл­сәү приборҙарын үҙ файҙаһына “әйлән­дергәс”, тегеләрҙе лә тыйып булмайҙыр. Әммә бында дөрөҫ иҫәп алып барылырға тейеш икәнлеген бер кемгә лә аңлатып тороу кәрәкмәйҙер.
Бензинға хаҡ артҡан мәлдә водителдәр өсөн дә яғыулыҡ ҡойоу станция­һында алған бензиндың счетчиктағы күрһәткескә тап килеүе бик мөһим. Ундағы мутлашыу кимәле һиҙелерлек булып китһә, дөрөҫ­лөктө белеү маҡсатында һәр кем багажнигында махсус һауыт алып йөрөргә мәжбүр буласаҡ. Быны булдырмау өсөн дәүләт тарафынан даими күҙәтеүҙәр үткә­релеп торорға тейеш. Тик һуңғы ваҡытта был тикшереү артыҡ тип тә баралар. Уйлап ҡараһаң, һәр автозавод машинаның бензобагына яғыулыҡтың кимәлен дөрөҫ билдәләү приборын ҡуя ала – техник йәһәттән ауыр түгел. Әммә, ни сәбәп­тәндер, ул эшләнмәй килә. Күрәһең, был заводтар өсөн дә, бензин һатыусылар өсөн дә кәрәкмәгән артыҡ сара. Экономиялау маҡсатында төрлө социаль нормативтар индерергә беҙҙең дәүләт әҙер тора. Ярай әле электр энергияһын, йылылыҡты экономиялау маҡсатында тип иғлан ителгән социаль нормативтарҙы инде­реү­ҙе туҡтат­тылар. Һатып алынған тауарҙың ауырлы­ғын дөрөҫ билдәләү өсөн һәр сауҙа нөк­тәһендә контроль үлсәү приборы ҡу­йылған да ул. Әммә шул уҡ мут һатыу­сылар тауыҡ ботона, балыҡҡа өҫтәгән һыуҙы нисек алып ташларға һуң?
Иң теүәл фән булып иҫәпләнгән статис­тиканың да “хаталарын” даими күреп килгән Рәсәй халҡы ла аптырап ҡалмай. Халыҡ иҫәбен үткәргәндә, тейешле яуап биреп, беҙҙә яңы “милләттәр” (тролль, гном һ.б.) тыуҙырҙылар. Йыш ҡына үҙҙәре эшләгән тармаҡта алған эш хаҡы тура­һындағы мәғлүмәтте ишетеп хайран ҡа­лып торалар. Был йәһәттән төрлө дәүләт органдарының үҙ статистикаһы бар. Тик ул ни эшләптер рәсми булып иҫәпләнгән “Росстат” мәғлүмәттәренән яҡшы яҡҡа айырылып тора. “Росстат”тың да ҡайһы бер күрһәткестәре шик тыуҙыра. Мәҫәлән, инфляция темптарын ғына алайыҡ. Уны иҫәпләгәндә ауыл ерендә һатылған тауарҙарҙың хаҡы инмәй икән. Беҙҙең республика халҡының 40 проценты ауылда йәшәгәнен иҫәпкә алһаң, рәсми инфля­цияның дөрөҫкә тап килмәүе бик тә һиҙелә. Юҡҡа ғына “аҙыҡ-түлек инфляция­һы” тигән төшөнсә барлыҡҡа килмәгәндер, уныһы беҙ күргән күрһәткестәрҙән юға­рыраҡ була. Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкү­мәте етәксеһе Дмитрий Медведев аҙыҡ-түлек­кә хаҡты контролдә тоторға ҡушты.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәми­тов республиканы етәкләй башла­ғас, беҙҙәге рәсми һәм ярым рәсми статис­тикалағы алдашыу күләменең ҙур булыуын билдәләп үткәйне. “Беҙ ошо өҫтәлмә яҙыуҙарҙан бөтөнләйгә баш тартырға булдыҡ… Әгәр ҙә һин кеҫәңдә күпме аҡса, запас, ресурс бар икәнен аныҡ ҡына белһәң, реаль иҡтисади пландар төҙөйһөң, кешеләрҙе лә алдамайһың”, — тине ул.
Күренеште, ваҡиғаны дөрөҫ билдәләү еңел түгел. Беҙҙе капитализм урынына баҙар иҡтисады төҙөйбөҙ тип күпме ышандырып киләләр, ысынында капитализм­дың иң ҡырағай формаһы хасил булды. Әйтәйек, һуғышта “хәбәрһеҙ юғалған” ире, атаһы, ағаһы өсөн тейешле дәүләт ташламаларынан мәхрүм ҡалғандарҙың ни ғәйебе бар? Был һәләк булған яугирҙең “рәсми дәлил ҡағыҙы” булмағанға. Йыш ҡына бөгөн дә ишетелеп тора: кемдеңдер, үлде тип, туғандарына рәсми ҡағыҙ бирелеп, һуңынан тегенең кире “пәйҙә булып”, үҙенең тере кеше икәнен иҫбатлай-иҫбатлай күргән михнәттәрен генә күҙ алдына килтереү ҙә етә.
Филде йылан, арҡан, мискә тип иҫәпләү уны “юғалтыуға” килтерә. Был шарттарҙа дөрөҫ сәйәсәт алып барыуы ла еңелдән түгел. Юҡҡа ғына халыҡ “Дуҫың дуҫ булһын, иҫәбең дөрөҫ булһын”, тимәгән.






Автор: И. МИҘХӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 21.01.2015, 08:01
    Һеҙҙең быларға ниңә иҫегеҙ китә? Беҙҙә бит ғүмер баҡый ике статистика булды: береһе хәкимиәт, байҙар өсөн; икенсеһе ябай халыҡ өсөн. Шуға ла СССР тарҡалды. Хәҙер инде сират Рәсәйгә етте. Беҙҙең идарала ултырған әһелдәр бер ваҡытта ла тарихтан фәһем ала белмәй, фәҡәт үҙ мәнфәғәттәренә генә хеҙмәт итә...

  2. Имя
    Имя от 25.01.2015, 17:17
    Бала саҡтан әкиәт аша көҙгөнөң "дөрөҫ" күрһәтмәүен ҡанына һеңдергән йәмғиәттә һәр ваҡыт көҙгө ғәйепле инде! Ә мин Шведцияла эшләнгән RST электрон градусник аша һауа тооошон күҙәтәм. Һаран булмаһағыҙ һуҡыр ҙа булмаҫһығыҙ.

  3. Илдар
    Илдар от 27.01.2015, 08:21
    Был градусникка аҡсаһы етмәгән кешегә дөрөҫлөккә өлгәшеп булмай микән? Дөрөҫлөк бөтәһенә лә кәрәк

Комментарий өҫтәргә