Барыбыҙ ҙа ошо ерҙә йәшәйбеҙ. Тик “ер кешеһе” тип иген игеүсе, мал ҡараусыларҙы ғына йөрөтәләр. Һәр хәлдә, беҙҙең халыҡ шуға күнеккән, ошо төшөнсәгә өйрәнгән. Был, әлбиттә, осраҡлы түгел. Бөтәбеҙ ҙә шуны аңлайбыҙ: өҫтәлдәге ризыҡһыҙ мөмкин түгел. Бөгөн ауыл кешеһенең хәле, Рәсәй ауыл хужалығының хәл-торошо нисек? Артабан ҡайһылай булыр? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыр өсөн сираттағы ҡорға 1999—2001 йылдарҙа Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарған Михаил Иванович Минеев (һүрәттә) менән иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Миҙхәт улы Ғәбитов өҫтәл
артына ултырҙы.
Илдар ҒӘБИТОВ:
– Михаил Иванович, моғайын, уҙған быуаттың 90-сы, ике меңенсе йылдарындағы менән бөгөнгө ауыл хужалығы хәлен сағыштырып ҡарау өсөн һеҙ иң ҡулай кешеләрҙең береһелер...
Михаил Минеев:
– Улай уҡ түгел дә. Шулай ҙа был турала күп уйланыла. Хәҙер, хаҡлы ялда булғас, ваҡыт та бар. Элек бергә эшләгәндәр менән дә аралашабыҙ.
Илдар ҒӘБИТОВ:
– Дөйөм алғанда, иҡтисадта ауыл хужалығының тулайым продукт күләме ҙур урын алып тормай. Ауыл халҡы һанына килгәндә, Башҡортостанда ул 35-40 процент тәшкил итә. Әлбиттә, Рәсәй буйынса аҙыраҡ. Ауыл хужалығы менән ауылдар проблемаһы – икеһе ике нәмә. Сөнки ауыл ул хужалыҡ ҡына түгел бит. Һеҙҙең өсөн нимә ул ауыл һәм хужалыҡ итеү? Ауыл хужалығы етештереү сәнәғәтенән ныҡ айырыламы? Уйлап ҡараһаң, ауылдарҙа ла газ үткән, бөтәһе лә техникала эшләй. Был айырмалыҡ бизмәндә тигеҙләнергә лә тейеш һымаҡ...
Михаил МИНЕЕВ:
– Беренсенән, ауыл хужалығында бер арауыҡтан икенсе арауыҡҡа тиклем генә түгел, ә йыл буйына маҡсатлы эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, игенселекте алайыҡ. Үҙе бер тотош цикл: сәсеү, үҫентеләрҙе тәрбиәләү, урып йыйыу, эшкәртеү. Ауыл хужалығында һин бөгөн ниҙер эшләмәһәң, һуңға ҡалдың тигән һүҙ. Юғалтҡанды кире аяҡҡа баҫтырыу, ай-һай, бик ауыр. Малсылыҡты алайыҡ. Әгәр ут булмайынса, бөгөн һыйырҙарҙы һаумаһаң, аҙна буйы ошо эште тергеҙергә кәрәк. Ә сәнәғәттә, тупаҫыраҡ итеп әйткәндә, тимерҙе токарь станогында эшкәртеп бөтмәһәң, иртәгә лә була, унан һуң да ярай.
Ҡасандыр Гайдар сәйәсәте шуға алып барҙы, хатта ауыл хужалығын ”ҡара тишек”кә тиңләнеләр. Әйҙә, йәнәһе, был эште ташлайыҡ та килемлеһе менән шөғөлләнәйек: нефть сығарыу, ауыр металлургия... Аҙыҡты сит илдән алыу осһоҙораҡҡа төшә бит...
Һис тә улай түгел. Хәҙер Көнбайыш менән сағыштырырға яраталар. Мин ваҡытында Германия, Чехословакия, Бельгия, Голландия һымаҡ күп илдәрҙә булдым. Уларҙа иген, башҡа культура үҫкән осорҙа 800-850 миллиметр яуым-төшөм була. Беҙҙә иһә – 500 миллиметр. Шуның да икенән өс өлөшө генә ямғыр рәүешендә. Шунан һуң сағыштырайыҡ инде тегеләрҙең 800-850 миллиметры менән беҙҙең 250-300-ҙө.
Тағы ла малсылыҡты алайыҡ. Беҙҙә дүрт ай, йәғни 120 көн мал ныҡлап көтөүҙә йөрөй. Ә уларҙа 2-3 ай ғына ышыҡта тора. Шунан һуң уйлағыҙ беҙҙә күпме мал аҙығы әҙерләргә кәрәклеген.
Эйе, күп кәрәк, сығымдар ҙа китә. Ләкин бит илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге мөһимерәк. Һуңғы ваҡыт мөнәсәбәт ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Әле ҡарап, күҙәтеп барам, яғыулыҡҡа ғына дүрт ай рәттән хаҡ күтәрелә. Шул уҡ ваҡытта аҙыҡ-түлеккә хаҡ артырға тейеш түгел, йәнәһе. Нисек аңлаттылар: йәнәһе, яғыулыҡҡа хаҡ арта, сөнки донъя баҙарында нефть ҡиммәтләнә. Көнбайышта ла шулай. Беҙҙә нефткә хаҡ ҡырҡа төштө, ә яғыулыҡҡа артты. Мине ошо ныҡ борсой.
Ауыл эшсәндәре шул тиклем тырыш бит. Малсылар таң һарыһынан эшкә бара. Һигеҙ йыл миңә тоҡомсолоҡ заводын етәкләргә тура килде. Ул саҡта һыйырҙар өс тапҡыр һауыла торғайны. Һауынсылар иртәнге 6-ла, көндөҙгө 2-се яртыла, киске 7-лә килә һәм киске 9-ҙа ғына ҡайтып китә. Ә бит сәнәғәттә кешеләр улай эшләмәй... Мин быны ауыл хужалығы менән сәнәғәттең икеһе ике төрлө икәнен аңлатыр өсөн генә әйтәм.
Эйе, бөгөн ауылдарҙың социаль йөҙө үҙгәрҙе: юлдар һалына, газ үткән. Шулай ҙа уйланырға урын бар.
Илдар ҒӘБИТОВ:
– Һеҙ – тоҡомсолоҡ заводын етәкләгән кеше. Бөгөн Башҡортостанда тоҡомсолоҡ эше нисек тора?
Михаил МИНЕЕВ:
– Мин институт директоры ла, тәжрибә хужалығы етәксеһе лә булып эшләнем. Шул саҡта бестужев тоҡомло мал үрсетеү буйынса завод булдырҙыҡ. Бөгөн тик Дүртөйлө районында бер хужалыҡ ҡына ошо эш менән шөғөлләнә. Был тоҡом ысын мәғәнәһендә беҙҙең шарттарға яраҡлаштырылған. Эйе, бының буйынса шөғөлләнгән заводтар күп. Ләкин барыһының да эштәре тейешенсә ҡуйылмаған. Унан һуң, завод бер генә тоҡомдағы мал үрсетергә тейеш. Уларҙың буталыуы, ҡатнашыуы бар.
Үҫемлекселек буйынса ла шулай. Элек элиталы, супер элиталы орлоҡ алғанда тоҡтар бер генә тапҡыр ҡулланылды. Сорттар ҡатнашмаһын өсөн бер генә сорт булырға тейеш: бойҙай – бер сорт, арыш – бер сорт, борсаҡ, арпа һәм башҡалар шулай уҡ. Бөгөн дәүләт орлоҡсолоҡ хужалыҡтарын тергеҙергә тейешбеҙ. Юғиһә кем теләй, шул орлоҡ керетә, кемдең ҡайҙан алырға мөмкинселеге бар – шунан. Ә улар бит беҙҙә тикшереү үтмәгән. Шуға дәүләт сорт участкалары мотлаҡ тергеҙелергә тейеш. Республика шарттарында бына тигән сортлы иген үҫтерергә була. Мәҫәлән, ғилми-тикшеренеү институтында эшләгәндә шуға инандыҡ: таҙа ҡышҡы сорт бойҙай орлоғо етештерергә мөмкин. Бында тик өс факторҙы иҫтә тоторға кәрәк: мотлаҡ таҙа, пар еренә сәсергә, ҡар ҡатламы ятҡан ергә һәм орлоҡто тейешле препараттар менән эшкәртергә. Шунан һуң гелән яҡшы бойҙай алып буласаҡ.
Илдар ҒӘБИТОВ:
– Үҫемлекселек менән малсылыҡты алғанда күптәрҙә ҡайһы өлкә килемлерәк икән тигән һорау тыуа...
Михаил МИНЕЕВ:
– Әгәр малсылыҡ булмаһа, үҫемлекселек үҙенән-үҙе кәмейәсәк. Ихтыяж булмай. Һуң, ит булһын өсөн быҙауҙы күпме үҫтерергә кәрәк. Әйтәйек, фән буйынса – 18 ай, асылда унан да артығыраҡ. Яҡшы һыйыр итергә – бынан да күберәк. Шуны аңларға кәрәк!
Илдар ҒӘБИТОВ:
– Ауыл хужалығы тауарына хаҡты күтәреү-күтәрмәү тураһында...
Михаил МИНЕЕВ:
– Мин хаҡты күтәреү яғында. Быны күптән эшләргә кәрәк ине: хаҡты махсус “ауыҙлыҡлап” тоторға түгел. Көнбайышта ла баҙар шулай көйләнә.
Михайловкала (Өфө районы) йәшәйем. Элек халыҡта 320 баш һыйыр малы булһа, бөгөн – 11 һыйыр ҙа дүрт башмаҡ! Ни өсөн шулай? Сөнки уларҙы тотоуҙың файҙаһы юҡ. Бер ҡараһаң, хәҙер көтөүлектәр күп, ә фураж юҡ. Нисек кенә булмаһын, элек эре хужалыҡтар шәхси хужалыҡтарға ярҙам итеп килде.
Илдар ҒӘБИТОВ:
– Тотош илдә колхоз-совхоздар тарҡатылғанда беҙҙә һаҡларға тырышыуҙы ҡайһыһы хуплай, ҡайһыһы, киреһенсә, башҡа төрлө уйлай...
Михаил МИНЕЕВ:
– Бөтә Көнбайыш илдәре иҡтисадтың нигеҙе ҙур хужалыҡтарҙа тип һөйләй. Бәләкәй фермер хужалыҡтары илде туйҙыра алмай. Бына уйлап ҡарағыҙ, ауыл хужалығы белгестәре юҡ тиерлек. Бында бит аграр институттар ғәйепле түгел. Элек, мәҫәлән, был уҡыу йорттарын тамамлағандарға ауылдарҙа эш тә, фатир ҙа бирелә ине. Бөгөн юғары белемле белгес ҡайҙа бара? Етмәһә, ғаиләһе лә булһа...
Илдар ҒӘБИТОВ:
– Беҙҙә ауыл хужалығына ҡағылған программалар байтаҡ. Республиканың “500 ферма”һын ғына алайыҡ...
Михаил МИНЕЕВ:
– Яҡшы программа. Эйе, иҫке фермаларҙы төҙөкләндереү – һәйбәт эш. Сит ил малын алып ҡайтыу ғына насар. Ә бит ҡасандыр королдәр итте беҙҙән һатып алған! Сөнки бер ниндәй ҡушымталарһыҙ үҫтерелгән ризыҡ бит...
Илдар ҒӘБИТОВ:
– Ауыл хужалығы үҫешенең киләсәген нимәлә күрәһегеҙ?
Михаил МИНЕЕВ:
– Орлоҡ әҙерләү һәм тоҡомсолоҡ заводтарын тергеҙеү – төп маҡсаттарҙың береһе. Ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләү – бик мөһим мәсьәлә. Былай барһа, тиҙҙән механизаторҙар ҡалмаясаҡ. Малсылыҡта ла заманса фермаларға белгестәр кәрәк. Хәҙер бар тармаҡта ла яңынан-яңы ҡорамалдар ҡуйыла, тракторҙар сығарыла. Шунан тағы мөһим нәмә: беҙҙең шарттарҙа ни үҫә, шуны үҫтерергә кәрәк.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ яҙып алды.