Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Изге ынтылыш менән йәшәйҙәр
Изге ынтылыш менән йәшәйҙәр
Юлдар торошо — илдәрҙең иҡтисади, мәҙәни һәм хатта сәйәси үҫешенең дә сағылышы, көҙгөһө ул. Ҡырмыҫҡалы аша республика әһәмиә­тендәге Өфө — Магнитогорск, Өфө — Сибай юлдары үтә. Уларҙан көньяҡ-көнсығыш райондары халҡы айырыуса ҙур файҙа күрә.


Юлдарҙы йәшәү арте­рияһы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Президент программаһына ярашлы, һуңғы йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районында юл төҙөлөшө йылдам бара. Һандар теле менән әйткәндә, быйыл был эшкә 200 миллион һум аҡса бүленһә, әле шуның 150 миллионы тото­нол­ған. Юл һалыусы­лар райондағы 535,8 ки­лометр араның төҙөк­лөгө өсөн яуап­лы булһа, шуның 258 километры асфальт-бетон япмалы. Тө­ҙөүсе­ләр быйылғы эш күләме менән ҡәнәғәт. Өфө ҡалаһының Киров районындағы бер нисә урамды төҙөкләндерҙе улар. Үҙ районы ауылдарында ла юлдарға иғти­бар артыуына һөйөнәләр. Мәҫә­лән, Атйетәр ауыл хакимиәтенә ҡараған Ат­йетәр, Шишмә, Никитин ауылдарында бер нисә урам, Сахай ауыл хакимиәтенә ҡараған Иҫке Аҡташ, Иҫке Шәрәй, Һарт-Нау­рыҙ ауылдары юлдары ремонт­лан­һа, Илтерәк ауылындағы урам­дар­ға ла капиталь ремонт эш­ләнде. Шәрипҡол һәм Иҫке Бәпес ауыл­дарындағы торбалар йүнәтелде. Йәмғеһе 15 миллион һумлыҡ ремонт эштәре атҡа­рыл­ды.
Ә инде рай­он үҙәгендә төҙө­к-ләндереү эштәре йылдан-йыл киңерәк ҡолас йәйә. Урамдарҙы киңәйтеү, тротуар эшләү кеүек бурыстарҙы теүәл һәм сифатлы итеп башҡарыу хас Ҡырмыҫ­ҡалы юлсыларына.
Республика әһәмиәтендәге трассаларҙы тәртиптә тотоу — бигерәк тә яуа­плы бурыс. Бында башҡарылған эштәрҙең һәр ҡайһыһы буйынса лаборатория тик­шереүе үтергә, комиссия алдында һынау тоторға кәрәк. Бы­йыл ҡырмыҫҡалылар Өфө — Инйәр — Белорет юлының 16,5 километр оҙонлоҡтағы бер ара­һын төҙөкләндереүҙе уңыш­лы атҡарҙы.
Унан тыш, идаралыҡ ҡарама­ғында дөйөм оҙонлоғо 700 метр­ҙан ашыу тәшкил иткән 25 күпер, ике мең самаһы юл билдәһе, 15 километр барьер-ҡоймалар иҫәпләнә. Ошондай хужалыҡтың эшен атҡарыу өсөн өс асфальт-бетон заводы эш­ләй. Быйыл улар 25 мең тоннанан ашыу асфальт етештерҙе. Шуны әйтергә кәрәк: ике асфальт-бетон заво­ды ҡоролма­лары ту­лы­һынса компью­терлаш­ты­рыл­ған, газ яғыу­лы­ғына көйләнгән — за­ман менән бергә атлау хас ҡыр­мыҫҡа­лы­ларға. Был, үҙ сиратын­да, сәғә­тенә 80 тонна сифатлы асфальт ҡат­наш­маһы етеш­те­рергә мөм­кин­лек бирә. Ҡеүәтле ремонт ба­за­һы, йылы гараждар, ав­то­заправка булыу ҙа – ыңғай күре­неш. Оҫталар кәрәкле де­тал­дәр­ҙең күбеһен үҙҙәре етеш­терергә өйрәнеп алды. Техника ла етерлек. Мәҫәлән, 25 үҙ­бушатҡыс бар. Идара асфальт һалғыс, тапатҡыс, экскаватор кеүек техника һәм агрегаттарҙы “Хитачи”, “МАН”, “Фогель”, “Ти­тан” кеүек донъяла билдәле компаниялар­ҙан ғына ала.
Бөгөн 120-нән ашыу кешене эш менән тәьмин иткән ­пред­прия­тие етәксеһе Фәнил Фән улы Ис­ха­ҡов хаҡында айырым әйтеп ки­теү зарур. Ул авто­транспорт тех­ни­кумын тамам­лағас та яҙ­мы­шын юл төҙөлөшө ме­нән бәйлә­гән. Төрлө хеҙмәт баҫ­ҡыста­рын үтә: ябай эшсенән мас­тер, баш инженер вазифа­һына тиклем үрләй. Юғары белемде Мәскәүҙә ала. Тәжрибәле, юғары ойош­то­роу һәләтенә эйә белгес – Рәсәй Федерацияһы­ның почетлы юл төҙөүсеһе, ун йылдан ашыу ин­де идара­лыҡты уңышлы етәк­ләй. Баш инженер Рәмил Мирғәзи yлы Вил­да­нов хакында ла үҙ эше­нең оҫтаһы тип әйтергә була.
Хеҙмәткәрҙәр социаль йә­һәт­тән яҡланған. Эш хаҡын ваҡы­тын­да алалар. Трассала эш­ләү­селәр йылы аш менән тәьмин ителә, бының өсөн базала ашхана булдырылған. Йорт һалған саҡтарында хеҙмәт­кәр­ҙәргә бушлай техника, төҙөлөш материалы бүлеү йә иһә ҡул көсө менән ярҙамлашыу мөм­кинлеге бар. Балаларына — ял лагеры­на, үҙҙәренә “Асы” ши­фахана­һына путевкалар бирелеп тора. Юлсылар мәҙәни тормоштан да ситтә ҡалмай – районда үткән һәр сарала ҡатнаша.
Тәбиғәттең ниндәй генә көй­һөҙ мәле булыуға ҡара­маҫтан, юл төҙөүселәр алыҫ трасса­ларҙа көндө төнгә ялғап эшләй. Ҡыш юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу тәүлек әйләнәһенә ойошторола. Шуғалыр ҙа был һөнәрҙе тырыштар, сәмлеләр генә үҙ итә. Меңдәрсә ке­шенең ғүмере өсөн яуаплы бит улар. Юлдарыбыҙ йылдан-йыл яҡшыраҡ, уңайлы­раҡ булһын – шундай изге ынтылыш менән йәшәй уңған юл төҙөүселәр.


Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА. Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә