Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Халыҡ тауышын улар еткерә
Ауыл старостаһының эшмәкәрлеге ниҙән ғибәрәт, уға ниндәй бурыс йөкмәтелгән? Ошондай һорауҙарҙың тыуыуы тәбиғи, сөнки был вазифа яңы булдырылды, һәм уны ауыл халҡы үҙҙәре менән йәнәш йәшәүселәр араһындағы әүҙемдәргә йөкмәтә. Икенсе төрлө әйткәндә, старосталар — урындағы үҙидараны тормошҡа ашырыуҙа туранан-тура ҡатнашыусылар. Иңдәренә алған яуаплылыҡтары ҙур — халыҡтың йәшәйешен еңеләйтеүҙә, уны борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтәләр.
131-се Федераль закондың 33-сө статьяһында, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының төп бурысы — старосталарға, тимәк, халыҡҡа урындағы мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү, тиелгән.
Староста — халыҡ вәкиле, ул биләмәлә даими йәшәгән граждандарҙың йыйылышында һайланып ҡуйыла. Мәҫәлән, районыбыҙҙағы ун биш ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа йәмәғәт башланғысында 65 староста эшләй. Иң өлкәне — Нөркә ауылынан 85 йәшлек Муллахан Исламғәлиев, иң йәше — Күҙәйҙән 29 йәшлек Сергей Зотов. Барыһы ла халыҡ йыйынында һайланған. Милләттәре төрлө: башҡорт, татар, мари, урыҫ, удмурт... Өс ауылда был вазифаны ҡатын-ҡыҙ үҙ өҫтөнә алған. Егерме биш кеше — “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы, ҡалғандары — партияһыҙ. 13-ө — пенсия йәшендә, 11-е — ауыл биләмәһе Советы депутаты, 18-е — юғары белемле.
— Беҙ старосталар эшенә хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Улар — ауыл кешеләрен муниципаль һәм төбәк власы менән бәйләүсе еп. Беҙҙә әлегә халыҡ менән көн һайын күрешеп һәм аралашып йәшәгән башҡа бер генә структура ла юҡ, — ти муниципаль район Советы секретары Рәсих Аҡбәров.
Ауылдарға башҡа төбәктәрҙән һәм сит дәүләттәрҙән килеүселәр артҡан мәлдә күп кенә яҡташыбыҙ райондан һәм республиканан ситтә эшләргә мәжбүр. Шуға күрә биләмәләрҙе баланслы үҫтереү хаҡында ла иҫтән сығармау зарур. Эшсе көс тупланған урындарҙа етештереүҙе үҫтереү һәм яңы эш урындары булдырыу кәрәклеге һәммәбеҙгә лә яҡшы аңлашыла. Бында ла урындағы үҙидара органдарының, шул иҫәптән старосталарҙың, әһәмиәте ҙур. Эшкә һәләтле йәштәгеләрҙең хеҙмәт баҙарында үҙ урынын тапмауы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Йәшәгән урындарында эшләһендәр өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк. Әле бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешенә иғтибар ителмәгән бер генә район да юҡ. Төбәктәрҙе, ғөмүмән, һәр ауылды үҫтереү буйынса районда маҡсатлы программалар ҙа ғәмәлгә ашырыла башланы.
“Әле ауыл биләмәләре хакимиәттәре, һис һүҙһеҙ, кешегә иң яҡын торған власть. Ундағы тормоштоң ағышы — барыһы ла уларҙың ҡарамағында һәм яуаплылығында”, — тигәйне Президент Рөстәм Хәмитов Ауырғазы районында үткән ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашыуында.
Күптән түгел районыбыҙҙа ауыл старосталарына таныҡлыҡтар тапшырылды. Халыҡ уларҙы нисек ҡабул итте, һүҙҙәре үтемлеме, яҡташтарының күңеленә барып етерлекме? Иҫке Янбай ауылы старостаһы Рәлиф Шакирйәнов беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
— Ауыл халҡы яңылыҡты йылы ҡабул итте. Ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр күп, һәм һәр кем төплө яуап көтә. Барлыҡ проблемаларҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рауил Дельмиев менән һөйләшеп-кәңәшләшеп хәл итергә тырышабыҙ, — тине ул. — Демографик хәлгә килгәндә, ауыл халҡы һанының кәмеүе борсолдора. Йәштәр, балаларҙы уҡытырға кәрәк тип, район үҙәгенә йәки ҡалаларға күсенеүҙе хуп күрә, тыуған ерҙәрендә төпләнеп ҡалмай. Һуңғы йылдарҙа беҙгә дүрт ғаилә генә йәшәргә килде. 280 кешенең 98-е генә эшкә һәләтле, ә 100-ҙән ашыуы — пенсионер. Бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең һаны 20-гә яҡын. Тағы ла шунса кеше вахта ысулы менән Себерҙә йөрөй. 80 хужалыҡта һыйыр малы аҫрала, бер тиҫтәһе ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, ике кеше эшҡыуарлыҡҡа тотонған, фермала һәм машина-трактор паркында ла эшләүселәр бар. Ауыл халҡы мал үрсетеп тә һата.
Тәбиғи байлыҡ эргәлә, ауылға яҡын ғына урынлашҡан тауҙан таш алып була. Урамдарҙы төҙөкләндереүҙә, күпер һалғанда, Танып йылғаһында электр станцияһы быуаһын төҙөгәндә, шулай уҡ төҙөлөштә ул киң ҡулланыла. Ауылға урман да яҡын, ике яғында нефть сығанағы бар. Әле нефтселәр быраулау менән мәшғүл.
Халыҡ йорттарын күркәм һәм тирә-яғын тәртиптә тоторға тырыша. Ошо маҡсатта сүп түгеү урыны булдырылды. Бергәләп зыяратты кәртәләнеләр. Был сарала янбайҙарҙың йәше лә, ҡарты ла ҡатнашты. Төҙөкләндереү барышында урамдар таҙартылды, иҫке өйҙәр һүтелде һәм урындары тигеҙләп ҡуйылды.
Ауыл Ар йылғаһы эргәһендә урынлашһа ла, йәйге эҫе көндәрҙә эсәр һыуға ҡытлыҡ булды, урамдағы колонкаларҙа һыу бөтә ине. Был мәсьәлә ауыл хакимиәте башлығы менән берлектә хәл ителде. Һыу башняһындағы насос янған булып сыҡты. Ҡулланыусыларҙан аҡса йыйып, ауыл хакимиәте башлығы уны Пермь крайынан барып алды.
Янғынға ҡаршы көрәш мәсьәләһенең етдилеген аңлап, һыу алыу урындары эшләнде, көтөүлектәрҙә ут сығыуға ҡаршы саралар йәйелдерелде. Әммә башҡарылырға тейешле эштәр тағы ла күберәк. Ауыл урамдарын таш ташыусы ҡеүәтле автомашиналар иҙеп бөтөрҙө. Юлды мотлаҡ ремонтларға кәрәк. Халыҡты матур йәшәү ғәҙәттәренә күнектереү, сүп-сарҙы теләһә ҡайҙа ташламау, урамдарҙы таҙа тотоу — көн талабы. Киләсәктә урам, ауыл байрамдары үткәреү һәм йорттар араһында конкурстар ойоштороу ҙа урынлы булыр ине.
Минең ҡарашҡа, старостаның статусы етерлек дәрәжәлә эшләнмәгән, матди һәм финанс яҡтан нығытылмаған. Бурысы һәм хоҡуғы ла аныҡ ҡына билдәләнмәгән. Бәлки, уның советын ойошторорға кәрәктер, даими эш урыны булһа ла һәйбәт, сөнки урамда тороп ҡына эште алып барыу мөмкин түгел.
“Таҙа һыу”, “Ауылды социаль үҫтереү”, “Ауылдарға газ үткәреү” кеүек маҡсатлы программаларҙы булдырғанда киләсәктә старосталарҙың тәҡдимдәре лә иҫәпкә алыныр, тигән ышаныс бар.
Район Советында үткән һуңғы йыйылыштарҙың береһендә квартал һайын старосталарҙың кәңәшмәләрен үткәреү тураһында уртаҡ фекергә киленде. Урындағы матбуғатта “Һүҙ — ауыл старостаһына”, “Шәхси фекер” тигән рубрикалар аҫтында уларҙың эшен яҡтыртып барыу хаҡында килешелде.
Ҡыҫҡаһы, ауылдар бәләкәй булһа ла, уларҙағы проблемалар ҙур. Ә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә старосталар хеҙмәтенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, был иһә һәр яҡлап яҡлау ғына табырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ.
Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.
Балтас районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән 19.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 3

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 3

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 4

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 3

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 9

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә