Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡатмарлы “һауа шарттары”нда
Шундай күренеште күҙ алдына килтерәйек: ғаилә хужаһы йыш ҡына яңы кәсеп менән шөғөлләнергә йыйыныуы, ләкин төрлө сәбәптәр, шул иҫәптән аҡса еткерә алмауы арҡаһында ниәтенең тормошҡа ашмауы хаҡында һөйләргә ярата. Әммә ғаилә хужалары уның банктағы иҫәбендә аҡсаның мул булыуы, хатта өҫтәлеп тороуы һәм ниндәйҙер маҡсаттарҙа күпләп тотонолоуы тураһында яҡшы белһә лә, өндәшмәҫкә мәжбүр. Сөнки, беренсенән, ҡыйыулыҡ етмәй, икенсенән, әйтеү ҙә файҙаһыҙ — хужа бит.


Һәр емештең — үҙ ваҡыты

Рәсәй властары эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡарата тап шундай мөнәсәбәт күрһәтә төҫлө. Граждандарҙың бойондороҡһоҙ һәм инициативалы ҡатламы тырыш­лығы менән иҡтисадты үҫтереү зарурлығы хаҡында ваҡыты-ваҡыты менән иң юғары трибуналарҙан сы­ғыш­тар булып тора, хатта адресһыҙ тәнҡит тә ишетелгеләй, бурыстар ҡуйыла, әммә хәл йылдар буйы үҙгәрешһеҙ ҡала. Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов яңыраҡ Нефтекама ҡалаһында эшҡыуарҙар менән осрашыуында белдереүенсә, инициативалы ҡатламдың Башҡор­тостан иҡтисадындағы өлөшө — ни бары 3,6 процент. Эйе, был да һөҙөмтә, дөйөм­ләштереп әйт­­кәндә, иҡтисади сәйәсәт һөҙөмтәһе. Ул ҡәнә­ғәтлә­нерлек түгел икән, тимәк, етешһеҙлектәр бар. Ниндәй? Был да йәмәғәтселек өсөн сер түгел.
— Яуабын шунда уҡ табып булмаған күп мәсьә­ләләр бар, — ти республика етәксеһе. — Ләкин уларҙы хәл итергә кәрәк. Дәүләттең мөһим мәсьәләләргә яуабы әҙер булмауы уның был өлкәлә эшмәкәрлек алып барырға әҙер түгеллеген йәки ул мәсьәләләрҙең өлгөрөп етмәүен, тимәк, ваҡытһыҙ күтәрелеүен аңлата. Һәр емештең үҙ өлгөрөү ваҡыты була тигән принциптан сығып фекер йөрөткәндә, баҙар иҡтисады башланғандан һуң үткән сирек быуат самаһы ғүмер эсендә, билдәле, хосуси милекселек аңы юғары булған граждандарҙың үҫеп өлгөрөүе һәм ең һыҙғанып эш башлауына иҫәп тотоу урынһыҙ. Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү мәғлүмәттәренә ярашлы, ватандаш­та­рыбыҙҙың өстән ике өлөшө үҙ эшен асырға йыйынмай. Был – бер.
Икенсенән, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән граж­дандарға дәүләт тарафынан шарттар тыу­ҙырылып бөтмәүе төрлө кимәлдәге властарҙың был өлкәне үҫтереүҙә етди һәм эшлекле ҡыҙыҡ­һы­ныусанлыҡ күрһәтмәүенә ишара яһай. Сөнки оборона һәм көс ведомстволарына ҡаҙна сығымдарын мул тотонған бер мәлдә, иҡтисадҡа финанс мөмкинлектәре юҡлығы ышандырмай. 2009 йылда донъя финанс-иҡтисади көрсөгөнә бәйле, Резерв фондынан банктарға ярҙам­ды һис бер икеләнеүһеҙ бүлгән федераль хөкүмәт элегерәк шул уҡ сығанаҡтан сығымдарҙы эшҡыуар­лыҡты үҫтереүгә йүнәлтһә, көрсөк эҙемтәләре лә Ҡытайҙағы кеүек йомшаҡ булыр ине.
Ҡулынан килеп, дәрт иткән кеше үҙ алдына эш башлап ебәрһен өсөн дәүләттән өс төрлө ярҙам талап ителә:
— түбән процентлы оҙайлы кредит;
— күсемһеҙ милекте ҡуртымға биреү һәм етештереү ҡеүәтен тәьмин итеү;
— билдәле ваҡытҡа һалым һәм йыйымдарҙан азат итеү.
Уларҙың һәммәһе лә дәүләттә бар. Дәрт иткән кешегә дәүләт ике сифатты ғына – профессиональ һәм психологик әҙерлекте – бирә алмай. 80 йылға яҡын Советтар Союзында мул тормошҡа ынтылыш “буржуаз йәшәү өлгөһө” тип аталған шарттарҙа тәрбиә алған халыҡта, ысынлап та, АҠШ йәки Европалағы кеүек психологик әҙерлек етешмәй.

Кемдәр нисек аяҡ сала?

Рәсәй эшҡыуарының иркен һулыш алып эшләүенә ҡамасаулыҡ итеүселәр аҙ түгел. Мәҫәлән, күҙәтеүсе һәм тикшереүсе органдарҙың зарарлы эшмәкәрлеге йыш иҫкә алына. Быйыл ғинуар — июндә Башҡортостан Прокуратураһы һәм уның урындағы структуралары тарафынан ошондай 600-ҙән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Һөҙөмтәлә 140 күрһәтмә яҙылған, законһыҙ акттарға ҡарата 528 (!) протест индерелгән, 110 вазифа әһеле дисциплинар яуап­лылыҡҡа тарттырылған.
Кәртә ҡуйыусылар күҙәтеүсе һәм тикшереүсе органдар менән генә сикләнмәй. Республика Проку­ратураһы сайтындағы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ярты йылда эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын боҙоуҙың 7400 осрағы теркәлеп, 286 вазифа әһеленә яза бирелгән. Атап әйткәндә, Башҡортостан Хөкүмә­те­нең эшҡыуарҙарға үҙҙәренең эшмәкәрлеге тура­һында белешмә биреүҙе йөкмәтеүе, теге йәки был муниципалитетта биләмәне төҙөкләндереү менән шөғөлләнергә ҡушыуы, документтар әҙерләп биргән өсөн хаҡ алыуы, самаһыҙ отчет һорауы, ҡуртымға бина биреүҙәге баш-баш­таҡлыҡтар тураһында хәбәр итә Башҡортостан Про­куратураһы. Һө­ҙөм­тәлә прокуратура органдары 756 протест индерә, 473 күрһәтмә яҙа, судтарға 38 ғариза бирелә, 28 вазифа әһеле админис­тратив яуаплылыҡҡа тарттырыла, хатта бер енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Башҡортостан Президентының, күптәр, “эшҡы­уар­лыҡ байлыҡ тыуҙырыусы көс түгел” һымағыраҡ ҡарашта тора, тип белдереүе, беренсенән, граж­дан­дарҙың капиталистик ысынбарлыҡҡа, “яңы урыҫ­тар”­ҙың үҙенсәлекле менталитетына мөнәсә­бәтен күрһәтә. Икенсенән, атап үтелгән хәлдәр нигеҙендә илебеҙҙә эшҡыуарлыҡтың сәләмәт социаль-хоҡуҡи шарттарҙа ойошоуы тураһында һүҙ алып барырға ысынлап та нигеҙ юҡ. Унда криминаль һыҙаттар әле лә күҙәтелә.
Тиҫтәләрсә миллион Рәсәй гражданы араһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә һәләтлеләрҙең аҙ табылыуы шик уята. Ысынлап та, ватандаш­тары­быҙҙың 83 проценты бизнесҡа ыңғай мөнәсәбәттә булған сүрәттә, яртыһынан күберәгенең был эшмәкәрлеккә тотонорға теләмәүенә туранан-тура аңлатма табыуы ҡыйын. Ләкин эшҡыуарлыҡ ярайһы үҫешкән Мәскәүҙә ҡала властары ярҙамдан бигерәк ҡамасаулыҡ итә, тиҙәр икән, бында ниндәйҙер дәрәжәлә аңлатма бар. Шул уҡ ваҡытта власть баҫҡыстарында “эшлекле бәйләнештәр” булмау ҙа аяҡ сала.
Ҡатмарлы  “һауа шарттары”нда


Автор: Мөхәммәт ФӘЙРУШИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө төҙөлөп ятҡан бейек йорттар һаны буйынса миллионлы ҡалаларҙы уҙып китте

Өфө төҙөлөп ятҡан бейек йорттар һаны буйынса миллионлы ҡалаларҙы уҙып китте 30.01.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында бейек йорттар Мәскәүгә йәки башҡа мегаполистарға ҡарағанда күберәк ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан ҡалаһында трамвайҙарҙа һәм автобустарҙа юл хаҡы үҙгәрә

Башҡортостан ҡалаһында трамвайҙарҙа һәм автобустарҙа юл хаҡы үҙгәрә 28.01.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан ҡалаһында трамвайҙарҙа һәм автобустарҙа юл хаҡы үҙгәрә...

Тотош уҡырға 1

Быйыл йәй Өфөнән Аҡтауға осош башлана

Быйыл йәй Өфөнән Аҡтауға осош башлана 26.01.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта Өфө аэропортының генераль директоры Александр Андреев белдерҙе....

Тотош уҡырға 1

Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә

Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә 13.11.2025 // Иҡтисад

Бизнес-инициатива райондың «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә тикшерелде....

Тотош уҡырға 10

Башҡортостан компаниялары вахтовиктарға лайыҡлы эш хаҡтары тәҡдим итә

Башҡортостан компаниялары вахтовиктарға лайыҡлы эш хаҡтары тәҡдим итә 12.11.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан компаниялары вахтовиктарға лайыҡлы эш хаҡтары тәҡдим итә...

Тотош уҡырға 10

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара»

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара» 12.11.2025 // Иҡтисад

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара»...

Тотош уҡырға 10

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты 02.09.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдың 30 сентябренә тиклем хеҙмәт вәкәләттәрен арттырыуҙа ......

Тотош уҡырға 21

Республикала бензин ҡиммәтләнгән

Республикала бензин ҡиммәтләнгән 02.09.2025 // Иҡтисад

Республикала бензин ҡиммәтләнгән...

Тотош уҡырға 17

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара 29.08.2025 // Иҡтисад

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды 29.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды...

Тотош уҡырға 42

Рәсәйҙә уртаса хеҙмәт хаҡын иҫәпләү тәртибе үҙгәрә
Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк 26.08.2025 // Иҡтисад

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк...

Тотош уҡырға 50


Комментарий өҫтәргә