Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Хеҙмәтең баһаланһа, кәйеф тә көр
Хеҙмәтең баһаланһа, кәйеф тә көрЯвново ауыл хужалығы кооперативының баш зоотехнигы Валентина Федорова менән фермаға килеп еткәндә, көтөүселәр малдарҙы ялан кәртәгә сығарырға әҙерләнә ине. Симменталь һәм ҡара-сыбар тоҡомло малдар көр һәм таҙа. Ҡышлатыу бында һәйбәт бара. Ихатала тау-тау булып ятҡан төргәк-төргәк бесән, һалам эҫкерте бер-ике йылға етәсәк.
– Шөкөр, былтыр йылдың уңайлы килеүенән файҙаланып аҙыҡты етерлек әҙерләнек. Сенаж – биш, силос өс соҡорҙа һаҡлауҙа, – ти ферма мөдире Флүн Насибуллин. – Киләһе йылға ла артып ҡаласаҡ әле. Малдарҙың ауыҙынан өҙмәҫкә тырышабыҙ, фураж да күпләп бирелә.
Райондың һигеҙ ауылын берләштергән хужалыҡ малсылыҡ, баҫыусылыҡ менән шөғөлләнә. Хужалыҡ эшселәргә ҡытлыҡ кисермәй, оло йәштәгеләр менән бер рәттән йәштәр ҙә ауылда төпләнә. Өфө, Стәрлетамаҡ яҡын булһа ла, ауыл йәштәре ҡалаға китергә ашыҡмай, тырыш хеҙмәте менән йәмғиәттең данын йыраҡтарға тарата. Күптәре мәктәптән һуң тура хужалыҡҡа эшкә килә. Көтөүселәр Сәлим Яҡупов, Иван Заплахов, Руслан Шахмаев — ана шундайҙарҙан. "Ҡала тормошо беҙҙе ҡыҙыҡтырмай, ауыл мөхите яҡын, – ти егеттәр. – Атай-әсәйҙәр ҙә ғүмер буйы туған хужалығында хеҙмәт итте. Аҡсаны ҡайҙа ла эшләргә була".
Хеҙмәтең баһаланһа, кәйеф тә көрБөгөн хужалыҡтың ике фермаһында бер меңдән ашыу һыйыр малы аҫрала, 342-һе – һауын һыйыры. Ҡуралар, ялан кәртәләр, яңы тыуған быҙауҙар өсөн профилакторий малсыларҙың көсө менән йәй матур итеп ремонтланған, иҙән-түшәмдәр алмаштырылған.
Хужалыҡта малсылыҡ өмөтлө һәм мөһим тармаҡтарҙан һанала, шуға ла ҡоролоҡ йылында ла мал һанын кәметеүгә юл ҡуймағандар. Киреһенсә, таналар һатып алып тоҡомсолоҡто яңыртып, йыл һайын тиерлек уларҙың һанын арттыралар. Һәр шартлы баш малға 30 центнерҙан ашыу аҙыҡ тупланған. Һөт етештереүҙең көндәлек аҡса сығанағы икәнен хужалыҡ эшсәндәре яҡшы аңлай, шуға ла был йүнәлештә лә эш һәйбәт ойошторолған. Етештерелгән продукция Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Аллат" һөт комбинатына оҙатыла. Шулай уҡ йәмғиәттең ҡалала һөт һатыу буйынса нөктәләре лә эшләй.
Бөгөн хужалыҡта 70-тән ашыу кеше эш менән тәьмин ителгән. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, 7-8 мең һум ауыл кешеһе өсөн ярайһы ғына табыш. Етмәһә, етәкселек бесәнен, һаламын бушлай бирә, ярма кәрәк булһа – рәхим ит, эш хаҡына яҙҙырып алырға мөмкин. "Етәкселек бер үтенесебеҙҙе лә кире ҡаҡмай. Донъя бит, төрлө саҡтар була, аҡса мәсьәләһе килеп тыуһа, һис һүҙһеҙ ярҙам итәләр", – ти 30 йылдан ашыу ошо хужалыҡта һауынсы булып эшләгән Рәсилә Миһранова.
Ҡырмыҫҡалы һөтсөлөк фермаһынан һауынсылар Зөмәрә Сафуанова, Рәйлә Йәмлеханова, Рәсилә Миһранова, Яңы Барятин фермаһынан Рәйлә Потова менән Ольга Алексееваның күрһәткестәре һәр саҡ юғары. Шуға ла уларҙың намыҫлы хеҙмәте етәкселек тарафынан баһаланмай ҡалмай.
Самат ҒӘЛИН
Стәрлетамаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә