Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юҡтан башланған барлыҡ…
Юҡтан башланған барлыҡ…
Атайҙарына иш булыр тип, ике малай үҫтергәненә Гөлинур ҡыуанып бөтә алмай. Әммә уларҙың киләсәге өсөн борсола йәш ҡатын. Ана бит, саҡ тәпәй атлаған кесе улының аяғына хатта сандали ҙа һатып алырлыҡ хәле юҡ. Вәсиле заводта шәп белгес тә ул, тик эш хаҡын түләмәйҙәр. Хәйер, бер Янсаевтар ғаиләһе генәме ни, күптәрҙең өҫтәлендә ашарға икмәк тә юҡ бит. Ни ҡылаһың, илдә иртәгәһе билдәһеҙ 1993 йыл…

– Етте! Башҡа түҙер сара юҡ, нимәлер ҡылырға кәрәк! Баҙарҙа башҡалар һымаҡ сепрәк-сапраҡ булһа ла һатырмын, – тип етди ҡарарға килә Гөлинур. Әммә сеп­рәккә түгел, тиренән һәм күндән етеш­терелгән тундарға тотона ул. Шулай итеп, башҡорт ҡатын-ҡыҙына бөтөнләй ят тармаҡҡа сума.
Әлбиттә, кисә генә үҙенә кейем алырға мөмкинлеге лә булмаған кешегә Мәс­кәүҙән ҡиммәтле тундар алып ҡайтырға ҡайҙан аҡса килһен инде!
– Шул саҡ дуҫтар ярҙам итмәһә, эшҡыуарлыҡта уңмаҫ инем, – ти ул. Ысынлап та, йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булыу күпкә отошло. Әммә эш аҡсала ғынамы икән: ире көнсөл булһа, йәше лә тулмаған Артуры гел әсәһен таптырып ултырһа, һүҙ ҙә юҡ, бер ни ҙә килеп сыҡмаҫы көн кеүек асыҡ.
Туғыҙ йыл буйы Гөлинур Янсаева тауарын баҙарҙа һата, ә 2002 йылда Стәрлетамаҡта тәүгеләрҙән булып күн һәм тире тундары салоны аса. Бөгөн магазины гөрләп тора. Тик гөрләтер өсөн ниндәй ауырлыҡтар кисерергә, күпме сабыр итергә тура килгәнен Гөлинур Мәжит ҡыҙы үҙе генә белә: бухгалтер ҙа, моданы күҙәтеп барыусы менеджер ҙа, кәрәк икән, һатыусы ла булып китә ҡайһы саҡ. Бынан тыш, Мәскәүгә айына өс-дүрт тапҡыр тауар юллап барырға тура килә (әйткәндәй, инде 21 йыл дауамында), һалым түләү, бөтмәҫ-төкәнмәҫ доку­менттар тултырыу. Башҡаһына шулай тейеш, тип ҡараһа ла, бәләкәй эшҡы­уарлыҡ буйынса ҡануниәттәге етеш­һеҙлектәргә әсенә ул, әле саҡ үҙ эшенә тотонғандар өсөн борсола.
– Беҙҙе ҙур заводтарға тиңләйҙәр. Шул арҡала бер туҡтауһыҙ кәрәге юҡ ҡағыҙ мәшәҡәте баҫа. Пенсия фондына түләү­ҙәр, һалым системаһы аптырата. Айы­рыуса бер көнлөк күргәҙмәләр шаңҡыта. Беренсенән, йүнселдәрҙән айырмалы рә­үештә, улар ҡала бюджетын тулылан­дырмай. Икенсенән, күптәр шундай күр­гәҙмәлә сифатһыҙ тауар (тун) алып алда­на. Аҙаҡ осон-ҡырыйын да тап­майҙар, – тип әсенә эшҡыуар ҡатын.
Ғәҙәттә, йүнселлек тармағына күптәр тотоноп ҡарай. Тик, сер түгел, сыҙам­лылар, был өлкәләге аң-белеме ҡанынан йә иһә элекке башҡарған хеҙмәт урынынан килгәндәр генә бизнеста тороп ҡала. Был йәһәттән Гөлинур Мәжит ҡыҙы:
– Уҡытыусыларыма рәхмәт! Стәрлета­маҡтағы В. Ленин исемендәге 2-се мәктәп-интернатта, һөнәрселек училище­һында, “Авангард” заводында алған һа­баҡтар, остаздарымдың кәңәше, тәж­рибә бизнес юлында алыштырғыһыҙ ярҙам булды, – ти. Шулай ҙа… тормош – үҙе ҙур мәктәп.
Училище хаҡында һүҙ сыҡҡас, бер мәғлүмәт иғтибарға лайыҡ. Көслө уҡыу йортон тамамлаған Гөлинур Санкт-Пе­тербург (ул саҡта Ленинград) ҡалаһына барып, логопед һөнәре буйынса уҡырға инә, әммә әсәһенең һаулығы насарайыу сәбәпле, Стәрлетамаҡта ҡала һәм һа­тыусы булып эшкә урынлаша. Әммә, има­ным камил, тыштан ябай ғына күренһә лә, арыҫ­ланды бейетерҙәй был ҡатын, иңенә ниндәй вазифа-бурыс ­йөк­-­мә­­телеүенә ҡарамаҫтан, барыбер ҙә иң беренселәр рәтендә булыр ине!
Әле бынан ун йыл элек үк уңғанлығын күреп, Мәскәүҙә бизнес асырға тәҡдим иткәндәрен иҫәпкә алмағанда ла, бөгөн Гөлинур Янсаеваны аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар тип әйтеп була. Беҙ әңгәмәләшкән арала ғына ла ҡиммәтле генә куртка менән тун “осто”.
– Ауылдағы танышым гелән минән ала. Хәҙер ҡайҙа ла бынамын итеп көн күрергә мөмкин. Тырышып эшләйһең, аҡсаның тәмен беләһең икән, ҡалаламы-ауылдамы йәшәүеңә ҡарамаҫтан, ҡиммәтле тун да кейергә була, ҙур йорт һалыу менән яҡшы автомобиль һатып алыу ҙа бер ни түгел, – ти магазин хужабикәһе уңған клиенты хаҡында. Эйе, Гөлинур Мәжит ҡыҙы клиенттары менән әхирәттәр кеүек аралаша. Хәйер, ниңә «кеүек», ысынлап та, бер тапҡыр был магазинға килгән ҡатын-ҡыҙ артабан да өҫ кейеме алырға ошонда ашҡына. Кәрәк икән, аҡсаһын бүлеп тә түләргә мөмкин, ташламалар ҙа бар. Өҫтәүенә ике йыл дауамында кейемгә бушлай ремонт яһайҙар. Шул әхирәтлек түгелме ни?!
…Гөлинур Янсаеваны белеүемә ете-һигеҙ йыллап барҙыр. Танышыуым да үҙенсәлекле килеп сыҡты. Студент саҡта, йәштәр өсөн ниндәйҙер бер сара үткәргәндә, ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тура килде уға. Дөрөҫөн әйткәндә, итәғәтле, ябай ғына кейенгән апайҙың эшҡыуар булыуына башта ышанмай торҙом. Ни өсөндөр бейек үксәле туфли кейеп, баштан аяҡ буяуға батҡан ҡырыҫ ҡатынды күрермен тип көткәйнем. Иң мөһиме, яңы танышымдың, инәлтмәй генә, йомошомдо бер һүҙһеҙ ыңғай хәл итеүенә юғалып ҡалдым.
Йылдар үтһә лә, Гөлинур Мәжит ҡыҙы һаман да ябай, итәғәтле. Рухи яҡтан көслө шәхестәр генә шулай булалыр ул. Шуныһы бигерәк тә иғтибарға лайыҡ: үҙенең изгелеген, рухи байлығын Гөлинур апай тирә-яғына ла ихлас бөркә. Стәрлетамаҡта үткән милли аңды үҫтергән һәр сара тиерлек уның ҡатнашлығында ойошторола. Кәрәк икән, башҡорт мәктәптәренә, китапханаларына ярҙам ҡулы һуҙа, туған интернатын да онотмай. Ветерандарҙы, етемдәрҙе хәстәрләү, милли баҫмаларға яҙҙырыу – барыһын да һанап сығыу мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта яңғыҙ ҡалған атаһын күптән үҙенең янына күсереп алһа ла, кендек ҡаны тамған ере – Күсәрбайы (Стәрлетамаҡ районы), иптәшенең тыуған яғы – Ауырғазы районының Ҫәмән ауылы ла уның йылыһын тоя. Бигерәк тә Стәрлетамағы өсөн янып йәшәй ҡатын: етештереүсе (атап әйткәндә, ҡаланың тамағын туйҙырыусы) заводтар туҡталып, бер туҡтауһыҙ сауҙа нөктәләренең барлыҡҡа килеүенә (конкурентлыҡ хаҡында ҡайғырыу түгел), шул арҡала йәштәрҙең эшһеҙ ҡалыуына борсола.
Балалары, тормош иптәше менән бәхетле Гөлинур Мәжит ҡыҙы. Малайҙары эргәһенә ике ҡыҙ ҙа өҫтәлгән – килене менән ейәнсәре. Эйе, ғаиләнән дә ҡиммәтерәк төшөнсә бармы ни? Әммә улдарын артыҡ иркәләтмәй йүнсел, балыҡ урынына ҡармаҡ биреү яҡлы. Мәҫәлән, өлкән улы Денис туйға төшкән бүләк-аҡсаһын елгә осормай, үҙ эшен асып ебәргән. Атай малы йәлме ни, тип һанаған ҡайһы бер йәштәрҙе уйлағанда, Янсаевтарҙың тәрбиәһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Хәйер, бизнес донъяһы ла тәртипте, һаҡсыллыҡты һәм сы­ҙамлылыҡты ярата бит.

Рәмил МАНСУРОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 530

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 423

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 474

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 437

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 500

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 508

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 474

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 465

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 429

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 699