Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » һоҡландыра оҫта ҡулдар
һоҡландыра оҫта ҡулдар
Ҡытайҙар ял итһен! Өфөнөң "ВДНХ-Экспо" сауҙа-күргәҙмә комплексында кәсепселәрҙең эштәре менән танышҡандан һуң шундай һығымтаға килдек. Нисәмә йыл сит илдәрҙең тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап тигәндәй торған тауарҙарына күҙ төбәп йәшәлгән икән дә баһа!

Төбәгебеҙ халҡының ҡул эштәре, ата-баба кәсебен тергеҙеп, тәбиғи материалдан яһалған көнкүреш әйберҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Башыңды эшләтергә иренмәһәң, фантазияңды ысынбарлыҡҡа әүерелдерергә тырышһаң, әллә күпме нәмә уйлап табырға, уны үҙ ҡулдарың менән эшләп, аҡсаға әйләндерергә мөмкин. Күргәҙмә иң элек шуға инандырҙы.
Миәкә оҫталарын ғына алайыҡ. Уларҙың: "Беҙҙе тотош илдә генә түгел, хатта донъяла беләләр, мәҫәлән, ҡаҙаҡтар ун өс тирмәбеҙҙе һатып алды", — тиеүенә аптырайһы түгел, сөнки тауарҙарын кемгә тәҡдим итһәләр ҙә, ҡуш ҡуллап алалар.
— Кейеҙҙе Түбәнге Новгородтан килтерәбеҙ, ә башҡа кәрәкле нәмәләрҙең барыһын да үҙебеҙ эшләйбеҙ, — ти Ғәлинур Зарипов.
Тирмә эсенә ҡыҙыҡһынып ҡына инеп ҡараусылар ҙа телдәрен шартлатып сыға. Килештергән оҫталар: уҡ-һаҙаҡ та элеп ҡуйғандар, балаҫтар ҙа түшәлгән, ҡурай ҙа эргәлә генә. Уҡ-һаҙаҡтың оҫтаһы — Рафаэль Амантаев. Балаҫтарҙы ла миәкәләр үҙҙәре һуға икән. Күреү менән үк ҡулға алып уйнағы килгән ҡурайҙарҙың хужаһы — Марс Мофаззалов.
Кеше фантазияһының сикһеҙлегенә уларға ҡарап та инанырға мөмкин. Үҙҙәре — дизайнер, үҙҙәре үк — уйлап табыусы һәм эшләүсе оҫта.
һоҡландыра оҫта ҡулдарҠатын-ҡыҙ иһә ейәнсураларҙың дебет шәлдәрен тотоп, яурынына һалып ҡарамай түҙмәй. Һарыҡ йөнөнөң баһаһы күтәрелә, быға күргәҙмә айырыуса ышандырҙы. Халыҡтың онотолоп барған кәсептәрҙе тергеҙеүе һәм үҙебеҙҙәге ҡәҙимге тәбиғи сеймалдан көнкүрештә киң ҡулланылған әйберҙәр эшләүе һөйөндөрҙө. Кейеҙҙәрҙең дә, йөндән баҫылған аяҡ кейемдәренең дә әллә күпме төрөн тәҡдим иттеләр.
Иглиндәрҙең эргәһендә күберәк ир-ат туҡталыуына иғтибар иттек. Баҡһаң, ХV быуаттың икенсе яртыһындағы яугирҙәрҙең тимер кейемдәре менән шаҡ ҡатыралар. Хаҡы арзан булмаһа ла, заказ биреүселәр бар, тиҙәр. Баҡырҙы сүкеп эшләнгән ҡулйыуғысты ла күптәр тотоп ҡарап, хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.
Баймаҡтарҙың металға һәм ташҡа төрлө һүрәт төшөрөлгән сувенирҙарын ҡайҙа алып китһәң дә, кемгә бирһәң дә — үҙенсәлекле бүләк.
Балаҫ һуғыу оҫталығы буйынса сибайҙар ҙа, ғафуриҙар ҙа бер-береһенән ҡалышмаған.
Сибай ағинәйҙәре иһә буҙа ла алып килгән. Өфөнән Гүзәл Кәримованың береһенән-береһе ҡупшыраҡ ҡурсаҡтары ябай уйынсыҡ ҡына булмай сыҡты. “Уларҙы сәйнүккә ҡаплап ҡуйһаң, сәй яҡшы бешә, тиҙ һыуынып та бармай", — ти оҫта ҡуллы хужабикә.
— Ҡурсаҡтар һатып алып, уларға күлдәк тегеп кейҙерәм. Был идея ҡыҙым ҡурсаҡ менән уйнай башлағас ҡына тыуҙы әле. Таныш-тоноштарым күреп оҡшата башлағайны, үҙемдең дә ҡыҙыҡһыныуым артты. Хәҙер кис, балаларҙы йоҡлатҡас, күлдәк тегергә ултырам, — ти Гүзәл.
Энә күҙәүендәй генә мәрйендәргә оҫта ҡул ҡағылһа ла аҡса эшләп була икән. Күптәр уларҙан төрлө-төрлө биҙәүес яһауҙы шөғөл иткән һәм, әйтергә кәрәк, отолмаған. Шулай уҡ йәшмәнән яһалған үҙенсәлекле картиналар йәки сувенирҙар менән ҡытайҙарҙың ниндәй генә тауары йәнәш тора алыр икән?!


Автор: М. ҒАБДРАХМАНОВА. Фото: Э. ДИЛМӨХӘМӘТОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә